Бөйөк депрессия

Был мәҡәлә һайланған мәҡәләләр исемлегенә керә
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Доротея Лангеның Эмигрант әсә Калифорнияла фотоһы

Бөйө́к депре́ссия (ингл. Great Depression) — Икенсе донъя һуғышына тиклем ун йылға һуҙылған донъя кимәлендәге иҡтисади рецессия. Бөйөк депрессия төрлө илдә төрлө ваҡытҡа тура килә. Күп илдәрҙә башлыса 1929 йыл тирәһендә башлана, 1930 йылдар аҙағында, 1940 йылдар башында тамамлана (иң көслө осоро 19291933 йылдарға тура килә[1]). Ул 20-се быуаттағы иң оҙон, донъя буйлап иң ныҡ таралған, иң тәрән депрессия була.

Рецессия Америка Ҡушма Штаттарында 1929 йылдың 24 октябрендә фонд биржаһында акция хаҡтарының ҡырҡа түбән төшөүенән башлана (был көн Ҡара шишәмбе исеме аҫтында билдәле), һәм тиҙ арала донъяның һәр иленә тиерлек тарала. Ул башлыса Көнбайыш Европаның үҫешкән илдәренә ҡағыла, сәнәғәт, ауыл хужалығы тауарҙарына хаҡтар ҡырҡа төшә, эшһеҙлек кимәле күпкә арта.

Ҡайһы бер илдәр 1930 йылдың урталарына аяҡҡа баҫа башлай, әммә күпселек илдәрҙә рецессия Икенсе донъя һуғышына тиклем дауам итә.

Бөйөк депрессияның башланыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1929 йылдың 29 октябренән һуң Уолл-Стрит урамы

1929 йылдың 29 октябрендә Америка Ҡушма Штаттарының Уолл-Стрит фонд биржаһында акциялар хаҡы ҡырҡа төшә, артабан был көндө Ҡара шишәмбе тип атайҙар. Тарихсылар йыш ҡына Бөйөк депрессияның башланыуын ошо ваҡиға менән бәйләй. Әммә күптәр быны кире ҡағып, фонд биржаһындағы хәлде Бөйөк депрессияның сәбәбе итеп түгел, ә һөҙөмтәһе итеп билдәләй.

Хатта 1929 йылдағы Уолл-Стрит ваҡиғаһынан һуң да күпмелер ваҡыт иҡтисади хәлдең яйланыуына ышаныс һаҡлана. Фонд биржаларының эшмәкәрлеге 1930 йылдарҙың башында тергеҙелә һәм 1929 йылдың апреле кимәленә әйләнеп ҡайта, был 1929 йылдың сентябре кимәленән 30 процентҡа тиерлек ҡайтыш була. Килемдәрен акцияларҙа тотҡан кешеләр байтаҡ аҡса юғалта. Улар артынса банктар юҡҡа сыға башлай — уларҙан аҡса алып тороп акция һатып алыусылар бурыстарын ҡайтара алмай. Бынан тыш, банктарҙың ябылыуынан ҡурҡҡан халыҡ депозиттарҙа һаҡлаған аҡсаларын кире ала башлай, был банктарҙың артабан юҡҡа сығыуына килтерә. Банктарҙың ярҙамынан яҙған ойошмалар ябыла, кешеләр күпләп эшһеҙ ҡала башлай. Халыҡтың һатып алыу мөмкилеге ҡырҡа кәмей, ауыл хужалығы, сәнәғәт тауарҙары һәм башҡа төр тауарҙарға хаҡтар төшә. 1930 йылдың аҙағынан иҡтисади хәл туҡтауһыҙ насарая, был 1933 йылдың мартына тиклем дауам итә.

Сәбәбтәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рецессия — баҙарға сығарылған тауарҙар һәм уларҙы һатып алыу күләме араһында булған тигеҙһеҙлек арҡаһында ғәҙәттә була торған хәл. Башлыса тыныс һәм ҡыҫҡа үтеүсән рецессияның ни сәбәптән тәрән һәм оҙайлы депрессияға әйләнеүе ҡыҙыҡһыныу һәм бәхәстәр нигеҙе булып тора. Был депрессияның башланыу сәбәптәрен эҙләү буласаҡ депрессияларҙы нисек булдырмаҫҡа тигән һорау менән тығыҙ бәйле. Төп һорауҙарҙың береһе — депрессия башланыныуына нығыраҡ ирекле баҙар сәйәсәтеме, әллә банктар һәм аҡса әйләнешен дәүләт ҡарамағына алыу өсөн үткәрелгән саралар йоғонто яһағанмы? Дәүләттең иҡтисад үҫешендә роле ҙур булыуына ышаныусылар ирекле баҙарҙы, ә ирекле баҙарға ышаныусылар хакимиәтте ғәйепле итеп күрә.

Йәшәп килгән теориялар өс төп төргә бүленә ала. Беренсеһе — монетаристар, улар улар Бөйөк депрессия ғәҙәти рецессия булараҡ башлана, әммә яңылыш монетар сәйәсәт арҡаһында ҡулланыуҙа булған аҡса күләме кәмей һәм был рецессияның тәрәнәйенеүенә килтерә, тип иҫәпләй. Был ҡараш буйынса, әгәр Американың Федераль резерв системаһы ваҡытында банктарға ярҙам күрһәтһә, улар күпләп банкротҡа әйләнеүҙән туҡтар ине.

Икенсе төркөмдә Кейнсиан теорияһы айырыуса мөһим. Был теория буйынса, сәнәғәт үҫешкән һайын, баҙарҙа яңы тауарҙар арта бара, әммә халыҡтың һатып алыу мөмкиллеке үҙгәрмәй, был дефляцияға — хаҡтарҙың төшөүенә килтерә. Һөҙөмтәлә, банктар һәм сәнәғәт ойошмалары юҡҡа сыға, иҡтисад үҫеше туҡтай. Был төркөмгә шулай уҡ донъя баҙары тарҡалыуын, инвестицияларҙың кәрәк кимәлдән артыуын, банкирҙарҙың спекулятив сәйәсәт алып барыуын, хакимиәт башлыҡтарының белдекһеҙлеген төп сәбәп итеп күреүселәр керә.

Ахырҙа, был ике теорияның аңлатмаһын тулыһынса ҡабул итмәгән йә иһә бөтөнләй кире ҡаҡҡан төрлө теориялар йәшәп килә. Мәҫәлән, яңы классик макроэкономистар дәүләттең иҡтисадты үҙ ҡарамағы аҫтына алыуы баҙарҙың ирекле үҫешенә ҡамасаулай, был депрессияның оҙаҡҡа һуҙылыуына килтерә, ә профсоюздар барлыҡҡа килеүе эшһеҙлек үҫешенә булышлыҡ итә, тип иҫәпләй. Марксистар көрсөк башланыуында капиталистик ҡоролоштоң үҙен ғәйепләй.

Алтын стандарт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ул ваҡытта әйләнештәге аҡса күләме алтын запастарына бәйле була, был монетар система Алтын стандарт тип атала. Аҡса күләмен арттырыу өсөн, депрессияға ҡаршы сара итеп Алтын стандарттан баш тарталар. Төрлө ил төрлө ваҡытта был монетар системаны ҡулланыуҙан туҡтай, һәм төрлө илгә был төрлөсә йоғонто яһай.

1931 йылда Бөйөк Британия иң тәүге булып Алтын стандарттан баш тарта. Шул уҡ йылда Япония, Скандинавия, башҡа илдәр — улар араһында Италия, АҠШ — 1932, 1933 йылдарҙа баш тарта. Ә Франция башлығында Польша, Бельгия һәм Швейцария 19351936 йылдарға тиклем стандартты һаҡлап килә, был илдәрҙе «алтын блок» тип атайҙар.

