Культурология
Культурология | |
Культурология Викимилектә |
Культуроло́гия ( лат. cultura — эшкәртеү, ер эшкәртеү, тәрбиәләү; бор. грек. λόγος — мысль как причина) — культураны (мәҙәниәтте) бер бөтөн структура итеп тикшереүҙәр барыһы бергә.
«Культурология» терминын [1][2] Америка антропологы Лесли Уайт социаль фәндәр комплексында яңы фән өлкәһенең атамаһы итеп тәҡдим итә. Ләкин сит ил классификацияһы буйынса культурология айырым фән булараҡ танылмай[3]. Инглиз телендә һөйләшкән илдәрҙә был фән өлкәһе ингл. Cultural studies, немец телендә һөйләшкәндәрҙә — нем. Kulturwissenschaft тип атала. Европа һәм Америкала культура феномены башлыса социаль-этнография мәғәнәһендә аңлатыла, шуға күрә фәндең нигеҙе тип культура антропологияһы атала.
Культурология предметы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Культурология предметы — культура (мәҙәниәт) феноменын кешеләрҙең тарихи һәм социаль тәжрибәһенән сығып өйрәнеү. Был тәжрибә айырым ҡағиҙәләрҙә, закондарҙа һәм кеше эшмәкәрлегенең айырым һыҙаттарында һынланыш таба, быуындарҙан-быуынға рухи ҡиммәттәр йүнәлеше һәм идеалдары рәүешендә күсә килә, философия, дин, сәнғәт һәм хоҡуҡтың «культура текстарында» интерпретациялана.
Культурологияның бөгөнгө мәғәнәһе - кешене культура (мәҙәниәт) тыуҙырыусы кимәлендә өйрәтеү. Маҡсаттары һәм предмет өлкәләренә, белем кимәле һәм йомғаҡлауға бәйле фундаменталь һәм ғәмәли культурологияны айыралар.
Фундаменталь культурология- культура (мәҙәниәт) феноменын теоретик һәм тарихи яҡтан өйрәнә, категориялар аппаратын һәм тикшеренеү ысулдарын эшләп сығарыу менән шөғөлләнә; был кимәлдә мәҙәниәт фәлсәфәһен (культура философияһын) айырып күрһәтергә була.
Ғәмәли культурология- мәҙәниәт( культура) тураһындағы фундаменталь белемдәргә таянып, уның иҡтисади, сәйәси, дини, һынлы сәнғәт бүлектәрен алдан күҙаллау, проектлау һәм культурологик процесстарҙы көйләү маҡсатынан сығып өйрәнә.
Рәсәйҙә культурология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәйҙә культурология фәненең аяҡҡа баҫыуы ғалим Эдуард Саркисович Маркарян (1929—2011) исеменә һәм уның тәүге культурология буйынса 1960—1970-се йылдарҙа алып барған, совет фәненең яңы йүнәлешен булдырған тикшеренеүҙәренә бәйле[4][5]. 1980—1990-се йылдарҙа культурология Рәсәйҙә рәсми таныла, фән һәм юғары белем биреүҙең яңы йүнәлешенә әйләнә[6].
Рәсәй Федерацияһында түбәндәге төп культурология мәктәптәре барлыҡҡа килә:
- культура (мәҙәниәт) философияһы (А. И. Арнольдов, Г. В. Драч, Н. С. Злобин, М. С. Каган, В. М. Межуев, Ю. Н. Солонин, М. Б. Туровский һәм башҡалар);
- культура (мәҙәниәт) теорияһы (Б. С. Ерасов, А. С. Кармин, Вал. А. Луков, Вл. А. Луков, А. А. Пелипенко, Э. В. Соколов, А. Я. Флиер һәм башҡалар);
- культура (мәҙәниәт) тарихы (С. Н. Иконникова, И. В. Кондаков, Э. А. Шулепова, И. Г. Яковенко һәм башҡалар);
- культура (мәҙәниәт) социологияһы (А. С. Ахиезер, Л. Г. Ионин, Л. Н. Коган, А. И. Шендрик һәм башҡалар);
- культура антропологияһы (А. А. Белик, Э. А. Орлова, А. С. Орлов-Кретчмер, Ю. М. Резник һәм башҡалар);
- ғәмәли культурология (О. Н. Астафьева, И. М. Быховская һәм башҡалар);
- сәнғәт культурологияһы (К. Э. Разлогов, Н. А. Хренов һәм башҡалар);
- культура (мәҙәниәт) семиотикалары (Вяч. Вс. Иванов, Ю. М. Лотман, Е. М. Мелетинский, В. Н. Топоров, Б. А. Успенский һәм башҡалар);
- культурология буйынса белем алыу (Г. И. Зверева, А. И. Кравченко, Т. Ф. Кузнецова, Л. М. Мосолова һәм башҡалар).
