Эстәлеккә күсергә

Эрнест Хемингуэй

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эрнест Хемингуэй
ингл. Ernest Miller Hemingway
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2][3]
Гражданлыҡ  Америка Ҡушма Штаттары
Ҡушамат Papa
Ҡыҫҡаса атамаһы Ernest Hemingway
Тыуған көнө 21 июль 1899({{padleft:1899|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})[2][4][5][…]
Тыуған урыны Ок-Парк[d], Кук[d], Иллинойс, Америка Ҡушма Штаттары[6][7]
Вафат булған көнө 2 июль 1961({{padleft:1961|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})[2][4][5][…] (61 йәш)
Вафат булған урыны Кетчум[d], Блейн[d], Айдахо, Америка Ҡушма Штаттары[8]
Үлем төрө Үҙ-үҙеңә ҡул һалыу[9]
Үлем сәбәбе пуля (снаряд ярсығы) яраһы[d]
Ерләнгән урыны Кетчум[d][10]
Атаһы Clarence Hemingway[d]
Әсәһе Grace Hall Hemingway[d]
Бер туғандары Лестер Хемингуэй[d], Marcelline Hemingway Sanford[d][11], Madelaine Hemingway Miller[d], Carol Hemingway[d] һәм Ursula Hemingway[d]
Хәләл ефете Хедли Ричардсон[d], Пфайффер Полин[d], Марта Геллхорн[d] һәм Хемингуэй, Мери Вэлш[d]
Балалары Джек Хемингуэй[d][1], Патрик Хемингуэй[d] һәм Глория Хемингуэй[d]
Туған тел инглизсә
Яҙма әҫәрҙәр теле инглизсә
Һөнәр төрө хәрби корреспондент, сценарий яҙыусы, романист, журналист, драматург, шағир, яҙыусы, новеллист, прозаик
Эшмәкәрлек төрө Роман с ключом[d]
Уҡыу йорто Oak Park and River Forest High School[d]
James F. Byrnes High School[d]
Әүҙемлек урыны Алассио[d]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 1961
Сәләмәтлек торошо алкоголизм[12] һәм гемохроматоз[d][13]
Һуғыш/алыш Беренсе донъя һуғышы, Икенсе бөтә донъя һуғышы һәм гражданская война в Испании[d]
Әҫәрҙәр исемлеге Ernest Hemingway bibliography[d]
Архивы хранятся в Библиотека редких книг и рукописей Бейнеке[d], University of Maryland Libraries[d], Библиотека Принстонского университета[d], Центр Гарри Рэнсома[d][14] һәм Eberly Family Special Collections Library[d]
Жанр проза, публицистика[d] һәм мемуар
Йоғонто яһаусы Роберт Льюис Стивенсон[d] һәм Марио Беррино[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Тасуирлау биттәре librarycatalog.usj.edu.lb/…
librarycatalog.usj.edu.lb/…
Защитник авторских прав reproduction right not represented by CISAC member[d][15]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d], авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d] һәм part of the copyrights on oeuvre has expired[d]
Досье в Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][16]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Ernest Hemingway
 Эрнест Хемингуэй Викимилектә

Эрнест Миллер Хемингуэй (ингл. Ernest Miller HemingwayErnest Miller Hemingway; 21 июль 1899 йыл, Оук-Парк, Иллинойс, АҠШ — 2 июль 1961 йыл, Кетчум, Айдахо, АҠШ) — Америка яҙыусыһы, журналист, әҙәбиәт буйынса Нобель премияһының 1954 йылғы лауреты.

Хемингуэй бер яҡтан — үҙенең романдары һәм күп һанлы хикәйәләре, икенсе яҡтан — мажараларға һәм көтөлмәгән хәлдәргә тулы тормошо менән киң танылыу ала. Уның ҡыҫҡа һәм сағыу стиле XX быуат әҙәбиәтенә һиҙелерлек йоғонто яһай.

Эрнест сабый сағында.

Эрнест Хемингуэй 1899 йылдың 21 июлендә Чикаго ситендәге өҫтөнлөк менән файҙаланыусылар йәшәгән Оук-Парк (Иллинойс, АҠШ) ҡалаһында тыуа. Уның атаһы Кларенс Эдмонт Хемингуэй табип була, ә әсәһе Грейс Холл бар ғүмерен балаларын тәрбиәләүгә бағышлай.

Атаһы, улының киләсәктә уның юлын һайлап, медицина һәм тәбиғәт белеме менән шөғөлләнер, тип хыялланып, иң бәләкәй сағынан уҡ Эрнеста тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләргә тырыша. Эрниға 3 йәш тулғас, атаһы уға беренсе ҡармағын бүләк итә һәм уны үҙе менән балыҡҡа ала. Буласаҡ яҙыусы 8 йәшенә Урта Көнбайышта булған бөтә ағас, сәскә, ҡош, балыҡ һәм хайуандар исемдәрен яттан белә. Әҙәбиәт Эрнестың икенсе бер яратҡан шөғөлөнә әйләнә. Малай сәғәттәр буйы өй китапханаһынан тапҡан китаптарҙы уҡып ултыра, уға бигерәк тә Дарвиндың эштәре һәм тарихи әҙәбиәт[17] оҡшай.

