Эстәлеккә күсергә

Гәрәев Әмир Сәлимгәрәй улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Әмир Гәрәев битенән йүнәлтелде)
Әмир Гәрәев
Гәрәев Әмир Сәлимгәрәй улы
Исеме:

Гәрәев Әмир Сәлимгәрәй улы

Тыуған көнө:

18 февраль 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Ишембай районы Түбәнге Әрмет ауылы

Вафат булған көнө:

2 ноябрь 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (80 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө ҡалаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

Яҙыусы

Жанр:

Проза, публицистика

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

Башҡорт

Наградалары:
«Почёт Билдәһе» ордены  — 1986

Гәрәев Әмир Сәлимгәрәй улы (18 февраль 1928 йыл — 2 ноябрь 2008 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, журналист. 1976 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986).

Әмир Сәлимгәрәй улы Гәрәев 1928 йылдың 18 февралендә Башҡорт АССР-ының Ишембай районының Түбәнге Әрмет ауылында тыуған. Урта мәктәптә белем ала, колхозда эшләй. Тымыҡ океан флотында биш йыл хәрби хеҙмәттә булғандан һуң, 1953—1970 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр, бүлек мөдире, яуаплы секретарь булып эшләй, ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. 1971—1975 йылдарҙа — Башҡортостан китап нәшриәтенең баш мөхәррире, 1975 йылдан — «Ағиҙел» журналының яуаплы секретары, аҙаҡ 1988 йылғаса баш мөхәррире булып эшләй.

Ижади эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әмир Гәрәев — башҡорт әҙәбиәтенә үҙ темаһы менән килгән яҙыусы. Китаптары исемдәренән үк шуны ҡеүәтләй: «Беҙ диңгеҙгә китәбеҙ», «Аҡсарлаҡтар һыуға төшә», «Диңгеҙ елдәре», «Һандуғас сыбығы», «Мичман улы», «Диңгеҙ бүреһе»… Моряктар хаҡындағылар менән бер рәттән, ябай ер кешеләре һүрәтләнгән әҫәрҙәре, мәҫәлән, «Ҡарамалы яҙҙары», «Боролмала», «Һағыныу һағыштары» повестары, байтаҡ хикәйәһе уҡыусыларға таныш.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)