Фашизм

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Фаши́зм (итал. һүҙе fascio -нан итал. fascismo атамаһы килеп сыҡҡан. Мәғәнәһе: «Фасциялар — союз, шәлкем, бәйләм, берләшмә») — ультра уң, киҫкен уң сәйәси хәрәкәттең, идеологияһының һәм шуға тура килгән диктатор тибындағы идара формаһының дөйөмләштерелгән атамаһы[1][2], уның характерлы билдәләрен милитаристик, (киң мәғәнәлә) милләтселек[3][4], антикоммунизм һәм анти-либерализм[5], ксенофобия, реваншизм һәм шовинизм, мистик юлбашсылыҡ, һайлаулы демократияны һәм либерализмды күрә алмау, элиталар өҫтөнлөгөнә һәм тәбиғи социаль иерархияға ышаныу[6], этатизм, һәм ҡайһы бер осраҡта, синдикализм, расизм[7][8][9] һәм геноцид сәйәсәте тип атайҙар[7][9].

Этимологияһы һәм билдәләмәһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Итальян милләтсе фашист партияһы эмблемаһындағы фасциялар

Фашизм һүҙе итальянса fascio (фа́шо) — «союз» (мәҫәлән, Бенито Муссолиниҙың сәйәси радикаль ойошмаһының атамаһы — Fascio di combattimento«Көрәш союзы»). Был һүҙ, үҙ сиратында, юғары магистрат власы символын, фасцияларҙы — тимер бәйләменә ҡыҫтырылған балта эмблемаһын, fascis — "бәйләм, шәлкем"де аңлатҡан, латин һүҙенә ҡайтып ҡала. Рим республикаһы юғары магистраттарының почётлы ҡарауылы — ликторҙар фасциялар йөрөткән. Фасциялар халыҡ исеменән көс, хатта үлем язаһын ҡулланыу хоҡуғын символлаштырған. Шунан бирле фасциялар һүрәте күп илдәрҙең дәүләт власы символдарында сағыла (мәҫәлән, фасциялар Рәсәй Федерацияһы суд приставтары Федераль хеҙмәте :Файл: ФССП.Эмблема.gif|эмблемаһында һүрәтләнгән).

Тарыраҡ тарихи мәғәнәлә фашизм тигәндә, Италияла 1920-се — 1940-сы йылдар башында Бенито Муссолини етәкләгән күмәк кеше йәлеп иткән сәйәси хәрәкәт хәтергә төшә[9]. Был атама башҡа илдәрҙә барлыҡҡа килгән шуға оҡшаш идеологияларҙы һәм сәйәси режимдарҙы классификациялағанда ла ҡулланыла башлай.

Роберт Суси (инг.)баш. Британникаһы[6], Камалудин Серажудинович Гаджиевтың Яңы фәлсәфә энциклопедияһы[7] һәм башҡа сығанаҡтар 1920—1945 йй. әүҙемләшкән күп кенә ойошмаларҙы фашистик хәрәкәт тип атаны: НСДАП[8][10][11], Испан фалангаһы[6][8], усташтар[6], португал Милли союзы[6] финн Лапуа хәрәкәте, венгр Сатраш уҡтары[6], румын Тимер гвардияһы[6] һ.б.

Ҡайһы бер Европа илдәрендә барлыҡҡа килгән дәүләт ҡоролошон (иң йыш осраҡта Адольф Һитлер идара иткән дәүерҙәге Германияны һәм Муссолини осорондағы Италияны) — Икенсе Бөтөн донъя һуғышы тамамланғанға тиклем йәшәгән фашистик дәүләттәр тип атайҙар.[12].

Эрнст Нольте фашизмдың нигеҙе итеп өс идеологик "анти-"ны атай: антимарксизм, антилиберализм һәм антиконсерватизм. Ошоларға тағы хәрәкәттең ике ҡылыҡһырламаһы өҫтәлә: лидерлыҡ һәм партиялылыҡ принцибы.[13].

Фашизмды өйрәнеүсе билдәле Стенли Пейн Нольтеның өс «анти-»һына түбәндәге ҡылыҡһырламалар өҫтәгән: милләтселек, авторитар этатизм, корпоративизм, синдикализм, империализм, идеализм, волюнтаризм, романтизм, мистицизм, милитаризм, көс ҡулланыу.[14][15].

Фашизмдың социологы Хуан Линц фашизмға тағы ла киңерәк билдәләмә биргән: берҙәм партия һәм корпоратив вәкәләтлек аша берләшеүҙе үҙенең маҡсаты итеп ҡуйған «гипермилләтсе, йыш ҡына пан-милләтсе, антипарламентар, антилибераль, антикоммунистик, популистик һәм, шунан сығып, антипролетар, өлөшләтә антикапиталистик һәм антибуржуаз, антиклерикаль йәки, иң кәмендә, клерикаль булмаған хәрәкәт»[16].

Британия ғалимы Роджер Итвелл (Roger Eatwell) бик төгәл һәм ҡыҫҡа билдәләмә бирә: фашизм «холистик-милли радикаль өсөнсө юл нигеҙендә социаль яңынан тыуыуҙы (возрождение) етәкләү маҡсатын ҡуя».[17].

Инглиз тикшеренеүсеһе Роджер Гриффин, этик ҡиммәттәргә иғтибар итеп, фашизмды милләттең, расаның тоҡомон һәм мәҙәниәтте тамырынан үҙгәртеү һәм «яңы кеше» барлыҡҡа килтереү идеяһы менән илһамланған «популистик ультрамилләтселектең» «мифик ядроһы» тип аңлата.[18] Ул фашизмды үҙенең мифологик ядроһында фашистик идеология (башҡа төрлө милли-популистик идеологиялар кеүек) милләтте үҙгәртеүгә түгел, ә уны «тамырынан үҙгәртеп яңынан яралтыуға» ниәт иткән «палингенетик ультрамилләтселек» тип билдәләй[11][19]. Андреас Умланд фекеренсә, был концепция инглиз телле ғилми берләшмә тарафынан бөгөнгө көндә аҙмы-күпме ҡабул ителгән, тип һанай[20].

Америка тарихсыһы Роберт Пакстон (Robert Paxton) фашизмды "берҙәмлек, көс һәм «таҙа булыу» культы аша компенсацияланыуҙы нигеҙ итеп алып, берләшмәнең түбән тәгәрәүе, кәмһетелеүе, ҡорбансыллығы тураһында саманан тыш хәстәрлек күреү, шул уҡ ваҡытта халыҡ массаларына таянған милләтсе-әүҙемдәр партияһы, традицион элиталар менән ҡатмарлы, ләкин эффектив хеҙмәттәшлек итеп, демократик азатлыҡтан баш тартып һәм этик һәм легаль сикләүҙәрһеҙ «эске таҙарыныу» һәм халыҡ-ара экспанция маҡсаттарын көс ҡулланып тормошҡа ашырыусы сәйәси тәртип формаһы, " тип билдәләй[21].

Америка тарихсыһы Джон Лукач, немец милләтселек-социализмы һәм итальян фашизмы араһында, оҡшашлыҡҡа ҡарағанда, айырма күберәк, ти[22].

Бынан тыш, күмәк кеше аңының һәм/ йәки индивидуаль аңдың патологик тайпылышына нигеҙләнгән күренеш, тип[23][24], «фашизм» төшөнсәһен псхологик һәм психофизиологик аңлатыу тенденцияһы ла бар. Нацизм йылдарында Европанан китергә мәжбүр булған австрия психологы Вильгельм Райх «фашизм раса күрә алмаусанлығы нгеҙендә барлыҡҡа килә һәм шуның сәйәси ойошҡан булмышы булып хеҙмәт итә», тип белдерҙе[23].

Америка философы Һанна Арендт фекеренсә, фашизмдың төп билдәһе кәрәкле эффект тыуҙырыу өсөн алдаҡ алымдар ҡулланыуҙан да баш тартмаған ҡеүәтле пропагандистик аппарат ярҙамында эске һәм тышҡы дошманды күрә алмаусылыҡ культы барлыҡҡа килтереү ул[25].

Фашизм һәм расизм[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фашизм һәм расизмдың үҙ-ара мөнәсәбәттәре буйынса фәндә төрлө фекер йәшәй. Беренсе ҡараш яҡлылар биологик расизм идеяһы нацистик режимдың өҫтөнлөклө хоҡуғы, ә фашизм расаға түгел, милләт сифатына айырым иғтибар йүнәлтә тип һанайҙар. Был теория яҡлылар нацистикды айырым тарихи феномен, тип билдәләй һәм уны фашизмдың бер төрө тип иҫәпләмәй[26][27][28].

