Йола

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йола
 Йола Викимилектә

Йола (рус. обычай) — билдәле бер йәмғиәттә йәки социаль төркөмдә ҡулланылған тәртип-низамдың стереотипҡа әйләнгән ысулы, был улар өсөн тәбиғи, ғәҙәти ғәмәлдәр.

Йоланың үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорттарҙың һыу юлы күрһәтеү йолаһы
Кардифф Моррис университеты (Уэльс) студенттары фестивалдә йола башҡара

Йола ҡәҙимдән килгән тәртип-низамды үҙгәртмәй ҡулланыу, элек-электән килгән социаль тәртип ҡағиҙәләре. Ул рефлексив характерҙа түгел, рациональ һәм логик нигеҙе юҡ, үҙенән-шулай булырға тейешле тип ҡабул ителгән күренеш.

Йола ижтимағи мөнәсәбәттәрҙе көйләүҙең төп ысулдарының береһе, кешеләрҙе теге йәки был социаль һәм мәҙәни тәжрибәгә өйрәтеү, уны быуындан-быуынға тапшырыу, этник һәм социаль төркөмдәрҙе берләштереү сараһы булып иҫәпләнә.

Дөйөмөрәк төшөнсә булған традициянан айырымалы, ул боронғо мәҙәниәт өлгөһө булараҡ үтәлгән ғәмәлдәр[1]. Традициялар иһә социаль тормоштоң барлыҡ даирәләренә һәм барлыҡ мәҙәниәттәргә хас булған күренештәрҙе үҙ эсенә ала[2].

Йола терминын йыш ҡына «ғөрөф-ғәҙәт» термины менән бутайҙар. Ғөрөф-ғәҙәт — йоланың бер төрө генә, билдәле бер социаль мөнәсәбәттәр символы. Шул уҡ ваҡытта йола төрлө объекттарҙы ҡулланыу һәм үҙгәртеп ҡороу ысулы булып тора ала [2]. Донъяла танылған филолог-фольклорсы Владимир Яковлевич[2] ошолай яҙған: "Йола менән ғөрөф-ғәҙәт бер үк түгел. Мәҫәлән, кешеләрҙе яндырып ерләйҙәр икән, был йола, ә ғөрөф-ғәҙәт түгел. Әммә йола ғөрөф-ғәҙәттәр ҡулланып үтәлә, һәм уларҙы айырып ҡарау — методик яҡтан дөрөҫ булмай[3].

Күп йолалар айырым шарттарға бәйле булһа, хоҡуҡи йолалар йәмғиәттең һәр ағзаһы өсөн мәжбүри талап һанала.

Йола төшөнсәһе — бөгөнгө ҡулланышта[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йола төшөнсәһенең мәғәнәһе һәм йөкмәткеһе хәҙерге ваҡытта ҡулланышҡа бәйле. Был төшөнсә тормоштоң төрлө даирәләрендә: мәҙәниәт, хоҡуҡ, эшҡыуарлыҡ, сауҙа өлкәһендә ҡулланыла[4].

Йола — сауҙа, иҡтисад өлкәһендә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йола — сауҙа-иҡтисад өлкәһендә — дөйөм танылған ҡағиҙәләр, улар тәғәйен ғәмәлдәге мөнәсәбәттәрҙе системалы һәм бер нигеҙҙә көйгә һалыу өсөн ҡулланыла. Йола закон кимәленә күтәрелмәһә лә, хоҡуҡ мәсьәләләрен дә көйләй. Ғәҙәттә улар белешмә йәки махсус әҙәбиәттә баҫылып тора[5].

Элек урыҫ телендә «обычный» («обыкновенный») сифаты хәҙерге кеүек «ябай», «ғәҙәти» мәғәнәһендә булмаған, ә «традиция» тигән төшөнсәгә тап килгән.

Башҡорттарҙа — йола ҡулланылышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Викидәреслектә башҡорт йолалары тураһында

Башҡорт телендә йола, ритуалға тап килгән өлөштәренән тыш, мосолмандарҙа осрай торған «адат» (ғәҙәт)[3] төшөнсәһенә тап килә. Егерменсе быуаттың тәүге сирегенәсә, совет осорона тиклем, быуаттар дауамында башҡорттарҙың ғаилә тормошо, милли әҙәбе юридик яҡтан да, әхлаҡи йәһәттән дә Ислам дине, шәриғәт ҡанундары менән көйләнгән. Ғаилә Аллаһ ҡушыуы менән булдырылған илаһи бер мәктәп, милләттең иң кескәй күҙәнәге тип һаналған.

