Асыу тәлгәштәре

Был мәҡәлә яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Асыу тәлгәштәре
The Grapes of Wrath
Жанр

роман

Автор

Джон Стейнбек

Төп нөхсә теле

инглиз

Тәүге тапғып нәшер ителгән

1939

Асыу тәлгәштәре (ингл. The Grapes of Wrath) — Джон Стейнбек тарафынан яҙылып, 1939 йылда баҫтырып сығарылған роман, 1940 йылда Пулитцер премияһына һәм 1962 йылда Нобель премияһына лайыҡ була. Романда Бөйөк депрессия осоро сағыла, Оклахома штатындағы өйҙәренән ҡоролоҡ, иҡтисади ауырлыҡтар һәм финанс һәм ауыл хужалығындағы үҙгәрештәр арҡаһында сығып киткән ярлы крәҫтиән ғаиләһе — Джоудтар тураһында бәйән ителә. Саң ҡаҙаны тип аталған көслө саңлы дауылдар теҙмәһенән һуң сараһыҙ хәлдән Джоудтар Калифорнияға табан юллана. Меңләгән башҡа «Оки»лар менән ҡуша улар ҙа бында эш эҙләй, йәшәр урын, өмөтлө киләсәккә ынтыла.

Роман АҠШ-тың күп уҡыу йорттарында уҡыу программаһына керетелгән, 1940 йылда ул урыҫ теленә тәржемә ителгән.

Сюжеты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Улар килем менән тын ала; улар аҡсанан проценттар ашай. Әгәр быларҙы алмаһа, улар үләсәк — беҙ һауаһыҙ, аҙыҡһыҙ үлгән кеүек.

— 5-се бүлек

Роман Том Джоудтың Мак-Алестер төрмәһенән билдәләнгән ваҡыттан алда иреккә сығыуынан башлана. Оклахомалағы Саллисо ҡалаһы янындағы өйөнә ҡайтышлай, ул элекке дин таратыусы Джим Кейсины осрата, һәм улар артабан бергә китәләр. Бала сағы үткән фермаһының өйөн Том ташландыҡ хәлдә күреп, аптырашта ҡала. Уларға күршеләре Мьюли Грейвс тап була һәм ул ғаиләнең өйҙән китеп, ағалары Джон Джоудтың өйөндә тороуын, шулай уҡ банктарҙың бөтә фермерҙарҙан ерҙәрен тартып алыуын, әммә үҙе был ерҙән китергә баш тартыуын һөйләп бирә. Том һәм Кейси икенсе көн иртә менән Джон ағаларына китә. Бында уның ғаиләһе бар булған мөлкәтен йөк машинаһына тейәп йөрөй; уларҙың бөтә игене Саң ҡаҙанында ҡырыла, һөҙөмтәлә улар банк алдында бурысын түләй алмай, ерһеҙ ҡала. Бөтә Оклахома буйлап таралған, Калифорниялағы уңдырышлы ерҙәр һәм юғары эш хаҡтары тураһында яҙылған реклама ҡағыҙҙарына ышанып, Джоудтар булған аҡсаларын яҡшы тормошҡа өмөт биргән сәйәхәткә һала. Оклахома штатын ҡалдырыу Томдың ваҡытынан алда төрмәнән сығыу шарттарын боҙһа ла, ул тәүәкәлләп, ғаиләһе менән бергә китә, Кейси ҙа ғаиләгә ҡушыла.

Техаста ҡом бураны, 1935 й.

66-сы шоссе буйлап улар көнбайышҡа табан юллана, был шоссе иһә шул уҡ вәғәҙә менән ҡыҙыҡтырылған, шул уҡ тарафҡа юл алған башҡа ғаиләләр менән тулған була. Бер ғаилә ялға туҡтағанда, һәр ваҡыт эргәһендә бер нисә башҡа ғаилә туҡтай, юлда үҙ ҡанундары булған лагерҙар барлыҡҡа килә. Калифорнияға яҡынлашҡан һайын, унан кире ҡайтып барған кешеләр йышыраҡ осрай. Улар Калифорнияла эш етмәүен, эшләгәндәргә лә бик аҙ түләгәндәрен, хатта ашарға лә етмәүен һөйләйҙәр. Әммә Джоудтар рекламала тасуирланған ил шулай ҙа барлығына өмөтөн һүндермәй. Сәйәхәт башында уҡ олаталары үлеп китә һәм юл буйында ерләнә. Калифорнияға инмәҫ элек өләсәләре лә үлеп китә. Томдың ағаһы Ной, һуңынан Джоудтың ауырлы ҡыҙы Роза Саронаның ире Конни ғаиләнән бүленеп ҡала, ҡалған ғаилә ағзалары әсәләре етәкселеге аҫтында, башҡа барыр урындары юҡлығы һәм юлды артабан дауам итергә кәрәклеген аңлап, сәйәхәтен дауам итә.

