18 февраль
Уҡыу көйләүҙәре
18 февраль | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
18 февраль Викимилектә |
18 февраль — григориан стиле буйынса йылдың 49-сы көнө. Йыл аҙағына тиклем 316 көн ҡала (кәбисә йылында 317).
← февраль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | |||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Гамбия: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Непал: Демократия көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Билмән көнө.
- Япония: Утрауҙар телдәре көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Ҡораллы Көстәрҙең Аҙыҡ-түлек һәм кейем-һалым хеҙмәте көнө.
- Транспорт полицияһы көнө.
- Төркмәнстан: Дипломатик хеҙмәткәрҙәр көнө.
- 1911: Һиндостанда тарихта тәүге тапҡыр почта авиарейсы башҡарыла. Осоусы Анри Пике 6,5 мең хаттан һәм 250 асылманан торған йөктө Аллаһабадтан Нейниға 13 км араға алып бара.
- 1913: Фредерик Содди ғилми әйләнешкә «изотоп» терминын тәҡдим итә.
- 1918: Борай ауылында Борай башҡорт милли советы Башҡортостан мөхтәриәте составында Борай башҡорт кантоны ойошторолоуы тураһында иғлан итә.
тулы исемлек
- 1918: Мәскәүҙә Брянск (хәҙер Киев) тимер юл вокзалы асыла.
- 1919: Башҡорт Хөкүмәте һәм Башҡорт ғәскәре Советтар яғына сыға.
- 1930: АҠШ астрономы Клайд Томбо Ҡояш системаһының туғыҙынсы планетаһы Плутонды аса.
- 1946: Хәҙерге Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы «Востокнефтепроводстрой» тресы ойошторола.
- 1948: СССР һәм Бирма берлеге (хәҙер Мьянма берлеге) менән дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырыла.
- 1953: Өфөлә шайбалы хоккей буйынса тәүге ярыш уҙғарыла — «Спартак» (Өфө) һәм «Спартак» (Силәбе) командалары осраша.
- 1960: Скво-Вэллиҙа VIII Ҡышҡы Олимпия уйындары асыла.
- 1965: Гамбия Бөйөк Британиянан бойондороҡһоҙлоҡ ала.
- 1967: СССР һәм Үрге Вольта (хәҙер Буркина-Фасо) араһында дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырыла.
- 1978: Тәүге тапҡыр триатлон буйынса ярыштар үткәрелә.
- 1979: Сахара сүлендә ҡар яуа.
- 1981: СССР һәм Зимбабве Республикаһы араһында дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырыла.
- 1986: Борис Ельцин КПСС Үҙәк Комитеты Политбюроһы ағзалығына кандидат итеп һайлана.
- 1993: Башҡортостан һәм Удмурт Республикаһы араһында Дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тиманова Вера Викторовна (1855—22.02.1942), Рәсәй империяһы һәм СССР музыканты, пианистка. Хәҙерге Санкт-Петербург ҡалаһындағы музыка уҡыу йорттары уҡытыусыһы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Мөхәммәт Иҙрисов (1920—4.02.2012), бейеүсе, 1941—1963 йылдарҙа хәҙерге Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1955) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ (1953) артисы. Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале (Бухарест, 1953) лауреаты, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1949).
тулы исемлек
- Гаврилов Виктор Николаевич (1955), хужалыҡ эшмәкәре. 1984 йылдан Күмертау «Межрайкоммунводоканал» предприятиеһы директоры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре (2012), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған хеҙмәтләндереү өлкәһе хеҙмәткәре (1998), Күмертау ҡалаһының почётлы гражданы (2010). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районы Ҡыҙыл Урал ауылынан.
- Кирәев Салауат Ғаяз улы (1955—6.04.2001), цирк артисы, атта һыбай йөрөүсе оҫта, тренер. 1973—1994 йылдарҙа СССР һәм Рәсәй дәүләт цирк компанияһы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1973—1990 йылдарҙа компанияның Башҡортостан цирк коллективында, 1996—1998 йылдарҙа Өфөләге «Аҡбуҙат» ипподромының ат спорты мәктәбе тренеры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1975). Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты (1986).
