Бодли китапханаһы
Бодли китапханаһы | |
ингл. Bodleian Library | |
Нигеҙләү датаһы | 1602 |
---|---|
Хөрмәтенә аталған | Томас Бодли[d] |
Нигеҙләүсе | Томас Бодли[d] |
Ойошма етәксеһенең вазифаһы | Бодли китапханаһының Баш китапханасыһы[d] |
Менеджер/директор | Richard Ovenden[d] |
Дәүләт |
![]() |
Административ-территориаль берәмек | Оксфорд[d] |
Историческое графство | Оксфордшир[d] |
Урынлашыу | Broad Street[d] |
Ойошма ағзаһы | Research Libraries UK[d][1] һәм IIIF Consortium[d][2] |
Баш компания (ойошма, предприятие) | Бодли китапханаһы[d] |
Бойһонған ойошма (филиал) | UK Web Archive[d] |
Милке | Gough Map[d], Shelley's guitar[d] һәм Selden Map of China[d] |
Архивы хранятся в | Bodleian Library Special Collections[d] |
Рәсми асылған ваҡыты | 1602 |
Мираҫ статусы | 1 дәрәжәле реестр бинаһы[d] |
Адрес | Broad street |
Урамда урынлашҡан | Broad Street[d] |
Рәсми сайт | bodleian.ox.ac.uk/bodley |
Фолловерҙар һаны | 94 832 |
Географический код Великобритании | SP5155006415[3] |
Страница учреждения на Викискладе | Bodleian Library |
![]() |
Бодли китапханаһы[4][сн 1], (ингл. Bodleian Library) — Оксфорд университеты китапханаһы [5]. Китапхана Ватикан китапханаһынан — Европалағы иң боронғо тип һаналыуға хоҡуҡ, Британия китапханаһынан Бөйөк Британиялағы иң ҙур китап йыйылмаһы тигән титулды тартып алыуға дәғүә итә.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Китап йорто тарихы XIV быуатта Вустер епискобы Уильям Кобен (вафаты — 1327 йыл) васыяты буйынса нигеҙләнгән Оксфорд ҡалаһындағы китапхананан башлана. Күп булмаған сынйырлы китаптар тупланмаһы Хай-стритта Оксфорд университеты сиркәүенең төньяҡҡа ҡараған өлөшө өҫтөндә урынлаштырылған була[6][7].
1410 йылда китапхана университет ҡарамағына күсә, артабан Глостер герцогы Хамфри уны киңәйтеүҙе хәстәрләй. Уның тырышлығы менән китапхана 1450 йылда яңы ҙур биналарға күсә, ул биналар бөгөн дә бар. Беренсе Тюдорҙар осоронда университет хәйерселеккә төшә, Эдуард VI уның китап тупланмаларын туҙҙыра, хатта китап шкафтары ла һатыла.
1602 йылда Томас Бодли китапхананы тергеҙә, уны яңы биналар менән тәьмин итә. Ул китапханаға үҙенең китаптар йыйылмаһын тапшыра, Төркиәнән, Ҡытайҙан китаптар ҡайтартыуҙы хәстәрләй. Киләһе быуаттарҙа тағы бер нисә бина төҙөлә, улар араһында — британ палладиолығы шедевры булған Радклиф ротондаһы (1737—1769).
1610 йылдан (рәсми — 1662 йылдан) китапхана илдә нәшер ителгән бөтә баҫмаларҙың бер данаһын мотлаҡ алыу хоҡуғына эйә.
Китапхана манускриптары араһында Борис Годунов хакимлығы осорондағы рус ауыҙ-тел фольклоры ҡомартҡылары тупланмаһы бар.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ http://www.rluk.ac.uk/rluk-members/members/
- ↑ https://iiif.io/community/consortium/#members
- ↑ National Heritage List for England
- ↑ ОГИЗ ГИСЭ, 1943
- ↑ Бодлеянская библиотека // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Philip, Ian (1983) The Bodleian Library in the Seventeenth and Eighteenth Centuries. Oxford: Clarendon Press ISBN 0-19-822484-2; p. 5
- ↑ The Bodleian Library. London: Jarrold & Sons, 1976 ISBN 0-900177-62-4
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Британская империя / под. ред. Ф. Н. Петрова, П. И. Лебедева-Полянского, Б. Ю. Сливкера. — ОГИЗ ГИСЭ, 1943. — 464 с. — (Серия справочников по зарубежным странам).