Хемингуэйҙар йорто. Оук-Парк

Әсәһе малайының теләгенә ҡаршы төшә, шуға ла көн һайын Хемингуэй музыка менән шөғөлләнергә мәжбүр була.

Оук-Парктағы ҡышҡы йорттарынан тыш ғаиләнең Валлун күле янында «Уиндмир» коттеджы була. Хемингуэй һәр йәй һайын ата-әсәһе, ағалары-ҡустылары һәм һеңлеләре менән ошо тыныс урында ял итә. Малай өсөн «Уиндмир»ға барыу тулыһынса ирек алыу менән бер була. Бер кем дә уның виолончелдә уйнауын талап итмәй, һәм уға үҙ эштәре менән шөғөлләнергә мөмкин — яр буйында балыҡ ҡармаҡлап ултыра, урманда йөрөй, индеецтар ҡасабаһында йәшәгән балалар менән уйнай. 1911 йылда, Эрнестҡа 12 йәш тулғас, Хемингуэй олатаһы уға 20-се калибрлы бер зарядлы ҡорал бүләк итә. Был бүләк олатай менән ейән араһындағы дуҫлыҡты нығыта. Малай олатаһының төрлө ваҡиғалар тураһында һөйләүен тыңларға ярата, шуға ла ғүмере буйы уның тураһында яҡшы хәтирәләр һаҡлай, киләсәктә йыш ҡына ошо хәтирәләрҙе үҙ әҫәрҙәрендә ҡуллана.

Һунар Эрнест өсөн төп мауығыуға әйләнә. Кларенс улын ҡоралды ҡулланырға һәм йәнлекте эҙәрлекләргә өйрәтә. Ник Адамс — үҙенең alter egoһы тураһындағы иң тәүге хикәйәләренең береһен Хемингуэй һунарға һәм атаһы һынына арнай. Атаһының шәхесе, тормошо һәм фажиғәһе — Кларенс үҙ-үҙенә ҡул һала — яҙыусыны һәр саҡ тулҡынландыра[18].

Мәктәп йылдарында Хемингуэй мәктәптәге ҙур булмаған «Изге таҡта» журналында үҙен яҙыусы сифатында таныта. Тәүҙә «Маниту хөкөмө» баҫыла, әҫәр төньяҡ экзотикаһы, ҡан һәм индеецтар фольклоры менән һуғарылған була. Журналдың киләһе һанындағы «Бөтә эш тән төҫөндә» исемле икенсе хикәйәһе — бокстың күҙгә күренмәгән һәм бысраҡ, аҡсаға бәйле яғы тураһында. Артабан, башлыса, спорт ярыштары, концерттарҙан репортаждар баҫыла. Оук-Парктың «аҡһөйәктәре тормошо» тураһындағы мыҫҡыллы мәҡәләләре бигерәк тә популяр була. Был ваҡытта инде Хемингуэй яҙыусы булырға ҡарар итә.

Полиция репортеры

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәктәпте тамамлағандан һуң ул, ата-әсәһе талап итеүенә ҡарамаҫтан, университетҡа уҡырға инмәҫкә ҡарар итә һәм, Канзас-Ситиға күсенеп, унда урындағы The Kansas City Star гәзитенә эшкә төшә. Бында уға ҡаланың төп дауаханаһы, вокзалы һәм полиция участкаһы ингән ҙур булмаған районы өсөн яуаплылыҡ йөкмәтелә. Йәш репортер бөтә ваҡиғалар уртаһында ҡайнай: енәйәтсе оялары менән таныша, фәхишәләр, ялланған үлтереүселәр һәм кеше алдаусылар менән осраша, янғын булған урындарҙы һәм төрмөләрҙе күрә[19]. Эрнест Хемингуэй тормошто күҙәтә, кеше ҡылығының сәбәптәрен аңларға, һөйләшеү рәүешен, ым-ишараһын һәм еҫтәрен хәтерендә ҡалдырырға тырыша. Былар барыһы ла аҙаҡ уның яҙыласаҡ хикәйәләренең сюжеттары, деталдәре һәм диалогтары булырға тейеш. Ошонда уның әҙәби стиле формалаша, ул һәр ваҡыт ваҡиғалар үҙәгендә булырға өйрәнә. Гәзит мөхәррирҙәре уны теүәл һәм аңлайышлы телдә яҙырға һәм күп һүҙлелектән һәм стиль ҡытыршылығынан ҡотолорға өйрәтә[20].

