Алкоголизм
Алкоголизм | |
Поражает | взрослый человек[d], бала[1][2] һәм тинейджер[d][3] |
---|---|
Медицина тармағы | психиатрия[d], медицинская токсикология[d], психология, vocational rehabilitation[d] һәм наркология[d] |
Лечение | психотерапия[d] һәм когнитивно-поведенческая психотерапия[d][4] |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 60 030 |
ICPC 2 | P15 |
Алкоголизм Викимилектә |
Алкоголизм (лат. alcoholismus от ғәр. الكحل [al-kuħl] ← артик ال [al] + كحل [kuħl] «сурьма»)[5] шулай уҡ хроник алкоголизм, хроник алкоголь интоксикацияһы, этилизм, алкоголь токсикоманияһы[6][7] һәм башҡа — хроник психик прогредиент ауырыу[8][9], алкоголгә (этил спиртына) һәүәҫлек һәм психик һәм физик бәйләнгәнлек менән билдәләнгән токсикомания[10] төрө.. Алкоголизм эселгән иҫерткес эсемлектең күләмен контролдә тота белмәү, акоголгә толерантлыҡ (спиртнлы эсемлекте ҡәнәғәтләндеү тойғоһон тәьмин итерлек дозала ҡулланыу, абстинент синдром, сорбент органдарҙың токсик елкенһенеүе, шулай уҡ иҫерек мәлдә булған айырым ваҡиғаны хәтерләмәү кеүек уңышһыҙлыҡтар менән характерлана[11].
1979 йылда Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы «алкоголизм» терминын Халыҡ-ара ауырыуҙар классификацияһынан (Междунаро́дная статисти́ческая классифика́ция боле́зней и пробле́м, свя́занных со здоро́вьем Деся́того пересмо́тра (МКБ-10) — версия классификатора МКБ, разработанная в 1989 году) ала һәм «алкоголгә бәйлелек синдромы»[12] термины менән алмаштыра. МКБ-10-да алкоголизм «алкоголь эсеү арҡаһында килеп сыҡҡан психик һәм холоҡ-фиғел боҙолоуы» (F10) рубрикаһына ингән «бәйлелек синдромы» (F10.2) булараҡ, ә америка классификацияһы DSM-5 «алкоголь ҡулланыу арҡаһында барлыҡҡа килгән кире үҙгәрештәр» йәки «алкоголь ҡулланыуҙан ҡаҡшау» (ингл. alcohol use disorder) булараҡ билдәләнә.
Алкого́лик — алкоголизм менән сирләүсе.
XIX быуатта уҡ инде, халыҡ етешерәк йәшәй башлау менән алкоголизм да үҫә башлай, тип иҫәпләнгән.[13] Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы фекеренсә, донъяла алкоголизм сире менән ауырыу тенденцияһы даими рәүештә үҫә: әгәр 2000 йылда алкоголизм менән сирлеләр донъяла 140 миллион самаһы булһа, 2010 йылда инде — 208 миллион самаһы: шундай тенденция дауам итһә, 2050 йылға донъяла 9,5 миллиард халыҡтан 500 миллион кеше, йәғни 19-ҙың 1-һе алкоголизм сиренән интегәсәк.
Медицина билдәләмәһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Америка медицина ассоциацияһы (Journal of the American Medical Association) журналы алкоголизм «спиртлы эсемлектәрҙе ҡулланыуҙа контроль булмауы, алкоголгә һәүәҫлек, кире эҙемтәләргә, фекерләү боҙолоу күренешенә лә ҡарамай, алкоголь ҡулланыу бәйле беренсел, хроник ауырыу» тип билдәләне[14].
DSM-IV (психиатрия һәм физиологияла диагностика стандрты) алкоголде артыҡ ҡулланыуҙы, ҡабатланып торған кире эҙемтәләренә ҡарамаҫтан, һаман туҡтамай ҡулланыу, тип билдәләй[15].
APA Dictionary of Psychology, мәғлүмәте буйынса, алкоголизм — ул алкоголгә (иҫерткес эсемлеккә) бәйлелек термины өсөн көндәлек исем. Был ниндәй бәйлелек төрөнә ҡарай: физик (абстиненция синдромы хас), психологик (шартлы рефлексҡа ярҙам итеүгә нигеҙләнгән) төрөнәме йәки тегеһенә лә, быныһына ламы тигән бәхәс барғанын иҫәпкә алыр кәрәк.
Сирҙе өйрәнеү тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Хроник алкоголизм» терминын 1849 йылда швед табибы һәм йәмәғәт эшмәкәре М. Гусс (M. Hüss), спиртлы эсемлектәрҙе оҙайлы һәм саманан тыш күп ҡулланыу арҡаһында, кеше организмында патологик үҙгәрештәр йыйылмаһын билдәләү маҡсатында, беренсе тапҡыр ҡуллана[11][16]. Әммә эскеселек (спиртлы эсемлектәрҙе сама белмәй ҡулланыу) һәм алкоголизм (ауырыу) араһында айырма оҙаҡ ваҡыт билдәләнмәне. Дөйөм алғанда, XIX һәм XX быуат башында алкоголгә бәйле булыу дипсомания тип аталды, ләкин хәҙер был термин башҡа мәғәнәгә эйә. Алкоголизм — ул ауырыу тигән күҙаллауҙар Э Крепелин, К. Бонгеффер, Э Блейлер, С. С. Корсаков, С. Г. Жислин, И. В. Стрельчук хеҙмәттәрендә нығытылған[11]. Алкоголизм ауырыу булараҡ Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тарафынан 1952 йылда раҫлана.
Эпидемиологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә XX быуат дауамында алкоголизм менән ауырыған кешеләр һанының тотороҡло артыу тенденцияһы күҙәтелә. Мәҫәлән, 15 иҡтисади яҡтан үҫешкән илдәрҙә йыллыҡ уртаса үлсәм үҫешкән илдәрҙә 1900—1929 йылдарҙа 1000 кешегә 0,3, 1956—1975 йылдарҙа 12,3 — тәшкил итә; бары тик 1930 йылдан 1965 йылға тиклем алкоголизм менән ауырыуҙар һаны 50 тапҡыр арта[17]. 1980 йылдарҙан башлап ҙур алкоголизм эпидемиологик тикшеренеүҙәре үткәрелә; улар алкоголизм һәм эскеселек таралыу кимәле илдәр араһында күпкә айырылғанын күрһәтә. Шулай, алдынғы илдәрҙә алкоголизм эпидемиологияһы буйынса тәүге тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, алкоголизм Францияла, артабан АҠШ-та, Швейцарияла һәм Швецияла таралған. Әммә ваҡыт үтеү менән күрһәткестәр үҙгәрә; мәҫәлән, АҠШ-та алкоголь ҡулланыу кәмей, ә элекке СССР илдәрендә һәм Япония — арта.[18]. Донъяла XXI быуат башына йылына 200 миллиард литрҙан ашыуыраҡ иҫерткес эсемлек етештерелә; бөтә алдынғы илдәрҙең 15 йәштән өлкәнерәк халҡының күпселеге спиртлы эсемлек ҡуллана, шул иҫәптән көн һайын ҡатын-ҡыҙ ир-аттың 1/6 өлөшө һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың яҡынса 1/13 өлөшө алкоголде көн һайын эсә[11]. Алдынғы илдәрҙә йән башына йылына алкоголь ҡулланыу 7-14 литр тәшкил итә; үҫешкән илдәрҙә был күрһәткес кәмерәк, әммә уның үҫеш тенденциялары билдәләнә. Рәсәйҙә 2005 йылда алкоголь ҡулланыу күләме йән башына 11 литр; Рәсәйҙә 2009 йылда алкоголизм менән ауырыусылар һаны 100 мең халыҡҡа 1523,3 кеше тәшкил итә[19]. RLMS-HSE мәғлүмәттәре буйынса, 2010 йылда рәсәй ирҙәренең 34,9 % һәм ҡатын-ҡыҙҙарының 21,8 % айыҡ тормош алып барған; 61 һәм унан өлкәнерәк йәш төркөмөндә айыҡтар күберәк (34,9 %), ә 26-40 йәш төркөмөндә эсмәүселәр иң аҙы (19 %). Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, диагноз «Алкоголь ҡулланыу арҡаһында психик һәм холоҡ-фиғел ҡаҡшауы» диагнозы 15 миллиондан ашыу кешегә ҡуйыла, һәм «алкоголизм» диагнозы ир-аттарға ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда 3 тапҡыр йышыраҡ ҡуйылаhttps://doctor.rambler.ru/pharma/43653347-nazvano-sootnosheniya-muzhchin-i-zhenschin-v-rf-zloupotreblyayuschih-alkogolem/. Төп хәүеф төркөмөн 35-65 йәштәгеләр тәшкил итә.
Фармакодинамикаһы һәм метаболизмы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫерткес эсемлектең тәьҫир итеүсе компоненты — этанол — тиҙ арала кешенең ашҡаҙан-эсәк трактына, мейеһенә үтеп инә, кешенең нервы күҙәнәктәре менән бәйләнешкә инә[20]. Спиртлы эсемлек эскәндән һуң, ҡанда этанол тупланыуы 45-90 минутта максимумға етә[11]. Этанол организмдан үҙгәрмәгән килеш үпкә, бөйөр, һөт һәм тир биҙҙәре һәм тиҙәк, башлыса бауырҙа барған биотрансформация юлы менән сығарыла. Беренсе тәүлектәр дауамында алкоголдең организмда тарҡалыуы һәм сығарылыуы дауам итә:
- Цитозолда әселәнеү: C2H5OH + 2HAD → C2H4O + 2HAD°H — сәләмәт кеше организмынан этанолдың 70-80%-н төп сығарыу юлы.
- Бауырҙың этанолды (микросомаль) әселәндереүе ярҙамында.
- Ахырҙа, туҡымаларҙың каталазы, оксидазы һәм пероксидазы (Peroxidase}) ярҙамында. сәләмәт кешеләрҙә этанол метаболизмының 15%-ын тәшкил итә, алкоголизм ауырыуынан яфаланыусыларҙа уның роле арта.
Ацетальдегидтың тамамланыу юлы: альдегиддегидрогеназ ярҙамында ацетатҡа әйләнеүе, йәғни ацетил-КоА ҡатнашлығында углекислота һәм һыуға тиклем әселәнеүе: C2H4O → ацетат → CO2 + Н2O + энергия[21]. Сәләмәт кешелә әселәнеү тиҙлеге даими һәм сәғәтенә тән массаһының килограмына яҡынса 0,1 г таҙа этанол тәшкил итә. Ҡабул ителгән алкоголдең 10%-на тиклеме үҙгәрешһеҙ бөйөр һәм тын юлдары аша сығарыла[11].
Алкоголдең организмға саманан тыш артыҡ эләгеүенән тәбиғи һаҡланыу юлы — ул ҡоҫоу рефлексы, әммә сир үҫә барған һайын ул кәмей бара[11].
Этиологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һис шикһеҙ, кешегә күңелләнеү (эйфория), йоҡоға талдырыу, алдаҡ йылытыу үҙенсәлектәре һ. б. сифаттары алкоголде эсеүгә сәбәп булып тора[22]. Алкоголизм этиологияһын күп төрлө ҡараш бар. Мәҫәлән, W Sudduth (1977) этанолдың ашҡаҙан-эсәк трактына йоғонтоһо сир үҫешенең нигеҙен тәшкил итә тип иҫәпләй. Уның теорияһы буйынса, этанол, файҙалы матдәләрҙе һеңдереүҙе тоҡарлап, токсиндарҙы һеңдереүҙе көсәйтә. Яйлап токсиндар күберәк була бара, һәм был осраҡта этанол берҙән-бер антибактериаль һәм нейроблоклау агенты булып ҡала. Ул ваҡытлыса хәлде яҡшырта һәм «компульсив әүәҫлекте» билдәләй һәм сығыу юлын тарайтҡан йомоҡ ҡулса барлыҡҡа килә. Пятницкая: «Алкоголизмдың неврологик һәм генетик симптоматикаһын тап шул токсик боҙоҡ түңәрәк аңлата ла инде» тип яҙа[22].
Бөгөнгө көндә алкоголде һирәк (острый) һәм хроник ҡулланыу мейе нейрохимик системалары функцияһына, мәҫәлән, эанолдың үҙәк нерв системаһына γ-аминомай кислотаһы — ГАМК-тың тәьҫир итеү механизмына әһәмиәтле иғтибар бирелә[21]. И. П. Анохина (1995) эскелеккә бәйлелек формалашыуҙың дөйөм звеноһы булып матдәнең (уның фекеренсә, бында башҡа наркотиктар ҙа булыуы мөмкин) мейене нығытыу системалары локалләшкән өлкәгә катехоламин, атап әйткәндә, дофамин медиацияһына тәьҫир итеүе ти[23].
Әммә, сирҙең механизмы асыҡ ҡына билдәле булмһа ла, ауырыуҙың төп сығанағы — ул спиртлы эсемлектәр һәм улар атҡарған ғәмәлдәр. Бынан тыш, күп нәмә биологик, психологик һәм социаль факторҙарға бәйле.
- Социаль факторҙар. XIX быуатта уҡ, тормош кимәле яҡшырған һайын, халыҡтың эскелеккә һалышыуы артасаҡ тигән күҙаллау була. 10 % алкоголик ирҙәр һәм 50 % алкоголик ҡатындар алкоголиктар менән йәшәй. Күп кенә традициялар эскелеккә, артабан алкоголизмға килтерә[24]. Сексуаль аҙсылыҡ кешеләре эскелеккә тиҙерәк бирешә[25]. Лесбиянкалар һәм бисексуал ҡатындар араһында, гетеросексуаль ҡатындар менән сғыштырғанда, эскелек күренештәре йышыраҡ осрай[26].
- Эскелеккә биологик һәүәҫлек (йәки физиологик факторҙар). Шундай ҡараштар элек тә булған һәм хәҙер ҙә бар[27]. Гены, вариации и мутации которых ассоциированы с уровнем потребления алкоголя и риском алкоголизма: ADH1B[28]. 2020 йылда 435 мең кешенең геномдарын тикшереү алкоголизмға алып килеүсе 29 генетик факторҙы асырға ярҙам итте.[29].
- Психологик фактор. Үҙәк нерв системаһы депрессанты булараҡ, кеше алкоголде борондан уҡ, ҡайһы бер диндәрҙе ҡыҫтырмағанда, ҡулланған. Кешелек тормошоноң иртә этаптарында индивидуаль эскеселек мөмкин булмаһа, цивилизация прогресы менән яңғыҙ эскелек тә үҫешә. Көсһөҙ, үҙ тормошон дөрөҫ ойоштора белмәгән кеше был донъяла юғалып ҡала һәм йыш ҡына шешәгә үрелә[30]. Айырым психиатрик сир фонында ауыр формалағы алкоголләшеү ҙә күҙәтелә[31].
Патогенезы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сирҙең патологияһы ныҡлап өйрәнелмәгән. Берәүҙәрҙә психотик ҡаҡшау тиҙ барлыҡҡа килә, ә бәғзеләре яйлап, деструктив-органик нигеҙҙә үҙгәрә[32]. Алкоголдең конкрет органдарға йоғонтоһон өйрәнеү башланды. Күп ҡырлы тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә төрлө патологияларҙың берҙән-бер радикалы — алкоголиктарҙың гипоадренергияһы асыҡланды[33]. Шулай алкоголгә әүәҫлектең конкрет нейрональ системаға бәйлелеге асылмаған[34]. Ниндәй органдар иң күп хроник интоксикациялана, шуның буйынса ғына фекер йөрөтөргә мөмкин.
Алкоголизм психик боҙолоу симптоматикаһы һәм эске органдарҙың үҙенә генә хас ҡаҡшауы менән билдәләнә. Алкоголь эсемлектәрҙең организмға тәьҫире тере туҡымаларға йоғонто яһаусы бер нисә типтағы патогенетик механизмдан тора.