Бөгөнгө көндә ныҡ таралған, Роджер Гриффин һәм уның «яңы консенсус» мәктәбе хуплаған, икенсе ҡараш буйынса, биологик расизм милләтте йә расаны мотлаҡ революцион «яңынан яралтыу» һәм «таҙартыу» идеяһына (палинген ультрамилләтселеккә нигеҙләнгән фашизм теорияһы һәм практикаһы менән тәбиғи (органик) үрелә. Был ҡарашта тороусылар, айырым алғанда, 1980-се йылдар ахырына тиклемге тарихнамә танығанса, «классик» итальян фашизмы нығыраҡ расист характерлы булған, тиҙәр. Шуға ҡарамаҫтан, был ғалимдар ҙа биологик расизмды (киң таралған булһа ла) фашизмдың тарихи шарттар буйынса ҡалҡып сығырға тейешле бер төрө, ультрамилләтселек, билдәһе, тип иҫәпләйҙәр һәм раса идеяһын фашистик идеологияның иң кәрәкле компоненты тип һанамай[29][30] Әйтергә кәрәк, хәҙерге заман көнбайыш ғилми традицияһында «расизм» төшөнсәһе, дискриминацияның һәм эксклюзионизмдың (шул иҫәптән милли һәм этник) төрлө формаларын берләштерә, ғөмүмән, постсовет дәүере менән сағыштырғанда, киң күләмгә эйә.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Fin de siècle эраһы (Быуат ахыры)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фашизмдың идеологик тамырҙары 1880 йылға, айырым алғанда, ул саҡтағы Fin de siècle темаһына барып тоташа[31]. Был тема материализмға, рационализмға, позитивизмға, буржуаз йәмғиәткә һәм демократияға ҡаршы тороуға нигеҙләнгән. Ошо интеллектуаль мәктәп кешене бик ҙур берҙәмлектең бер өлөшө тип иҫәпләгән, либерал йәмәғәтселектең индивидуализмын һәм буржуаз йәмғиәттәге социаль бәйләнештәрҙең юҡҡа сығыуын ғәйепләгән.

Fin de siècle донъяға ҡарашы төрлө интеллектуаль асыштар, шул иҫәптән Чарлз Дарвин биологияһы, Рихард Вагнер эстетикаһы, Жозеф Артюр де Гобино расизмы, Гюстав Лебон психологияһы һәм Фридрих Ницше фәлсәфәһе, Фёдор Михайлович Достоевский һәм Анри Бергсон тәьҫирендә формалашҡан. Ул ваҡытта киң танылыу тапҡан социаль дарвинизм физик һәм йәмғиәт тормошо араһында айырма күрмәй һәм йәшәү — кешенең, тере ҡалыр өсөн, бер туҡтауһыҙ дауам иткән көрәше тип ҡарай. Социаль дарвинизм үҙенең биотөркөмдөң идентиклығы һәм йәмғиәттә органик мөнәсәбәттәрҙең әһәмиәте тураһындағы акценты менән йәмғиәттә милләтселек идеяһының легитимлығына һәм һөймәләклегенә килтергән[32]. Социаль һәм сәйәси психологияның яңы теориялары кешенең үҙен рациональ тотошо төшөнсәһен кире ҡаҡҡан һәм сәйәси һорауҙарҙы хәл иткәндә хис-тойғолар (эмоциялар) аҡылдан алда йөрөй, тип иҫбатлаған. Ницшеның «Алла үлгән» тигән аргументы христианлыҡты, демократияны һәм хәҙерге заман коллективизмын, «көтөү хисе» тигән ғәйеп ташлауы менән аралашып килгән. Уның Бөйөк кеше (Übermensch) концепцияһы һәм идара итеүгә ихтыяр — кешенең тәү инстинкты тип раҫлауы Fin de siècle быуын вәкилдәренә ҙур йоғонто яһаған.

Гаэтано Моска үҙенең «Хакимлыҡ итеүсе класс» (1896) тигән хеҙмәтендә һәр йәмғиәттә «ойошҡан аҙсылыҡ» "ойошмаған күпселек"тән өҫтөн торасаҡ һәм улар менән идара итәсәк, тип раҫлаған теория барлыҡҡа килтергән[33]. Моска йәмғиәттә тик ике класс ҡына бар: «идара итеүселәр» (ойошҡан аҙсылыҡ) һәм «буйһоноусылар» (ойошмаған күпселек) тигән. Ул шулай уҡ ойошҡан аҙсылыҡтың ойошҡанлығы ойошмаған күпселек рәттәрендә булған һәр кешене ҡыҙыҡһындыра, тип раҫлаған[34].

Шарль Моррас

Француз милләтсеһе һәм реакцион монархисы Шарль Моррас фашизм үҫешенә тәьҫир иткән. Ул милләттең органик берҙәмлегенә саҡырыусы интеграль милләтселекте пропагандалаған. Моррас ҡеүәтле монарх милләтененең идеаль лидеры була, тип раҫлаған. Моррас «халыҡ ихтыярын демократик мистификациялау»ға ышанмаған, ошо күренеш шәхсиәтһеҙ коллектив субъект барлыҡҡа килтерә тигән. Ҡеүәтле монарх, уның ҡарауынса — ил эсендә халыҡты берләштерер өсөн үҙенең абруйын файҙалана алыусы персонифицирланған хөкөмдар. Моррастың интеграль милләтселеге фашистар тарафынан идеалләштерелгән һәм, монархизмдан баш тартып, модернлашҡан инҡилап формаһы итеп үҙгәртелгән[35].

Француз революцион синдикалисы Жорж Сорель үҙенең хеҙмәттәрендә дөйөм забастовка ойоштороу аша капитализм һәм буржуазияны ҡолатыу революцияһына килтереү маҡсатында сәйәси мәжбүр итеүҙе легитимләштереү кәрәклеген һәм радикаль сараларҙы пропагандалаған. Үҙенең «Золом тураһында уйланыуҙар» тип аталған(1908) тип аталған иң билдәле хеҙмәтендә, Сорель яңы сәйәси дин кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алған[36]. «Прогресс иллюзиялары» тигән хеҙмәтендә Сорель, «аристократтың да аристократы — ул демократия», тип яҙып, демократияның реакцион характерын ғәйепләгән[36]. 1909 йылда Францияла синдикалист дөйөм забастовкаһы ҡыйратылғандан һуң, Сорель һәм уның яҡлылар һул радикалдарҙан айырылған һәм, уң радикалдарға ҡушылып, республикаға ҡаршы булған христиан патриоттарын идеаль революционерҙар тип хуплап, һуғышсан католицизм һәм француз патриотизмын үҙҙәренең сәйәси ҡараштарына яраҡлаштырырға, улар менән берләшергә тырышҡан. Башта Сорель рәсми рәүештә марксизмды ревизиялаусы булған, ә 1910 йылда социализмдан баш тартыуын иғлан иткән, Бенедетто Кроче афоризмын ҡулланып, «марксизм тарҡалыуы» арҡаһында «социализм үлгән» тип әйтер булған[37]. 1909 йылда Сорель Шарль Моррастың реакцион милләтселеген хуплай, уныһы ла, үҙ сиратында, демократияға ҡаршы тороу сараһы булараҡ, үҙенең милләтселек идеалдарының Сорель синдикализмы менән ҡушылыу мөмкинлеге менән ҡыҙыҡһынған булған. Моррас «демократик һәм космополитик элементтан азат социализм, матур ҡулға яҡшы итеп тегелгән бирсәткә нисек килешһә, милләтселеккә шулай уҡ килешә» тип әйткән[38].

Жорж Сорель

Моррас милләтселегенең һәм Сорель синдикализмының бергә ҡушылыуы радикаль итальян милләтсеһе Энрико Коррадиниға бик көслө тәьҫир итә. Революцион милләтсе-синдикалистарҙың киҫкен хәрәкәт итеүе һәм көрәшкә әҙерлеге аристократтар һәм анти-демократтар етәкселегендә ойошторолорға тейеш, тигән ул. Коррадини Италияны, Франция һәм Бөйөк Британия плутократик режимдарына ҡаршы сыға алырлыҡ, империализм сәйәсәте үткәрерлек «пролетар милләт» тип атаған[39].

Фашизмдың социаль ағым булараҡ аяҡҡа баҫыуына британ публицисы Томас Карлейль әһәмиәтле йоғонто яһаған. Немец политологы Мануэль Саркисянц:

Нацизм — немецтәр уйлап сығарған нимә түгел, тәүҙә ул ситтә барлыҡҡа килгән һәм беҙгә унан күсерелгән … Нацизм (милләтселек) фәлсәфәһен, диктатура теорияһын йөҙ йыл элек үҙ ваҡытының бөйөк шотландлыһы, бик ихтирам ителгән сәйәси пәйғәмбәре — Карлейль формулаға әйләндергән. Һуңғараҡ уның идеялары Хьюстон Стюарт Чемберлен тарафынан үҫтерелгән. Нацизм диненең нигеҙләнерлек бер ниндәй ҙә төп доктринаһы булмаған … ул Карлейлдә лә… Чемберлен дә лә булмаҫ ине. Карлейль дә, Чемберлен дә… нацистик диндең ысын мәғәнәһендә рухи аталары булғандар… Һитлер һымаҡ, Карлейль дә парламент системаһын күрә алмаған … Һитлер һымаҡ, Карлейль дә һәр ваҡыт диктатураның ҡотҡарыусы яҡшылыҡ булыуына ышанған.