Артабанғы тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, ни тиклем теге йәки был ил иртәрәк Алтын стандартты ҡулланыуҙан туҡтаған, шул тиклем ул депрессиянан иртәрәк сыҡҡан. Мәҫәлән, Бөйөк Британия һәм Скандинавия, 1931 йылда стандарттан баш тартып, Бельгия һәм Франциянан күпкә иртәрәк депрессиянан сыға башлаған. Ҡытай һымаҡ көмөш стандарт тотҡан илдәрҙе депрессия бөтөнләй ҡағылмай тиерлек.

Депрессияның төрлө илдәргә йоғонтоһо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

АҠШ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1910-1960 йылдарҙа АҠШ-та эшһеҙлек кимәле.

АҠШ-та рецессия 1929 йылдың авгусында уҡ башлана. Сәнәғәт тауарҙарына хаҡтар 1930 йылдан 80 процентҡа, ауыл хужалығы тауарҙарына — 53 процентҡа төшә. Президент Герберт Гувер депрессияға ҡаршы төрлө программаларҙы ғәмәлгә керетә башлай, әммә уларҙың барыһы ла тиерлек уңышһыҙлыҡа килтерә. 1930 йылдың июнендә Конгресс Смут-Хоули тариф актын раҫлай, был акт буйынса ситтән индерелгән тауарҙарға тариф күтәрелә. Был акттың төп маҡсаты — сит ил тауарҙарҙың хаҡын күтәреп, Америкала етештерелгән тауарҙар һатыу күләмен арттырыу була. Быға яуап итеп, бүтән илдәр Америка тауарҙарына тарифты күтәрә, был донъя баҙарын ҡаҡшатып, депрессияның көсәйеүенә килтерә.

1933 йылдың башына эшһеҙлек 25 процентҡа барып етә, өс йыл эсендә 13 миллиондан артыҡ кеше эшһеҙ ҡала. Сәнәғәт һәм ауыл хужалығы тауарҙарына хаҡтар ҡырҡа кәмей, 5000-дән артыҡ банк тарҡала, ә депозитта аҡса һаҡлаусылар 2 миллиард доллар аҡса юғалта. Был кешеләрҙең банктарға ышанысын юғалта, улар тиҙ арала аҡсаларын кире ала башлай. Тере ҡалған банктар иһә бурысҡа биреүҙе туҡтатып, аҡсаларын һаҡлап ҡалырға тырыша. Шулай итеп, банк системаһы бөтөнләй эшләүҙән туҡтай.

Президент Гувер һәм Конгресс тимер юлдары, финанс институттарға, артабан ауыл хужалыҡтарына, йәмәғәт эштәренә ярҙам күрһәтеү өсөн Финанс тергеҙеү корпорацияһы булдыра, яңы өйҙәр төҙөүгә булышлыҡ итеү өсөн Федераль торлаҡ банкы актын ҡабул итә. Әммә иҡтисад күрһәткестәре кәмегәндән-кәмей бара, хаҡтар төшөүен дауам итә, эш менән тәьмин итеү насарая, был сәйәси үҙгәрешкә килтерә, — 1932 йылда президентлыҡ Франклин Рузвельт ҡулына күсә.

Рузвельт Яңы курс тип аталған реформалар теҙмәһен башлай. 1933 йылда ҡабул ителгән Ҡиммәтле ҡағыҙҙар акты ҡиммәтле ҡағыҙҙар әйләнешен төрлө яҡлап контроль аҫтына ала. Гласс-Стигалл законы һәм Федераль депозиттар страховкалау корпорацияһы банк депозиттарын страховкалауҙы үҙ өҫтөнә ала.