И. П. Анохина фекере буйынса, алкоголдең психик-әүҙем тәьҫиренең төп патогенетик звеноһы булып төрлө нейромедиатор системаларының, бигерәк тә катехоламин системаһының әүҙемләшеүе тора[23]. Үҙәк нерв системаһының төрлө кимәлдәрендә был матдәләр (катехоламиндар һәм бета-эндорфиндар (эндогенлы опиаттар) төрлө эффекттар, ауыртыныуға һиҙгерлектең артыуын, эмоциялар һәм үҙеңде тотоу реакциялары менән, билдәләнә. Алкоголде өҙлөкһөҙ ҡулланыу һөҙөмтәһе — ошо системалар эшмәкәрлегенең боҙолоуы, абстинент синдром, алкоголгә тәнҡит күҙлегенән ҡарау һ. б. алкоголгә бәйлелекте барлыҡҡа килтерә[35]
Алкоголдең организмда әселәнеүе (окисланыуы) ағыулы матдә — организмды даими рәүештә интоксикациялаусы ацетальдегид барлыҡҡа килтерә. Ацетальдегид ҡан тамырҙарына (атеросклерозды шәбәйтә), бауыр туҡымаларына (алкоголь гепатиты), мейе туҡымаларына (алкоголь энцефалопатияһы) иң көслө ағыу һымаҡ тәьҫир итә.
Сирҙең стадиялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алкоголизм алкоголгә көслө психик һәм физик бәйлелек менән билдәләнә. Алкоголизм, патология булараҡ, үҙенең үҫешендә яйлап алкоголь бәйлелегенә килтереүсе, спиртлы эсемлектәр ҡулланғанда үҙен контролдә тотоу мөмкинлегенең кәмей барыуы, шулай уҡ алкоголь менән өҙлөкһөҙ ағыуланыу арҡаһында, соматик ҡаҡшау менән оҙатылған бер нисә этап үтә.
Алкоголизмды ябай дифференциациялау алкоголгә бәйлелектең клиник һәм психик билдәләренә, шулай уҡ алкоголде ҡулланыуҙың йышлығына һәм күләменә нигеҙләнә. Түбәндәге төркөмдәрҙе айырып була:
- Алкоголь ҡулланмаусылар
- Алкоголде самалап ҡулланыусылар
- Алкоголде сиктән тыш артыҡ ҡулланыусылар (алкоголь бәйлелектең үҫеше)
- Алкоголизм билдәләре булмағандар
- Алкоголизмдың башланғыс билдәләре булғандар (ситуация һәм миҡдар контролен юғалтыу, өҙлөкһөҙ эсеү)
- Алкоголизмдың күҙгә ташланып торған билдәләре менән (даими рәүештә өҙлөкһөҙ эсеү, эске органдарҙың зарарланыуы, алкоголизмға хас психик ҡаҡшау)
Алкоголгә бәйлелек алкоголде осраҡлы ҡулланыу эпизодтарынан алкоголизмдың ауыр формаларына тиклем үҫешә[36].
Алкоголизм менән сирләүселәр (бөтә стадияларында ла) үҙенең сирен кире ҡаға йә үҙ хәленең мөшкөллөгөн баһалап еткермәй. Был күренеш алкоголь анозогнозияһы тип атала[37].
Алкоголизм — прогредиент хроник сир, һәм үҫешендә өс төп стадия үтә.
Беренсе стадияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алкоголизмдың беренсе стадияһында сирлелә йыш ҡына үҙен тыя алмаған алкоголь ҡулланыу теләге була. Спиртлы эсемлек ҡулланыу мөмкин булмағанда, әүҫлек ваҡытлыса юҡҡа сыға, әммә алкоголде эсергә тура килгән осраҡта эселгән күләмде контролдә тотоу байтаҡ кәмей. Сирҙең был стадияһында иҫереү йыш ҡына артыҡ ярһыусанлыҡ, агессивлыҡ һәм хатта (әлегә һирәгерәк) хәтерҙә бер нимә лә ҡалмауы менән билдәләнә. Алкоголик эскелеккә тәнҡит күҙлегенән ҡарамай һәм алкоголь ҡулланыуҙың һәр осрағын аҡлай. Беренсе стадия аҙағында толерантлыҡ (алкоголде күтәрә алыу) күҙәтелә. Алкоголизмдың беренсе стадияһы яйлап икенсе стадияһына күсә.
Икенсе стадияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алкоголизмдың икенсе стадияһына алкоголгә толерантлыҡтың байтаҡ үҫеүе хас, яйлап иң юғары планкаһына — "толерантлыҡ яйлаһы"на күсә. Кеше яйлап спиртлы эсемлекте самалап эсеү контролен юғалта, иҫереү шатлығы (эйфория) оҙонлоғо ҡыҫҡара, икенсе стадия аҙағында бөтөнлә булмай тиерлек. Был стадияла алкоголгә физик бәйлелек һәм үҙеңдән-үҙең спиртлы эсемлекте күп миҡдарҙа даими ҡулланыу тенденцияһы барлыҡҡа килә. Тап икенсе стадияһында тирләү, баш ауыртыу, һыуһау, ярһыусанлыҡ, йоҡоһоҙлоҡ, йөрәк тәңгәлендә ауыртыу, ослоҡтарҙың йәки бөтә тәндең ҡалтырауы (тремор) менән оҙатылған абстинентлы алкоголь синдромы барлыҡҡа килә. Алкоголик үҙенең эскеселеген аҡламай ҙа, алкоголгә ҡарамаған бөтә мәсьәләләргә битарафҡа әйләнә. Бәйлелектең йырып сыҡҡыһыҙ ҡулсаһы — туҡтарға мөмкин булмаған күп көндәргә һуҙылған эскелек барлыҡҡа килә. Өҙлөкһөҙ эсеүҙе кинәт туҡтатыу (йәки, элегерәк ҡулланылған классификация буйынса, псевдозапой), һәм шулай уҡ эргәһендәгеләрҙең сирлене, медицина ярҙамынан башҡа, сикләргә маташыуы төрлө өҙлөгөүҙәргә, хатта металкоголь психозға килтереүе мөмкин. Алкоголизмдың икенсе стадияһында сирленең эске органдарының һәм үҙәк нерв системаһының зарарланыуы (мәҫәлән, енси либидо кәмеүе, һейҙек тотмау һ. б.) асыҡ беленә.
