Хоҡуҡ
Хоҡуҡ | |
Ҡайҙа өйрәнелә | хоҡуҡ фәне[d] һәм хоҡуҡ ғилеме[d] |
---|---|
Һештег | law |
Вики-проект | Проект:Хоҡуҡ[d] |
WordLift URL | data.thenextweb.com/tnw/…[1] |
Stack Exchange сайты | law.stackexchange.com |
Берекмәләре | исемлекте ҡарағыҙ[d], исемлекте ҡарағыҙ[d] һәм исемлекте ҡарағыҙ[d] |
Хоҡуҡ Викимилектә |
Хоҡуҡ — юриспруденция төшөнсәһе, йәмәғәт мөнәсәбәттәрен көйләүҙең бер төрө; йәмәғәт мөнәсәбәттәрен көйләүсе, йәмғиәттәге мотлаҡ үтәлергә тейешле, формаль рәүештә билдәләнгән, тәғәйен тәртиптә ҡабул ителгән, дәүләт тарафынан гарантияланған тәртип ҡағиҙәләре системаһы .
Хоҡуҡтың конкрет билдәләмәһе теге, йәки был ғалимдың хоҡуҡты аңлау төрөнә бәйле. Төрлө мәктәптәр биргән билдәләмәләр хоҡуҡты тулыраҡ күҙ алдына килтерергә мөмкинлек бирә. Шуға күрә хоҡуҡ фәненең үҫеше өсөн плюрализмдың әһәмиәте бик ҙур, ләкин был фән өлкәһенең дәүләт власына яҡын тороуы сәбәпле быға өлгәшеүе бик ауырға тура килә.
Ҡайһы бер билдәләмә йәки контекстарҙа хоҡуҡ хоҡуҡ системаһы (объектив хоҡуҡ йәки ҡануниәт) менән ҡушылып китә[2]. Был осраҡта хоҡуҡ хоҡуҡ системаһы булараҡ хоҡуҡ сығанаҡтарында сағылыш таба , ә уның хоҡуҡи эстәлеге хоҡуҡ нормалары менән билдәләнә . Хоҡуҡты хоҡуҡ ситемаһы итеп күҙ алдына килтергәндә, хоҡуҡ системаһынан тыш ғәҙәттә башҡа хоҡуҡи күренештәр ҙә: хоҡуҡи мәҙәниәт, хоҡуҡи аң һәм хоҡуҡты тормошҡа ашырыу күҙ уңында тотола.
Хоҡуҡ билдәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғалимдар түбәндәге хоҡуҡ билдәләрен атай[3][4][5][6]:
- Нормаға ярашлылыҡ (дөйөм характерҙағы тәртип ҡағиҙәләрен билдәләй);
- Дөйөм мәжбүрилек (ул бөтә хоҡуҡ субъекттарына, йәки күпселеккә ҡағыла);
- Дәүләт тарафынан гарантияланыу (дәүләт тарафынан мәжбүрләү саралары ҡаралған);
- Формаль билдәләнеү (хоҡуҡ нормалары рәсми рәүештә сағылдырыла);
- Системалылыҡ (хоҡуҡ — эстән бер-береһенә яраҡлаштырылған, бер бөтөн тәртипкә килтерелгән организм).
Хоҡуҡты аңлау һәм хоҡуҡ төшөнсәһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Юриспруденцияның (хоҡуҡ ғилеме) меңәр йыллыҡ тарихында универсаль аңлатмалар табырға тырышмаҫҡа кәрәклеге әйтелеп килә[7], хәҙерге заман фәнендә лә бөтәһенә лә оҡшаған бер аңлатма булдырылмаған[8][9].
Брокгауз һәм Ефрон һүҙлегендә бирелгән аңлатма буйынса:
- Право есть совокупность правил (норм), определяющих обязательные взаимные отношения людей в обществе; это определение права указывает лишь общие очертания его содержания, между тем, вопрос о существе права, его происхождении и основах до сих пор остаётся одной из нерешённых в науке проблем[10].
Ҙур совет энциклопедияһында марксизм-ленинизм хоҡуҡ фәнендә ҡабул ителгән аңлатма бирелә (норматив- позитивистар позицияһынан сығып):
Оригинал текст (рус.)
|
Либертар-юридик концепция:
Оригинал текст (рус.)
|
Хоҡуҡҡа формаль-юридик ысул ҡулланып, уның бөтә төп билдәләрен һанап, аңлатма биреп була.