Беренсе донъя һуғышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Эрнест Хемингуэй хәрби формала, 1918 йыл

Хемингуэй армияла хеҙмәт итергә теләй, әммә күреү һәләте насар булғанлыҡтан, оҙаҡ ваҡыт уны хәрби хеҙмәткә алыуҙан баш тарталар. Ләкин, үҙ теләге менән Ҡыҙыл Тәре йәмғиәтенә шофер булып яҙылып, барыбер Италияла Беренсе донъя һуғышы фронтына барып эләгә. Миланға килгәндең беренсе көнөндә үк поездан төшөү менән уны һәм уның менән килгән йәш һалдаттарҙы шартлатылған һуғыш кәрәк-яраҡтары заводы территорияһын таҙартыуға ебәрәләр. Бер нисә йылдан һуң үҙенең тәүге «Хуш, ҡорал!» китабында беренсе тапҡыр һуғыш менән күҙмә-күҙ осрашыуын һүрәтләй. Икенсе көнөнә йәш Хемингуэйҙы фронтҡа Скио ҡалаһында урынлашҡан отрядҡа санитар машина водителе сифатында ебәрәләр. Әммә бында бөтә ваҡыты салундарға йөрөү, кәрттә һәм бейсболда уйнау кеүек күңел асыуҙарҙа үтә. Бындай тормош Эрнестың күңеленә хуш килмәй, шуға ул Пьяве йылғаһы янына күсереүҙәренә өлгәшә, унда армия кибеттәрен хеҙмәтләндереү менән шөғөлләнә. Тиҙҙән алғы һыҙыҡҡа эләгеү ысулын таба: туранан-тура окоптағы һалдаттарға аҙыҡ-түлек ташый башлай.

1918 йылдың 8 июлендә Хемингуэй яралы итальян снайперын ҡотҡарғанда австрия пулемёт һәм минометтары уты аҫтына эләгә, әммә тере ҡала. Госпиталдә тәненән 26 ярсыҡ соҡоп алалар, Эрнестың тәнендә ике йөҙҙән ашыу яра була. Оҙаҡламай уны Миланға күсерәләр, унда пуля тишкән тубыҡ ҡапҡасы урынына табиптар алюминь протез ҡуя.

Бер йыл тирәһе Хемингуэй, алынған яраларын дауалап һәм үҙенең киләсәге тураһында уйланып, ғаиләһе янында була, 1920 йылдың 20 февралендә яңынан журналистикаға ҡайтыу өсөн Торонтоға (Канада) күсенә. Ул Toronto Star гәзитенә урынлаша, эш биреүсеһе йәш репортерға теләһә ниндәй темаларға яҙырға рөхсәт итә, әммә тик баҫылып сыҡҡан мәҡәләләр өсөн генә аҡса түләй. Эрнестың «Күсмә картиналар күргәҙмәһе» һәм «Бушлай ҡырынып ҡарағыҙ» кеүек тәүге эштәре сәнғәт һөйөүселәрҙең һауалы булыуын һәм американдарҙың төрлө хөрәфәттәргә ышанып барыуын тәнҡит утына тота. Аҙағыраҡ һуғыш, үҙ йорттарында бер кемгә лә кәрәкмәгән ветерандар, гангстерҙар һәм ахмаҡ чиновниктар тураһындағы етди материалдары баҫыла башлай.

Шул уҡ йылдарҙа Эрнестың өлкәгәйеүен танырға теләмәгән әсә һәм ул араһында конфликт тоҡана. Бер нисә бәхәс һәм низағтан һуң Хемингуэй, Оук-Парктан әйберҙәрен алып, Чикагоға күсенә. Был ҡалала ул Toronto Star менән хеҙмәттәшлеген дауам итә һәм «Cooperative Commonwealth» журналында мөхәррирләү эше менән дә параллель рәүештә шөғөлләнә. 1921 йылдың 3 сентябрендә Эрнест йәш пианистка Хэдли Ричардсонға өйләнә һәм уның менән, күптән хыялында йәшәгән Парижға (Франция) юллана.

Эрнест Хемингуэй улы Бамби менән, 1926 йыл

Йәшәү һәм йәй айҙарында донъя буйлап сәйәхәт итеү өсөн Хемингуэйға бик күп эшләргә тура килә. Ул аҙна һайын Toronto Starға үҙенең хикәйәләрен ебәрә башлай. Редакция яҙыусынан Европа тормошо, көнкүреше һәм ғәҙәт-йолалары тураһында һүрәтләмәләр көтә. Был Эрнестҡа очерктары өсөн темаларҙы үҙенә һайлау, уларҙа үҙ стилен булдырыу мөмкинлеген бирә. Ул тәүге очерктарында арзанлы кәйеф-сафа артынан һуғыштан һуңғы Европаға эркелеп килгән Америка туристарынан, «алтын йәштәрҙән» һәм еңел-елпе тормош алып барғандарҙан мыҫҡыллап көлә («Бына шундай ул — Париж», «Америка богемаһы Парижда» һәм башҡалар).

