Ҡыҙыл Тәре һәм Ҡыҙыл Ярым Ай халыҡ-ара ойошмаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡыҙыл Тәре һәм Ҡыҙыл Ярым Ай халыҡ-ара ойошмаһы
Нигеҙләү датаһы 17 февраль 1863[1]
Логотип
Рәсем
Ҡыҫҡаса атамаһы IRCRCM
Кем хөрмәтенә аталған red cross[d]
Эшмәкәрлек төрө гуманитарная помощь[d]
Нигеҙләүсе Анри Дюнан[d], Théodore Maunoir[d], Гюстав Муанье[d], Дюфур, Гийом-Анри[d] һәм Louis Appia[d]
Девиз тексы The power of humanity, Le pouvoir de l'humanité һәм O poder da humanidade
Дәүләт  Швейцария
Административ-территориаль берәмек Женева
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Женева, Швейцария
Швейцария
Хеҙмәткәрҙәр 300 000 кеше
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Төп көйләүсе текст Fundamental Principles of the International Red Cross and Red Crescent Movement[d] һәм Seville Agreement[d]
Урынлашыу картаһы
Зона обслуживания бөтә донъяла[d]
Хеҙмәттәре тупланмаһы Netherlands Open Air Museum[d][2][3] һәм Нидерландский институт исследований войны, Холокоста и геноцида[d][4]
Специализированное учреждение наследия International Red Cross and Red Crescent Museum[d], International Red Cross Museum[d] һәм Association of the German Red Cross Museums[d]
Количество волонтёров 80 000 000[5]
Рәсми сайт icrc.org
ifrc.org
Тасуирлау биттәре icrc.org/en/who-we-are/m…
roter-kreis.de/Rotkreuz-…
ifrc.org/who-we-are/inte…
Карта
 Ҡыҙыл Тәре һәм Ҡыҙыл Ярым Ай халыҡ-ара ойошмаһы Викимилектә

Ҡыҙыл Тәре һәм Ҡыҙыл Ярым Ай халыҡ-ара ойошмаһы (Халыҡ-ара Ҡыҙыл Тәре булараҡ билделе) — 1863 йылда ойошторолған бөтә донъяла 100 миллион хеҙмәткәр һәм ирекмәнде берләштергән халаҡ-ара ижтимағи эшмәкәрлек.

«Ғазап сиккәндәргә бер ниндәй айырмаһыҙ ярҙам итергә, донъяла тыныслыҡ өсөн булышлыҡ итергә»[6] эшмәкәрлектең төп маҡсаты тип һанала.

Халыҡ-ара Ҡыҙыл Тәренең өлөштәре:

  • Ҡыҙыл Тәренең халыҡ-ара комитеты (МККК).
  • Ҡыҙыл Тәре һәм Ҡыҙыл Ярым ай йәмғиәтенең халыҡ-ара федерацияһы (МФОКК и КП).
  • Ҡыҙыл Тәре һәм Ҡыҙыл Ярым Айҙың төбәк ойошмалары.

Хәрәкәттең етәксе органдары:

  • Ҡыҙыл Тәре һәм Ҡыҙыл Ярым Ай халыҡ-ара конференцияһы, ҡағиҙә булараҡ, 4 йылға бер үткәрелә. Унда милли йәмғиәттәр Женева Конфенцияһында ҡатнашыусы дәүләттәр вәкилдәре менән осрашыу үткәрә.
  • Делегаттар советы ултырышы 2 йылға бер тапҡыр үткәрелә.
  • Даими комиссия Конференциялар араһындағы ваҡытта Халыҡ-ара конференцияның тулы хоҡуклы органы булып тора.
Ҡыҙыл Тәре халыҡ-ара комитетының Женевалағы штаб-квартираһы

Төп принциптар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡыҙыл Ярым Ай төшөрөлгән ашығыс ярҙам автомобиле. Баҡы, Әзербайжан

Ҡыҙыл Тәре һәм Ҡыҙыл Ярым ай ХХ Халыҡ-ара конференцияһында Венала 1965 йылда иғлан ителгән.

Ҡыҙыл Тәре һәм Ҡыҙыл Ярым ай хеҙмәткәрҙәре һәм волонтёрҙары ошо принциптар менән эшмәкәрлек итә.