Ғалимдарҙың хоҡуҡты аңлауын бер системаға һалыу өсөн, хоҡуҡты аңлауҙың һәм төшөнсәләрҙең системаһы төҙөлә.
Был классификацияларҙың күбеһе хоҡуҡҡа позитивистар һәм хоҡуҡ философияһы күҙлегенән ҡарауға бәйле. В. А. Четвернин уларҙы потестар һәм потестар булмағанға бүлеп ҡарай[15], О. Э. Лейст хоҡуҡты норматив һәм әхлаҡи аңлау[16], В. С. Нерсесянц хоҡуҡты легистик һәм юридик аңлау яҡлы [17].
Хоҡуҡ позитивистар күҙлегенән
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Позитивистар өсөн хоҡуҡ- власть тарафынан билдәләнгән, мәжбүри нормалар, власть ул нормаларҙы үтәргә мәжбүр итеү сараларына эйә . Был нормаларҙың айырым эстәлеге түгел, ә мәжбүрилеге позитивистар тарафынан хоҡуҡтың иң мөһим билдәһе тип атала[18][19].
Позитивистар фекеренсә,хоҡуҡ— формаль- йәмәғәт мөнәсәбәттәрен көйләүсе, дәүләт системаһы тарафынан мәжбүрләү менән тәьмин ителгән, дәүләт тарафынан билдәләнгән, йәки санкцияланған дөйөм мәжбүри тәртип ҡағиҙәләре (хоҡуҡ нормалары) системаһы.
Мәҫәлән, Марксистар мәктәбе хаҡимлыҡ итеүсе синыфтың ҡанунға әйләндерелгән ихтыяры һәм шулай уҡ хоҡуҡ нормалары тураһында фекер йөрөтә. Хоҡуҡ — дәүләт эшмәкәрлеге продукты, дәүләт власы тарафынан билдәләнә һәм дәүләттең мәжбүр итеү ихтыяры аша һаҡлана, хоҡуҡ һәм ҡанун (хоҡуҡ уның сығанағы, формаһы) позитивистар өсөн бер үк әйбер[20].
Позитивистар күҙлегенән ҡарағанда, власть тарафынан мәжбүрилек — хоҡуҡтың берҙән-бер төп билдәһе [21]. Томас Гоббс әйткәнсә: « Ҡанундың хоҡуҡи көсө суверендың бойороғо булыуынан ғына тора»[22]. Ошондай уҡ фекерҙе XIX быуатта юрист Д. Остин[23][24], Ш. Амос[25], Г. Ф. Шершеневич[26] яҡлай.
Хоҡуҡтың килеп сығышы концепциялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәүтормош йәмғиәтендә власть һәм ижтимағи нормалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Властың тәүге институт формалары һәм дөйөм мәжбүри тәртип ҡағиҙәләре йәмғиәт үҫешенең тәүтормош осоронда формалашҡан. Был дәүерҙә сәйәси власть һәм дәүләт институттары булмаған. Был осорҙа ижтимағи нормалар йола, традициялар, йола ғәҙәттәре һәм тыйыуҙар (табу) формаһында йәшәй. Был нормаларҙы хоҡуҡ тип, йәки хоҡуҡҡа тиклемге тип иҫәпләргәме тигән һорау фәндә әле булһа бәхәсле булып иҫәпләнә[27].
Тәүтормош йәмғиәте ағзалары бер тигеҙ булған, улар идара итеүселәргә һәм идара ителеүселәргә бүленмәгән, шуға ла бындай йәмғиәттә беҙ белеп-аңлаған сәйәси власть бөтөнләй булмаған. Шуға ҡарамаҫтан, тәүтормош йәмғиәтендә лә власть институттары бары бер булған: йәмғиәт ағзалары ырыу башлыҡтарына һәм аҡһаҡалдарға (юлбашсыларға, ҡорбаштарына, башлыҡтарға) бойһонғандар. Әммә бындай бойһоноу тәү сиратта был кешеләрҙең шәхси авторитетына һәм абруйына нигеҙләнгән булған, икенсе яҡтан уларҙың был сифаттары бойһонорға теләмәгәндәргә ҡарата көс ҡулланыу мөмкинлеге менән дә нығытылған булған[28].
