Сәмиғуллин Рафаэль Исхаҡ улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Сәмиғуллин Рафаэль Исхаҡ улы
Тыуған көнө 26 май 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (79 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Илеш районы, Түбәнге Сереккүл
Биләгән вазифаһы Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты
Уҡыу йорто КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбе[d]

Сәмиғуллин Рафаэль Исхаҡ улы (рус. Самигуллин Рафаэль Исхакович) (26 май 1941 йыл1994 йыл) — совет һәм партия эшмәкәре, 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сәмиғуллин Рафаэль Исхаҡ улы 1941 йылдың 26 майында Башҡорт АССР-ының Илеш районы Түбәнге Сереккүл ауылында тыуған. Милләте буйынса башҡорт, юғары белемле — 1979 йылда Свердловск Юғары партия мәктәбен тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1959 йылдар санпэпидстанцияһында фельдшер булып башлай. 1960—1963 йылдарҙа Совет Армияһы сафтарына саҡырыла. Хеҙмәт итеп ҡайтҡас, ВЛКСМ-дың Илеш райкомының икенсе секретары булып эшләй. Профессиональ-техник училищела тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары була. 1974—1985 йылдарҙа КПСС-тың Илеш районы комитетында инструктор, райондың «Сельхозхимия» берекмәһендә управляющий урынбаҫары булып эшләй.

1985—1990 йылдарҙа Район советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары. 1990 йылдан КПСС-тың Илеш районы комитетының икенсе секретары. 1992 йылдан Илеш районы дәүләт һәм муниципаль милек идаралығының район комитеты рәйесе итеп һайлана.[1]

Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана.[2]

Сәмиғуллин Рафаэль Исхаҡ улы 1994 йылда вафат булды.

Ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 34

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

]]