Шул ваҡытта барлыҡҡа килгән Милли тергеҙеү админстрацияһының законлы булыуы әлегәсә бәхәсле булып килә. Ул Америка иҡтисадына күп ҡәтғи үҙгәрештәр индерә, дәүләт ролен күп өлкәлә ҙурайта. Милли тергеҙеү администрацияһы аша «ғәҙел конкуренция» программаһы үткәрелә. Был программа буйынса бер категориялағы эшселәргә бер үк эш хаҡы, шулай уҡ минималь эш хаҡының күләме билдәләнә. Әммә 1935 йылда АҠШ-тың Юғары суды ҡарары менән, Конституцияға ярашһыҙ тип иҫәпләнеп, Милли тергеҙеү администрацияһы тарҡатыла. 1933 йылда Ауыл хужалығы тауарҙарына хаҡтарҙы яйға һалыу акты ҡабул ителә. Был акт буйынса хаҡтарҙы күтәреү өсөн сәсеү майҙандары, мал иҫәбе кәметелә.

Был реформалар, ярҙам һәм тергеҙеү саралары менән бергә Беренсе яңы йүнәлеште тәшкил итә. 1935 йылда Икенсе яңы йүнәлеш эш менән тәьмин итеү, Милли эшлекле мөнәсәбәттәр буйынса идаралыҡ аша профсоюздар үҫешенә булышлыҡ итеү программаларын да үҙ эсенә ала.

Үткәрелгән программалар бюджеттан күп аҡса сарыфлауҙы талап итә. 1936 йылға төп иҡтисади күрһәткестәр, эшһеҙлекте иҫәпкә алмағанда, 1920 йыл аҙаҡтары кимәленә ҡайта. Эшһеҙлек иһә 11 % тәшкил итә, әммә был һан да 1933 йылғы 25 % кимәле менән сағыштырғанда яҡшыраҡ һөҙөмтә була.

Эшһеҙлек айырыуса автомобиль сәнәғәте үҫешкән Детройтта ауыр кисерелә. 1932 йылда бында Генри Фордтың шәхси һаҡлау хеҙмәте һәм полиция эшһеҙ ҡалған завод хеҙмәткәрҙәре үткәргән аслыҡ маршына ҡаршы ут аса. Биш кеше һәләк була, тиҫтәләп кеше йәрәхәтләнә, маршта ҡатнашыусылар репрессияларға дусар була.[2].

1929 йылдан алып 1933 йылға тиклем АҠШ-ның иҡтисады 31 %-ҡа төшә[3]. 1925 йылдан алып 1933 йылға тиклем АҠШ банктарының яртыһы уңышһыҙлыҡҡа осрай[3].

1937 йылдың июнендә Рузвельт хакимиәте федераль бюджетты ҡайтанан тулыландырыу өсөн сарыф итеүҙе кәметә һәм һалымдарҙы арттыра. Һөҙөмтәлә, 1938 йылдың аҙағынаса тиерлек Америка иҡтисады кире түбән төшә башлай. Сәнәғәт тауарҙары етештереү һаны биш ай эсендә 30 процентҡа тиерлек, киң ҡулланыу тауарҙары етештереү һаны унан да нығыраҡ кәмей. Эшһеҙлек кимәле 1938 йылға 19 % тәшкил итеп, 5 миллиондан 12 миллионға тиклем күтәрелә. 1938 йылдың майына хаҡтар күтәрелә, эш менән тәьмин итеү яҡшыра, 1938 йылдың июненән сәнәғәт тауарҙары етештереү үҫә башлай.

Бөйөк Британия[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1930 йылдың аҙағына Бөйөк Британияла эшһеҙлек 1 миллиондан 2,5 миллионға тиклем арта, экспорт 50 процентҡа кәмей. Ҡайһы бер төньяҡ ҡалаларҙа эшһеҙлек 70 процентҡа тиклем барып етә. Эшһеҙ ҡалған халыҡ 1920—1930 йылдар дауамында аслыҡ марштары ойоштора, был марштарҙың иң ҙуры 1932 йылдың сентябре-октябрендә Милли аслыҡ маршы исеме аҫтында үтә.