Тәүтормош йәмғиәтендәге көндәлек тормош уның бар яҡлы сағылышында ла (аҙыҡ-түлек табыу, кешеләр араһындағы төрлө мөнәсәбәттәр, шул иҫәптән ир-аттар менән ҡатын-ҡыҙҙар араһындағы ғаилә, беҙҙең замандағы никах килешеүенең нәҡ ул ваҡыттағы формалары) бер нисек тә тәртипһеҙ, сыуалсыҡ һәм буталсыҡ булмаған, улар билдәле йола һәм ғөрөф-ғәҙәттәргә бойһонған. Уларҙа кешелектең тарихи үҫеше һөҙөмтәһендә алда әйтелгән теге йәки был йола-ғәҙәттәр менән бергә ҡаты ғына тыйыуҙар (табу) һәм кешеләрҙең төрлө шарттарҙағы тәртип ҡағиҙәләре нығытылып килгән[27].
Был нормалар, ҡағиҙә булараҡ, һәр ерҙә һәм һәр кем тарафынан ирекле нигеҙҙә үтәлгән: бер яҡтан был ғәҙәт һымаҡ булһә, икенсенән, һәр кем уларҙы үтәгән йәмғиәттең башҡа ағзаларынан өлгө һәм үрнәк алған, һәм инде, өсөнсөнән, дөйөм алғанда улар көндәоек эшмәкәрлек өсөн кәрәкле һәм файҙалы булған. Был нормаларҙы үтәмәй йә тупаҫ боҙоу ниндәйҙер язаға алып килгән, уларҙың иң ауыры, әлбиттә, тәртип боҙоусыны йәмғиәттән ситкә ҡыуыу булған, был иһә ғәмәлдә ул шарртарҙа ҡыуылыусының үлемен аңлатҡан[27].
Традицияға нигеҙләнгән был ҡағиҙәләрҙе Рәсәй ғалимдары ниндәйҙер хоҡуҡ системаһы барлыҡҡа килтерә тип һанамағанда, башҡа илдәрҙең был өлкә белгестәре был үҙенсәлекле нормалар системаһын хоҡуҡ аңлатмаһына индерә[27].
Хоҡуҡтың килеп сығышы теориялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Теологик теория: Закондар мәңге йәшәй, сөнки улар- Хоҙай бүләге. Улар юғарынан бирелгән изгелек һәм ғәҙеллек идеалдарына яраҡлы тормош тәртибен булдыра.
- Тәбиғи хоҡуҡ теорияһы: Кешенең тыуғандан алып, тәбиғәт тарафынан бирелгән, айырылғыһыҙ тәбиғи хоҡуҡтары бар (йәшәүгә, иреккә, тигеҙлеккә хоҡуҡ), уларҙы алып та, үҙгәртеп тә булмай. Закондар кешеләрҙең әхлаҡи йүнәлешенә тап килә һәм унһыҙ йәшәй алмай.
- Психологик теория: Хоҡуҡ- кешенең эске кисерештәре һөҙөмтәһе. Дәүләт закондары кеше психологияһына бәйле.
- Тарихи мәктәп: Тормоштағы ҡапма-ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға теләү хоҡуҡты барлыҡҡа килтерә, ул конфликтты яйға һала һәм кешеләрҙең тәртибен ипкә килтерә. Хоҡуҡ башта кеше аңында барлыҡҡа килә, һуңыраҡ ул закондарҙа теркәлә. Хоҡуҡ нормалары үҙгәрә ала, сөнки ул яйға һалып торған тормош үҙе үҙгәреп тора.
- Нормативизм теорияһы: Дәүләт кешеләргә тәртип моделен бирә. Хоҡуҡ дәүләт тарафынан булдырыла һәм пирамида формаһындағы нормалар системаһы булып тора.
- Позитивизм теорияһы: Хоҡуҡ тормоштағы ҡапма-ҡаршылыҡтар, конфликттар арҡаһында тыуа, еңеүсе булып көслөләр ҡала. Улар үҙ уйын ҡағиҙәләрен булдыра һәм үҙ тәртибен ҡуя. Еңелгәндәр уларға бойһона.
- Марксизм теорияһы: Хоҡуҡ дәүләткә һәм йәмғиәттәге социаль- иҡтисади факторҙарға бәйле .
- Яҡтарҙы килештереү теорияһы: Хоҡуҡ — йәмғиәттәге төрлө ҡапма-ҡаршы, бер-береһе менән көрәшкән көстәр араһындағы компромисс (бер ырыуҙа түгел, ә бер-береһе менән һәр саҡ ыҙғышҡан бер нисә ырыу араһындағы килешеү). Был теория Көнбайыш илдәре доктринаһында киң таралған[29].
