Ғәзизов Флүс Мирзасәлих улы
Ғәзизов Флүс Мирзасәлих улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 25 июнь 1937 |
Тыуған урыны | Стәрлетамаҡ, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 4 февраль 2008 (70 йәш) |
Вафат булған урыны | Стәрлетамаҡ, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | химик |
Ғилми дәрәжә | химия фәндәре докторы[d] |
Ғәзизов Флүс Мирзасәлих улы (25 июнь 1937 йыл — 4 февраль 2008 йыл) — химик-технолог, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1995), техник фәндәр докторы (1993), профессор (1995), Рәсәй Федерацияһының (1993) һәм Башҡортостан Республикаһының (1992) атҡаҙанған химигы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Флүс Мирзасәлих улы Ғәзизов[1] 1937 йылдың 25 июнендә ТАССР-ҙың Мөслим районы Симәк ауылында тыуған.
1959 йылда С. М. Киров исемендәге Ҡазан химия-технология институтын тамамлай һәм шунан бирле Стәрлетамаҡтағы «Авангард» предприятиеһында эшләй: инженер, лаборатория начальнигы, оҫтахана начальнигы, техник контроль бүлеге начальнигы, 1969 йылдан заводтың баш инженер урынбаҫары. 1988 йылдан — генераль директорҙың ғилми эштәр буйынса урынбаҫары.
Фәнни эштәре йүнәлештәре: ҡаты ракета яғыулығы юғары молекуляр берләшмәләрен етештереү химияһы һәм технологияһы.
Ғәзизов етәкселегендә яңы шартлатҡыс матдәләр (һығылмалы кумулятив зарядтар, шашка-детонаторҙар, II класлы грануллы шартлатҡыс матдәләр, брикет яғыулыҡтар һәм башҡалар) рецептураһы эшләнә һәм производствоға индерелә; баллистик төрҙәге ракета һәм дары яғыулыҡтары етештереү экологияһы проблемаһы хәл ителә. Ул заводтың химик технологияһы һәм сәнәғәт экологияһының төп фәнни-тикшеренеү лабораторияһын булдыра.
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы (1995), ул Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының химия-технология фәндәре бүлеге ағзаһы.
Флүс Мирзасәлих улы 2008 йылдың 4 февралендә вафат була. Стәрлетамаҡ ҡалаһында ерләнгән.
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәзизов Флүс Мирзасәлих улы — 160 ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 44 уйлап табыуға авторлыҡ таныҡлығы һәм патент авторы.
Газизов Ф. М. Пороховой исполин / Флюс Мирзасалихович Газизов // Вестн. Акад. наук Респ. Башкортостан. — 2003. — Т. 8, N 3.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1991)
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (1992)
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған химигы (1993)
- Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы (1995).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Академия Наук Республики Башкортостан - Газизов Флюс Мирзасалихович . Дата обращения: 12 ғинуар 2013. Архивировано 28 ғинуар 2013 года.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Инженеры Урала: Энциклопедия. Екатеринбург: Уральский рабочий, 2001.
- Татарская энциклопедия: В 5 т. Т. 2: Г-Й. Казань: Институт Татарской энциклопедии АН РТ, 2005.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәзизов Флүс Мирзасәлих улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 24 июнь 2022)
- Википедия:Cite web (заменить webcitation-архив: deadlink no)
- 25 июндә тыуғандар
- 1937 йылда тыуғандар
- Стәрлетамаҡта тыуғандар
- 4 февралдә вафат булғандар
- 2008 йылда вафат булғандар
- Стәрлетамаҡта вафат булғандар
- Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академиктары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса ғалимдар