1923 йылда Эрнест «Шекспир һәм компание» тип аталған китап кибетенең хужабикәһе булған Сильвия Бич менән таныша. Улар араһында йылы дуҫтарса мөнәсәбәт урынлаша. Хемингуэй күп ваҡытын Сильвия кибетендә үткәрә, прокатҡа китаптар ала, Париж богемаһы, уның кеүек үк кибеткә йыш йөрөүсе яҙыусылар һәм рәссамдар менән таныша. Йәш Эрнест өсөн Гертруда Стайн менән танышыу иң ҡыҙыҡлыһы һәм әһәмиәтлеһе була. Ул Хемингуэй өсөн өлкән һәм тәжрибәлерәк иптәшкә әйләнә, уның менән кәңәшләшә, әҙәбиәт тураһында фекер алыша. Гертруда гәзит эшенә кәмһетеп ҡарай һәм Эрнесты, уның тормоштағы төп билдәләнеше яҙыусы булыу, тип инандырырға тырыша. Сильвия Бич кибетендә йыш булған ҡунаҡ Джеймс Джойсҡа ла Хемингуэй яҡынлай. Джойстың «Улисс» романы АҠШ-та һәм Англияла цензура тарафынан тыйылғас, ул Чикаголағы дуҫтары аша китаптарҙы йәшәрен ташыуҙы һәм таратыуҙы юлға һала.

Генуя — Константинополь — Германия

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эрнест Хемингуэйға иң беренсе әҙәби уңышын пессимизмға ҡоролған, әммә 1920-се йылдарҙа Францияла һәм Испанияла йәшәгән йәш кешеләрҙең «юғалған быуыны» тураһындағы 1926 йылда донъя күргән сағыу «Ҡояш барыбер ҡалҡа» романы алып килә.

Хемингуэй эш өҫтөндә. 1930-се йылдар

1927 йылда Эрнест Хемингуэйҙың «Ҡатын-ҡыҙҙарһыҙ ир-егеттәр» хикәйәләр йыйынтығы, ә 1933 йылда — «Еңеүсе бер нимә лә алмай» китабы сыға. Улар Хемингуэйҙы уникаль ҡыҫҡа хикәйәләр авторы булараҡ таныта. «Үлтереүселәр», «Фрэнсис Макомберҙың оҙайлы булмаған бәхете» һәм «Килиманджаро ҡарҙары» бигерәк ҙур билдәлелек ала.

Шулай ҙа Хемингуэй күптәргә «Хуш, ҡорал!» (1929) романы буйынса таныш. Ул — Беренсе донъя һуғышы фонында үҙ теләге менән һуғышҡа килеп эләккән АҠШ һалдаты һәм Англия шәфҡәт туташы араһында тыуған мөхәббәт тарихы. Китап Америкала бығаса булмаған уңышҡа өлгәшә, хатта иҡтисади көрсөк тә һатыуға ҡамасаулай алмай.

1930 йыл башында Хемингуэй, АҠШ-ҡа ҡайтып, Флоридала Ки-Уэст ҡаласығына урынлаша. Бында ул, балыҡ ҡармаҡлау менән мауыға, Багама утрауҙарына, Кубаға үҙ яхтаһында сәйәхәт ҡыла һәм яңы хикәйәләр яҙа. Биографтарҙың фекеренсә[21], тап ошо осорҙа уға олуғ яҙыусы даны килә лә инде. Уның авторлығы билдәләнегән әҫәр тиҙ арала ташҡа баҫыла һәм күп һанлы тираж менән тарала. Аҙаҡ ғүмеренең иң матур бер нисә йылы үткән йортта яҙыусының музейы булдырыла.

1930 йылдың көҙөндә Эрнест етди автоһәләкәткә тарый, һөҙөмтәлә һөйәктәре һына, башы йәрәхәтләнә һәм ныҡлап аяҡҡа баҫыу өсөн уға ярты йылға яҡын ваҡыт талап ителә. Хатта уға бер ни тиклем ваҡытҡа ғәҙәттәге яҙыу ҡоралы булған ҡәләмдән баш тартырға тура килә, әҫәрҙәрен машинкала баҫа башлай. 1932 йылда ул «Төштән һуңғы үлем» романына тотона, унда ул корриданы йола һәм батырлыҡты һынау булараҡ кәүҙәләндерә. Китап, Хемигуэйҙы, «беренсе һанлы» американ яҙыусыһы статусын раҫлап, бестселлерға әүрелә.

1933 йылда Хемингуэй «Еңеүсе бер нимә лә алмай» исемле хикәйәләр йыйынтығына тотона, уның килемен үҙенең күптәнге хыялы — Көнсығыш Африка буйлап оҙайлы сәфәргә барыуҙы планлаштыра. Был юлы ла китап өмөтөн аҡлай, яҙыусы сәйәхәткә юл ала.

