Парамонов Константин Ефимович
Парамонов Константин Ефимович | |
рус. Константин Ефимович Парамонов | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 3 июнь 1908 |
Тыуған урыны | Мелисоновка[d], Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 26 ноябрь 1943 (35 йәш) |
Вафат булған урыны | Запорожский район[d], Запорожье өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | пехота[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
Парамонов Константин Ефимович (3 июнь 1908 йыл, Мелисиновка, Өфө губернаһы — 26 ноябрь 1943 йыл, Запорожье өлкәһе, Запорожье районы) — 185-се гвардия уҡсылар полкының рота командиры, 3-сө Украина фронтының 6-сы гвардия уҡсылар дивизияһы, гвардия лейтенанты, Советтар Союзы Геройы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Константин Ефимович Парамонов 1901 йылдың 3 июнендә Мелисоновка ауылында[1] крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
Урыҫ. Шкапов ауылында башланғыс мәктәпте тамамлай. 5 синыф уҡып, эшләй башлай: йөн тараусы була, «Еңеү» коммунаһында быйма баҫыу процестарында ҡатнаша[2].
Белорет ҡалаһында йөк ташыусы булып эшләй. Комсомол һәм йәштәр саҡырыуы буйынса Алыҫ Көнсығышҡа удар төҙөлөшкә бара, Амурҙағы Комсомольск ҡалаһын төҙөшә. «Беҙҙең яҡташыбыҙ — Советтар Союзы Геройы» мәҡәләһендә яҙылғанса "романтик кәйеф тиҙҙән төҙөлөштәге эштәрҙең реаль торошо менән юҡҡа сыға. Бер аҙ аҡса туплап, тыуған яғына ҡайта һәм Приютово ҡасабаһында йәшәй башлай.
Ҡатыны Елена Ивановна менән бергә өй һатып ала, уларҙы улдары — Владимир, Геннадий, Василий тыуа[2]. Ғаилә башлығы Приютовола Приютово элеваторы хужалығы мөдире вазифаһында башлай (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — Приютово элеватор эшсеһе). Кешеләр менән һөйләшә белеүе һәм тәбиғи һәләте уны ҡасаба Советының депутат эшмәкәрлегенә алып килә, һуңынан Приютово ауыл советы рәисе булып эшләй.
1941 йылда Бишбүләк район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла һәм пехота училищеһына, офицерҙар курсына ебәрелә. Лейтенант Парамонов 3-сө Украин фронтының алтынсы армия 185-се гвардия уҡсылар полкының хәрәкәттәге армияһына ебәрелә. Армияла 1941 йылдың ноябренән отделение, взвод, рота командиры була.
Сталинград янында һуғыша, төп алышы Днепропетровск плацдармында була. Ауыр һуғыштар күп була, Парамонов Константин уларҙың береһендә яралана.
Герой исемен Запорожье ҡалаһы, Разумовка ауылы, ҡала тибындағы Приютово ҡасабаһы (Башҡортостан) урамдары йөрөтә.
1943 йылдың 25 ноябрендә гвардия лейтенанты Константин Парамонов Украинаның Запорожье өлкәһе Запорожье районының көньяҡ-көнсығыштараҡ ултырған Разумовка ауылы янында Днепр йылғаһын аша сыҡҡанда батырлыҡ күрһәтә[3].
1943 йылдың 26 ноябрендә плацдармды алыуҙа һәләк була[4][5]. Украинаның Запорожье өлкәһе Запорожье районының Разумовка ауылында туғандар ҫәберлегендә ерләнгән[6].
Батырлығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«185 гвардия уҡсылар полкының рота командиры (60-сы гвардия уҡсылар дивизияһы, 6-сы армия, 3-сө Украин фронты) гвардия лейтенанты Константин Парамонов 1943 йылдың 25 ноябрендә Украинаның Запорожье өлкәһе Запорожье районының көньяҡ-көнсығыштараҡ ултырған Разумовка ауылы янында Днепр йылғаһын аша сыҡҡанда батырлыҡ күрһәтә. Рота плацдармды өҫтәмә көстәр килгәнгә тиклем тотоп тора»[3].
СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 22 февралендәге Указына ярашлы командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгән һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн гвардия лейтенанты Константин Ефимович Парамоновҡа үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирә[7].
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Приютовола Карл Маркс урамы буйлап 29-сы йортҡа 1957 йылдың 22 ноябрендә Советтар Союзы Геройы Константин Ефимович Парамоновҡа мемориаль таҡтаташ уйыла
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Алтын Йондоҙ» миҙалы, Советтар Союзы Геройы (22.02.1944)[3][7].
- Ленин ордены (22.02.1944).
- Беренсе дәрәжә Ватан һуғышы ордены (28.12.1942)[8].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Упразднённая деревня, ныне — территория Бижбулякского района Республики Башкортостан.
- ↑ 2,0 2,1 «Ветеран Башкортостана» . Дата обращения: 18 май 2016. Архивировано 26 март 2016 года. 2016 йыл 26 март архивланған. Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тег дөрөҫ түгел: «smi» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән - ↑ 3,0 3,1 3,2 Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 36, л. 320, 321).
- ↑ Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында.
- ↑ Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында.
- ↑ Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында.
- ↑ 7,0 7,1 Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686043, д. 20, л. 4).
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682526, д. 92, л. 1, 7, 8).
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башкирская энциклопедия / Гл. ред. М. А. Ильгамов. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2009. — Т. 5: П-С. — 576 с. — ISBN 978-5-88185-072-2.
- Курганов Д., Федин П. На алтарь Победы. — Белебей, 2000.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Парамонов Константин Ефимович . «Герои страны» сайты.
- Республиканский музей боевой Славы: Парамонов Константин Ефимович 2017 йыл 27 август архивланған..
- Гареев Р. В. Парамонов Константин Ефимович 2016 йыл 6 апрель архивланған. // Башкирская энциклопедия.
- Иҫкәрмәләрендә хаталар булған биттәр
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Бишбүләк районында тыуғандар
- 3 июндә тыуғандар
- 1908 йылда тыуғандар
- Бәләбәй өйәҙендә тыуғандар
- 26 ноябрҙә вафат булғандар
- 1943 йылда вафат булғандар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар
- Днепр өсөн алышта ҡатнашыусылар
- Бөйөк Ватан һуғышында рота командирҙары
- Совет гвардияһы
- Башҡортостанда тыуғандар