Кешелеклелек

Халыҡ-ара Ҡыҙыл Тәре һәм Ҡыҙыл Ярым ай хәрәкәте яуҙа яраландарға бер ниндәй айырмаһыҙ һәм өҫтөнлөкһөҙ, халыҡ-ара йәки милли кимәлдә булыуына ҡарамай, кешенең ғазап сигеүен еңеләйтергә тырышыу ниәте менән барлыҡҡа килгән. Хәрәкәт кеше ғүмерен һәм һаулығын һакларға, шәхескә ихтирамлы булырға саҡыра. Ул халыҡтар араһында аңлашыныусанлыҡ, дуҫлыҡ, хеҙмәттәшлеккә булышлыҡ итә.

Ғәҙеллек

Эшмәкәрлек милли, раса, дини, синыф һәм сәйәси ҡараш буйынса бер ниндәй ҙә дискриминация үткәрмәй. Ул тик кешеләрҙең, беренсе сиратта мохтажлыларҙың, хәлен еңеләйтергә тырыша.

Битарафлыҡ (нейтраль ҡараш)

Дөйөм ышанысты һаклау өсөн Ойошма хәрби конфликтта сәйәси, раса, дини һәм идеологик бәхәстә ҡатнашмай.

Бойондороҡһоҙлоҡ

Ойошма бойондороҡһоҙ. Төбәк ойошмалары үҙ хөкүмәтенә гуманитар даирәлә ярҙам күрһәтеп, үҙ илендәге закондарға бойһона, Ҡыҙыл Тәре принциптары сиктәрендәге эшмәкәрлекте һаклау өсөн автономияны һакларға тейеш.

Ирекле

Үҙенең ирекле эшмәкәрлеген Ойошма бер ниндәй ҙә файҙа алыу ниәте менән башҡармай.

Берҙәмлек

Бер илдә бер генә Ҡыҙыл Тере төбәк ойошмаһы булырға тейеш. Ул һәр кем өсөн асыҡ һәм эшмәкәрлеген ил территорияһының бөтә ерендә лә башҡарырға тейеш.

Универсаллек

Эшмәкәрлек бөтә донъяла башкарыла. Бөтә төбәк ойошмалары тигеҙ хоҡуклы һәм бер-береһенә ярҙам итергә бурыслы.

Ҡыҙыл кристалл, Ҡыҙыл Тәре һәм Ҡыҙыл Ярым ай халыҡ-ара ойошмаһының дини нейтраль символы.
Төркиәнең почта-һалым маркаһы.Ҡыҙыл Ярым ай фондына иғәнә (1928, 1 пиастр).

Эмблемалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Был ойошманың (МККК) флагының — аҡ туҡымала ҡыҙыл тәре— башта бер ниндәй ҙә дини мәғәнәһе булмаған, ул бары тик Швейцария флагының негативы (инверсияһы, ҡыҙыл ерлектәге аҡ тәре урынына аҡ ерлектәге ҡыҙыл тәре). Ләкин 1877—1878 йылдарҙа Рәсәй менән һуғыш осоронда Ғосман империяһы был эмблеманы ҡулланыуҙан баш тарта һәм Тәрене Ҡыҙыл Ярым Айға алмаштыра, сөнки Ҡыҙыл Тәре Тәре йөрөтөүселәрҙе хәтерләтеп, тиҫкәре ҡараш тыуҙыра.

1929 йылғы Женева конвенцияһы буйынса Ҡыҙыл Ярым Айҙы икенсе һаҡлау эмблемаһы тип таныла. Был эмблеманы хәрәкәттә ҡатнашҡан мосолман илдәрендәге ойошмалар ҡуллана, ләкин барыһында ла түгел. Мәҫәлән, Индонезиялағы ойошма Ҡыҙыл Тәре эмблемаһын ҡуллана, сөнки был ойошома дини ойошма түгел, ойошма ла, ил дә дини яҡтан нейтраль (битараф)[7].