Кеше ат тота, уларҙы һөрөү өсөн дә, тырматыу өсөн дә, бесән сабыу өсөн дә ҡуллана, һәм бер ҡасан да уларҙы эшһеҙ торған саҡтарында ас үлемгә дусар итеп, ҡыуып сығарырға уйламаясаҡ. Улар аттар, — ә беҙ кешеләр.

— 26-сы бүлек

Килеп еткәс, эш эҙләүселәрҙең артыҡ күплеге һәм эшселәрҙең хоҡуҡтары тупаҫ боҙолоуы, эре фермерҙар килешеп эш итеүе, ә ваҡ фермерҙар хаҡтарҙың ҡырҡа төшөүенән зыян күреүе арҡаһында ғаилә йәшәү өсөн кәрәкле минимум табырға тырышып, аслы-туҡлы көн итә. Һыу, йыуыныу урындары менән тәьмин ителгән, таҙа хөкүмәт лагерына урынлашҡас, киләсәккә өмөт осҡондары ҡабына. Был лагерҙарҙа ысынлап та яҡшы шарттар, хатта күскенселәрҙе туҡтауһыҙ эҙәрлекләгән Калифорния идаралығы вәкилдәренә бында инеү тыйыла, әммә яҡын-тирәлә эш юҡлыҡтан, Джоудтар хөкүмәт лагерынан китергә мәжбүр була.

Бында «мин» һәм «беҙ»ҙең алмашыныуы башлана. Әгәр һеҙ, йәшәү өсөн кәрәкле мөлкәт эйәләре, быны аңлай алһағыҙ, һеҙ үҙегеҙҙе һаҡлап ҡала алыр инегеҙ. Әгәр һеҙ сәбәптәрҙе һөҙөмтәләрҙән айыра алһағыҙ, әгәр һеҙ Пейн, Маркс, Джефферсон, Ленин — һөҙөмтәләр, ә сәбәптәр түгелен аңлай алһағыҙ, һеҙ иҫән ҡала алыр инегеҙ. Әммә һеҙ быны аңламайһығыҙ. Һеҙҙең милекселегегеҙ үҙегеҙегеҙҙең «мин»де һәр саҡ бығаулаған, һәм һәр саҡ һеҙҙе «беҙ»ҙән айыра.

— 14-се бүлек

Ялланыусыларҙы экспулатациялауға яуап итеп, ҡайһы бер кешеләр, шулар араһында таныҡлаусы менән низағтан һуң төрмәгә ултырырға мәжбүр булған Кейси, эшселәрҙе союздарға берләштерергә тырыша. Джоудтар иһә Кейси менән эшселәр төркөмө забастовка башлаған шафталы (персик) баҡсаһына штрейкбрехер булып эшкә керә. Көнө буйы бөтә ғаилә менән баҡсала эшләүҙән һуң алынған аҡса киске ашҡа саҡ етә. Том Джоуд Кейсины осратып һөйләшә, уны үлтергән саҡтарында шаһит була һәм уға ҡул күтәреүсене үҙе үлтерә, үҙе лә йәрәхәт ала. Икенсе көн полиция йөҙө яраланған үлтереүсене лагерь буйлап эҙләй. Забастовка туҡтатылғас, эш хаҡы ике тапҡыр төшә, шулай ҙа аслыҡтан йонсоған халыҡ баҡсалағы һәр уңыш өсөн хатта һуғышырға әҙер.

Артабан ғаилә мамыҡ фермаһына урынлаша, бында ҡасҡынға әйләнгән Том әсәһенә уңыштар теләп, үҙенең ҡайҙа барһа ла, иҙелеүселәрҙе яҡлаясағын вәғәҙә итеп, ғаиләһенән айырыла. Ямғырҙар мәле башлана, мамыҡ йыйыуҙан һуң яҙға тиклем эш юҡ. Ямғыр ваҡытында йылға ярҙарынан сығып, эшселәр йәшәгән вагондарҙы баҫа башлай. Был ваҡытта Роза Саронаның балаһы үле тыуа. Ғаилә һыу баҫмаған юғарыраҡ урынға китә һәм юл буйындағы һарайға табан юллана. Һарай эсендә — аслыҡтан көсһөҙләнгән ир менән улы, Роза Сарона ирҙе үҙ һөтө менән үлемдән ҡотҡара.