Тәү осорҙа хакимиәттә көрсөктән сығыу юлдарына ҡағылышлы берҙәм йүнәлеш булмай. Һайлау ваҡытындағы вәғәҙәләрҙе тотоу өсөн, эшһеҙҙәр һәм аҙ мөлкәтле халыҡ мөлкәтлеләргә һалым арттырыу ярҙамында тәьмин ителә. Был аҙаҡҡыларҙың ҡаршылығына килтерә. Һөҙөмтәлә төрлө һалымдар арттырылып, социаль өлкәлә эшләүселәргә, дәүләт эшмәкәрҙәренә эш хаҡы түләү, эшһеҙлек буйынса пособиелар түләүҙәр ҡырҡа кәметелә.

Депрессиянан сығыу өсөн иң мөһим аҙым 1931 йылда яһала — Британия Алтын стандарттан баш тарта. Был фунттың девальвацияһына килтерә. Бөйөк Британия артынса Скандинавия, Голландия, Португалия, Аргентина, Бразилия һәм башҡа илдәр, Британияның колониялары Алтын стандарттан баш тартырға мәжбүр була. Шулай итеп, Англия тауарҙары донъя баҙарында хаҡы түбәнәйеүе арҡаһында үтемлерәк була башлай.

Ошо һәм бүтән көрсөккә ҡаршы саралар ярҙамында 1933 йылдың аҙағына Англия депрессиянан сыға. 1934 йылда уҡ бюджет сәйәсәте яйлана, эш хаҡтары арта, эшһеҙлек буйынса пособиелар түләнә башлай, һалымдар кәметелә.

Франция[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Францияға иҡтисади көрсөк һуңыраҡ ҡағыла, әммә оҙайлыраҡ һәм тәрәнерәк бара. Төрлө сәйәси көстәр араһында барған ныҡлы көрәш депрессияға ҡаршы көрәш үҙенсәлектәренә һәм көрсөктөң оҙаҡ дауам итеүенә йоғонто яһай.

1934 йылдың февралдендә фашистар хәрәкәте социалистар һәм коммунистар тарафынан баҫыла. Был Милли фронтҡа берләшкән социалистар һәм коммунистарҙың йоғонтоһо көсәйеүенә, хакимиәттең абруйы төшөүенә килтерә. 1936 йылдың 4 июлендә Милли фронттың беренсе хакимиәте булдырыла, 7 июлдә эшҡыуарҙар менән эш хаҡын күтәреү, профсоюздарҙы законлы тип таныу тураһында килешеү төҙөлә. Был килешеү буйынса шулай уҡ аҙнаһына 40 эш сәғәте булдырылырға, түләүле ял бирелергә тейеш була. Был Милли фронтты яҡлап эшсе хәрәкәтенең көсәйеүенә килтерә.

Әммә социалдарҙың был сәйәсәте арҡаһында капитал илдән ситкә сыға башлай, һөҙөмтәлә етештереү кимәле артабан нығыраҡ кәмей. Социалистар Милли фронт программаһының талаптарын йомшартырға мәжбүр була. Көрсөккә ҡаршы сараларҙың эҙмә-эҙлекһеҙ булыуы Милли фронт эсендә тарҡалыуға килтерә, программа үҙе лә үҙгәреш кисерә. 1938 йылдың апрелендә ойошторолған Эдуард Даадье хакимиәте Милли фронт программаһынан тулыһынса баш тарта.

Көрсөктән сығыу буйынса дөйөм программа юҡлығы арҡаһында Францияның иҡтисади хәле 30-сы йылдарҙың аҙағынаса тотороҡһоҙ ҡала. Шул арҡала Франция донъя баҙарында тотҡан урыны ҡайтыш була. Икенсе донъя һуғышы алдынан ғына, хәрби төҙөлөш башланғас, Франция иҡтисады яйға һалына башлай.