Шулай уҡ рәсми билдә булараҡ Иран символдары Арыҫлан менән Ҡояш та ҡулланылған. 1979 йылғы Ислам революцияһынан һуң улар монархия символы булараҡ Иран флагынан алына, Ирандың яңы хөкүмәте мосолмандар өсөн ғәҙәти булған Ҡыҙыл Ярым Айҙы ҡабул итә, ә ойошма Иран Ислам Республикаһының Ҡыҙыл Ярым Ай йәмғиәте тип атала башлай. Быға ҡарамаҫтан, арыҫлан менән ҡояш әле лә Халыҡ-ара Ҡыҙыл Тәре ойошмаһы эмблемаларының береһе тип иҫәпләнә, Иран теләгән бер ваҡытта был билдәне кире ҡабул итә ала.

2005 йылдың декабрь айында Ҡыҙыл Давид йондоҙон билдә итеп ҡулланыу тәҡдиме кире ҡағыла, ләкин Израиль дипломаттары һәм Америка Ҡыҙыл Тәре йәмғиәте тырышлығы менән уның урынына өсөнсө нейтраль билдә- Ҡыҙыл кристалл ҡабул ителә[8]. 1906 йылдан алып, Ҡыҙыл Тәре «Johnson & Johnson» фирмаһының сауҙа маркаһы булып тора, был эмблема фирма тарафынан 1887 йылдан башлап ҡулланыла. 1905 йылда АҠШ Конгрессы Ҡыҙыл Тәрене Ҡыҙыл Тәре ойошмаһынан башҡа ойошмаларға ҡулланыуҙы тыйған. J&J алдараҡ рәсмиләштергәлектән үҙ эмблемаһын һаҡлап ҡала.

Ҡыҙыл Тәре һәм Халыҡ-ара Ҡыҙыл Тре һәм Ҡыҙыл Ай хәрәкәтенең ҡурсалау эмблемаһы, шуға күрә башҡа ойошмаларға халыҡ-ара хоҡуҡ уны ҡулланыуҙы тыя. 1949 йылғы Женева конвенцияһы менән Ҡыҙыл Тәре һәм Ҡыҙыл Ярым Ай комитетының хоҡуҡи статусы нығытылды, шуға күрә Ҡыҙыл Тәре (һәм Ҡыҙыл Ярым Ай) билдәһе бөтә донъяла ла һаҡлана.

Советтар Союзында һәм һуңыраҡ элекке совет республикаларында (СНГ) Ҡыҙыл Тәре медицинаға бәйле бөтә нимәгә лә ҡуйыла. Халыҡ-ара билдәне былай итеп ҡулланыу шик тыуҙыра[9]. Был символ тик һуғыш осорона ғына ҡағыла. 2002 йылда Украинала был билдәне үҙ белдегең менән ҡулланыуҙы тыйған закон көсөнә инде. Шуға күрә унда Тиҙ ярҙам машиналарынан ҡыҙыл тәре билдәһе алына[10], « Тәүге медицина ярҙамы пункты» сервисы һәм «Дауахана» юл билдәләрендә ҡыҙыл тәрене йәшел ерлектәге аҡ тәрегә, йәки аҡ ерлектәге йәшел тәрегә алмаштырҙылар .

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡыҙыл Тәре халыҡ-ара комитеты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сольферино, Анри Дюнан һәм Халыҡ-ара Ҡыҙыл Тәре комитетына нигеҙ һалыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Анри Дюнан, Ҡыҙыл Тәре йәмғиәтенә нигеҙ һалған Швейцария эшмәкәре

алдаттарҙы дауалау, уларҙы урынлаштырыу өсөн хәүефһеҙ урын булдырыу системаһы булмаған. 1859 йылдың июнендә Анри Дюнан (Швейцария) Италияға Франция императоры Наполеон III менән француздар ҡулындағы Алжирҙа эшҡыуарлыҡ өсөн ауырлыҡтар тураһында һөйләшергә тип килә. 24 июндә ул Сольферино янындағы Франция (союздашы Пьемонт) менән Австрия ғәскәре алышының шаһиты була. Бында ике яҡтан 40 мең һалдат һәләк була, йәки тән йәрәхәттәре ала. Яралыларҙы яу яланында бер ниндәй ярҙамһыҙ ташлап ҡалдырғанды күреп, Анри Дюнан шаҡ ҡата. Баштағы уйынан ҡайтып, ул бер нисә көн буйы яралыларҙы хәстәрләп йөрөй. Женеваға ҡайтҡас, 1862 йылда ул «Сольферино тураһында хәтирәләр» тигән китабын баҫтыра. Был китаптың бер нисәһен ул Европа илдәренең юғары хәрби эшмәкәрҙәренә ебәрә. Дюнан һәр бер илдә һуғыш ваҡытында яралы һалдаттарға ярҙам итеүсе ирекмән ойошмаларын булдырыуҙы, нейтраль медиктар һәм яралылар ятҡан дауаханалар хәүфһеҙлеген тәьмин иткән халыҡ-ара килешеүҙәр төҙөүҙе тәҡдим итә.