Хемингуэй Танганьика күле тирәһенә бара, урындағы ҡәбиләләр вәкилдәренән хеҙмәтселәр һәм юл күрһәтеүселәр яллай, лагерын урынлаштырып, һунарға йөрөй. 1934 йылдың ғинуарында, сираттағы сәфәренән ҡайтҡас, Эрнест амёба дизентерияһы сире менән зарарлана. Яҙыусының хәле көндән-көн мөшкөлләнә, һаташа, ә организмы һыуһыҙлана бара. Дар-эс-Сәләмдән яҙыусыны алырға махсус самолет ебәрелә, шулай итеп, ул баш ҡала территорияһына эләгә. Бында, Англия госпиталендә бер аҙна дауалана, әүҙем терапия курсын үткәс, сәләмәтлеге яҡшыра.

Ауырыуына ҡарамаҫтан, был һунар сезоны Хемингуэй өсөн уңышлы тамамлана: ул өс арыҫлан атып ала, трофейҙары араһында егерме ете антилопа, ғәләмәт ҙур буйвол һәм Африкалағы башҡа хайуандар була. Танганьикала алған тәьҫораттары «Мисс Мэриның арыҫланы» китабында теркәлә, уны Хемингуэй ҡатынына һәм арыҫлан артынан бик оҙаҡ һунар итеүенә арнай. «Африканың йәшел түмәләстәре» (1935) әҫәрендә лә Африка темаһы дауам итә. Ғәмәлдә әҫәрҙәр — һунарсы һәм сәйәхәтсе Эрнестың көндәлектәре.

Испанияла Граждандар һуғышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1937 йыл башында яҙыусы сираттағы «Хужа булыу һәм булмау» китабын тамамлай. Повеста АҠШ-тағы Бөйөкдепрессия осорондағы ваҡиғаларға автор баһаһы ҡуйыла. Хемингуэй проблемаға, нужанан ҡасып, контрабандист булып киткән Флорида кешеһе күҙлегенән ҡарай. Бында яҙыусының күп йыллыҡ ижадында тәүге тапҡыр Испаниялағы борсоулы хәлдәр нигеҙендә барлыҡҡа килгән социаль тема күтәрелә. Унда Эрнест Хемингуэйҙы бик ныҡ тулҡынландырған Граждандар һуғышы башлана. Ул генерал Франкоға ҡаршы һуғышҡан республика яҡлыларҙы яҡлай һәм уларға ярҙам йыйыуҙы ойоштора. Аҡса йыйылғандан һуң Эрнест Төньяҡ Америка гәзит Ассоциацияһынан Испаниялағы һуғыш хәрәкәте барышын яҡтыртыу өсөн уны Мадридҡа ебәреүҙәрен үтенә. Тиҙ арала кинорежиссёр Йорис Ивенс етәкселегендәге кино төшөрөү төркөмө туплана, улар «Испания ере» исемле документаль фильм төшөрөргә йыйына. Хемингуэй картинаның сценарийын яҙырға тейеш була.

Һуғыштың иң ауыр көндәрендә Эрнест франкистар ҡамауға алған Мадридта, ваҡытлыса Интернационалистар штабына һәм хәбәрселәр клубына әйләнгән «Флорида» отелендә була. Бомбаға тотоуҙар, артиллерия уты аҫтында берҙән-бер «Бишенсе колонна» (1937) пьесаһы яҙыла, унда һүҙ контрразведканың эше тураһында бара. Ошонда уҡ Эрнест Америка журналисы, буласаҡ өсөнсө ҡатыны Марта Геллхорн менән таныша. Барселона янындағы һуғыш айырыуса ҡанһыҙлығы менән айырылып торғанға күрә, яҙыусы Мадридтан Каталонияға юллана. Ошонда, окоптарҙың береһендә, Эрнест француз яҙыусыһы һәм летчигы Антуан де Сент-Экзюпери һәм интернациональ бригада командиры Ганс Кале менән таныша.

Һуғыштан алған тәьҫораттары Хемингуэйҙың иң танылған романдарының береһе — «Ҡыңғырау кемде иҫкә алып шалтырай» (1940) романында сағылыш таба. Унда республиканың түңкәлеүенең сағыу күренештәре, ошондай финалға килтергән тарих һабаҡтарын аңлау һәм шундай фажиғәле заманда ла шәхестең еңеп сығасағына ышаныс бергә үрелеп бирелә.

Икенсе донъя һуғышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1941 йылда Хемингуэй Балтиморға юллана, ундағы судоверфтән ҙур диңгеҙ катеры һатып ала һәм уға «Пилар» исемен ҡуша. Судноны Кубаға килтергәс, 1941 йылдың 7 декабренә тиклем диңгеҙҙә балыҡ тота. Тап шул мәлдә Япония Пёрл-Харбор базаһына һөжүм итә, һәм Тымыҡ океан ғәрәсәтле һуғыш хәрәкәте зонаһына әүерелә.

