Металл конструкциялар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Металл конструкциялар — металдарҙан (формалы һәм табаҡлы) яһалған терәк һәм кәртәләй торған төҙөлөш конструкциялары.

Файҙаланылған материалдарына ҡарап – ҡорос һәм еңел иретмәләрҙән(никель, хром, тимер, баҡыр, молибден һәм башҡа) яһалған, элементтары үҙ ара болттар менән тоташтырылған, беркетелгән, иретеп йәбештерелгәндәргә айыралар.

Металл конструкциялары проектлау[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Николай Белелюбский инженеры проекты буйынса Өфөлә Aғиҙел аша беренсе металл конструкцияларҙан күпер асыу, 1888 йылдын 8-се сентябрь.
Бөйөк рус ИнженерыНиколай Белелюбский проекты. XX быуат башы. Күпер 109,25 метр оҙонлоғо алты пролёттарҙан тора.

Металл конструкциялары проектлау өсөн Рәсәйҙә нигеҙ документы – ун алтынсы Ҡағиҙәләр йыйынтығы (16.13330.2011 ҠЙ Ҡорос конструкциялар). Ҡорос ҡоролмалар ҠЙ В. А. Куче-ренко исемендәге Ҡорос конструкциялары үҙәк ғилми тикшеренеү (Мәскәү) («Төҙөлөш» ПАО Ғилми-тикшереү үҙәгенең институты), Санкт-Петербург дәүләт архитектура-төҙөлөш университеты, Мәскәү ҡорос һәм иретмәләр институтының Электросталь филиалы (Мәскәү өлкәһе) һәм башҡа ойошмалар эше.

Ҡорос ҡоролмалар ҠЙ буйынса -60 градустан +100 градусҡа тиклем һауа шарттарҙа ҡулла-ныу мөмкин. Күперҙәр, транспорт тоннелдәр өсөн 16.13330.2011 ҠЙ ҡулланылмай.

Төҙөлөш механикаһы принциптары буйынса металл ҡоролманың расчёт схемаһының ныҡлығы, ҡатылығы, тотороҡлоғо булырға тейеш.

Конструкцияға проект йөк йығырмынсы ҠЙ һәм 2.09.03 ТНһҠ (Төҙөлөш нормалар һәм ҡағиҙәләр), 43-се ҠЙ «Сәнәғәт предприятияларҙын ҡоролмалары» буйынса һалына.

Материалдарҙын расчет күрһәткестәре. = /

Ыңғай һәм насар яҡтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Металл конструкциялары өҫтөнлөктәре:

  1. юғары ышаныслы,
  2. еңел,
  3. үткәреүсән,
  4. индустриаль булыу,
  5. киҫелештәргә форма бирә алыу,
  6. көс һалыуҙы яһалма рәүештә көйләү,
  7. терәк һәм кәртәләү функцияларын берләштереп файҙаланыу,
  8. ремонтлай алыу,
  9. металл фондының һаҡланыуы.

Металл конструкциялары етешһеҙлектәре:

  1. коррозияға бирешеү
  2. утҡа сыҙауҙың насар булыуы.
Файл:Gipsokarton-shveller.jpg
Гипсокартон стеналар (дуварлар) өсөн швеллер профилдәрҙән каркасы. Еңел металл конструкциялар төрө.

Ҡулланыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Металл конструкциялары инженер ҡоролмаларында, ҙур тороҡло (40 м күберәк) ҡоролмаларҙа, мачта ҡоролмаларында, табаҡлы конструкцияларҙа (резервуарҙар, газгольдерҙар, бункерҙар) файҙаланыла.

Башҡортостанда 20 быуаттан 50-се йылдарҙан алып “Башнефтезаводстрой”, “Востокнефтезаводмонтаж”, “Өфө металл конструкциялар заводы” предприятиелары һәм башҡа торлаҡ йорттарын һәм төрлө ҡоролмаларҙы төҙөгәндә металл конструкцияларын монтажлай.

2008 йылда ҡарата Өфөлә металл конструкциялары файҙаланылған түбәндәге проекттар эшләнә һәм тормошҡа ашырыла:

  1. универсаль “Өфө-Арена” спорт аренаһының ҡапламаһы,
  2. Аҡбуҙат” ипподромының ҡапламаһы (“Башкиргражданпроект” ЯАЙ; Р.Н.Зубов, А.А.Плакс һ.б.),
  3. “Июнь”, “Касторама” сауҙа комплекстарының ҡапламалары (“БашНИИстрой” институты; Р.Ф.Ваһапов, А.Л.Готман һ.б.),
  4. Өфө трансформатор заводының ҡапламалары,
  5. реконструкцияланған Өфө тимер юл вокзалының (“Промстройпроект”; Н.М.Коловертнова, В.В.Хәсәнов һ.б.) ҡапламаһы,
  6. реконструкцияланған Өфө халыҡ-ара аэропортының ҡапламалары,
  7. Конгресс холл бинаһының ҡапламалары

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Рәсәй ойошмалар, проект институттар (Мельников ис. Институт) «Ҡорос конструкциялары» 16.13330.2011 һ. Ҡағиҙәләр йыйынтығы = «Стальные конструкции» 16.13330.2011 Свод правил / РФ-ң төбәк үсеш министрлығы.
  • CEN/TC 250 комитеты Еврокод 3, «Ҡорос конструкциялар проектлау» EN 1993 һ. Eurocodes = Design of steel structures / Стандартизация буйынса Европа комиссияһы — Европа Берләшмәһе, 1993.
  • Бер йөҙ йығырмы һиғеҙенсе ҠЙ 128.13330.2012 Алюминий ҡоролмалары

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]