1863 йылдың 9 февралендә Женевала Анри Дюнан "Бишәү комитеты"н булдыра, унда ҡаланың иң хөрмәтле кешеләре: юрист Гюстав Муанье, табип Луи Аппиа , Женева гигиена һәм һаулыҡ һаҡлау комитеты комиссияһынан Аппиа Теодор Монуар һәм Швейцария армияһы генералы Гийом-Анри Дюфур инә. Анри Дюнандың тәҡдимдәрен өйрәнгәндән һуң, улар был комитетҡа «Халыҡ-ара яралыларға ярҙам комитеты» тигән исем бирә. 1863 йылдың 26 — 29 октябрендә Женевала халыҡ-ара конференция үтә, унда 36 делегат ҡатнаша (Австро-Венгерия империяһы, Баден, Бавария короллеге, Франция, Бөйөк Британия, Ганновер, Гессен-Кассель, Италия короллеге, Нидерланд, Пруссия, Рәсәй империяһы, Саксония короллеге, Испания, Швеция-Норвегия унияһы, Бөйөк Британия һәм Ирландия Берләшкән короллеге делегаттары). 1863 йылдың 29 октябрендә ҡабул ителгән резолюцияла түбәндәгеләр яҙыла:

  • Яралы һалдаттарға ярҙам итеү милли йәмғиәттәре булдырырға ;
  • Нейтраль статус һәм яралыларҙы ҡурсалау;
  • Яу ҡырында ярҙам итеү өсөн ирекмәндәрҙе йәлеп итеү;
  • Халыҡ-ара килешеүҙәргә ошо концепцияларҙы дөйөм талап итеп индереү өсөн яңы конференциялар үткәрергә;
  • Медицина хеҙмәткәрҙәре башҡаларҙан айырылып торһон өсөн уларға ҡыҙыл тәре төшкән повязка —дөйөм символ индерергә.
Тәүге Женева конвенцияһы, 1864

1864 йылда Женевала үткән конференцияға АҠШ, Бразилия, Мексиканан да рәсми делегация килә. Конференция тәүге «Яу ҡырында ауырыуҙарҙың һәм ярлыларҙың хәлен яҡшыртыу тураһында» Женева конвенцияһын (1864) ҡабул итә. Уға 12 ил һәм дәүләт ҡушыла. Конвенция һуғыш осоронда яралы һалдаттарға, медицина хеҙмәткәрҙәренә һәм гуманитар учреждениеларға ҡарата нейтраль ҡараш һәм ҡурсалауҙы гарантиялаған 10 статьянан торған дөйөм ҡағиҙәләрҙән тора. Бынан тыш конвенция Халыҡ-ара комитет тарафынан танылыу өсөн Милли йәмғиәттәргә ике талап ҡуя :

  • Милли йәмғиәтте үҙ хөкүмәте танырға тейеш
  • Был дәүләттең Милли хөкүмәте Женева конвенцияһы ағзаһы булырға тейеш.

Женева конвенцияһын ҡабул итеү менән Бельгия, Дания, Франция, Ольденбург, Пруссия, Испания һәм Вюртембергта милли йәмғиәттәр булдырыла. 1864 йылда уҡ Луи Аппия менән Голландия армияһы капитаны Шарль ван де Вельде- һуғыш барған ерҙә Ҡыҙыл Тәре эмблемаһы аҫтында эшләй башлаған тәүге нейтраль делегаттар була. 1867 йылда Яралыларға һуғыш осоронда ярҙам итеү милли йәмғиәттәренең халыҡ-ара конференцияһы үҙа.