1941—1943 йылдарҙа Эрнест Хемингуэй Кубала нацист шпиондарына ҡаршы контрразведка ойоштора, Кариб диңгеҙендә[22] үҙ катерында немец һыу аҫты кәмәләрен эҙәрлекләй. Шунан һуң ул, Лондонға хәбәрсе сифатында[23] күсенеп, журналист эшенә ҡайта.

1944 йылда Хемингуэй, хәрби бомбардировщиктарға ултырып, Германия һәм оккупацияланған Франция өҫтөндә барған һауа һуғыштарында ҡатнаша. Союзниктар Нормандияға төшкән ваҡытта хәрби хәрәкәттәрҙә һәм разведкала ҡатнашырға рөхсәт алыуға өлгәшә. Эрнест 200-гә яҡын кешенән торған француз партизан отрядын етәкләй һәм Париж, Бельгия, Эльзас өсөн барған һуғыштарҙа, «Зигфрид линияһын» өҙөүҙә ҡатнаша. Был алыштарҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Хемингуэйға Бронза йондоҙ тапшырыла.

1949 йылда яҙыусы Кубаға күсенә, унда әҙәби эшмәкәрлегенә ҡабат ҡайта. 1940 йылда уҡ ул Гавананың ҡала ситендә «Финка Вихия» (исп. Finca Vigía) поместьеһында йорт һатып алған була. Шунда «Ҡарт һәм диңгеҙ» (1952) повесы яҙыла. Китапта һәләкәткә дусар булған килеш, бар донъяла япа-яңғыҙ ҡалһа ла, үҙенең ныҡышмалылығына ғына таянып, яҙмыш ғәҙелһеҙлегенә тура ҡарап, тәбиғәт көстәренә батырҙарса ҡаршы тороусы кеше тураһында бәйән ителә. Тотҡан балығын тәләфләгән акулаларға ҡаршы алышҡан ҡартҡа Хемингуэйға хас һыҙаттар һалынған.

1953 йылда Эрнест Хемингуэй «Ҡарт һәм диңгеҙ» повесы өсөн Пулитцер премияһына лайыҡ була. Был әҫәр Хемингуэйға шулай уҡ 1954 йылда әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы бирелеүгә лә йоғонто яһай. 1956 йылда Хемингуэй 1920-се йылдарҙағы Париж тураһында «Һәр ваҡыт һинең менән булған байрам» автобиографик китабы өҫтөндә эшләй башлай. Әммә ул яҙыусы вафатынан һуң ғына донъя күрә

Ул донъя буйлап сәйәхәтен дауам итә, һәм 1953 йылда Африкала етди авиаһәләкәткә эләгә.

Ғүмеренең һуңғы йылдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1960 йылда Хемингуэй, Куба утрауын ҡалдырып, АҠШ-ҡа ҡайта һәм Кетчум (штат Айдахо) ҡалаһында төпләнә.

Хемингуэй етди ауырыуҙарҙан, шул иҫәптән гипертония һәм диабеттан яфалана, әммә «дауалау» өсөн уны Рочестер ҡалаһындағы (АҠШ) Майо психиатрик клиникаһына урынлаштыралар. Ул тәрән депрессияға бирелә, өҫтәүенә эҙәрлекләү паранойяһынан яфалана. Бөтә ерҙә лә ФБР агенттары уның артынан күҙәткән кеүек тойола уға, телефондар тыңлана, уға килгән почта уҡыла, тип фаразлай Хемингуэй, хатта урамда барған ябай кешене ҡайһы берҙә ФБР агентына оҡшата. Әммә 1980-се йылдар башында, Э. Хемигуэйҙың архив эшенән серлелек алынғас, яҙыусы артынан күҙәтеүҙең булыуы раҫлана — яҙыусы ғүмеренең һуңғы биш йылында Делоға ике шикәйәт өҫтәлә; 2011 йылдың 2 июлендәThe New York Times гәзитенең «Фекерҙәр» рубрикаһында яҙыусының дуҫы һәм биографы А. Хотчнер, ФБР, ысынлап, Хемингуэй артынан әүҙем күҙәткән, тигән версияны белдерә[24]).

Дауаланған осорҙа, коридорға сығып, телефондан дуҫына шалтыратып, уны күҙәтеү өсөн бөтә ергә жучоктар ҡуйыуҙары тураһында әйтә. Аҙаҡ та электрошок терапияһын ҡулланып дауалап ҡарайҙар, әммә был һөҙөмтә бирмәй. Ул эшләй алмай, депрессияла була, паранойянан яфалана. Үҙ-үҙенә ҡул һалырға маташып та ҡарай, әммә уны ҡотҡарып ҡалалар.

Майо клиникаһынан сығып бер нисә көн үткәс, 1961 йылдың 2 июлендә Кетчумдағы йортонда Хемингуэй үҙенең яратҡан ҡоралынан атылып үлә, атылыр алдынан бер ниндәй яҙыу ҙа ҡалдырмай.