— М. Саркисянц. «Томас Карлейль һәм иң ярлы инглиздәр өсөн „хоҙай фельдфебелдәре — сафҡа баҫыу инструкторҙары“ »[40]

Бертран Рассел үҙенең «Көнбайыш фәлсәфәһе тарихы» (1946) китабында: "Карлейль һәм Ницшенан артабанғы аҙым — Һитлер, "-тип раҫлаған.

Фашизмдың төп һыҙаттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фашистик дәүләттәргә иҡтисадта ла, идеологияла ла дәүләт баҫымының көслө булыуы хас: күмәк кешенән торған ойошмалар һәм социаль берләшмәләр булдырыу юлы менән дәүләттең корпоративлашыуы, башҡа төрлө ҡарашты мәжбүри баҫтырыу, иҡтисади һәм сәйәси либерализмды ҡабул итмәү.

Вольфганг Випперман фекеренсә, фашизм идеологияһының төп һыҙаттары булып[10][асыҡларға]:

  • традиционализм,
  • милләтселек
  • либерализмды тәнҡитләү/антилиберализм
  • антикоммунизм
  • экстремизм,
  • этатизм,
  • корпоратив дәүләт,
  • популизм элементтары,
  • милитаризм,
  • йыш — юлбашсылыҡ,
  • идара иткән кластарға ҡағылмаусы, халыҡтың киң ҡатламына таяныуҙы декларирлау.

И. В. Мазуров фекеренсә, дәүләт идара итеү системаһы булараҡ, фашизм — авторитаризм түгел, ә тоталитаризм, һәм улар араһында етди айырма бар[41].

Фашист партияларының дөйөм һыҙаттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Илдә иҡтисади кризис булһа, һәм ул шулай уҡ социаль һәм сәйәси өлкәлә кризисҡа килтерһә, йыш осраҡта фашист партияларының барлыҡҡа килеү һәм үҫеү факторы шул була.

Фашист партиялары йыш осраҡта милитарлашҡан һәм ул осор өсөн ғәҙәти булмаған сәйәси стиль ҡулланғандар: күмәк халыҡтың манифестациялары, күмәк кеше марштары, партияның ир-егеттәр характерлы икәнен һыҙыҡ өҫтөнә алыу, мәҙәниәтте, фәнде, аңды дин йоғонтоһонан азат итеү сиркәү мөлкәтен дәүләт мөлкәтенә әйләндереү — секуляризирланған динлелектең ҡайһы бер формалары, сәйәси конфликттарҙы компромисһыҙ хуплау һәм көс ҡулланыу.

Фашист партияларын айырып торған билдәһе — нигеҙенә амбивалентлыҡ һалынған сағыштырырлыҡ идеологиялары һәм маҡсаттары булыу. Фашистик идеология бер үк ваҡытта антисоциалистик һәм антикапиталистик, антимодернлы һәм хәҙерге заманса махсус, трансмилли моменттарҙы асып һала. Был мөнәсәбәттәр фашизмдың бөтөн төрҙәрендә лә бер төрлө формала сағылмай.

Итальян Милләтсе фашист партияһы программаһының күп өлөшөндә аңлы рәүештә бәйләнешһеҙ яҙылған антакапиталистик пункттары, үҫеш барышында, һаман да артҡы планға күсә барған. Былар венгр "Сатраш уҡтар"ында, румын «Тимер гвардия»һында, Испан фалангаһының ҡайһы бер бүлексәләрендә, француз Халыҡ Француз Партияһында, Жак Дориола сағыштырмаса көслө сағылған. Киреһенсә, был австрия һеймверсыларында, норвегия "Милли берләшеү"ендә, бельгия рексистарында, ҡалған француз фашист партияларының ҡайһы бер бүлексәләрендә һәм голланд НСС-ында сағыштырмаса көсһөҙ сағыла.

"Тимер гвардия"сыларҙа киҫкен антимодернлыҡ йүнәлеш күҙәтелә. Әммә был хәрәкәт тә пропагандала, сәйәсәттә, хәрби эштә һәм иҡтисадта махсус заманса ҡоралдар һәм методтар ҡулланыуҙан бер нисек тә баш тартмай. Фашизмды ни ғәҙәттән тыш антимодернлыҡ тип тә, ни «замансаға уҡталыш» тип тә, бигерәк тә — «социаль революция» тип атап булмай[10].

Бөтөн фашист партиялары ла махсус милләтселек йүнәлешендә торған; күпселеген улар милли тарихтарының идеаллаштырылып күрһәтелгән аныҡ тап килгән «данлы» периодтарына иғтибар иткән. Әммә ваҡ фашист хәрәкәттәре, теләйме, теләмәйме, ниндәйҙер дәрәжәлә башҡа фашист хәрәкәттәренең, бигерәк тә фашист режимдарының мәнфәғәттәре менән иҫәпләшергә тейеш булған. Тап сит ил фашист өлгөһөнә йүнәлтелеү арҡаһында был партиялар менән һулдар ғына түгел, киҫкен милләтсе йүнәлештә торған уң партиялар ҙа көрәшкән.

Бөтөн фашист партиялары ла ҡәтғи рәүештә һәм компромисһыҙ ихтыяр көсө менән үҙҙәренең сәйәси дошмандарын, ә тағы — нигеҙһеҙ һайлағанды — аҙсылыҡты юҡ итергә ынтылғандар[10].

Фашизмдың варианттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Итальян фашизмы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

See also Фашизм доктринаһы Ысын идеализм Римгә марш Тар мәғәнәлә фашизм, йәғни Бенито Муссолини доктринаһы беренсе планға корпоратив дәүләт — (партиялар власы булған парламент демократияһына ҡапма-ҡаршы) бөтөн ҡатлам халыҡтың мәнфәғәттәрен гармониялаштырған һәм күрһәткән корпорациялар власы булған дәүләт идеяһын тормошҡа ашыра. Фашист идеологияһы 1910-сы йй. һуңында Италияла барлыҡҡа килгән, итальян фашист партияһы власҡа килгән һәм 1922 йылда Муссолини диктатураһын урынлаштырған. Муссолини үҙенең «La Dottrina del Fascismo» тигән китабында «фашизм» һүҙен «дәүләт идараһы системаһы» мәғәнәһендә лә, «идеология» мәғәнәһендә лә ҡулланған:

«Il fascismo, oltre a essere un sistema di governo, è anche, e prima di tutto, un sistema di pensiero» («Фашизм — ул идара системаһы ғына түгел, ул бигерәк тә фекер системаһы»).

Немец национал-социализмы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Национал-социалистик немец эшсе партияһы (немец. Nationalsozialistische Deutsche Arbeiterpartei|Nationalsozialistische Deutsche Arbeiterpartei). Рус телле транскрипцияла аббревиатураһы: НСДАП Германияла 1933 йылдан 1945 йылға саҡлы идара итә. Бенито Муссолиниҙың 1922 йылдағы Римгә маршының уңышы герман ултрауң радикалдары өсөн дәртләндергес өлгө булған. Немец национал-социалистары лидеры Адольф Һитлер нацистик партия формалашыуына итальян фашизмының етди тәьҫирен таныған[42]. Нацизмдың төп пропагандисы Йозеф Һеббельс итальян фашизмына либерал демократия менән конфликт башын япһарып, былай тигән:

Римгә марш либерал демократия штурмы билдәһе булды. Был либерал-демократик рух донъяһын ҡыйратыуҙың тәүге ынтылышы ине… ә ул 1789 йылда Бастилияны алыуҙан башланды һәм аяуһыҙ революцион түңкәрелештәрҙә сиратлап бер ил артынан икенсеһен, милләттәрҙең марксизмда, демократияла, анархия һәм синфи көрәштә һәләк булыуына юл ҡуйыр өсөн, яуланы…[43].

Корнелиу Зеля Кодряну
Символика Железной гвардии

Ике идеологияның — итальян фашизмы һәм герман нацизмының — бер-беренә тәьҫире уртаҡ булған. Мәҫәлән, Италияла билдәле Холокост Холокост ҡабул ителгән.

Тимер гвардия (Румыния)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Тимер гвардия» — 1927йылдан 1941 йылға саҡлы Румынияла йәшәп килгән фашист хәрәкәте[44]. Улар 1940 йылдың 14 сентябренән 1941 йылдың 21 ғинуарына саҡлы власть башында ултырған. Корнелиу Зеля Кодряну был хәрәкәтте 1927 йылдың 24 июлендә «Тимер гвардия« атамаһы менән нигеҙ һалған (»Legiunea Arhanghelului Mihail"), һәм, вафатына саҡлы (1938), уның юлбашсыһы булған.

Фалангизм (Испания)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Испа́н Фала́нгаһы (испан.Falange Española) — Испанияның ультрауң сәйәси партияһы. 1933 йылда Хосе Антонио Примо де Ривера, Испанияның элекке диктаторының улы нигеҙ һалған. Испан Фалангаһы Франциско Франконың тоталитар режимы йылдарында (19361975) — ил менән идара иткән берҙән-бер законлы партия[45].