Өсөнсө стадияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алкоголгә тартылыу көсәйә, уға пропорциональ рәүештә — контроль кәмей. Организмға спиртлы эсемлектәр күп тә кәрәкмәй. Психик ҡаҡшау амнезияға килтерә. Психик, физик һәм социаль деградация арта бара. Яйлап «ысын өҙлөкһөҙ эсеү» төшөнсәһенә яҡын — кеше аңһыҙ рәүештә араҡы эсмәй түҙә алмаҫлыҡ ваҡытлыса торош кисерә. Иҫереү өсөн спиртлы эсемлектең аҙ ғын миҡдары (рюмка йә унан да аҙыраҡ) етерлек икәнен иҫәпкә алғанда, бындай өҙлөкһөҙ эсеү организмдың тулыһынса хәлһеҙләнеүе менән тамамлана. Был моментҡа психика һәм эске органдарҙың боҙолоуы ҡотолғоһоҙ була, тулыһынса алкоголь деградацияһы күҙәтелә. Медицина ярҙамынан башҡа өҙөлгән өҙлөкһөҙ эскелек металкоголь психозға, хатта үлемгә лә алып илеүе мөмкин.
Алкоголизм аҙ дәрәжәлә прогредиент (стационар) рәүештә атҡарылһа, сирҙең төп симптомының үрләүе күҙәтелмәй[11].
Диагностик билдәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәйҙә «алкоголизм» диагнозы ҡуйғанда сирленең түбәндә атап кителгән симптомдары билдәләнә[38]:
- күп миҡдарҙа алкоголь ҡулланған хәлдә лә, ҡоҫоу реакцияһы юҡ;
- спиртлы эсемлек күләмен контролгә алыу йәки туҡтатыу юҡ;
- өлөшләтә ретроградлы амнезия;
- абстинентлы синдром бар;
- өҙлөкһөҙ эскеселек.
МКБ-10 анығыраҡ диагностик шкала ҡуйған.
Алкоголизм барлыҡҡа килтергән ауырыуҙар исемлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гайе-Вернике синдромы
- Субарахноидаль ҡан һауыу
- Мейегә ҡан һауыу
- Стеатогепатит
- Бауыр циррозы
- Панкреатит
- Гастрит
- Маллори — Вейсс синдромы
- Ҡыҙыл үңәс яман шеше
- Ашҡаҙан яман шеше
- Тура эсәк яман шеше
- Гемолитик анемия
- Аритмия
- Алкоголь кардиомиопатияһы
- Нефропатия
- Алкоголь полинейропатияһы
- Деменция
Алкоголизмға бирелгән кешеләрҙә психик ҡаҡшау
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алкоголь эсемлегенән иҫереү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Этанолдың үҙәк нерв системаһына тәьҫир итеүе эҙемтәһендә барлыҡҡа килгән патологик хәл-торош. Алкоголдең дөйөм тәьҫире — үҙәк нерв системаһы (ЦНС) функцияһы төшөнкөлөгөнә килтереүендә, ә башланғыс этабында барлыҡҡа килеүсе эйфория һәм ҡуҙғыу үҙәк нерв системаһының тормоз механизмы көсһөҙлөгөнән килә[39]. Алкоголь иҫереү процесында мейе ҡабығы функцияһы ғына түгел, ә ҡабыҡ аҫты структуралары ла (кесе мейе, базал йәҙрәләр, баш мейеһе олоно) зарарлана. Алкогол эсеп иҫереүҙең, этанолдың токсик һәм психик-әүҙем тәьҫиренән психик һәм неврологик симптомдарының прогрессив көсәйә барыуы буйынса, өс: еңел, уртаса һәм ауыр дәрәжәһен билдәләйҙәр. Алкоголь эсеп иҫереү характеры күп факторҙарҙан: организмдың этанолға бирешеүсәнлегенән, алкоголдең миҡдарынан һәм тибынан, иҫерткес эсемлектәрҙе ҡабул итеү шарттарынан, алкоголь эскәндә ашаған аҙыҡ миҡдары һәм сифатынан, физического состояния организмдың физик торошонан тора. Симптоматикаһы үҙ ғәмәлдәренә тәнҡитле мөнәсәбәтенең кәмеүе, һай фекер йөрөтөү, хәрәкәттәренең яҙа эшләнеүе һәм тәртиптең яйланмауынан (еңел дәрәжәлә иҫергәндә) алып эргә-тирәләгеләр менән тулыһынса контактты юғалтыуға, тупаҫ атаксия (хәрәкәт итеүҙең боҙолоуы) һәм көслө ағыуланған осраҡта сопор һәм комаға китеүгә тиклем үҙгәрә[40].
- Еңел дәрәжәлә иҫергәндә (ҡанда 0,03—0,15 % алкоголь) кеше бер аҙ көсө артҡан кеүек, уның үҙ ғәмәлдәренә тәнҡитле ҡарашы кәмей, хәрәкәттәр йыйнаҡ түгел, ә тәртип — тотанаҡһыҙыраҡ була бара.