1. Беренсе ҡатыны — Элизабет Хэдли Ричардсон (1891—1979).
  • Улы — Джон Хэдли Никанор (1923—2000).
    • Ейәнсәрҙәре:
      • Марго (1954—1996),
      • Мариэль (1961).
2. Икенсе ҡатыны — Паулина Пфайфер (1895—1951).
  • Улдары:
    • Патрик (1928)
    • Грегори(1931—2001).
      • Ейәне:
        • Шон Хемингуэй[25] (1967)
3. Өсөнсө ҡатыны — Марта Геллхорн (Martha Gellhorn; 1908—1998).
4. Дүртенсе ҡатыны— Мэри Уэлш (1908—1986).
  1. Хуш, ҡорал! (фильм) (АҠШ, 1932 йыл)
  2. Ҡыңғырау кемде иҫкә алып шалтырай (фильм) (АҠШ, 1943 йыл)
  3. Хужа булыу һәм булмау (фильм) (АҠШ, 1944 йыл)
  4. Үлтереүселәр (фильм) (АҠШ, 1946 йыл)
  5. Макомбер эше (АҠШ, 1947 йыл)
  6. Килиманджаро ҡарҙары (фильм) (АҠШ, 1952 йыл)
  7. Үлтереүселәр (фильм) (СССР, 1956 йыл, ҡыҫҡа метражлы: 19 минут)
  8. Ҡояш барыбер ҡалҡа (фильм) (АҠШ, 1957 йыл)
  9. Хуш, ҡорал! (фильм) (АҠШ, 1957 йыл)
  10. Ҡарт һәм диңгеҙ (фильм) (АҠШ, 1958 йыл)
  11. Үлтереүселәр (фильм) (АҠШ, 1964 йыл)
  12. Фиеста (фильм-спектакль) (СССР, 1971)
  13. Мөхәббәт һәм һуғыш. «Хуш, ҡорал!» романы мотивтары буйынса (АҠШ, 1996 йыл)
  14. Ҡарт һәм диңгеҙ (йәнһүрәт) (Канада-Рәсәй-Япония, 1999 йыл)
  15. Ҡарт һәм диңгеҙ (фильм) (Рәсәй, 2006 йыл) — спектаклдең оҙонлоғо БДТ 01:32:28
  16. Шал (Ҡарт) (Ҡаҙағстан, 2012 йыл)

Йоғонтоһо һәм бағышлауҙар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1989 йылда Генри С. Виллард (ингл. Henry S. VillardHenry S. Villard) һәм Джеймс Нагель (ингл. James NagelJames Nagel) «Хемингуэй: мөхәббәттә һәм һуғышта: Агнес фон Куровскиҙың юғалған көндәлеге» документаль романын баҫтырып сығара (ингл. Hemingway in Love and War: The Lost Diary of Agnes von Kurowsky Hemingway in Love and War: The Lost Diary of Agnes von Kurowsky). Китап Агнестың хаттарына, шулай уҡ Эрнестың үҙенең корреспонденцияларына нигеҙләнеп яҙылған, һәм Беренсе Донъя һуғышы осорондағы[26] романтик мөнәсәбәттәр тураһында һөйләй. Америка Ҡыҙыл Тәре йәмғиәтенең шәфҡәт туташы Агнес фон Куровски Хемингуэйҙың «Хуш, ҡорал!» күбеһенсә автобиографик романының героиняһы Кэтрин Барклиҙың прототибы була. 1996 йылда Виллард һәм Нагель китабы буйынса Ричард Аттенборо «Мөхәббәттә һәм һуғышта» фильмын төшөрә, унда йәш Хемингуэйҙы Крис О ' Доннелл уйнай.

1996 йылда Рәсәй журналисы һәм яҙыусыһы Игорь Михайлов яҙыусының Париждағы яратҡан урындары тураһында һөйләгән «Хемингуэйҙың Парижы» тигән документаль фильм төшөрә.

2011 йылда «Мөхәббәттән артығыраҡ» циклынан «Эрнест Хемингуэй һәм Мэри Уэлш» документаль фильмы төшөрөлә (Мәҙәниәт телеканалы һәм «Студия „Фишка- фильм“» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Рәсәй, Мәскәү). «Ҡарт һәм Мэри: Эрнест Хемингуэйҙың һуңғы төнө» (режиссеры — Ирина Евтеева)[27].

2014 йылда Игорь Михайлов «Нәфис әҙәбиәт» нәшриәтендә «Эрнест Хемингуэй тормошонан роман» документаль романын баҫтыра.

Куба яҙыусыһы Леонардо Падур «Хуш, Хемингуэй!» нәфис романында Хемингуэйҙың утрауҙағы тормошо темаһы күтәрә.

Эрнест Хемингуэй, беллетристикала әҙәби персонаж булараҡ, Америка журналисы һәм яҙыусыһы Крэйг Макдональдтың (инг.)баш.[28] бер нисә романында урын ала.