Германия[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Германияның Беренсе донъя һуғышында еңелеүе, уның һуғыштан һуң иҡтисади йәһәттән көсһөҙ булыуы, депрессияның был илдә тәрәнерәк һәм оҙайлыраҡ барыуына килтерә. Иҡтисади көрсөк бында 1929 йылдың башында уҡ башлана. Һуғыш ваҡытындағы сығымдарҙы ҡаплау өсөн Германия Версаль килешеүе буйынса ҙур күләмдә аҡса түләргә тейеш була. Был мәсьәләне хәл итер өсөн хөкүмәт ҙур күләмдә аҡса баҫып сығара башлай, был гиперинфляцияға килтерә. Германияны һуғыштан һуң тергеҙеү өсөн бирелгән бурыстарҙы сит илдәр 1929 йылдың ноябрендә кире ҡайтарырға мәжбүр итә. Донъя баҙарының ҡаҡшауы был ауыр хәлдән сығыу юлын бөтөнләй киҫә. Ойошмалар күпләп юҡҡа сыға, кешеләр эшһеҙ ҡала башлай. 1932 йылда көрсөк иң түбән нөктәгә етә, 68 мең ойошма тарҡала, банк сфераһы ҡыйрала, эшһеҙлек 8 миллион кешегә тиклем барып етә. Вермар республикаһының көрсөккә ҡаршы тора алмауы, социаль ҡаршылыҡтарҙың киҫкенләшеүе, бүтән ил башлыҡтарының Германияның эске хәленә ғәмһеҙлеге 1933 йылда власҡа национал-социалистар килеүенә булышлыҡ итә. Артабан был режим фашизм исеме ала.

Национал-социалистарҙың илде көрсөктән сығарыу саралары киҫкен алып барыла, иҡтисадты үҫеш юлына баҫтырыуҙан тыш, юғалтылған ерҙәрҙе, донъя баҙарында үҙ урынын ҡайтарыуҙы, илдең сиктәрен артабан киңәйтеү, бөтә донъяны буйһондороуҙы маҡсат итеп ҡуя. Был йүнәлеш илде көрсөктән сығарыу ысулдарын билдәләй, улар араһында иң мөһиме — милли хужалыҡты милитарлаштырыу булып тора. Ҡабул ителгән закондар теҙмәһе сәнәғәт хужалыҡтарының күбеһен дәүләт идараһы аҫтында тоторға мөмкинлек бирә. Етештерелә торған тауарҙарҙың төрө, күләме, хаҡы һымаҡ төп иҡтисади һорауҙар хәҙер дәүләт тарафынан билдәләнә. 1936 йылда бөтә Германия иҡтисадын хәрби юлға баҫтырыу планын бойомға ашырыу буйынса идаралыҡ булдырыла.

Гитлерҙың власҡа килеүенә эшһеҙлек 30 процент тәшкил итә. Эшһеҙлекте кәметеү өсөн халыҡ хәрби етештереү өлкәһенә ылыҡтырыла, эшһеҙҙәрҙең күп өлөшө хәрби сафҡа саҡырыла. Милли хеҙмәтте ойоштороу тураһында закон мәжбүри хеҙмәт булдырыуға булышлыҡ итә. Профсоюздар юҡҡа сыға, эшселәрҙең хоҡуғы тулыһынса юҡ ителә, эшселәр күпме сәғәт эшләргә ҡушалар, шунса эшләргә тейеш булалар.

Был йүнәлеш Германия өсөн файҙалы булып сыға һәм ул 1934 йыл эсендә көрсөктән сығып, тиҙ арала үҫеш юлына баҫа. 1935 йылдан иҡтисадты хәрби йүнәлешкә баҫтырыу бигерәк тә ҙур көс менән алып барыла. Химия, авиация, металлургия өлкәләренә тулыһынса һуғышҡа әҙерлек мәсьәләләре йөкмәтелә.