Әйтергә кәрәк, башҡорттарҙа юридик ҡанундар әхлаҡ, йола, ғөрөф-ғәҙәт ҡағиҙәләре менән бер бөтөнлөк тәшкил иткәнлектән, уларҙы күпселек осраҡта хатта айырып алып та булмай. Бары тик ҡайһы берҙәре мотлаҡ үтәлергә тейешлеге, ә ҡайһылары яҡтарҙың ихтыярына ҡуйылыуы менән генә үҙ аллы төркөмләү мөмкинлеге бирә.

Бер үк ваҡытта Ислам дине ҡабул ителгәнгә тиклем үк ҡулланылған йола (ғәҙәт) ҡанундары ла (левират, сорорат һ. б.), ҡайһы саҡ шәриғәткә бик үк тап килмәүенә ҡарамаҫтан, һаҡланып ҡала килгән. Шулай уҡ Рәсәй хакимдарының урыҫ, христиан ғаилә нормаларын индерергә тырышыуы: никахҡа инеүҙе, сабыйҙарҙы махсус кенәгәләрҙә теркәү, был хаҡта документтар биреү, йәш цензы һ. б. — ғаилә ҡороу тәртип-низамын, йолаларҙы бер аҙ үҙгәрткән.

Ғәмәлдә, башҡорт йәмғиәтендә үҙидара ҙур ҡеүәткә эйә булып, йәмәғәт фекере, аҡһаҡалдар йола, ғөрөф-ғәҙәттәрҙең теүәл үтәлешен ҡәтғи күҙәткән, рәсми судтарға мөрәжәғәт итеү күпселектә ер мәсьәләләренә генә ҡағылған[6]

Башҡорттарҙа йола хужалыҡ итеүҙең традицион формалары — игенселек, йәйләү-ҡышлау, малсылыҡ, солоҡсолоҡ — үҙенсәлектәренә, тарихи шарттарға, мәҙәни һәм социаль традицияларға бәйле. Йола йәмәғәт тормошоноң төрлө яҡтарын, атап әйткәндә, хужалыҡ эшмәкәрлеген, ижтимағи һәм ғаилә-никах мөнәсәбәттәрен, йәмәғәт ағзаларының үҙ-ара, башҡа ырыуҙар, ҡәбиләләр һәм халыҡтар менән мөнәсәбәтен көйләгән. Башҡорт йәмәғәтендә бер-береңә ярҙамлашыу һәм ҡунаҡсыллыҡ (мосафирҙарға айырыуса йылы мөнәсәбәт) йола ҙур урын тотҡан. Ҡарғатуй, һабантуй, майҙан кеүек халыҡ байрамдары һәм мосолман байрамдары, йыйын, ҡоролтай кеүек саралар, халыҡ уйындары, ултырмалар һ.б. йола менән тығыҙ бәйле. Күп йолалар халыҡтың ауыҙ-тел ижадында һаҡланып ҡалған[7].

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Адат [4]
  • Пропп, Владимир Яковлевич [5]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Гофман, 2013, с. 614
  2. 2,0 2,1 Гофман, 1974
  3. В. Я. Пропп. [books.google.com.ua/books?id=RAj8AgAAQBAJ&pg=PA10&dq Исторические корни волшебной сказки]. — Рипол Классик, 2013. — 335 с. — ISBN 9785458035170.
  4. А. Поротиков, Р. Зумбулидзе. Обычай в праве (сборник). — Litres, 2017-09-05. — 547 с. — ISBN 9785457942608.
  5. Стровский Л. Е., Казанцев С. К., Паршина Е. А. и др. Внешнеэкономическая деятельность предприятия/ Под ред. проф. Л. Е. Стровского — 3-е изд., перераб и доп. — М: ЮНИТИ-ДАНА, 2004, с.285
  6. Гүзәл Ситдиҡова. Күсле ил — көслө ил. — Өфө, 2013. — 101 бит
  7. Йола [1] 2018 йыл 3 сентябрь архивланған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Обычай / Гофман Александр Бенционович // Никко — Отолиты. — М. : Советская энциклопедия, 1974. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 18).
  • Обычай / Гофман А. Б // Николай Кузанский — Океан. — М. : Большая российская энциклопедия, 2013. — С. 614. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 23). — ISBN 978-5-85270-360-6.
  • Гүзәл Ситдиҡова. Күсле ил — көслө ил. — Өфө, 2013. — 101 бит
  • Гүзәл Ситдиҡова. Йәш ғаиләгә нәсихәттәр. — Өфө, 2006. — 11 бит

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]