- Уртаса дәрәжәлә иҫергәндә (0,15—0,3 %) атаксия арта бара, психик боҙолоу күҙәтелә, иғтибар тарҡала, телмәр аңлайышлы түгел, ауыртыуға һәм температураға һиҙгерлек байтаҡҡа кәмей.
- Ҡаты дәрәжәлә иҫергәндә (0,3—0,5 %) хәрәкәт тотҡарланыуы һәм аңдың тәрән иҫәнгерәүе күҙәтелә; иҫерек тирә-яғында нимә булғанын һәм эргәһендәгеләр нимә әйткәндәрен бөтөнләй аңламай, аҫтына һейеүгә тиклем барып етә. Ғәҙәттә иҫерек ваҡытта хәтер тулыһынса боҙола. Ҡайһы саҡта тын алыу һәм йөрәк эшмәкәрлеге көсһөҙләнә, кома башлана, үлемгә (летальный исход) тиклем барып етеүе мөмкин[11].
Алкоголь психоздары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Алкоголь психоздары» термины алкоголдең мейегә туранан-тура тәьҫире уларҙың сәбәбе тип иҫәпләгән саҡта ҡулланылды. Артабан, улар кеше организмының этанол менән оҙайлы ваҡыт ағыуланыуы эҙемьәһе икәнен аңлағандан һуң, металкоголь психоз тип атала башланды[41].
Металкоголь психозы — ул оҙайлы ваҡыт өҙлөкһөҙ хроник алкоголь интоксикацияһы арҡаһында барлыҡҡа килгән психик боҙолоу. Алкоголь психоздапының бер нисә тибы: алкоголь делирийы («аҡ биҙгәк — белая горячка»), алкоголь депрессияһы синдромы, алкоголь галлюцинозы, алкоголь параноиды, алкоголь эпилепсияһы билдәле.
Алкоголь делирийы — иң йыш осрай торған алкоголь психозы, хроник алкоголизм арҡаһында барлыҡҡа килгән метаболизм боҙолоуы һөҙөмтәһендә үҫешә. Психоз симптомы алкогоь ҡулланыуҙы туҡтатыуға бер нисә сәғәт йәки бер нисә көн үткәс үҫешә.
Алкоголь психозы һәм һирәк иҫереү араһындағы аралыҡты патологик иҫереү — эсмәгән кешеләрҙә алкоголь ҡулланғанда арауыҡты һәм ваҡытты иҫләмәү, хәрәкәт ҡуҙғыусанлығы, патологик аффект (психиатрия) — аң томаланыу кеүек һирәк осрай торған хәл.
Алкоголизм нәтижәһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алкоголизмға бирелгәндәр араһында үлем осрағының йыш осрай торған сәбәбе — йөрәк һәм ҡан тамырҙары сирҙәре[42]. Атап әйткәндә, алкоголь кардиомиопатияһы йәки миокарданың зарарланыуы, хроник йөрәк етешмәүсәнлегенә һәм йөрәк ҡарынсаһының (желудочек) үлемесле фибрилляцияһына килтерә[43]. Алкоголизм киҫкен (острый) алкоголь интоксикацияһынан, киҫкен панкреатит осоронда панкреонекроздан, бауырҙың алкоголь циррозынан үлеүгә килтереүе мөмкин. Алкоголиктарға үҙ-үҙенә ҡул һалыу (суицид) һәм йәшәү менән уртаҡ булмаған бәхетһеҙ осраҡтарға юлығыу һәм йәрәхәтләнеү йәки имгәнеү ҡурҡынысы янай.
Алкоголизмдың социаль эҙемтәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алкоголиктарҙан тыуған һәм уларҙың алкоголь эсемлектәре ҡулланыусы балалары төрлө психик һәм тәртип ҡаҡшауҙарынан интегә[44]. Рәсәйҙә алкоголь эсеп үлеүселәр һаны (йылына 600—700 мең кеше) йәки Рәсәйҙә күҙәтелгән депопуляция тыуым һәм үлем араһындағы айырманың күп өлөшөн ҡаплай[45].
Немец парламентының мәғлүмәте буйынса, һыра менән шарапты йыш ҡулланыуҙан барлыҡҡа килгән алкоголизм һәм һимереү Афғанстандағы бундесвер хәрбиҙәренең һуғышҡа һәләтлелеген кәметә [46].
Алкоголь ҡулланып иҫергән килеш автомобиль йөрөтөү етди проблема булып тора.
Алкоголизмға ҡаршы көрәш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кешенең алкоголь ҡулланыу ихтыяжы ныҡ булғанлыҡтан, алкоголизм проблемаһын административ хәл итеү буоысы үтә ҡатмарлы[11]. Бер нисә тапҡыр дәүләт кимәлендә алкоголизмға ҡаршы көрәш асып ҡаралды. Швецияла Гётеборг (1865—1917) һәм Братт системалары (1917—1955), Рәсәйҙә «ҡоро закон» (1914-1925), Финляндияла (1919—1932), АҠШта (1919—1933) һәм Исландияла (1915—1922) экелеккә ҡаршы көрәш ойошторҙолар. Бөтә осраҡта ла спиртлы эсемлекте етештереүҙе һәм һатыуҙы тыйыуҙар контрабанда юлы менән алкоголь индереү һәм суррогат ҡулланыу арҡаһында тормошҡа ашырылмай ҡала. Швецияла, Финляндияла һәм Норвегияла уны етештереүгә дәүләт монополияһы шарттарында алкоголде етештереү буйынса оҙайлы ваҡыт эшләүсе дәүләт сәйәсәте үткәрелде, әммә был да теләгән һөҙөмтәгә килтермәне (мәҫәлән, Финляндияла 15 йәштән өлкән кешеләрҙең алкоголь ҡулланыуы 1950 йылдағы бер кешегә 2,6 литрҙан 1996 йылда 8,4 литрға тиклем артты)[11]. Рәсәйҙә лә алкоголгә ҡаршы кампаниялар бер нисә тапҡыр ойошторолдо. 1985 йылғы алкоголгә ҡаршы кампания иң билдәлеһе, уның һөҙөмтәһе лә булды: спиртлы эсемлектәрҙе һатыуҙы тыйған осорҙа тыуым артыуы һәм үлем кәмеүе күҙәтелде[47], уртаса ғүмер оҙонлоғо артты; әммә алкоголь продукцияһын йәшерен етештереү һәм самогон ҡойоу иҫәбенә алкоголде ҡулланыу аҙ дәрәжәлә була[11][45].