Сит илдәр менән һатыу итеү өсөн Гитлер һуғыш менән янау ысулын ҡуллана. Көньяҡ һәм Көньяҡ-көнсығыш Европа илдәренә янап, ул үҙенә кәрәк тауарҙарҙы немец тауарҙарына алмашыуға ирешә.

Гитлер биш йыл тыныслыҡ һаҡлай ала, артабан ул туҡтауһыҙ һуғыш юлына баҫа.

Италия[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Италияла көрсөк фашизм режимы булдырылыуына килтерә. Көрсөккә ҡаршы көрәшеү һылтауы менән, фашист хакимиәте төп иҡтисади тармаҡтарҙы үҙ ҡарамағына ала. Илдең иҡтисадында монополия көсәйә, был урта һәм ваҡ эшҡыуарҙға кире йоғонто яһай, күп ойошмалар эре конкуренттар ҡыҫымы аҫтында юҡҡа сыға, килемһеҙ ҡалған эшҡыуарҙар эре ойошмаларға йәки дәүләткә эшкә барырға мәжбүр була. Иҡтисадты централләштереү бюрократияның һәм коррупцияның үҫешенә килтерә.

Монополия һәм сәнәғәт үҫеше арҡаһында Италияның премьер-министры Муссолини тышҡы сәйәсәтте үҙгәрә, ул баҫып алыу сәйәсәтен башлай. Бүтән Көнбайыш илдәре был сәйәсәткә ҡаршылыҡ күрһәтеүҙәрен аңлап, Муссолини үҙенә союздаштар эҙләй башлай. 1935 йылда ул беренсегә Германия менән берҙәмләшеү теләген белдерә. Шул уҡ ваҡытта ул Төньяҡ Африкала һуғыш башлауға әҙерләнә. 1939 йылдың майында Италия һәм Германия араһында рәсми килешеү төҙөлә.

Советтар Союзы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Капилистик илдәр менән бәйләнеш тотмағанға күрә, Бөйөк депрессия Советтар Союзына аҙ ҡағыла. Уңышлы үҫешкән илгә хатта эшсе ҡулдар етешмәй. Советтарҙын Нью-Йорктағы сауҙа ойошмаһы 6 000 эш урыны тураһында иғлан бирә һәм яуап итеп 100 000-дән ашыу ғариза ала. Шулай итеп, Бөйөк депрессияның Советтарға ҡағылмауы Марксизм теорияһын хуплаусы бер миҫалға әйләнә, көрсөктән зарар күргән илдәрҙә социализм һәм коммунизм агитацияһының көсәйеүенә килтерә. Көнбайыш интеллигенция Советтар Союзына ҡарашын ыңғай яҡҡа үҙгәртә. Америка президенты Рузвельт Советтар менән иҡтисади бәйләнештәр булдырыуға аҙым яһай. Шулай итеп, көрсөк һөҙөмтәһендә СССР донъя сәйәсәтендә ныҡлы урын яулай.

Сәйәси һөҙөмтәһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Депрессия күп сәйәси үҙгәрештәр килтерә. Рузвельт АҠШ-та Кейнсиан ҡағиҙәләрен ғәмәлгә керетә, был милли иҡтисадта дәүләттең ролен көстәйтә. Бөйөк депрессия Икенсе бөтә донъя һуғышынан һуң Европа илдәрендә социал-демократия һәм планлы иҡтисад урынлашыуының төп сәбәбе булып тора. Ахырҙа, депрессия Германия башлығында төрлө илдәрҙә фашизм режимы урынлашып, Икенсе донъя һуғышы башланыуына килтерә.