1975 йылда Франко вафат булғандан һуң, Испанияла демократик процестар башлана, һәм партия тарҡалған. Хәҙерге ваҡытта фалангист тип аталыу хоҡуғына бер нисә партия һәм хәрәкәт дәғүә итә.

Фаланганың идеологияһы (национал-синдикализм) итальян фашизмының ҡайһы бер аспекттарына яҡын тора. Хосе Антонио Примо де Ривера был турала үҙенең "Башланғыс пункттар"ында яҙған. Испанияның бөйөк державаға әйләнеүен, испан телле илдәр менән мәҙәни һәм сәйәси бәйләнештәрҙе яйға һалыуҙы, Испан империяһын тергеҙеүҙе күҙ аллағандар улар. Фаланганың милләтселеге этник түгел, гражданлыҡ -патриотик, тиер кәрәк сөнки ойошма, Испан империяһына лояль мөнәсәбәттә булыу шарты менән, баск һәм каталондарҙың мәҙәни автономияһына ҡаршы сыҡмаған. итальян фашизмынан айырмалы рәүештә, Фаланга сәйәси партияларҙы ҡәтғи кире ҡаҡҡан, һул хәрәкәткә лә, уңына ла бер төрлө дошманлыҡ менән ҡараған. Девиздары — «Берҙәм, бөйөк һәм азат» (Испания) (исп. ¡Una, Grande y Libre!).

Испан Фалангаһы 1936 йылдың 17-18 июлендәге хәрби түңкәрелеште хуплаған сәйәси көс булып торған. Франсиско Франко 1937 йылдың 19 апрелендәге бойороғо менән Фаланганы «традиционалистар общинаһы» менән ҡушып, традиционалистарҙың Берҙәм Испан фалангаһын һәм Национал-синдикалист һөжүме хунталарын барлыҡҡа килтерә (исп. Falange Española Tradicionalista y de las JONS). 1940-сы йылдарҙа дәүләттә Хосе Антонио Примо де Ривера программаһына ингән реформалар үткәрелә. Ә монархияны тергеҙеү ҡарары Фаланганың сығанаҡ идеологияһына тап килмәгән.

Франконан һуң, Испанияла демократик процесс башланып, күп партиялылыҡ индерелгәс, асыҡ идеологияһы булмағанлыҡтан һәм халыҡтың күпселеге үҙгәрештәргә әҙер түгеллектән, Милли хәрәкәт уңышҡа өлгәшмәй.

Милли хәрәкәттең инфраструктураһы уның элекке ағзалары, бигерәк тә Мануэль Фрага Ирибарне тарафынан, Халыҡ Альянсын, артабан, 1996—2004 йылдарҙа идара итеүсе Испания халыҡ партияһын төҙөр өсөн, файҙаланылған, тип һанала [46].

Яңы дәүләт (Португалия)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Яңы дәүләт» — хәрби түңкәрелеш ярҙамында Португалияла урынлаштырылған сәйәси режим.

1926 йылдың 28 майындағы түңкәрелештән һуң ил менән идара итеү генерал Антониу Оскар ди Фрагуш Кармонеға күскән. Ул башта ваҡытлыса президент булһа, артабан 1928 йылдан 1951 йылға саҡлы президент булып ҡалған. 1928 йылда Кармона Антониу ди Оливейру Салазарҙы финанс минстры вазифаһына саҡыра. Налоговые реформы Салазарҙың һалым реформаларыбюджет килемен арттырған, дәүләт бурысы ҡыҫҡартылған, иҡтисад үҫешенә, йәмәғәт эштәренә, оборона һәм социаль сфераға шаҡтай ҙур аҡса бүленгән.

1932 йылда Салазар премьер-министр вазифаһын биләй һәм 1933 йылдағы референдумда ҡабул ителгән конституция проектын әҙерләй. Конституция корпоративизм идеологияһына нигеҙләнгән була һәм «донъялағы беренсе корпоратив конституция» тип иғлан ителә. Католик сиркәүе Антониу ди Оливейра Салазарҙы власҡа алып килгән Португалияла Милли союз партияһы идара итеүсе берҙән-бер партия булған.

Уның ҡеүәте 1968 йылға саҡлы, мейеһенә ҡан һауып, ил менән идара итерлек хәлдә булмағас, отставкаға киткәнгә тиклем, кәмемәгән. Унан һуң етәкселеккә килгән премьер-министр Марселу Каэтану сәйәси курсын бер аҙ йомшарыу йүнәлешендә алып барған.

1973 йылдың сентябрендә урта һәм кесе дәрәжәләге офицерҙар «Капитандар хәрәкәте» тигән йәшерен ойошма барлыҡҡа килтерә. 1974 йылдың 25 апрелендә «Ҡыҙыл ҡәнәферҙәр революцияһы» Яңы дәүләтте ҡан түкмәй генә юҡҡа сығара, «Капитандар хәрәкәте» етәкселегендәге армия Каэтану хөкүмәтен ҡолата.

Португалия Яңы дәүләте фашистик тип йөрөтөлгән режимдар араһында иң оҙон ғүмерлеһе булған[47].

Интегрализм (Бразилия)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бразиль интегрализмы — 1932 йылдың октябрендә Плиниу Салгаду нигеҙ һалған фашист идеологиялы сәйәси хәрәкәт[48][49][50]. Был хәрәкәт европа массовый хәрәкәттәренең, бигерәк тә итальян фашизмының һыҙаттарын үҙләштерелгән. Әммә интегралистар расизмды кире ҡаҡҡандар, был позицияларын үҙҙәренең «Бөтөн расалар һәм халыҡтарҙың берләшеүе» слоганы аша раҫлағандар, шулай уҡ партияға төрлө раса кешеләрен, хатта негрҙарҙы ла алғандар.

Рус фашизмы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рус милләтселеге үҫеш осоро 1930-сы — 1940-сы йылдарҙа, годы, характеризующийся симпатией итальян фашизмына симпатия формаһында, артыҡ сағылған антисоветизм һәм антииудаизм, шулай уҡ өлөшләтә антисемитизм менән характерлана. Рус фашизмы Германияла, Маньчжурияла һәм АҠШ-тағы аҡ эмигранттар араһында таралған һәм тарихта билдәле булған "Ҡара сотня"сылар кеүек хәрәкәттәрҙән[51] һәм «аҡтар хәрәкәте» кеүек хәрәкәттәрҙән баш алған</ref>.

Германияла һәм АҠШ-та ([[Маньчжурия|Маньчжуриия]нан айырмалы рәүештә) ғәмәлдә сәйәси әүҙемлек күрһәтмәгәндәр, антисемит йөкмәткеле гәзит һәм брошюралар сығарыу менән сикләнгәндәр. Икенсе Бөтөн донъя һуғышы башланыу менән Германиялағы рус фашистары Һитлер яҡлы булған һәм Икенсе Бөтөн донъя һуғышында рус коллаборационистары рәтенә баҫҡан.

Рус неонацизмы — рус милләтселегенең киҫкен формаһы. Һәм киң мәғлүмәт сараларында милли күрә алмаусанлыҡ йәиһә түҙеп тормаҫлыҡ мөнәсәбәт арҡаһында ҡылған енәйәттәр тураһындағы хәбәрҙәр уның ни тиклем ҡурҡыныс икәнен күрһәтә[52].

Украин милләтселәренең ойошмаһы (ОУН)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1920-се йылдарҙың аҙағынан 1950-се йылдар уртаһына саҡлы Украина территорияһында (башлыса Көнбайыш Украинала) Украин милләтселәре ойошмаһы (ОУН) — украин национал-ультрауң сәйәси ойошмаһы эш иткән. Эшмәкәрлегенең башланғыс этабында этник украиндарҙы поляк һәм совет хөкүмәтенең репрессияларынан, эксплуатацияһынан һаҡлауҙы яҡын маҡсат итеп ҡуйған, ахырғы маҡсат булып — украиндар йәшәгән поляк, совет, румын, чех һәм словак территорияларын индергән үҙаллы һәм берҙәм Украин дәүләте төҙөү. ОУН етәкселеге был маҡсаттарға ирешеү өсөн иң яраҡлы сара булып террор тора тип һанаған. ОУН етәкселәренең әйткәндәренән, программаһының төп фекеренән белеүебеҙсә, уның эшмәкәрлеге антиполяк, антисовет һәм антикоммунистик характерҙа икәне асыҡ күренә.

Беренсе һәм Икенсе донъя һуғыштары аралығында Польшаға ҡараған Галиция украиндарының хоҡуҡтары Австро-Внегрияла йәшәгән дәүер менән сағыштырғанда күпкә насарайыуы фонында донъяға демократик һәм социалистик ҡараш «украин халҡына үҙ дәүләтен төҙөргә» ҡамасаулай тигән идея формалаша. Бөтөн Европаға хас волюнтаристик, уңрадикал идеологиияһы популярлашҡан. 1930-сы йылдарҙа коммунистик идеялар сталин репрессиялары һәм СССР-ҙағы аслыҡ (1932—1933) менән яманаты сыҡҡан[53].