- Шакиров Рәйес Руфат улы (1960), ғалим-зоотехник, хужалыҡ эшмәкәре. 2001 йылдан Дүртөйлө районы Киров исемендәге тоҡомсолок заводының генераль директоры. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (2005). Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондың Өсбүлә ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Андреев Евгений Иванович (1911–26.03.1981), сәнәғәт тармағы алдынғыһы. 1937–1966 йылдарҙа Белорет металлургия комбинатының үҙәк лабораторияһы мөдире. Ленин һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Белорет районы Ҡағы ауылынан.
- Вәлиев Рәфғәт Әхтәм улы (1911—10.07.1993), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби эшмәкәр, инженер-механик, ғалим-баллистик. Генерал-майор-инженер (1962). Техник фәндәр кандидаты (1962). Ленин премияһы лауреаты (1965). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы Йыланлы ауылынан.
тулы исемлек
- Йәнгиров Дәүләтхан Ғилемхан улы (1926—10.03.2006), ғалим-физик. Башҡорт дәүләт педагогия институтының элекке уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Физика-математика фәндәре кандидаты. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы Күҫәләр ауылынан.
- Ноғоманова Флүрә Ғәлимйән ҡыҙы (1936), йырсы, педагог. 1972—1983 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. 1967—1972 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы. Башҡортостандың халыҡ артисы (1991).
- Угрюмова Татьяна Степановна (1946), ғалим-музыка белгесе, педагогик хеҙмәт ветераны, 1969 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1971 йылдан музыка һәм композициялар тарихы, теорияһы, 1972—1973 һәм 1978—1994 йылдарҙа музыка тарихы кафедраһы мөдире. Сәнғәт ғилеме кандидаты (1981). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2006).
- Ғарипов Салауат Рәми улы (1956—7.05.2014), элемтә тармағы эшмәкәре. 1980—1991 йылдарҙа Оло Ыҡтамаҡ, 1991—2014 йылдарҙа — Учалы район элемтә узелы начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған элемтәсеһе (2005). Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың өлкән улы.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әбдеева Мәхмүзә Ғәззәли ҡыҙы (1942), фән ветераны, агроном-селекционер. 1966—2016 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының ғилми хеҙмәткәре, 1995 йылдан — әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәр. Ауыл хужалығы фәндәре канидаты (1978). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Боҙаяҙ ауылынан.
- Тажиева Нурия Хәсән ҡыҙы (1942), хеҙмәт ветераны. 1969—1996 йылдарҙа «Салауатбыяла» берекмәһенең тамға һалыусыһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
тулы исемлек
- Солтанов Камил Аснаф улы (1967), педагог, муниципаль хеҙмәткәр. 2007—2015 йылдарҙа Ҡариҙелдең 2-се мәктәбе директоры; район хакимиәте мәғариф бүлегенең элекке начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Сығышы менән ошо райондан.
- Клявлин Рөстәм Рифҡәт улы (1972), ғалим-табип-офтальмолог. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтының бүлек мөдире. Медицина фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
- Рәхмәтуллин Айрат Рәзиф улы (1987), ғалим-табип-невролог, дәүләт хеҙмәткәре. 2018 йылдан Дүртөйлө үҙәк район дауаханаһының баш табип урынбаҫары, 2019 йылдан — баш табибы; 2021 йылдың мартынан — Өфө ҡалаһының 18-се клиник дауаханаһының баш табибы. 2022 йылдың майынан — Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министры. Медицина фәндәре кандидаты (2017). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бөрө районы Үгеҙ ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әмир Гәрәев (1928—2.11.2008), яҙыусы, тәржемәсе, журналист. 1975 йылдан «Ағиҙел» журналының яуаплы секретары, 1978—1988 йылдарҙа — баш мөхәррире. 1976 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986).
- Повираев Александр Иванович (1928—24.01.2002), агроном. 1963 йылдан Баймаҡ районы «Баймаҡ» совхозының баш агрономы, 1967 йылдан директоры, 1980—1988 йылдарҙа — директорҙың мал аҙығы әҙерләү буйынса урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған агрономы (1980). Ленин (1971) һәм «Почёт Билдәһе» (1976) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Белорет районының Тирлән ауылынан.