Бөйөк депрессия әҙәбиәттә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Финанс һәм эмоциональ йәрәхәт алған кешеләрҙең көрсөктән һуң үҙҙәре йәшәгән донъяға ҡарашы үҙгәрә, был Бөйөк депрессияға ҡағылышлы әҙәби әҫәрҙәрҙә сағыла. Иң билдәле һәм баһалауға лайыҡ әҫәрҙәрҙең береһе — Джон Стейнбектың «Асыу тәлгәштәре» романы — Нобель премияһы һәм Пулитцер премияһына лайыҡ була. Стейнбектың «Сысҡандар һәм кешеләр» романында ла Бөйөк депрессия осоро һүрәтләнә. Режиссер Рон Ховардтың «Нокдаун» исемле фильмы — Бөйөк депрессия ваҡытында йәшәгән боксер тураһында.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ambrosius, G., W. Hibbard. A Social and Economic History of Twentieth-Century Europe (1989)
  • Beaudreau, Bernard C. Mass Production, The Stock Market Crash and the Great Depression: The Macroeconomics of Electrification. Westport, CT: Greenwood Press, 1996. Republished 2004 iUniverse, New York, NY. ISBN 0-595-32334-0
  • Bernanke, Ben S. The Macroeconomics of the Great Depression: A Comparative Approach // Journal of Money, Credit & Banking, Vol. 27, 1995
  • Brown, Ian. The Economies of Africa and Asia in the inter-war depression (1989)
  • Davis, Joseph S. The World Between the Wars, 1919-39: An Economist’s View (1974)
  • Feinstein. Charles H. The European economy between the wars (1997)
  • Filene, Edward A. The Way Out: A Forecast of the Coming Changes in American Business and Industry. New York, NY: Doubleday, 1924.
  • Ford, Henry. Today and Tomorrow. New York, NY: Doubleday, 1926.
  • Garraty, John A. The Great Depression: An Inquiry into the causes, course, and Consquences of the Worldwide Depression of the Nineteen-Thirties, as Seen by Contemporaries and in Light of History (1986)
  • Garraty John A. Unemployment in History (1978)
  • Garside, William R. Capitalism in crisis: international responses to the Great Depression (1993)
  • Haberler, Gottfried. The world economy, money, and the great depression 1919—1939 (1976)
  • Hall Thomas E. and J. David Ferguson. The Great Depression: An International Disaster of Perverse Economic Policies (1998)
  • Kaiser, David E. Economic diplomacy and the origins of the Second World War: Germany, Britain, France and Eastern Europe, 1930—1939 (1980)
  • Kindleberger, Charles P. The World in Depression, 1929—1939 (1983)
  • League of Nations. World Economic Survey 1932-33 (1934)
  • Madsen, Jakob B. Trade Barriers and the Collapse of World Trade during the Great Depression // Southern Economic Journal, Vol. 67, 200
  • Mundell, R. A. A Reconsideration of the Twentieth Century // The American Economic Review. Vol. 90, No. 3 (Jun., 2000). P. 327—340
  • Rothbard, Murray. America’s Great Depression (2000)
  • Rothermund, Dietmar. The Global Impact of the Great Depression (1996)
  • Tipton, F., R. Aldrich. An Economic and Social History of Europe, 1890—1939 (1987)
  • В. Кизилов, Гр. Сапов. Инфляция и её последствия / Под ред. Е. Михайловской. — М.: РОО «Центр „Панорама“», 2006. — 146 с. ISBN 5-94420-025-1

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Кристина Ромерҙың «Британника» энциклопедияһындағы Бөйөк Депрессия тураһында мәҡәләһендә Бөйөк Депрессия «яҡынса 1939 йылға тиклем дауам иткән», тип яҙылған. http://elsa.berkeley.edu/~cromer/great_depression.pdf 2011 йыл 7 декабрь архивланған.
  2. The Ford Hunger March of 1932
  3. 3,0 3,1 Юбилей ФРС: от Великой до Величайшей депрессии за сто лет — Главные новости — Финмаркет.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]