Дмитрий Иванович Донцов — радикаль украин милләтселегенең билдәле манифесы авторы. 1926 йылда ул «Милләтселек» («Национализм») тигән хеҙмәтен баҫтыра. Социал-дарвинизм ҡараштарына нигеҙләнеп, милләтте «ижади мәжбүр итеү» ҡулланған айырым «иң яҡшы кешеләр» ҡатламы етәкләргә тейеш, тип раҫлаған, ә милләттәрҙең үҙ-ара дошманлығы тәбиғи һәм, һөҙөмтәлә, «көслө» милләттәр «көсһөҙҙәр»ҙе еңергә тейеш, тип һанаған ул. һуңғараҡ Донцовтың ҡараштары ОУН идеологияһының нигеҙен тәшкил иткән[54].

1920-се йылдарҙа барлыҡҡа килгән радикаль-милләтсе ойошмалар: Украин ғәскәри ойошмаһы, Украин милли йәштәр төркөмө, Украин милләтселәренең Лигаһы (уның эсенә ингән Украин фашистары союзы), Украин милләтсе йәштәр союзы 1929 йылдың 27 ғинуары — 3 февралендә Венала Украин милләтселәренең I Конгресында (укр. Великий Збір ОУН) Украин милләтселәре ойошмаһына берләшәләр.

1929 йылда Евгений Михайлович (Евген) Коновалец ОУН-дың беренсе етәксеһе булған. 1938 йылда Коновалецты үлтергәндән һуң, ОУН ике фракцияға — ОУН(р) — «революцион ОУН», йәғни ОУН(б), үҙенең етәксеһе Степан Бандера исеме менән /«Украин милләтселәре ойошмаһы (бандера хәрәкәте)»/ — һәм Андрей Мельник яҡлыларға, ОУН(м)ға тарҡала.

Ойошма террорҙы көрәштә мөмкин булған метод тип ҡараған, оунсылар тарафынан байтаҡ дәүләт эшмәкәрҙәре үлтерелгән.

Икенсе Бөтөн донъя һуғышы башында ОУН-дың ике бүлексәһе лә һитлер Германияһы менән хеҙмәттәшлек иткән. ОУН пропагандаһы һөҙөмтәһендә һәм ОУН ағзалары ҡатнашлығында халыҡты йыртҡыстарса күпләп ҡырыу тормошҡа ашырылған. 1942—1943 йылдарҙа немец ғәскәрҙәренә һәм совет армияһына, партизандарға ҡаршы тороуҙы үҙенең маҡсаты итеп ҡуйған Украин баш күтәреүселәр армияһы төҙөлгән. Әммә һуғыш тамамланыуға ОУН лидерҙары ҡабаттан Өсөнсө Рейх менән хеҙмәттәшлеккә күскән.[55].

Икенсе донъя һуғышы тамамланғанда, ОУН-дың ике лидеры ла Европала көнбайыш союзниктарҙың оккупация зонаһында ҡалған, ә 1945 йылдың һуңында — көнбайыш илдәрҙең махсус хеҙмәттәре ҡыҙыҡһыныуы сфераһына эләккән. ОУН(б) хәрәкәте әллә ни үҙгәреш кисермәй, һаман 1930-сы йылдар башындағы позицияла ҡала килгән. Шуға ҡарамаҫтан, ул АҠШ һәм Канадала йәшәгән милләтсе эмигранттар араһында кәрәк булып сыға, бигерәк тә 1980-се йылдарҙың беренсе яртыһында, һалҡын һуғыш осоронда, көсәйгән. 1980-се йылдар аҙағына ике хәрәкәт тә ярым йәшерен рәүештә Украинаға әйләнеп ҡайтҡан. Ике ОУН да 1990-сы йылдар башында легалләшкән, өҫтәүенә ОУН(б) сәйәси партия — Украин милләтселәре конгресы, ә ОУН(м) — шул уҡ исемдәге йәмәғәт-сәйәси хәрәкәт булып легалләшкән.

Күп тикшеренеүселәр был ойошманы итальян хәрәкәтенә ныҡ оҡшаған[56][57][58], хатта артыҡ экстремистик[59] фашист хәрәкәте, тип атай[60][61].

"Украина тарихы энциклопедияһы"нда яҙылғанса[62] украин тикшеренеүселәренең күпселеге ОУН идеологияһының Европа аграр илдәрендәге (Хорватия, Румыния, Польша һ.б.) милли уң һәм Азия һәм Африка халыҡтарының антиколониаль хәрәкәттәренә ҡәрҙәшлеген һыҙыҡ өҫтөнә алған[63].

Хорватиялағы Усташтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хорват милләтселеге XIX быуаттан баш ала. Уның күренекле теоретиктары Анте Старчевич, Эвген Кватерник һәм Йосип Франк. Австро-Венгрия ерҙәрен улар хорват ере тип һанаған. Әммә унда шаҡтай күп сербтар ҙа йәшәгән. Боснияла һәм Герцеговинала, Далмацияла сербтар йә күпселекте йә шаҡтай ҙур өлөштө тәшкил иткән. Хорват хоҡуҡ партияһы сербтар милли хорват дәүләтен төҙөүгә ҡамасаулай тип иҫәпләгән.

Хоҡуҡ партияһындағы әйҙәүсе урынға Йосип Франк килгәс, хорват милләтселегенең мөһим элементы булған сербофобия көсәйеп киткән. Ул хорваттар Балҡан ярымутрауында Австро-Венгрияның төп терәге, ә сербтар уның төп дошманы, тип ышандырырға тырышҡан. В 1900—1902 йылдарҙа Франк яҡлылар сербтарҙы ҡырыу (погром) ойошторған. 1918 йылда хорват халҡы бойондороҡһоҙ Хорватия булдырыу талаптары менән демонстрацияларға сыҡҡан. Был маҡсатҡа өлгәшеүҙе Степан Радичтың Хорват республика крәҫтиән партияһы хуплаған. 1928 йылдың 20 июнедә Радичты Скупщинала серб милләтсе-депутаты Пуниша Рачич атып үлтергән. Был серб-хорват мөнәсәбәттәрен ҡатмарлаштырған. Бындай шарттарҙа король Александр I Карагеоргиевич 1929 йылдың 6 ғинуарында король диктатураһын иғлан иткән, милләтселек хәрәкәттәрен тыйған. 1929—1934 йылдарҙа Короллек халыҡтарын туплауға йүнәлтелгән реформалар үткәрелгән. Илдең исеме Югославия Короллеге тип үҙгәртелгән[64]. 1918 йылда Хорват хоҡуҡ партияһы яңынан тергеҙелә, уның секретаре итеп адвокат Анте Павелич һайлана. Яңы программала партияның маҡсаты итеп «хорват халҡының милли үҙенсәлеген һәм дәүләт үҙаллығын һаҡлау» мәсьәләһе ҡуйылған[65].

Усташтар лидеры Анте Павелич

Павелич 1928 йылда «Хорват домобраны» тигән террористик ойошма төҙөй, ә 1929 йылда илдән ҡасып китә.

Павелич эмиграцияла элек ҡасҡан фекерҙәштәре һәм франкистар менән бәйләнешкә ингән. 1932 йылда «Усташа» гәзите сыға башлаған, Германиялағы Веймар республикаһы территорияһында ойошманың үҙәге төҙөлгән. Яңы усташтар йәлеп ителгән.

Югославия ерҙәренә дәғүә иткән итальян фашисы Муссолини һәм Венгрия (1931—1934), үҙ ғәмәлдәрен тормошҡа ашырыу маҡсатында, усташтарҙың хәрби-сәйәси лагерҙарын ойоштороуға рөхсәт биргән. Иң ҙур усташ теракты — 1934 йылдың 9 октябрендә Марселдә югослав короле Александрҙы үлтереү[66].

Хорват милләтселеген таратыуҙа һәм усташтарҙы әҙерләүҙә католик дине (иезуит гимназиялары, Загреб университетының теология факультеты, «Тәре йөрөтөүселәрҙең Бөйөк туғанлығы») ҙур роль уйнаған.

1936 йылдың октябрендә Павелич Германия МИД-ына «Хорват мәсьәләһе» меморандумын тапшыра.

1941 йылдың март башында Павелич Флоренциянан (унда йәшәгән) Римгә саҡырылған. Павеличҡа Югославияның Тройственный пактҡа ҡушылыуы, усташ ойошмаһының һәр төрлө эшмәкәрлеге туҡтатылыуы хаҡында әйтәләр. 1941 йылдың 25 мартында Югославия премьер-министры ҡушылыу килешеүенә ҡул ҡуйған. Был хәлде ҡайһы бер Югославия сәйәсмәндәре милли мәнфәғәттәргә хыянат итеү тип ҡабул иткәнлектән, 26-нан 27 мартҡа ҡаршы төндә Цветкович хөкүмәте һәм принц-регент Павел ҡолатылған. 1941 йылдың 6 апрелендә Гитлер Югославияға һөжүм итергә ҡарар иткән[67].