Төп персонаждар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Том Джоуд — романдың төп геройы. Джоудтарҙың ғаиләһендә икенсе ул.
  • Әсәй — булдыҡлы һәм етеҙ ҡатын, ғаиләне бергә тоторға тырыша.
  • Атай — исеме шулай уҡ Том, 50 йәштәрҙә. Эшлекле крәҫтиән һәм ғаилә йәнле кеше, үҙенең ғаилә башлығы урынын ҡатынына тапшыра.
  • Джон Джоуд — өлкән Том Джоудтың ағаһы, 50-60 йәштәр тирәһендә, үҙен йәш ҡатынының үлемендә ғәйепле һанай. Ғәйеп тойғоһон эске һәм ҡатындар менән баҫырға тырыша, гонаһынан арыныр өсөн, ураған һайын балаларҙы тәм-том менән һыйлай.
  • Джим Кейси — ышанысын юғалтҡан элекке дин таратыусы, романдың аҙағына эшселәрҙең хоҡуҡтарын боҙоуға ҡаршы забастовканы етәкләй.
  • Эл Джоуд — Джоудтарҙың өсөнсө улы, 16 йәштәрҙә, машиналар һәм ҡыҙҙар менән ҡыҙыҡһына, ағаһы Томды хөрмәт итә, роман аҙағына үҙ юлын эҙләй башлай.
  • Роза Сарона Джоуд Риверс — Джоудтарҙың 16-17 йәштәрҙәге хыялый ҡыҙҙары, роман барышында үҫешә һәм еткән ҡатынға әйләнә. Роман башында йөклө, балаһы насар туҡланыуҙан үле тыуа. Уның роман аҙағында аслыҡтан көсһөҙләнгән иргә ярҙам итеүе — тормоштоң дауам итеүе символы.
  • Конни Риверс — Роза Саронаның ире, роман башында 19 йәштә. Йәш һәм бер ҡатлы егетте никахтан һуңғы яуаплылыҡ тетрәтә, һәм Калифорнияға китеп барған саҡта ул кәләшен ташлап китә.
  • Ной Джоуд — Джоудтарҙың өлкән улы, тыуған сағында уҡ йәрәхәтләнеп, «сәйер» була. Ул беренсе булып ғаиләнән айырылып, Колорадо йылғаһы буйында балыҡсылыҡ итеп көн күреүҙе һайлай.
  • Олатай — Томдың олатаһы Уильям Джеймс Джоуд, ул Оклахоманан китеүҙән баш тарта. Уны тыныслындырғыс дарыу ярҙамында йоҡлатып алып китәләр, әммә ҡарт юлдағы беренсе төндә үк йән бирә.
  • Өләсәй — динле әбей, иренең үлеменән һуң оҙаҡ тормай, ул да үлеп китә.
  • Руфь Джоуд — 12 йәштәрҙәге ҡыҙҙары.
  • Уинфилд — 10 йәштәрҙәге кинйә малай, Руфь менән бик яҡындар.

Яҙылыу тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1936 йылдың йәйен Стейнбек Калифорнияның ялланып эшләүселәре араһында үткәрә, лагерҙар һәм гувервилдәр буйлап йөрөй, забастовкалар шаһиты була. Һөҙөмтәлә Калифорнияның ауыл хужалығы индустрияһында эшләүсе күскенселәре тураһында мәҡәләләр шәлкеме яҙыла. Мәҡәләләр дөйөм «Уңыш йыйыу сиғандары» («The Harvest Gypsies») исеме аҫтында «San Francisco News» гәзитендә 1936 йылдың октябрендә баҫыла. Эшселәр менән аралашҡан ваҡыт эсендә күргәндәре һәм ишеткәндәре яҙыусыға шул тиклем тәрән тәьҫир итә, һәм ул был турала әҙәби китап яҙырға ниәтләй.