1992 йылдан башлап, Рәсәй культурология институты исемле фәнни-тикшеренеү институты (элекке музейҙарҙы өйрәнеү һәм тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларын һаҡлау фәнни тикшеренеү институты). Һуңыраҡ Мәскәүҙәге үҙәк бүлектән тыш Рәсәй культурология институтының өс филиалы асыла: Себер ( 1993 йылда Омскийҙа), Санкт-Петербург ( 1997 йылда) һәм Көньяҡ филиалы (2012 йылда Краснодарҙа). 2014 йылда Культурология институты Д.С.Лихачев исемендәге Рәсәй мәҙәни һәм тәбиғи ҡомартҡылар тикшеренеү институтына ҡушыла .
2006 йылда Рәсәйҙең бик күп культурологтарын берләштергән Фәнни-ағартыу культурологтар йәмғиәте (Научно-образовательное культурологическое общество (НОКО)) булдырыла[7].
Рәсәй юғары уҡыу йорттарында 1990-сы йылдарҙан башлап, культурология белгестәре әҙерләнә, диссертация советтары мәҙәниәт тарихы , теорияһы һәм философияһы, философия антропологияһы буйынса ғилми дәрәжә һәм исем бирә. Фәнни-тикшеренеү йүнәлеше булараҡ, культурология үҫеш юлында, сөнки хәҙерге донъя үҫешенең мәҙәниәткә табан боролған ( «культуроцентрическая») йүнәлеше кеүек социаль һәм мәҙәни процесстарҙың әһәмиәте арта бара (Глобализация, Мультикультурализм һәм башҡа)[8].
Ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гипердиффузионизм
- Диффузионизм
- Диффузия инноваций
- Инкультурация
- Интеркультура
- Историко-культурные области
- Культурная апроприация
- Культурное заимствование
- Культурная диффузия
- Культурно-технологический обмен
- Межкультурная коммуникация
- Межкультурная компетенция
- Теория культурных кругов
- Транскультурация
- Эффект пиццы
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ White, Leslie The Evolution of Culture: The Development of Civilization to the Fall of Rome. — New York: McGraw-Hill, 1959 год.
- ↑ White, Leslie "The Concept of Cultural Systems: A Key to Understanding Tribes and Nations. — New York: Columbia University Press, 1975.
- ↑ Культурология. Российский фонд фундаментальных исследований. Дата обращения: 27 декабрь 2009. Архивировано 24 август 2011 года.
- ↑ Большая биографическая энциклопедия. 2009 год.
- ↑ Маркарян Э. С. Очерки теории культуры. Ереван: Изд-во АН Армянской ССР, 1969; Маркарян Э. С. О генезисе человеческой деятельности и культуры. Ереван: Изд-во АН Армянской ССР, 1973 и др.
- ↑ См.: Кертман Л. Е. История культуры стран Европы и Америки (1870—1917). М.: Высшая школа, 1987 и др.
- ↑ Флиер А. Я. Культурология 2019 йыл 10 декабрь архивланған. // Большая российская энциклопедия
- ↑ Гуревич П. С. Культурология: учебное пособие. М: Знание, 1996. С. 27-33.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Астафьева О. Н., Разлогов К. Э. Культурология: предмет и структура 2020 йыл 4 март архивланған. // Культурологический журнал / Рос. ин-т культурологии. — 2010. — № 1.