Павелич етәкселегенгдәге усташтар радионан Загребта Бойондороҡһоҙ Хорватия Дәүләте барлыҡҡа килгәнен ишетәләр(хорв. Nezavisna Država Hrvatska).

1941 йылдың 12 апрелендә Германияның сит ил эштәре министры Иоахим фон Риббентроп Загребтағы герман МИД-ының махсус вәкиле СС штандартенфюреры д-р Эдмунд Веезенмайерға Гитлерҙың хорват мәсьәләләрен хәл итеү буйынса поглавник тип иғлан ителгән полковник Анте Павеличҡа өҫтөнлөк биреүен хәбәр иткән.

1941 йылдың 6 июнендә Хорватия дәүләтенә хәҙерге Хорватия (Истрия индерелмәгән) ғына түгел, Босния, Герцеговина һәм Санджак индерелгән. Босния һәм Герцеговинаны усташтар «боронғо хорват ере» тип иғлан иткәндәр[68]. Аҙаҡ Павелич Далмацияны ла ҡуша. Хорватия дәүләте Югославияны оккупациялау системаһының бер өлөшө генә булһа ла, реаль дәүләт атрибутына һәм эске сәйәсәттә ниндәйҙер үҙаллылыҡҡа эйә булған. Хорватияның бойондороҡһоҙлоғон хорват халҡының күпселеге һәм босния мосолмандарының бер өлөшө хуплаған. Усташтар власы көслө тоталитар һыҙатлы радикаль-милләтсе режим, усташтар һәм уларҙың идеологияһы абсолют монополияға эйә булған. Башҡа сәйәси партиялар һәм йәмәғәт хәрәкәттәре тыйылған. Тик усташ хәрәкәте вәкилдәре генә мөһим дәүләт вазифаларын биләй алғандар[69]. Юлбашсы поглавник Павелич бөтөн власты үҙ ҡулында тотҡан һәм үҙенең шәхес культын тыуҙырған. 1944 йылда хәрби түңкәрелеш әҙерләүселәрҙе, эске эштәр министры Младен Лорковичты һәм хәрби министр Анте Вокичты, атып үлтергәндәр [70].

Гитлер һәм Павелич в Берхтесһаденда, 1941 йылдың июле

1941 йылдың 15 июнендә Бойондороҡһоҙ Хорватия Дәүләте Тройственный пактҡа һәм 25 ноябрҙә Антикоментернға ҡушылған. Вермахт һәм СС формированиеларында 113 мең хорват һәм босний мосолманы һуғышҡан шуларҙың 14 меңе һәләк булған[71].

Нацистарҙың раса теорияһына эйәреп, усташтар режимы сербтарға, еврейҙарға һәм сиғандарға ҡаршы закондар сығарған. 17 апрелдә хорват халҡы, уның милли дәүләте мәнфәғәттәренә ҡурҡыныс янаған енәйәт өсөн үлем язаһы[72], 25 апрелдә Кириллицаны тыйыу [72], 30 апрелдә — «хорват халҡының арий ҡанын һәм намыҫын» һаҡлау һәм расаны һаҡлау тураһындағы закон, Серб православие сиркәүе эшмәкәрлеген туҡтатыу тураһындағы ҡарар сыға. 2 июндә бөтөн серб православ халыҡ мәктәптәрен һәм балалар баҡсаларын япҡандар[72]. Сербтарҙы күпләп үлтерәләр һәм концлагерҙарға оҙаталар, был геноцидтың иң юғары нөктәһе булған[73].=

1945 йылда Икенсе Бөтөн донъя һуғышында Антифашист коалицияһы еңгәндән һуң, усташтарҙың ҡайһылары сит илгә ҡасып киткән. Ҡалғандарын Югославия коммунистары атып үлтергән. Австрия ҡалаһы Блайбургта усташтарҙы күпләп язалағандеңар. Павелич 1947 йылда Аргентинаға ҡасҡан һәм 50-се йылдарға саҡлы диктатор Хуан Перондың хәүефһеҙлек буйынса кәңәшсеһе булған. Эмигрант-усташтар йәшерен террористик төркөмдәргә берләшкән. Хорват ультрамилләтселәре Германияла, АҠШ-та, Канадала, Австралияла һәм Аргентинала үҙәктәр асҡан һәм үҙҙәренең эшмәкәрлеген «хорват азатлыҡ хәрәкәте» (Hrvatski Oslobodilački Pokret) тип атаған.

1991 йылда Хорватия президенты Франьо Туджман Хорватияға эмиграциялағы усташтарҙың кире ҡайтыуына юл ҡуйған[74]. Хорват сәйәсмәндәренән тәүге булып ул Бойондороҡһоҙ Хорват Дәүләтенең милли дәүләт булараҡ әһәмиәте тураһында һөйләй башлай. Үҙенең бер сығышында Туджман Икенсе донъя һуғышы осорондағы Хорватия нацист дәүләт берәмеге генә булмаған, ул хорват халҡының меңәр йылдар буйы ынтылған маҡсаты булған, тип әйтә[75][76][77][78][79].

1990-сы йылдар башында, Хорватияның бойондороҡһоҙлоғон иғлан иткәндән һуң, ҡайһы бер милли сәйәси төркөмдәр усташтар традицияларын дауам итергә тырышҡан. Рәсәй Фәндәр Академияһының слаяноведение Институты тарихсыһы һәм Серб Республикаһы сенаторы Елена Юрьевна Гуськова 1990—1991 йылдарҙағы Хорватия ситуацияһын түбәндәгесә тасуирлай[80]:

« Республикала усташтар традициялары тергеҙелгән: яңы Хорватия символикаһы фашист Хорватия дәүләтенекен ҡабатлай, «Хорват домобрандары» тигән йәмғиәт барлыҡҡа килгән (Бойондороҡһоҙ Хорват Дәүләте осорондағы регуляр ғәскәр шулай аталған), Икенсе Бөтөн донъя һуғышы йылдарындағы ҡайһы бер енәйәтселәр аҡланған, фашизм ҡорбандарына ҡуйылған һәйкәлдәр, партизандар ҡәберлеге бысратылған, туҙҙырылған. «У» (был «усташа»тигәнде аңлата) атамалы кафе һәм ресторандар асыла, казармаларҙа һәм йәмәғәт урындарында Анте Павелич портреттары эленә »

Әйткәндәй, 10 торлаҡ пунктында урамдарға усташтар лидеры Миле Будак исеме ҡушылған[81][82]. Иво Ройницаны, Икенсе Бөтөн донъя һуғышында серб, еврей һәм сиғандарҙы ҡыуыуҙа ғәйепләнгән усташ башлығын, Туджман Буэнос-Айрестағы ышаныслы вәкиле итеп тәғәйенләй[82][83][84]. Антифашистарға арналған һәйкәлдәр, «Славония халыҡтарының еңеү һәйкәле»[85]"Беловарец" һәйкәле[86], Ядовно концлагеры ҡорбандарына һәйкәл, күпләп юҡҡа сығарылалар[87].[88].

Яңы партияларҙан Доброслав Парага етәкләгән Хорват партияһы усташтар хәрәкәтенә үҙенең асыҡтан-асыҡ симпатияһын йәшермәгән. Хорват сәйәси партияһының сәйәси секретаре Иван Габелица шундай фекер әйтә[80]:

« Хорваттарҙың эҙәрлекләнеүенән, ҡанынан һәм күҙ йәштәренән Анте Павелич ҡабат ҡалҡып сыҡты. Бөгөн дә сербтарға ҡаршы Павелич вәғәзләгән һәм шулар ярҙамында Бойондороҡһоҙ Хорват Дәүләтен барлыҡҡа килтергән алымдарҙы ҡулланыр кәрәк »

Нацист енәйәттәрен тикшереүсе Вена үҙәге башлығы Симон Визенталь милан гәзите Corriere della Sera-ға 1993 йылдағы интервьюһында Хорватияла фашизм яңынан тыуа, тип билдәләне. Ул әйткәнсә, югослав кризисының беренсе ҡасаҡтары Хорватия сербтары булған 40 000 . Шулай уҡ унда тәүге православ сиркәүен яндырыу һәм еврей синагогаһын, ҡәберлеген туҙҙырыу инциденты билдәләнә[89].

Парафашизм[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡайһы бер дәүләттәр һәм хәрәкәттәр айырым фашизм һыҙаттарына эйә булһа ла, ғалимдар уларҙың фашистик йүнәлештә түгеллеген раҫлаған.

Шундай, фашистик тип самаланған, төркөмдәр, ҡағиҙә булараҡ, антилибераль, антикоммунистик була һәм фашизмдыҡына оҡшаш сәйәси һәм хәрби методтар ҡулланалар, ләкин уларға фашизмдың революцион маҡсаттары етеңкерәмәй — яңы милли характер булдырыу[90].