1960-сы йылдарҙа лётчиктар әҙерләүсе училищеның Кубанан килеп уҡыған курсанттары Рязань өлкәһенең Сасово ауылында Эрнест Хемингуэйға һәйкәл ҡуя.

Яҙыусының тормошона байтаҡ ҡына кинематографик эштәр арнала. 1996 йылда режиссер Ричард Аттенбороның «Мөхәббәт һәм һуғыш» фильмы сыҡты, ул яҙыусы «Хуш, ҡорал!» романында һүрәтләгән реаль ваҡиғаларға нигеҙләнеп төшөрөлә. Режиссер Филип Кауфмандың «Хемингуэй һәм Геллхорн» (2012) фильмы Эрнест Хемингуэй менән уның өсөнсө ҡатыны, «Ҡыңғырау кемде иҫкә ала» романын яҙырға илһамландырған Марта Геллхорн араһындағы мөнәсәбәттәр хаҡында бәйән итә, фильмда төп ролдәрҙе Николь Кидман менән Клайв Оуэн башҡара. Яҙыусы образы, эпизодик персонаж булараҡ, нәфис фильмдарҙа күп тапҡыр ҡулланыла. Алан Рудольфтың «Модернистар», Вуди Аллендың «Парижда төн уртаһы», Майкл Грандаджтың «Гений», «Йәш Индиана Джонс хроникаһы» телевизион сериалында бер нисә эпизодта Хемингуэй пәйҙә була.

  1. 1,0 1,1 Record #97006051 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 2,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. BeWeB
  4. 4,0 4,1 Young P. Ernest Hemingway // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  5. 5,0 5,1 Ernest Hemingway // SNAC (ингл.) — 2010.
  6. Deutsche Nationalbibliothek Record #118549030 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  7. https://www.hemingwaybirthplace.com/
  8. https://www.ocregister.com/2015/08/12/ernest-hemingways-idaho-house-listed-on-national-register-of-historic-places/
  9. https://archive.nytimes.com/www.nytimes.com/books/99/07/04/specials/hemingway-obit.html
  10. https://www.forbes.com/sites/jimclash/2016/09/02/homage-visit-to-ernest-hemingways-idaho-grave-unsettles/
  11. Sanford, Marcelline Hemingway // OPAC SBN (итал.)
  12. https://drunkard.com/56-fi-hemingway/
  13. https://www.celticcurse.org/2016/01/hemingway-death-and-hemochromatosis.html
  14. https://norman.hrc.utexas.edu/fasearch/findingAid.cfm?eadid=00056
  15. Hemingway, Ernest // https://web.archive.org/web/20210630075411/https://www.dacs.org.uk/licensing-works/artist-search/artist-details?ArtistId=da63d5fe-c255-e711-87d7-000c29e811b2
  16. https://data.performing-arts.ch/a/33d7927b-aaaa-4000-a5b6-be36d26067bc / под ред. Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы
  17. Б. Т. Грибанов. Эрнест Хемингуэй. — М.: Феникс, 1984. — 544 с. — (Мужчина — миф). — 5000 экз. — ISBN 5-222-00224-1.
  18. L. Wagner-Martin. A Historical Guide to Ernest Hemingway. — New York: Oxford University Press, 2000. — ISBN 0-19-512151-1.
  19. J. Meyers. Hemingway: A Biography. — London: Macmillan, 1985.
  20. А. М. Паскуаль. Эрнест Хемингуэй / А. Беркова. — М.: АСТ, 2006. — 188 с. — (Биография и творчество). — 4000 экз. — ISBN 5-17-034527-5.
  21. J. R. Mellow. Hemingway: A Life Without Consequences. — New York: Houghton Mifflin, 1992. — ISBN 0-395-37777-3.
  22. Ян Шенкман «Человека не следует убивать, надо просто ему налить» // Новая газета. — 2017. — № 47-48 (2624—2625). 05.05.2017
  23. Ю. Прапоров. Хемингуэй на Кубе. — М.: Советский писатель, 1982. — 576 с. — 100 000 экз.
  24. The New York Times. Hemingway, Hounded by the Feds. Дата обращения: 1 июль 2011. Архивировано 4 февраль 2012 года.
  25. Хемингуэя напечатают без купюр
  26. Villard, Henry Serrano & Nagel, James. Hemingway in Love and War: The Lost Diary of Agnes von Kurowsky: Her letters, and Correspondence of Ernest Hemingway. ISBN 1-55553-057-5 H/B, ISBN 0-340-68898-X P/B.
  27. Больше, чем любовь. Эрнест Хемингуэй и Мэри Уэлш. Телеканал «Культура» (7 декабрь 2011). Архивировано 23 июнь 2012 года. 2012 йыл 17 март архивланған.
  28. McFarland, Ron. Appropriating Hemingway: Using him as a Fictional Character. United States: McFarland &Company Inc., 2014