- Алексеев Анатолий Алексеевич (1938—17.09.2008), ғалим—геолог. 1965—2008 йылдарҙа хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге Геология институтының лаборатория мөдире. Геология-минералогия фәндәре докторы (1994).
тулы исемлек
- Өмөтбаев Вил Ғайса улы (1938—12.12.2020), ғалим-тау инженеры. 1965 йылдан БАШНИПИНЕФТЬ институтының, 2003 йылдан «Геофизика» фәнни-производство фирмаһының ғилми хеҙмәткәре. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының почётлы академигы (2006), техник фәндәр докторы (1997), профессор (2003). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1985) һәм Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1978), Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика сәнәғәте министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1998).
- Солтанғужин Сәмиғулла Сәғит улы (1938—2013), механизатор. 1956 йылдан Хәйбулла районы «Красный доброволец» колхозы тракторсыһы һәм комбайнсыһы, 1991—1998 йылдарҙа тракторсылар бригадиры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1996). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1976). Сығышы менән ошо райондан.
- Таһиров Әнғәм Минхаммат улы (1948—17.04.2020), спортсы, педагог. Өфө авиация институты һәм Өфө технология сервис институтының элекке уҡытыусыһы. Биатлон буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1967), донъя чемпионы (1969), СССР-ҙың үҫмерҙәр араһындағы тәүге беренселеге еңеүсеһе (1965). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Өфө районы Ҡомлокүл ауылынан.
- Аҡъюлов Сәйфүн Сәғәҙәткирәй улы (1958), хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре, отставкалағы эске хеҙмәт полковнигы. 2011—2018 йылдарҙа Язаны ғәмәлгә ашырыу буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралыҡ етәксеһе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштар өсөн» орденының миҙалы һәм Салауат Юлаев ордены кавалеры (2014).
- Үтәшева Рүзидә Рәсүл ҡыҙы (1958), педагог. Сибай гимназия-интернаты уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Бикимбәтов Руслан Ғиниәт улы (1978), ғалим-педагог, дәүләт һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре, спортсы. 2010 йылдан Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары, 2013 йылдан Өфө ҡалаһы Октябрь районы хакимиәте башлығы урынбаҫары, 2016 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2017—2021 йылдарҙа физик культура һәм спорт кафедраһы мөдире. Педагогия фәндәре кандидаты (2006), доцент. Милли көрәш буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры (2001) һәм чемпионы (2006). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районының Абҙан ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Михайлов Александр Алексеевич (1894—12.02.1977), педагог, юрист. Беренсе донъя, Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. 1919—1930 йылдарҙа Бәләбәй кантоны халыҡ судьяһы, Башҡортостан Баш судының Бәләбәй кантоны буйынса судьяһы һәм вәкиле; 1947—1954 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты уҡытыусыһы. Башҡорт АССР‑ының Хеҙмәт Геройы (1924), Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1946). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы Иҫке Семенкин ауылынан.
- Морозов Евгений Николаевич (1909—2000), төҙөүсе-инженер. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. «Шкаповнефтестрой» тресы 2-се төҙөлөш идаралығының элекке етәксеһе. Ленин, ике Ҡыҙыл Байраҡ, 1-се һәм 2-се дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры, Бәләбәй ҡалаһының почётлы гражданы (1972). Сығышы менән Ҡаҙағстандың Гурьев (хәҙер Атырау) ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Төпәев Салауат Харис улы (1924—16.03.2018), инженер-механик-ғалим, журналист, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1970—1988 йылдарҙа Өфө авиация институты уҡытыусыһы. 1991 йылдан Башҡортостандың Сәйәси золом ҡорбандары ассоциацияһы рәйесе, 2001 йылдан — почётлы президенты. Техник фәндәр кандидаты (1962), доцент (1972). 1998 йылдан Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы. СССР-ҙың юғары мәктәп отличнигы (1982). 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1999).