Парафашизм — ысын фашистик дәүләттәрҙән һәм хәрәкәттәрҙән дифференцирлаусы аспекттары булған авторитар режимдарҙы тасуирлауҙа файҙаланылған термин[91].

«Ватан» Австрия фронты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡалып:Баш Ҡалып:План

Тәхеткә ярҙам итеү ассоциацияһы (Япония)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡалып:Баш

Тәхеткә ярҙам итеү ассоциацияһы (Тайсэй ёкусанкай, япон. 大政翼贊會) — 1940—1945 йылдарҙа япон фашистик[92] ойошмаһы . Маҡсаты — һуғыш шарттарында «милләтте монарх тәхетенә яҡынайтыу».

1940 йылда премьер-министр Фумимаро Коноэ инициативаһы менән, Үҙәк илдәрҙең һәм уларҙың союздаштары союзын нығытҡан «Берлин пакты» (1940) ҡул ҡуйылғандан һуң тарҡатылған сәйәси партияларға алмашҡа «яңы сәйәсм структура» сиктәрендә, барлыҡҡа килгән. Тәхеткә ярҙам итеү ассоциацияһын уның рәйесе, Японияның премьер-министры, етәкләгән; префектураларҙа, өйәҙҙәрҙә, ҡала һәм ауылдарҙа урындағы бүлектәр булдырылған.

Был ойошманы төҙөгән дәүерҙә сәйәси режим киҫкен үҙгәргән, илдең бөтөн иҡтисади һәм йәмғиәт тормошона контроль булдырылған. Киң мәғлүмәт сараларында әүҙем рәүештә шовинизм, милитаризм һәм антикоммунизм пропагандаланған, полиция терроры көсәйгән.

Тәхеткә ярҙам итеү ассоциацияһына күмәк халыҡты берләштергән төрлө (массовый) ойошмалар (Етештереү аша Ватанға хеҙмәт итеү бөйөк Япония ассоциацияһы, бөйөк Японияның йәштәр партияһы һ.б.) буйһонған.

1942 йылдың ғинуарында Хидэки Тодзио хөкүмәте тарафынан яңы һайлауҙар тәғәйенләнгән, уларҙы әҙерләүҙе ассоциация етәкләгән, депутаттарҙы парламентҡа тәҡдим итеүсе махсус ойошма төҙөгән. Һөҙәмтәлә һайланған 466 депутат араһынан 381-е Ассоциация тәҡдим иткән депутат булған[93].

1942 йылдың майында «яңы сәйәси структураны», идеологик эште көсәйтеү, һуғышта еңеп сығыу маҡсатында элекке премьер Абэ Нобуюки етәкләгән тәхеткә сәйәси булышлыҡ итеү Ойошмаһы төҙөлгән. Был йәмғиәт төҙөлгәндән һуң Японияның уға саҡлы һаҡланып ҡалған сәйәси ойошмалары эшмәкәрлектәрен туҡтатыуын иғлан иткән.

1945 йылдың 30 мартында Тәхеткә ярҙам итеү һәм Тәхеткә сәйәси булышлыҡ итеү ассоциациялары берләшмәһенән «Бөйөк Японияның сәйәси йәмғиәте» тип аталған яңы ойошма барлыҡҡа килгән. Уның етәксеһе генерал Минами Дзиро булған. Һуғышта еңелеү хурлығы шарттарында япон халҡын берләштерергә тырышыу килеп сыҡмай: халыҡ араһында ризаһыҙлыҡ һәм бола көсәйгән, мәҫәлән, 1944 йылда уҡ эшселәрҙең 15 % заводтарға эшкә барыуҙан баш тартҡан[94]. 1945 йылдың 13 июнендә, Японияның Икенсе донъя һуғышында капитуляцияһы алдынан, Тәхеткә ярҙам итеү Ассоциацияһы япон хөкүмәте тарафынан тарҡатылған[95].

Фашизм һәм Коминтерн[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Испан фалангаһы флагы

1920—1950-сы йылдарҙа Европа һәм Америка илдәрендә шуға оҡшаған хәрәкәттәр таралған. Фашистик партиялар Италияла һәм Испанияла власҡа килгән. Болгарияла, Венгрияла, Польшала, Румынияла, Эстонияла, Латвияла власта, күберәкме-аҙыраҡмы фашистик режимға тартым, уң режимдар нығынған[10].Австриялағы (австрофашизм) Дольфус-Шушниг «ҡатлам дәүләте»н дә фашистик дәүләт тип иҫәпләгәндәр[96]. Әйтергә кәрәк, 30-сы йылдарҙағы һул көстәр фашистик режим йәки хәрәкәт тип атаған идара ысулдарын хәҙерге заман фәне хупламай[19].

Шулай уҡ Рус эмиграцияһы араһында ла бик ҙур тәьҫир көсөнә эйә булмаған фашистик хәрәкәт булған[97]Шулар араһында иң билдәлеһе - Бөтөн Рәсәй фашист партияһы һәм Бөтөн Рәсәй фашист ойошмаһы.

Ленин 1922 йылдың ноябрендә үк итальян фашистарын батша ваҡытындағы черносотенлылар менән сағыштырған[98]. Был ирекһеҙҙән фашизмды киҫкен милләтсе ағым тигән яңылыш аңлауға килтергән, сөнки фашизмда милләт тигән төшөнсәне аңлау, милли, мәҙәни һәм тел айырымлыҡтарына ҡарамай, бер ил граждандарының берләшмәһе тигәнгә ҡайтып ҡала.

Шул саҡ, бер ваҡытта тигеләй, социалистик һәм коммунистик авторҙар бөтөн конкурент хәрәкәттәрҙе һәм режимдарҙы «фашистик» тип йөрөткәндәр[99]. Коммунистарҙың бер өлөшө хатта социал-демократтарҙы ла, «социал-фашистар» тип атап, фашизмда ғәйепләгәндәр.

Коммунистарҙың фашизм төшөнсәһе тураһында артабанғы дискуссияһында былай дөйөмләштереү, күрәһең, икеләндермәгән. 20-се йылдар башында Клара Цеткин, Антонио Грамши, Пальмиро Тольятти һәм башҡа итальян авторҙары, итальян фашизмының үҙенсәлекле һыҙаттары юйылғанлыҡтан, бөтөн антидемократик һәм антикоммунистик күренештәрҙе фашистик тип атауҙан тыйылырға кәрәк, тип иҫкәрткәндәр.[100].

1920-се йылдар аҙағында герман национал-социализмына ҡаршы тороусылар уны йыш ҡына «фашизм», тип йөрөткәндәр. Был башҡа илдәрҙәге фашист һыҙатлы режимдарҙы баһалап еткермәүгә алып килгән. Айырым алғанда, был совет сәйәси фразеологияһына хас[101].

1935 йылда ИККИ-ның XIII пленумы резолюцияһында әйтелгән һәм Коммунистик Интернационалдың VII Конгресында ошо мәсьәлә буйынса сығыш яһаған Георгий Димитровтың, (йәғни Димитров билдәләмәһе) фашизмға биргән классик марксистик билдәләмә[102]:

Фашизм — ул финанс капиталының иң империалист элеметтарының, иң шовинистик, иң реакцион асыҡтан-асыҡ террористик диктатураһы... Фашизм — ул синыфтан өҫтөн власть та түгел һәм ваҡ буржуазия йәки люмпен-пролетариаттың финанс капиталы өҫтөнән власы ла түгел. Фашизм — ул финанс капиталының үҙенең власы. Был эшсе синыфын, крәҫтиәндәрҙең һәм интеллигенцияның революцион өлөшөн террорстик язалау ойошмаһы. Тышҡы сәйәсәттә фашизм — бүтән халыҡтарға ҡарата зоологик күрә алмаусанлыҡты ғәҙәтигә әйләндергән

Ҡайһы бер авторҙарҙың фекеренсә, был билдәләмә негатив тәьҫир иткән, сөнки фашизмды дөрөҫ баһаларға ҡамасаулаған һәм һуғыш алдында торған Европаның антифашистик хәрәкәтен яңылыш юлға баҫтырған[19].

Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер илдәрҙең режимдары һәм идеологиялары өсөн «фашизм» термины, формаль билдәләре буйынса тура килһә лә, ҡулланылмаған тиерлек. Мәҫәлән, СССР-ҙа Японияның сәйәси режимын «япон милитаризмы» тип атау ҡабул ителгән. Моғайын, был 1920—1940-сы йылдарҙа Япония режимының башлыса «юғарынан», хәрби экстремистар ҡатнашлығы менән формалашыу үҙенсәлегенә бәйлелер.