Ҡыҙыл Тәре ойошмаһы эштәре менән мауығып, Анри Дюнан банкротҡа төшә. Ҡайһы берәүҙәр уны хәйләләшеүҙә лә ғәйепләй. Бер нисә йыл эсендә был хәрәкәттең милли ойошмалары төрлө илдәрҙә барлыҡҡа килә. 1876 йылда комитетҡа «Халыҡ-ара Ҡыҙыл Тәре комитеты» исеме бирелә. Биш йылдан Клара Бартон тырышлығы менән Америка Ҡыҙыл Тәре ойошмаһы барлыҡҡа килә. Хәркәт бөтә донъяла танылыу яулай, ирекмәндәр һаны ла арта.

1901 йылда тәүге Нобель тыныслыҡ премияһын Норвегия Нобель комитеты Анри Дюнан менән билдәле пацифист Фредерик Пассиға ла бирә. Был сара Анри Дюнанды йәмғиәт алдында аҡлау тип ҡабул ителә. Дюнан бынан һуң тағы туғыҙ йыл йәшәй һәм Швейцарияның Гейден ҡалаһында вафат була. Дюнанды күрә алмаған Гюстав Муанье унан ике айға алдараҡ донъя ҡуя. Ул Комитетта иң оҙаҡ президент вазифаһын үтәгән кеше була.

1906 йылда 1867 йылғы Женева конвенцияһын ҡайтанан ҡарайҙар. 1907 йылда Гаагала Икенсе халыҡ-ара тыныслыҡ конференцияһы Гаага конвенцияһын ҡабул итә, ул һуғыш осоронда диңгеҙ флотына ла ҡағыла. Халыҡ-ара Ҡыҙыл Тәре ойошмаһын булдырғандан һуң 50 йыл үткәс, Беренсе донъя һуғышы алдынан, донъяла 45 яралыларға ярҙам итеү милли йәмғиәте эшләй. Был хәркәткә Европа менән Төньяҡ Американан тыш Үҙәк һәм Көньяҡ Америка илдәре: Аргентина, Бразилия, Чили, Куба, Мексика, Перу, Сальвадор, Уругвай, Венесуэла, Азия илдәре:Ҡытай республикаһы, Япония, Корея, Сиам; һәм Африкала: Көньяҡ Африка Республикаһы ҡушыла.

Беренсе донъя һуғышы осоро

Беренсе донъя һуғышы ваҡытындағы эшмәкәрлеге өсөн Халыҡ-ара Ҡыҙыл Тәре ойошмаһы 1917 йылда Нобель премияһы менән бүләкләнә. Һуғыш осоронда Ҡыҙыл Тәре ойошмаһының 41 делегаты бөтә Европа буйлап, 524 лагерға барып, әсирҙәрҙең хәле менән таныша, уларҙың хәлен яҡшырытыу өсөн ниндәйҙер кимәлдә саралар күрә. Ойошма аша меңәрләгән әсирҙәрҙең ғаиләләренә яҙған хаттары барып етә, ғаиләләр яҡындары менән хатлаша ала.

Французская листовка 1915 года
Эрнест Хемингуэй Ҡыҙыл Тәренең шофёры формаһында

Ике донъя һуғышы осоронда Ҡыҙыл Тәре ойошмаһы Беренсе донъя һуғышы ваҡытында алған тәжрибәһен ҡулланып, үҙенең эшмәкәрлеген тағы ла киңәйтергә тырыша. 1925 йылда Женева конвенцияһына тонсоҡторғос һәм ағыулаусы газдар һәм биологик ҡорал ҡулланыуҙы тыйған өҫтәлмә индерелә. Дүрт йылдан яңы «Әсирҙәр менән мөғәлләмә итеү» Женева конвенцияһы ҡабул ителә.