- Шамандрина Мария Григорьевна (1924—21.02.2022), табип-терапевт, кардиолог. 1949—1994 йылдарҙа Күмертау ҡала үҙәк дауаханаһы терапевы, 1967—1977 йылдарҙа терапея бүлеге мөдире, 1984 йылдан — функциональ диагностика табибы; 1977—1984 йылдарҙа Күмертау авиация етештереү предприятиеһы поликлиникаһының участка терапевы. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1962), РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы (1974), һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1956). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы Раевка ауылынан.
- Ибраһимов Линфат Йыһангир улы (1939–26.06.2018), ташсы-төҙөүсе. 1966 йылдан «Туймазынефтестрой» тресы 3-сө төҙөлөш идаралығының ташсылар бригадиры, 1989—1995 йылдарҙа 3-сө теген фабрикаһында төҙөүсе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе. 2-се һәм 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры. Туймазы ҡалаһы һәм Туймазы районының почётлы гражданы (2012).
- Сөләймәнова (Хәлитова) Фәниә Байгилде ҡыҙы (1939), йырсы, радиожурналист. 1983 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1996).
- Хөснуллин Риф Шәрип улы (1939), инженер-механик, ауыл хужалығы һәм профсоюз органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1966 йылдан Балтас районы «Урал» колхозының баш инженеры, 1972 йылдан — рәйесе; 1986 йылдан район ауыл хужалығы идаралығы начальнигы, 1996—2002 йылдарҙа агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре профсоюзының район комитеты рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, райондың почётлы гражданы. Сығышы менән Яңы Балтас ауылынан.
- Ғәләмшин Ренат Биктимер улы (1949—8.11.2020), агроном, ауыл хужалығы хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1975 йылдан Тәтешле районы «Урал» колхозы агрономы, баш агрономы һәм рәйесе, 1981—2009 йылдарҙа «Дэмен» хужалығы рәйесе. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. «Башҡортостан удмурттарының республика милли-мәҙәни үҙәге» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1994). Кузебай Герд исемендәге Бөтә удмурт милли премияһы лауреаты (2004), Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2009). Саңғы спорты буйынса СССР-ҙың спорт мастеры, еңел атлетика буйынса мастерлыҡҡа кандидат.
- Әсфәндиәров Зөфәр Вәкил улы (1949), уҡытыусы, дәүләт хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1999), Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы (1992). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Ишәле ауылынан.
- Кривошеев Игорь Александрович (1954), инженер‑механик-ғалим. 1976 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1981 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1985 йылдан проректор урынбаҫары, 1986—1990 йылдарҙа бүлек мөдире, 2001—2003 йылдарҙа ғилми-тикшеренеү эштәре идаралығы начальнигы, 2006—2014 йылдарҙа авиация двигателдәре факультеты деканы, бер үк ваҡытта 2001 йылдан ғилми-тикшеренеү лабораторияһы етәксеһе. Техник фәндәр докторы (2000), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Цадкин Михаил Авраамович (1959), химик-технолог-ғалим. 1983 йылдан Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2006). Сығышы менән Салауат ҡалаһынан.
- Әхтәмова Розалия Таһир ҡыҙы (1969), табип. Хәйбулла районы Аҡъяр район үҙәк дауаханаһының паллиатив бүлеге мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1780: Алексей Венецианов, Рәсәй империяһы рәссамы.
- 1825: Мор Йокаи, Венгрия яҙыусыһы.
тулы исемлек
- 1895: Семён Тимошенко, хәрби эшмәкәр, Советтар Союзы Маршалы, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы.
- 1935: Геннадий Гладков, СССР һәм Рәсәй композиторы, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2002).
- 1952: Александр Барыкин, СССР һәм Рәсәй рок-музыканты, йырсы, композитор һәм гитарист.
- 1960: Миңсәйет Тажетдинов, көрәшсе, классик көрәш буйынса СССР-ҙың халыҡ-ара класлы (1986), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2005).
- 1988: Александр Логинов, Рәсәй хоккейсыһы, һаҡсы.
- 1988: Иван Вишневский, Рәсәй хоккейсыһы, ҡапҡасы.