Эстәлеккә күсергә

Аҡбуҙат (ипподром)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Аҡбуҙат» ипподромы

«Аҡбуҙат» ипподромы — үҙенең исемен башҡорт халҡының толпары исеменән алған. Ул 1968 йылда төҙөлә башлай. 1982 йылдың 26 июлендә беренсе ат сабыштары үткәрелә.


Ипподром тарихы 1883 йылға барып тоташа. Ошо йылда Рәсәй йылҡысылығы һәм йылҡысылыҡ заводы етәкселеге тарафынан Өфөлә ипподром менән ат һарайы төҙөүгә ҡарар сығарыла.

1892 йылдағы «Коннозаводство и коневодство» сыҡҡан журналда (№ 12 26 август) Рәсәйҙәге 36 ипподром араһында иҫкә алынған.

1924 йыл Башҡорт АССР-ы Наркоиземы тарафынан республикала юртаҡ аттарҙы һынау ипподромы тураһында ҡарары менән ул төҙөлөп бөтә.

1968 йылда БАССР Хөкүмәте ҡарары менән яңы ипподром төҙөлә башлай. 1982 йылдың 26 июлендә беренсе ат сабыштары үткәрелә.

2005 йылда республика хөкүмәте тарафынан реконструкциялау тураһында ҡарар ҡабул ителә. Иппадормда 4 ҡатлы төп трибуна бар. Быяла менән көпләнгән заманса йыһазландырылған бинала бер юлы 5 мең тамашасы ял итә ала. Бынан тыш ,төп трибуна бинаһында ипподром администрацияһы ат сабыштырыусылар өсөн сисенеү һәм йыуыныу бүлмәләре, табип кабинеттары бар. Ябыҡ манеж әлегә Рәсәй Федерацияһының бер регионында ла юҡ. Ипподромда 108 ат тотоу өсөн 3 ат һарайы, ситтән килгән спорсылар өсөн ҡунаҡхана, аттар өсөн 70 урынлы һарай-ҡуналҡа яңынан төҙөлгән.

Ҡапламамаһы металл конструкцияларынан эшләнде.