Икенсе донъя һуғышы осоро

Икенсе донъя һуғышы ваҡытында, ҡыҙғансысҡа ҡаршы, Ҡыҙыл тәре ойошмаларының эшмәкәрлеге ҡайһы бер дәүләттәр тарафынан ныҡ сикләнә. Шуға ҡарамаҫтан, һуғыш осоронда 179 делегат 41 илдә 12750 хәрби әсирҙәр лагерендә була. Әсирҙәр мәсьәләләре буйынса үҙәк матбуғат агенствоһында (Zentralauskunftsstelle für Kriegsgefangene) 3 мең кеше эшләй, 45 миллион әсирҙең картаһы тултырыла, Агентство аша 120 млн хат ебәрелә. Ойошманың эшендә иң ҙур ауырлыҡ Немец Ҡыҙыл Тәре хәрәкәте нацистар ҡулы аҫтында эшләгәнлектән тыуа- ул Женева конвенцияһы статьяларын үтәүҙән баш тарта.

Сообщение Красного Креста из Лодзи, Польша, 1940.

Ҡайһы бер делегаттарҙы нацистар концлагерҙарға индерә, тик улар һуғыш бөткәнсе шунда ҡалырға тейеш була. Бынан тыш Комитет үҙ делегаттарынан нейтраллек талап итә. Делегаттар ебәргән бөтә мәғлүмәт тә ысынбарлыҡҡа тап килмәй-уларҙың эшмәкәрлеге ныҡ сикләнгән була. Ҡыҙыл Тәре ойошмаһы аша ебәрелгән посылкаларҙың барыһы ла тейешле кешегә барып етеүе шик тыуҙыра. Кешеләрҙе юҡ итеү өсөн булдырылған лагерҙарҙа йәһүд, сиған һәм башҡа халыҡтарҙы күпләп юҡ итеү буйынса бирелгән һорауҙар ҙа яуапһыҙ ҡала. Германияла күпләп халыҡты ҡырыу өсөн булдырылған лагерҙар тураһында, ундағы хәлдәр тураһында белеп тә йәмәғәтселеккә был турала еткермәгән өсөн һуғыштан һуң МККК етәкселеге тәнҡиткә тотола.

Ҡыҙыл Тәре халыҡ-ара комитет делегаты Марсель Жуно Германияла хәрби әсирҙәр лагерендә. (© Benoit Junod, Switzerland)

Делегаттар нейтраль булырға тейеш булһа ла, 1945 йылда делегат Луи Гефлигер нацистарҙың Маутхаузен-Гузенда тотҡондарҙы юҡ итергә йыйынғаны тураһында американдарға хәбәр итә һәм 60 мең кешене ҡотҡара. Халыҡ-ара комитет уны нейтраллек принцибын боҙоуҙа ғәйепләй. Гефлигер 1990 йылда ғына аҡлана.

1944 йылда Халыҡ-ара Ҡыҙыл Тәре комитетына икенсе Нобель тыныслыҡ премияһы бирелә.

Икенсе донъя һуғышынан һуң

1949 йылдың 12 авгусында элекке ике Женева конвенцияһына үҙгәрештәр индерелә. Диңгеҙ һуғышы ваҡытында ҡулланылырға тейешле ҡағиҙәләр икенсе тип, 1929 йылда ҡабул ителгән әсирҙәрҙең хәле тураһындағы Женева конвенцияһы 1949 йылдан башлап, өсөнсө конвенция тип йөрөтөлә башлай. Икенсе донъя һуғышынан һуң « тыныс халыҡты һуғыш ваҡытында ҡурсалау» тураһындағыһы дүртенсе конвенция ҡабул ителә. 1977 йылдың 8 июнендә ҡабул ителгән протокол буйынса конвенциялар эске конфликттар барышында ла, мәҫәлән, Граждандар һуғышы осоронда үҙ көсөндә ҡала. Шулай итеп, бөгөн конвенция һәм өҫтәлмә протоколдар 600 статьянан тора (1864 йылда Женева конвенцияһында барлығы 10 статья була).

1963 йылда Халыҡ-ара Ҡыҙыл Тәре Халыҡ-ара Ҡыҙыл Тәре һәм Ҡыҙыл ярым Ай йәмғиәттәре федерацияһы менән бергә өсөнсө Нобель тыныслыҡ премияһын алды. 1993 йылдан башлап, Халыҡ-ара комитет Швейцария граждандары булмаған кешеләрҙе лә делегат итеп тәғәйенләй башланы (улар хәҙер делегаттарҙың 35 % тәшкил итә).