Халыҡ-ара кимәлдә алкоголь сәйәсәтен Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тормошҡа ашыра. В мае 2010 йылдың майында Женевала үткән Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ассамблеяһында «Глобальная стратегия по снижению злоупотребления алкоголем» документы ҡабул ителә[48]. Доклад тәҡдим иткән саралар араһында — спиртлы эсемлектәр рекламаһын сикләү, алкоголь продукцияһын һатыу нөктәләрен һәм сауҙа итеү ваҡытын сикләү, һалым иҫәбенә спиртлы эсемлектәргә ваҡлап һатыу хаҡын арттырыу, алкоголь эсемлектәрен ҡулланыуҙың зыяны тураһында мәғлүмәт биреү, водителдәрҙең ҡанында алкоголдең рөхсәт ителгән нормаһын яйлап кәметеү һ. б.[48]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://www.nydailynews.com/news/world/3-year-old-child-considered-england-youngest-alcoholic-article-1.121079
- ↑ https://www.telegraph.co.uk/news/health/news/8380005/Child-3-treated-for-alcoholism-at-British-hospital.html
- ↑ https://www.independent.co.uk/life-style/health-and-families/health-news/three-year-old-youngest-alcoholic-2241863.html
- ↑ https://www.stepbysteprecovery.co.uk/cognitive-behavioural-therapy/
- ↑ Алкоголь — Исторический словарь галлицизмов русского языка. Епишкин Н. И.. 2010.
- ↑ Жмуров В. А. Алкоголизм // Большая энциклопедия по психиатрии. — 2-е изд. — М.: «Джангар», 2012. — 864 с.
- ↑ Блейхер В. М., Крук И. В. Алкоголизм // Толковый словарь психиатрических терминов. — Воронеж: МОДЭК, 1995. — ISBN 5-87224-067-8.
- ↑ Шабанов П. Д., 2002
- ↑ — Биомедицинский журнал Medline.ru
- ↑ Литвицкий П. Ф. Клиническая патофизиология: Учебное пособие. — Концепт, 2015. — С. 426. — ISBN 978-5-98811-349-2.
- ↑ 11,00 11,01 11,02 11,03 11,04 11,05 11,06 11,07 11,08 11,09 11,10 11,11 Мирошниченко Л.Д. Алкоголизм / председ. Ю.С. Осипов и др., отв. ред. С.Л. Кравец. — Большая Российская Энциклопедия (в 30 т.). — Москва: Научное издательство «Большая российская энциклопедия», 2004. — Т. 1. Россия. — С. 499. — 1005 с. — 65 000 экз. — ISBN 5-85270-326-5.
- ↑ А. С. Тиганов, А. В. Снежневский, Д. Д. Орловская и др. Руководство по психиатрии в 2 томах / Под ред. академика РАМН А. С. Тиганова. — М.: «Медицина», 1999. — Т. 2. — С. 251. — 784 с. — ISBN 5-225-04394-1.
- ↑ Бажанов П.Д. Социальные и медицинские источники пьянства и алкоголизма // Основы наркологии. — Лань, 2002. — С. 14.
- ↑ Morse R.M., Flavin D.K. (August 1992). «The definition of alcoholism. The Joint Committee of the National Council on Alcoholism and Drug Dependence and the American Society of Addiction Medicine to Study the Definition and Criteria for the Diagnosis of Alcoholism». JAMA : the journal of the American Medical Association 268 (8): 1012-4.
- ↑ Gary R. VandenBos. APA Dictionary of Psychology, 1st ed., Washington: American Psychological Association, 2007
- ↑ Ошибка: не задан параметр
|заглавие=
в шаблоне {{публикация}}. + Сканы - ↑ Лисицын Ю. П., Копыт Н. Я. Алкоголизм (социально-гигиенические аспекты). — 2-е издание, переработанное и дополненное. — М: Медицина, 1983. — 233 с.
- ↑ Алкоголизм // Энциклопедия Кольера. — Открытое общество. — 2000.
- ↑ Илюк Р. Д., Рыбакова К. В., Киселёв А. С., Крупицкий Е. М. Эпидемеология и медико-социальные особенности зависимости от пива и крепких алкогольных напитков (рус.) // Журнал неврологии и психиатрии : журнал. — 2011. — Т. 2. Архивировано из первоисточника 4 декабрь 2014.
- ↑ Шабанов П. Д., 2002, с. 45
- ↑ 21,0 21,1 Шабанов П. Д., 2002, с. 49
- ↑ 22,0 22,1 Пятницкая И.Н., 1988, p. 26
- ↑ 23,0 23,1 Этиология и патогенез . psychiatry.ru. Дата обращения: 2 июль 2013. Архивировано 5 июль 2013 года.