- Ахутин А. В. Парадоксы культурологии 2009 йыл 6 февраль архивланған. // В перспективе культурологии: повседневность, язык, общество / Рос. ин-т культурологии. — М.: Академический проект, 2005. — С. 10-47.
- Введение в культурологию: курс лекций / под ред. Ю. Н. Солонина и Е. Г. Соколова. СПб., 2003;
- Гуревич П. С. Культурология: учебник для вузов. М: Проект, 2004.
- Доброхотов А. Л., Калинкин А. Т. Культурология: учебное пособие. — М.: ИД «ФОРУМ»: ИНФРА — М, 2010. — 480 с.: илл. — (Высшее образование).
- Елисеев А. Л., Тюрин Е. А. Культурология. Учебно-методическое пособие для студентов дистанционной (заочной) формы обучения. — Орел: Изд-во ОрелГТУ, 1999. — 234 с.
- Иконникова С. Н. История культурологии: Идеи и судьбы. СПб., 1996;
- Кармин А. С. Основы культурологии. Морфология культуры. СПб., 1997;
- Костина А. В. Высшее культурологическое образование в XXI веке: перспективы развития // Знание. Понимание. Умение. — М.: МосГУ, 2009. — № 11 — Высшее образование для XXI века.
- Кравченко А. И. Культурология: словарь. М., 2000;
- Кузнецова Т. Ф. Динамика социогуманитарного знания: судьбы современной культурологии // Знание. Понимание. Умение. — М.: МосГУ, 2012. — № 2.
- Кузнецова Т. Ф. Картина мира как проблема в курсе культурологии // Знание. Понимание. Умение. — М.: МосГУ, 2005. — № 4. — С. 28—32.
- Культурология. ХХ век. Антология. М., 1995;
- Культурология как наука: за и против. СПб., 2009;
- Куренной В. А. Исследовательская и политическая программа культурных исследований // Философско-литературный журнал «Логос». — 2012. — № 1. — С. 14—79.
- Луков Вл. А. Субъектная культурология // Знание. Понимание. Умение. — М.: МосГУ, 2008. — № 2. — С. 155—159.
- Монин М. А. Культурология и/или Cultural studies // Вестник Московского университета. Серия 7. Философия. 2017, № 1.
- Пелипенко А. А. В защиту культурологии.
- Пучков А. А. Архитектуроведение и культурология: Избранные статьи. — Киев: Изд. дом А. С. С, 2005. — 608 с. — ISBN 966-8613-06-6.
- Розин В. М. Введение в культурологию: учебник для высшей школы. М.: ИД «ФОРУМ», 1998. (2-е изд. М.: Гардарики, 2003)
- Розин В. М. Теоретическая и прикладная культурология. М., 2007;
- Тарасов А. Б. Культурология праведничества // Знание. Понимание. Умение. — М.: МосГУ, 2005. — № 2. — С. 155—159.
- Флиер А. Я. Культурология для культурологов. Учебное пособие. 2-е изд. перераб. — М.: Согласие, 2010. — 672 с. — ISBN 978-5-86884-134-7
- Флиер А. Я. Культурология // Культурология. XX век. Энциклопедия в двух томах / Гл. ред. и сост. С. Я. Левит. — СПб.: Университетская книга, 1998. — 640 с. — 10 000 экз. — ISBN 5-7914-0022-5.
- Флиер А. Я. Культурология. — М.: Согласие, 2011. — 560 с. — ISBN 978-5-86884-141-5
- Флиер А. Я. Феномен культурологии: опыт новой интерпретации // Обсерватория культуры. — 2011. — № 2. — С. 4-19.
- Хорина Г. П. Судьба социалистической идеи в России в курсе культурологии // Знание. Понимание. Умение. — М.: МосГУ, 2005. — № 4. — С. 43—45.
- Шендрик А. И. Об актуальности культурологии как науки и учебной дисциплины // Знание. Понимание. Умение. — М.: МосГУ, 2005. — № 4. — С. 24—28.