МККК менән СССР хеҙмәттәшлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1918 йылда РСФСР Гаага конференцияһы килешеүҙәренә ҡушыла (Совет хөкүмәтенең 4.06. 1918 й.Ҡыҙыл Тәре тураһындағы бөтә конвенцияларҙы ла таныу тураһындағы декретында ошо турала яҙыла[11].

1929 йылдың июнендә Женевала ике конвенция ҡабул ителә: береһе яралыларҙың хәлен яҡшыртыу тураһында, икенсеһе әсирҙәр тураһында. СССР беренсеһенә ҡушыла, икенсеһенә ҡушылыуҙан тыйылып тора. 19 марта 1931йылдың 19 мартында СССР хөкүмәте һәм ЦИК "Әсирҙәр тураһында положение"ны раҫлай. Ул Женева конвенцияһын ҡабатлай, ләкин Совет закондарында булған айырмалыҡтарға нигеҙләнеп, түбәндәгеләр яҙыла:

"в целях согласования этого Положения с общими принципами советского права в Положение введены следующие отличия от Женевской конвенции:

а) отсутствуют льготы для офицерского состава, с указанием на возможность содержания их отдельно от других военнопленных (ст. 3);

б) распространение на военнопленных гражданского, а не военного режима (ст. 8 и 9);

в) предоставление политических прав военнопленным, принадлежащим к рабочему классу или не эксплуатирующему чужого труда крестьянства, на общих основаниях с другими находящимися на территории СССР «иностранцами (ст. 10);

г) предоставление [возможности] военнопленным одинаковой национальности по их желанию помещаться вместе;

д) так называемые лагерные комитеты получают более широкую лагерную компетенцию, имея право беспрепятственно сноситься со всеми органами для представительства всех вообще интересов военнопленных, а не только ограничиваясь получением и распределением посылок, функциями кассы взаимопомощи и т. п. (ст. 14);

е) воспрещение носить знаки отличия и неуказание на правила об отдании чести (ст. 18);

ж) воспрещение денщичества (ст. 34);

з) назначение жалования не только для офицеров, но для всех военнопленных (ст. 32);

и) привлечение военнопленных к работам лишь с их на то согласия (ст. 34) и с применением к ним общего законодательства об охране и условиях труда (ст. 36), а равно распространение на них заработанной платы в размере не ниже существующей в данной местности для соответствующей категории трудящихся и т. д.» (Заключение консультанта Малицкого по проекту постановления ЦИК И СНК СССР «Положение о военнопленных»)

Совет хөкүмәте Гаага конференцияһы ҡарарҙарын үтәү әсирҙәрҙе мыҫҡыл итеү һәм күпләп ҡырыуҙан һаҡларға тейеш тип иҫәпләй. Бынан тыш, 19 быуат буйы ғәмәлдә булған прецендент хоҡуғына ла ышаныс булған (һин дошманыңдың әсирҙәренә нисек ҡараһаң, ул да шулай уҡ ҡарай).

Һуғышҡа тиклем СССР МККК менән бәйләнеше тотороҡһоҙ була. Совет Ҡыҙыл Тәре ойошмаһын МККК 1921 йылда таныһа ла, тик 1928 йылда ғына быны документтар менән нығытып ҡуя. МККК етәкселегенең совет делегацияһын ҡайһы бер мәсьәләлрҙе тикшергәндә индермәүен Совет хөкүмәте шикләнеп ҡабул итә. СССР менән Швейцария араһында аңлашылмаусанлыҡ булған осорҙарҙа МККК үҙ конференцияларын тап Швейцарияла үткәрә, Совет хөкүмәтенең конференцияны башҡа илдә үткәреү тураһында тәҡдимдәре ҡабул ителмәй .

1941 йылда ике аралағы күперҙе яңынан тиерлек төҙөй башларға тура килә. 8 һәм 23 июлдә МККК ике һуғышҡан яҡҡа ла мәғлүмәт алмашыу йәһәтенән ярҙам итергә әҙерлеген белдерә, бының өсөн Анкарала (Төркиә) үҙ бүлексәһен булдыра.

Быға яуап итеп, СССР сит ил эштәре халыҡ комиссариатының 17 июлдәге Швеция хөкүмәтенә яуабында , 1941 йылдың 8 авгусындағы 3-сө циркуляр нотала "правительство Союза ССР будет соблюдать общеизвестные международные договоры, касающиеся права войны " тип яҙыла.