- ↑ Портнов А. А., Пятницкая И. Н., 1970, p. 289
- ↑ Wilsnack S. C. et al. Drinking and drinking-related problems among heterosexual and sexual minority women //Journal of Studies on Alcohol and Drugs. — 2008. — Т. 69. — №. 1. — С. 129—139
- ↑ Drabble L., Midanik L. T., Trocki K. Reports of alcohol consumption and alcohol-related problems among homosexual, bisexual and heterosexual respondents: results from the 2000 National Alcohol Survey //Journal of studies on alcohol. — 2005. — Т. 66. — №. 1. — С. 111—120
- ↑ Портнов А. А., Пятницкая И. Н., 1970, p. 300
- ↑ T. Muramatsu, Z. C. Wang, Y. R. Fang, K. B. Hu, H. Yan, K. Yamada, S. Higuchi, S. Harada & H. Kono Alcohol and aldehyde dehydrogenase genotypes and drinking behavior of Chinese living in Shanghai // Human Genetics. — 1995. — Т. 96. — № 2. — С. 151—154. — DOI:10.1007/BF00207371 — PMID 7635462.
- ↑ Zhou, H., Sealock, J.M., Sanchez-Roige, S. et al. Genome-wide meta-analysis of problematic alcohol use in 435,563 individuals yields insights into biology and relationships with other traits. Nat Neurosci (2020)
- ↑ Портнов А. А., Пятницкая И. Н., 1970, p. 292
- ↑ Проблема дипсомании и изменение самого понятия дипсомании . Дата обращения: 18 июнь 2013. Архивировано 18 июнь 2013 года. 2013 йыл 4 октябрь архивланған.
- ↑ Портнов А. А., Пятницкая И. Н., 1970, p. 312—313
- ↑ Портнов А. А., Пятницкая И. Н., 1970, p. 314
- ↑ Шабанов П. Д., 2002, с. 65—66
- ↑ Тхостов А. Ш., Елшанский С. П. Психологические аспекты зависимостей. — М.: Научный мир, 2005. — ISBN 5-89176-280-3
- ↑ Фридман Л. С. Наркология М. 2000
- ↑ Э. Е. Бехтель. Донозологические формы злоупотребления алкоголем. — Рипол Классик, 1986. — С. 161. — ISBN 978-5-458-39022-4.
- ↑ Минко А. И. Алкогольная болезнь: Новейший справ. М.: Эксмо, 2004
- ↑ Огурцов П. П. Поражения печени, или как защитить своего защитника // «Фармацевтический вестник» : журнал. — Москва, 2007. — № сентябрь.
- ↑ Цыганков Б. Д. Неотложные состояния в наркологии М.: Медпрактика-М, 2002
- ↑ Алкогольные (металкогольные) психозы . psychiatry.ru. Дата обращения: 3 июль 2013. Архивировано 6 июль 2013 года.
- ↑ Zuskin, E.; Jukić, V.; Lipozencić, J.; Matosić, A.; Mustajbegović, J.; Turcić, N.; Poplasen-Orlovac, D.; Bubas, M.; Prohić, A. Alcoholism—how it affects health and working capacity (инг.) // Arh Hig Rada Toksikol : journal. — 2006. — Т. 57. — № 4. — С. 413—426. — PMID 17265681.
- ↑ Anatoli M. Vikhert, Valeria G. Tsiplenkova, Nina M. Cherpachenko Alcoholic cardiomyopathy and sudden cardiac death (инг.) // Journal of the American College of Cardiology (инг.)баш.. — 1986. — Т. 8. — № 1 (Supplement 1). — С. 3A—11A. — DOI:10.1016/S0735-1097(86)80023-7
- ↑ Sher, K. J., Walitzer, K. S., Wood, P. K., & Brent, E. E. (1991). Characteristics of children of alcoholics: Putative risk factors, substance use and abuse, and psychopathology. Journal of Abnormal Psychology, 100(4), 427—448.
- ↑ 45,0 45,1 Халтурина Д. А., Коротаев А. В. Русский крест: Факторы, механизмы и пути преодоления демографического кризиса в России. Москва: УРСС, 2006.
- ↑ «Пьянство и ожирение мешают немецким солдатам в Афганистане», Lenta.ru
- ↑ Сколько жизней россиян спасла антиалкогольная кампания 1980-х годов? demoscope.ru. Дата обращения: 29 сентябрь 2013.
- ↑ 48,0 48,1 Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тамғаһы дөрөҫ түгел;VOZ2011
төшөрмәләре өсөн текст юҡ
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шабанов П. Д. Основы наркологии. — СПб.: Лань, 2002. — С. 12—197. — 560 с. — ISBN 5-8114-0412-3.
- Пьянство (алкоголизм) и борьба с ним // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Тиганов А. С., Снежневский А. В., Орловская Д. Д. и др. Руководство по психиатрии. — М.: Медицина, 1999. — Т. 2. — С. 250—339. — 748 с. — ISBN 5-225-04394-1.
- Портнов А. А., Пятницкая И. Н. Клиника алкоголизма. — Л.: Медицина, 1970. — 391 с. — 15 000 экз.
- Пятницкая И.Н. Злоупотребление алкоголем и начальная стадия алкоголизма. — Л.: Медицина, 1988. — Т. 2. — 288 с.
- Канель В.Я. Алкоголизм и борьба с ним. — М.: Типография Т-ва И.Д. Сытина, 1914. — 532 с.
- Тяпугин Н.П. Народные заблуждения и научная правда об алкоголе. — М.: Издательство Наркомздрава РСФСР, 1926. — 149 с.