Романдың исеме[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Романға исемде ҡатыны Кэрол тәҡдим итә, «асыу тәлгәштәре» фразаһы «Республиканың хәрби гимны» («The Battle Hymn of the Republic») патриотик йырынан алынған. Йыр иһә үҙ сиратында Тәүраттың Апокалипсисына һылтана:

« Һәм фәрештә үҙенең урағын ергә төшөрҙө, һәм ерҙәрге йөҙөмдө йыйып алды, һәм Хоҙайҙың оло асыу ҡаҙанына ырғытты. »

Был фраза шулай уҡ романдың аҙыҡты хаҡтар юғары кимәлдә ҡалһын өсөн аңлы рәүештә юҡ итеү һүрәтләнгән 25-се бүлегендә осрай:

« ...һәм астарҙың күҙҙәрендә асыу үҫә. Кешеләрҙең йәнендә асыу тәлгәштәре тулыша һәм үҫә — ауыр тәлгәштәр, һәм өлгөрөргә инде күп ҡалмаған. »

Тәнҡит[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Калифорнияла ялланып эшләүсе Миссури күскенселәре. Доротея Ланге фотоһы

Китап хайран ҡалдырырлыҡ ҙур уңышҡа өлгәшә — уның тиражы 14 миллион экземплярға етә. Роман «милли ваҡиға масштабындағы күренеш» була. Ул «халыҡ тарафынан асыҡ тыйыла һәм яндырыла, уның турала милли радио селтәрҙәрендә фекер алышына, әммә барыһынан да бигерәк, ул уҡыла.» [1] Стейнбектың күп замандаштары романды ҡабул итмәй, ҡайһы берҙәр хатта уны «яла яғыу», «тупаҫлыҡ» һәм «әхлаҡһыҙлыҡ» өcөн тыйырға тырыша, ҡалаларҙа әҫәр китапханаларҙан алып ташлана. Тәнҡит айырыуса ныҡ Калифорнияның фермерҙар ассоциацияһынан яуа, улар китапты «алдаҡ менән тулы» булыуында һәм «коммунистик пропаганда» алып барыуында ғәйепләй.[2]

Артабанғы йылдарҙа китапҡа ҡарата ыңғай баһалар һаны арта бара. Гәзиттәр һам журналдар дәүләт эшмәкәрҙәренең, социологтарҙың Стейнбек тарафынан китапта килтерелгән факттарҙың дөрөҫлөгөн тулыһынса раҫлаған дәлилдәрен баҫтырып сығара башлай. 1940 йылда Стейнбек китап өсөн АҠШ-тағы иң юғары премияларҙың береһе — Пулитцер премияһын яулай.

1962 йылда Нобель премияһы комитеты «Асыу тәлгәштәре»н «оло хеҙмәт» тип атай һәм ул Стейнббекка Әҙәбиәт өлкәһендә Нобель премияһын биреү өсөн төп сәбәптәрҙең береһе була.[3]

«Time» журналы романды «Time журналының 1923 йылдан 2005 йылға тиклемге 100 иң яҡшы инглиз телендәге романы» исемлегенә керетә.[4]

1998 йылда Modern Library нәшриәте «Асыу тәлгәштәре»н үҙенең «20-се быуаттың 100 иң яҡшы инглиз телендәге романы» исемлегенә унынсы итеп керетә.

Әҫәр сәхнәлә һәм экрандарҙа[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1940 йылда режиссёр Джон Форд роман буйынса фильм төшөрә. Әммә фильмдың аҙағы әҫәрҙекенән ныҡ айырыла — Голливуд ҡанундарына ярашлы, фильм «хэппи-энд» менән тамамлана, китапта иһә геройҙарҙың артабынғы яҙмышы өмөтһөҙ һәм трагик.

Чикаголағы «Дала бүреһе» театр компанияһы («Steppenwolf Theatre Company») китап нигеҙендә тамаша әҙерләй, сценарийы яҙыусы, режиссёр Фрэнк Галати тарафынан яҙыла, Гэри Синиз 1990 йылда Том Джоуд роле менән тәү башлап Бродвей сәхнәһендә сығыш яһай.[5]

«Minnesota Opera» театры һәм «Utah Symphony and Opera» театры берлектә романға нигеҙләнгән опера әҙерләй, көйөн композитор Рикки Иен Гордон, һүҙҙәрен Майкл Кори яҙа. Операның премьераһы 2007 йылдың февралендә була.[6]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Lisca, Peter (1958). The Wide World of John Steinbeck. Brunswick, NJ: Rutgers University Press
  2. Cordyack, Brian 20th-Century American Bestsellers: John Steinbeck, The Grapes of Wrath. Graduate School of Library and Information Science, University of Illinois, Urbana-Champaign. 2005 йыл 24 февраль архивланған.
  3. Osterling, Anders Nobel Prize in Literature 1962 - Presentation Speech.
  4. All Time 100 Novels, Time. 2009 йыл 15 май архивланған.
  5. Internet Broadway Database: The Grapes of Wrath Production Credits
  6. Michael Anthony, «'Grapes' is a sweet, juicy production», Minneapolis Star Tribune, 2/12/2007

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]