- Регуляция теорияһы: Хоҡуҡ дәүләт берҙәмлеген нығытыу өсөн йәмғиәттәге мөнәсәбәттәрҙе тәртипкә һалыу, яйлау кәрәклеге килеп тыуғас, барлыҡҡа килгән[30].
Хоҡуҡ нормаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хоҡуҡ нормаһы айырым төр ижтимағи мөнәсәбәттәрҙе көйләй, дәүләт тарафынан билдәләнгән, йәки санкцияланған, үҙенең тәьҫир итеү өлкәһендә дөйөм мәжбүри, дәүләттең мәжбүр итеү көсө менән тәьмин ителгән һәм хоҡуҡ сығанағында теркәп ҡуйылған тәртип ҡағиҙәләрен үҙ эсенә ала[31].
Хоҡуҡ нормалары билдәләре[32]:
- Хоҡуҡ нормаһы — дөйөм характерҙағы ҡағиҙә, айырым шәхестәргә ҡағылмай, илдә йәшәгән бөтә халыҡҡа, йәки берәй билдә буйынса айырым төркөмгә (мәҫәлән, пенсионерҙарға) ҡағыла.
- Хоҡуҡ нормаһы һәр саҡ киләсәккә йүнәлтелгән һәм күп ҡат ҡулланыуға иҫәп тота.
- Хоҡуҡ нормаһының һәр саҡ билдәле бер структураһы (төҙөлөшө) бар.
Хоҡуҡ нормаһының структураһы[33]:
- Гипотеза (әгәр…) — юридик норма элементы: был норманың тормошҡа ашырылыу шарты һәм кемгә (адресаттар, юридик факттар) был норма ҡағыла икәнен күрһәтә .
- Диспозиция (ул осраҡта…) — юридик норма элементы: хоҡуҡ мөнәсәбәттәрендә ҡатнашыусылар тәртип нисек була ала һәм булырға тейеш икәнен күрһәтеүсе тәртип ҡағиҙәләре (адресаттарҙың субъектив хоҡуҡ һәм юридик бурыстары).
- Санкция (ул осраҡта… (яза, тәьҫир итеү сараһы) ҡарала) — юридик норма элементы: хоҡуҡты боҙоусы өсөн уңайһыҙ эҙемтәләрҙе, дәүләт тарафынан мәжбүрләү сараларын, яза биреүҙе һүрәтләй (юридик бурыс).
Хоҡуҡ нормалары барыһы бергә хоҡуҡ системаһын , ә айырым ижтимағи мөнәсәбәттәрҙе көйләүсе нормалар— хоҡуҡ өлкәһен тәшкил итә. Хоҡуҡ өлкәһе эсендәге нормалар хоҡуҡ институттары тип атала.
Ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Портал «Право» | |
Право Викидәреслектә | |
Право Викимилектә | |
Право Викияңылыҡтарҙа | |
Проект «Право» |
- Правовое государство
- Верховенство права
- Права человека
- Теория государства и права
- Юриспруденция
- Правопорядок
- Законность
- Справедливость
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://thenextweb.com/vocabulary/law/
- ↑ Алексеев, Том I, 1981, с. 104—107
- ↑ Корельский, Перевалов, 1997, с. 226—231
- ↑ Черданцев, 2002, с. 171—174
- ↑ Матузов, Малько, 2004, с. 136—137
- ↑ Теория государства и права / Под ред. Пиголкина А. С.. — М.: Изд-во: Городец, 2003. — С. 75.
- ↑ Яволен, Дигесты 50.17.202
- ↑ Марченко, 2006, с. 76
- ↑ Нерсесянц, Философия права, 2005, с. 48
- ↑ Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона . Дата обращения: август 2013. Архивировано 17 август 2012 года.
- ↑ БСЭ (3-е издание) . Дата обращения: август 2013. Архивировано 17 август 2012 года.
- ↑ БСЭ (3-е издание) . Дата обращения: август 2013. Архивировано 17 август 2012 года.
- ↑ 13,0 13,1 Нерсесянц B. C. Философия права: либертарно-юридическая концепция . libertarium.ru. Вопросы философии. — 2002. — № 3. — С. 3-15 (22 март 2002). Дата обращения: 4 август 2013. Архивировано 4 февраль 2012 года. 2012 йыл 2 февраль архивланған.
- ↑ БСЭ (3-е издание) . Дата обращения: август 2013. Архивировано 17 август 2012 года.
- ↑ Четвернин В. А. Проблемы теории права и государства. Краткий курс лекций. — М., 2007.
- ↑ Лейст О. Э. Сущность права: Проблемы теории и философии права / Под. ред. В. А. Томсинова. — М.: Зерцало-М, 2002. — 279 с.
