Кирәев Салауат Ғаяз улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Кирәев Салауат Ғаяз улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 18 февраль 1955({{padleft:1955|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Ишембай районы, Ишембай
Вафат булған көнө 6 апрель 2001({{padleft:2001|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (46 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Башҡортостан Республикаhы, Өфө
Һөнәр төрө актёр

Кирәев Салауат Ғаяз улы (18 февраль 1955 йыл6 апрель 2001 йыл) — цирк артисы, атта оҫта йөрөүсе-һыбайлы, тренер. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1975).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Салауат Ғаяз улы Кирәев 1955 йылдың 18 февралендә Башҡорт АССР-ының Ишембай ҡалаһының Ирек ауылында тыуған. 

1973 йылда Өфө циркы ҡарамағындағы башҡорт цирк студияһын тамамлағандан алып 1994 йылға тиклем Рәсәй дәүләт цирк компанияһында эшләй (Мәскәү; 19731990 йылдарҙа башҡорт цирк коллективы составында). «Башҡортостан һыбайлылары» номерында ҡатнашыусы. Рәсәй һәм донъяның 20 иле буйлап гастролдәрҙә йөрөй. Ағзам Шәрәфетдинов Кирәев тураһында ошолай хәтерләй: «Салауат „Башҡортостан һыбайлылары“ тигән иң уңышлы номеры менән башҡорт ат спорт байрамдарында сығыш яһаны һәм был һәр ваҡыт сағыу, онотолмаҫ тамаша, бөтә программаның үҙәге булды. Үҙенең ат менән идара итеү, эш итә белеү сәнғәтен Салауат уҡыусыларына тапшырырға тырышты, улар менән ваҡыт менән иҫәпләшмәй шөғөлләнде».

19961998 йылдарҙа — «Акбузат» ипподромының ат-спорт мәктәбе тренеры. Эшкә уны ипподром директоры, партия етәксеһе Ағзам Шәрәфетдинов саҡыра. Үҙ ваҡытында ул Башҡортостан Республикаһының Учалы һәм Мәләүез райондарында ат-спорт комплексы булдырған. Ул Салауат тураһында хәтерләй: «18 йәшендә Өфө циркы эргәһендә цирк студияһын тамамланы, ә инде 20 йәшендә республиканың атҡаҙанған артисы булды. Рәсәй буйынса ғына түгел, донъяның тиҫтәләгән илдәрендә гастролдәрҙә булды. Цирктан китергә мәжбүр булғас, мин Өфө „Аҡбуҙат“ ипподромы директоры булған саҡта уны үҙбеҙгә ат спорты мәктәбе тренеры итеп эшкә саҡырҙым.»

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фильмография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Емельян Пугачев («Мосфильм» к/ст, 1978—1979). Салауат Юлаев ролен башҡара. «Салауат роленә башҡорт цирк коллективы артисы, виртуоз һыбайлы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Салауат Кирәев саҡырылды. Фильм ҡуйыусыларҙы ул үҙенең тышҡы ҡиәфәте, ат өҫтөндә оҫта йөрөй белеүе, йәшлеге менән йәлеп итте, ул Салауат кеүек үк йәштә ине.»[1]

Салауат Ғаяз улы Кирәев Салауат Юлаев кеүек 46-сы йәшендә вафат була.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Резяпов Н. Джигит — потомок народного героя: заслуженный артист БАССР, уроженец Ишимбайского района Салават Киреев / Н Резяпов // Восход. — 2010. — 11 март. — С.2.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]