Ғарипов Салауат Рәми улы
Ғарипов Салауат Рәми улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 18 февраль 1956 |
Тыуған урыны | Арҡауыл, Салауат районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 7 май 2014 (58 йәш) |
Вафат булған урыны | Иманғол, Учалы районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Ғарипов Салауат Рәми улы (18 февраль 1956 йыл — 7 май 2014 йыл) — элемтә тармағы алдынғыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған элемтәсеһе[1]. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың өлкән улы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Салауат Рәми улы Ғарипов 1956 йылдың 18 февралендә Башҡорт АССР-ы Салауат районының Арҡауыл ауылында тыуған.
Өфө радиотехника техникумын (1976), Башҡорт дәүләт университетын (2002) тамамлаған.
Хеҙмәт юлын 1974 йылда техникумында уҡыған ваҡытта уҡ лаборант вазифаһында башлай.
1975—1976 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Бөрө һәм Мәсәғүт элемтә узелдәрендә производство практикаһында була.
1976—1980 йылдарҙа Мәсәғүт элемтә үзелендә электромеханик, цех начальнигы урынбаҫары булып эшләй.
1980—1991 йылдарҙа Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ район элемтә узелы начальнигы вазифаһын үтәй. Элемтә үзеленә өс ҡатлы бина төҙөтә.
1991—2014 йылдарҙа — Учалы район элемтә узелы начальнигы.
2014 йылдың 7 майында Учалы районының Иманғол ауылында вафат була.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Башҡортостан Республикаһы Президентының УП-239-сы Указы (03.06.2005)