1941 йылдың 24 июлендә СССР-ҙа «Положение о центральном справочном бюро при исполкоме союза общест КК и Красного полумесяца» тигән документ донъя күрә . Августа СССР әсирлеккә эләккән немецтар тураһында тәүге исемлекте тапшыра. Германия быға битараф ҡала.

МККК СССР менән Германия араһында де-факто урталашлыҡ өсөн бер ни эшләмәй. 5 июлдәге совет госпиталдәрен немец самолеттары бомбаға тотоуға ҡаршы протест буйынса ла битараф ҡала, протест тексын Германия яғына тапшырыу менән генә сикләнә. СССР Германия һорауы буйынса Төньяҡ Боҙло океанда һәм Балтикала немец госпиталь судноларына йөрөргә рөхсәт итмәүен МККК тиҙ генә ғәйепләп сыға. Бынан һуң СССР МККК менән араны өҙмәһә лә, башҡаса уның менән хеҙмәттәшлек итер өсөн атлығып тормай. СССР МККК-нан өмөтөн өҙөп, башҡа һуғышта ҡатнашҡан илдәр менән тура бәйләнеш урынлаштыра башлай. Германия менән был килеп сыҡмаһа ла, Румыния һәм Венгрия менән был йәһәттән ҡайһы бер эштәр эшләнә. Венгр һәм румын әсирҙәре тыуған илдәренә 23534 хат ебәрә, сит илдән 10914 хат алына. Был илдәрҙәге совет әсирҙәре хат алышҡанмы икәне әлегә билдәһеҙ.

Венгрия һәм Румыния хөкүмәттәре менән СССР хөкүмәте әсирҙәрҙең хәлен яҡшыртыу тураһында килешә (миҫал итеп, Воронеж, Әстерхан, Башҡортостан (Ишембай) һ.б. ерҙәрҙә әсирҙәр өсөн эшләгән госпиталдәрҙе килтерергә була).

Әсирҙәр хәле тураһында положениеға ярашлы икенсе донъя һуғышынан һуң СССР-ҙа эшләгән әсир немецтар эш хаҡы ала һәм эшләп алған аҡсаларына Германияла кәрәк булырҙай әйберҙәр алып ҡайтып китә.

Филателияла[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

СССР-ҙа Ҡыҙыл Тәре һәм Ҡыҙыл Ярым Ай халыҡ-ара ойошмаһына арналған почта маркалары сығарыла.

Файл:Stamp of USSR 11.jpg
СССР Ҡыҙыл Тәре һәм Ҡыҙыл Ярым АЙ йәмғиәте ағзалыҡ иғәнәһе маркаһы, 1960 йыл .

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. https://international-review.icrc.org/articles/international-committee-red-cross-was-founded-february-17-1863
  2. Rode Kruis // (unspecified title)
  3. Lappendeken uit Canada, 1915–1920
  4. Opdr: Rode Kruis, Coaut: A.E. van Goor den Oosterlingh // Spergebied. [=== tot spergebied verklaard: Alle gebied in de gemeente Soest ten Oosten en ten Noorden van: de Birkstraat (...) Gemeentediensten. In aansluiting op bovengenoemde vrije uren zijn alle gemeente-bureaux [===] geopend van 8.30-9.30 v.m. en van]
  5. https://www.icrc.org/en/who-we-are/movement
  6. Международное движение Красного Креста и Красного Полумесяца 2009 йыл 19 август архивланған. на сайте Санкт-Петербургского отделения Российского Красного Креста]
  7. BeritaSatu. Indonesian Red Cross Refuses to Change Its Logo, Jakarta Globe (26 февраль 2012). 5 апрель 2017 тикшерелгән. 2017 йыл 6 апрель архивланған.
  8. Красный кристалл: эмблема Третьего Протокола вступает в силу
  9. Красный Крест — НЕ символ медицины! Дата обращения: 28 сентябрь 2010. Архивировано из оригинала 7 июнь 2011 года. 2011 йыл 7 июнь архивланған.
  10. Красный крест — уже не символ медицины? 2017 йыл 2 август архивланған.
  11. Международное публичное право. Учебник

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]