- ↑ Нерсесянц, Общая теория права и государства, 2002, с. 27—28
- ↑ Нерсесянц, Общая теория права и государства, 2002, с. 33—34
- ↑ Нерсесянц В. С. Философия права Гегеля. — М.: Юристъ, 1998. — С. 134—148.
- ↑ Маркс К., Энгельс Ф. Сочинения. — М., 1960. — Т. 4. — С. 443.
- ↑ Нерсесянц, Общая теория права и государства, 2002, с. 34
- ↑ Гоббс Т. Левиафан, или материя, форма и власть государства церковного и гражданского. — М.: Мысль, 1991. — Т. 2. — С. 212.
- ↑ Austin J. Lectures on Jurisprudence or the Philosophy of Positive Law. — London, 1873. — P. 89, 98.
- ↑ Wilfred E. Rumble. The Thought of John Austin : Jurisprudence, Colonial Reform, and the British Constitution London. — Dover: Athlone Press, 1985.
- ↑ Sheldon Amos. A systematic View of the Science of Jurisprudence. — London, 1872. — P. 73.
- ↑ Шершеневич Г. Ф. Общая теория права. — М., 1910. — Т. 1. — С. 281, 314.
- ↑ 27,0 27,1 27,2 27,3 "Назаренко Г. В. Теория государства и права. — М., 2006. — С. 7.
- ↑ Назаренко Г. В. Теория государства и права. М., 2006. С. 7.
- ↑ Чепурнова Н. М., Серегин А. В. Теория государства и права: Учебно-методический комплекс. — М.: ЕАОИ, 2008. — С. 217.
- ↑ Чепурнова Н. М., Серегин А. В. Теория государства и права: Учебно-методический комплекс. — М.: ЕАОИ, 2008. — С. 218.
- ↑ Корельский, Перевалов, 1997, с. 272
- ↑ Черданцев, 2002, с. 208—209
- ↑ Черданцев, 2002, с. 214—216
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Алексеев С. С. Общая теория права. В двух томах. — М.: Юридическая литература, 1981. — Т. 1. — 361 с.
- Алексеев С. С. Общая теория права. В двух томах. — М.: Юридическая литература, 1982. — Т. 2. — 360 с.
- Давид Р., Жоффре-Спинози К. Основные правовые системы современности = Les grands systemes de droit contemporains / Пер. с фр. В. А. Туманова. — М.: Международные отношения, 1996. — 400 с. — ISBN 5-7133-0892-8.
- Марченко М. Н. Теория государства и права. — М.: Проспект, 2006. — 640 с. — ISBN 978-5-392-02414-8.
- Матузов Н. И., Малько А. В. Теория государства и права: Учебник. — М.: Юристъ, 2004. — 512 с.
- Нерсесянц В. С. Философия права. — М.: Норма, 2005. — 848 с. — ISBN 5-89123-098-4.
- Нерсесянц В. С. Общая теория права и государства. — М.: Норма, 2002. — ISBN 5-89123-381-9.
- Проблемы общей теории права и государства. Учебник для вузов / Под общей редакцией члена-корр. РАН, доктора юрид. наук, проф. В. С. Нерсесянца. — М.: Норма, 2006. — 832 с. — ISBN 5-89123-361-4.
- Протасов В. Н., Протасова В. Н. Лекции по общей теории права и теории государства. — М.: Издательский дом «Городец», 2010. — 752 с. — ISBN 978-5-9584-0251-9.
- Пристенский В. Н. Русская аксиология права: личность в контексте тотальности. — Александр Иванович Введенский и его философская эпоха. — СПб.: СПбГУ, 2006. — С. 266—273.
- Теория государства и права / Под ред. В. М. Корельского и В. Д. Перевалова. — М.: ИНФРА М-Норма, 1997. — 570 с. — ISBN 5-86225-404-4.
- Трубецкой Е. Н. Энциклопедия права. — СПб.: Изд-во «Лунь», 1998. — 224 с. — ISBN 5-8114-0064-0.
- Черданцев А. Ф. Теория государства и права: Учебник для вузов. — М.: Юрайт-М, 2002. — 432 с. — ISBN 5-7975-0616-5.
- Шанхаев С. В. Буддизм о преступлении и наказании // Мировые религии о преступлении и наказании / Науч. ред. А. А. Толкаченко, К. В. Харабет. — М.: Рипол-классик, 2013. — 608 с. — ISBN 978-5-386-05292-8.