Икенсе Бөтөн донъя һуғышы башланған дәүерҙә «фашизм» терминын күпселек тарафынан ҡабул ителгән мәғәнәлә Антиһитлер коалицияһында ҡатнашыусы илдәрҙең демократик ҡатламы ла ҡулланған. Бына, мәҫәлән, Британ энциклопедияһы нисек яҙған:

1922 йылдан 1945 йылдар арауығында күп кенә илдәрҙәге власҡа фашистик партиялар һәм хәрәкәттәр килде: Италияла — возглавляемая Муссолини етәкләгән Милли фашист партияһы (Partito Nazionale Fascista), Германияла — Адольф Һитлер башында торған һәм уның национал-социалистик хәрәкәтен кәүҙәләндергән Национал-социалистик эшселәр партияһы (Nationalsozialistische Deutsche Arbeiterpartei), йәки нацист партияһы…[6]

Тарихнамәлә фашизм[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

XX быуаттың 1980-се йылдар аҙағынан академик тарихсыларҙа һәм социологтарҙа фашизм феноменын тикшереүгә шаҡтай ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуған. Бик күп ғилми монографиялар баҫылып сыҡҡан[103][104], Европала ла (ҡарағыҙ, мәҫәлән, Хуан Линц, Джордж Мосс, Роджер Гриффин), Рәсәйҙә лә (ҡарағыҙ, мәҫәлән, Александр Абрамович Галкин).

Социолог Майкл Манн, нацизмды фашизмға алып барып бәйләүсе ҡайһы бер ғалимдар менән бәхәсләшеп, нацизм - ул фашизм, ти, әммә фашизмды дөйөмөрәк феномен итеп ҡарарға кәрәк, тип ныҡыша[105].

Андреас Умланд фекеренсә, совет осоронан аҙаҡҡы (постсовет) рәсәй аңлатмаһы буйынса фашизм фрагментациялауға дусар ителгән, ә «фашизм» терминын публика дискурсында файҙаланыу «гиперинфляция» менән яфалана. Умланд «фашизм» төшөнсәһен трактовкалау авторҙарының һәм тенденцияларының минимум 4 төркөмөн билдәләгән. Атап әйткәндә:

  • фашизмдың стандарт совет билдәләмәһенең аҙмы-күпме үҙгәртелгән фараздарын хәҙерге көнгә саҡлы файҙаланған публицистар.
  • фашизмды, асылында, экстремизмдың көнбайыш формаһы, тип күҙ алдына килтереүсе авторҙар.
  • был терминды артыҡ дәрәжәлә иркен аңлатыусы һәм «фашистик» тип авторитар һәм милли йүнәлештәрҙең киң спектрын атаған публицистар.
  • терминды көнбайышса аңлатыуға яҡын торғандар: Валерий Михайленко, Валентин Буханов, Александр Абрамович Галкин һ.б.

Галкин фашизм төшөнсәһен элеккесә баһалауын үҙенең ҡыҫҡартылған «уң консерватив революционаризм» дефиницияһына берләштергән. Был, дүртенсе мәктәп, Көнбайыштың неофашизм мәсьәләләрен сағыштырмаса тикшеренеүселәре менән уртаҡ фекерҙә тора.

Хәҙерге замандың теоретик мәктәптәрендә фашизмдың дөйөм теорияһын кире ҡағыусы ҡайһы бер ғилми тикшеренеүҙәр, мәҫәлән, халыҡ-ара мөнәсәбәттәр факультеты УрФУ, менән хупланған һәм үҫтерелгән.

Итальян фашизмын, немец нацизмын һәм башҡаларҙы үҙ аллы сәйәси, мәҙәни һәм идеологик режим феномендары булараҡ, бер тигеҙлеккә ҡуймай, айырыу кәрәк. Шулай итеп, идеологияларҙы үҙенең ваҡыты өсөн типик, региональ, иҡтисади һәм генеалогик айырымлыҡтары булған үҫешенең бер дәүерендә ҡайһы бер ҡиммәттәр системаһы баҫымы аҫтында барлыҡҡа килгән тип ҡарар кәрәк.

Фашизм һәм дин[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Фашист (эпитет)
  • Ислам фашизмы
  • Ҙур фашист советы
  • Фашизм манифесы
  • Фашизм доктринаһы
  • Неофашизм
  • Консерватив революция
  • Корпоративизм
  • Национал-социализм
  • Неонацизм
  • Иҡтисади социализация
  • Фашизмдың билдәләмәһе

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Милза П. (фр.)баш. Что такое фашизм? // Полис, 1995 г., № 2
  2. Лекция 11. Авторитарный режим // Теория политики: Учебное пособие. / Авт.-сост. Н. А. Баранов, Г. А. Пикалов. В 3-х ч. — СПб: Изд-во БГТУ, 2003.
  3. Stanley G. Payne. A History of Fascism, 1914—1945. Pp. 106.
  4. Jackson J. Spielvogel. Western Civilization. Wadsworth, Cengage Learning, 2012. P. 935.
  5. Payne, Stanley Fascism: Comparison and Definition — 1980. — Б. P. 7..
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 6,5 6,6 6,7 Soucy R. (инг.)баш.Fascism // Encyclopedia Britannica
  7. 7,0 7,1 7,2 Гаджиев К. С. Фашизм // Новая философская энциклопедия / Ин-т философии РАН; Нац. обществ.-науч. фонд; Предс. научно-ред. совета В. С. Стёпин, заместители предс.: А. А. Гусейнов, Г. Ю. Семигин, уч. секр. А. П. Огурцов — 2-е изд., испр. и допол.. — М.: Мысль, 2010. — ISBN 978-5-244-01115-9.
  8. 8,0 8,1 8,2 Kevin Passmore. Fascism. A Very Short Introduction, 2002 p. 62
  9. 9,0 9,1 9,2 Фашизм. // Большая актуальная политическая энциклопедия/ Под общ. ред. А. Белякова и О. Матвейчева. — М.: Эксмо, 2009. — 412 с.
  10. 10,0 10,1 10,2 10,3 10,4 Вольфганг Випперман Европейский фашизм в сравнении 1922—1982
  11. 11,0 11,1 Roger Griffin The Nature of Fascism, Taylor & Francis Group, 1991
  12. The American Heritage® New Dictionary of Cultural Literacy, Third Edition Copyright © 2005 by Houghton Mifflin Company. Published by Houghton Mifflin Company.
  13. Nolte, E. 1965. Three Faces of Fascism. London: Weidenfeld & Nicolson
  14. Payne, S. 1995 A History of Fascism, 1914—1945. Madison: University of Wisconsin Press.
  15. Payne, S. 1980. Fascism: Comparison and Definition. Madison: University of Wisconsin
  16. Linz, J. 1976. «Some notes toward a comparative study of fascism in sociological historical perspective.» In W. Laqueur (ed.), Fascisim: A Reader’s Guide. Berkeley: University of California Press. p. 12-15
  17. Eatwell, R. 2001 «Universal fascism? Approaches and definitions.» In S. U. Larsen (ed.), Fascism outside Europe. New York: Columbia University Press
  18. Michael Mann, Professor of Sociology at UCLA. Fascists (Cambridge University Press, 2004)
  19. 19,0 19,1 19,2 проф. Андреас Умланд. Фашизм и неофашизм в сравнении: западные публикации 2004—2006 годов
  20. Умланд А. Современные концепции фашизма в России и на Западе // «Неприкосновенный запас» 2003, № 5(31)
  21. Robert Paxton The Anatomy of Fascism (Alfred A. Knopf, 2004)
  22. Lukacs, John The Hitler of History New York: Vintage Books, 1997, 1998 page 118
  23. 23,0 23,1 Вильгельм Райх. Психология масс и фашизм
  24. Беттельгейм Б. О психологической привлекательности тоталитаризма.
  25. ' Истоки тоталитаризма / Пер. с англ. / Под ред. М. С. Ковалёвой, Д. М. Носова. — М.: ЦентрКом, 1996. — 672 с.
  26. Renzo De Felice. Rosso e Nero. — Milano: Baldini&Castoldi, 1995. — P. 149—163.
  27. A. James Gregor. The Faces of Janus: Marxism and Fascism in the Twentieth Century. — New Haven: Yale University Press, 2000. — Chapter 8.
  28. Zeev Sternhell. The Birth of Fascist Ideology. — Princeton: Princeton University Press, 1994.
  29. Roger Griffin. The Nature of Fascism. — London: Routledge, 2013.
  30. Fascism Past and Present, West and East: An International Debate on Concepts and Cases in the Comparative Study of the Extreme Right. Edited by Roger Griffin, Werner Loh, Andreas Umland. — Stuttgart: ibidem-Verlag, 2006.
  31. Sternhell, Zeev Crisis of Fin-de-siècle Thought — International Fascism: Theories, Causes and the New Consensus. — London and New York, 1998. — Б. 169.
  32. Stanley G. Payne A history of fascism, 1914–1945. — Digital printing edition.. — Oxon, England, UK: Routledge, 1995, 2005. — Б. 29.
  33. William Outhwaite The Blackwell dictionary of modern social thought — Wiley-Blackwell. — 2006. — Б. 442.
  34. Giuseppe Caforio Handbook of the sociology of the military — Springer, 2006. — Б. 12.
  35. David Carroll French Literary Fascism: Nationalism, Anti-Semitism, and the Ideology of Culture — 1995. — ISBN 9780691058467.
  36. 36,0 36,1 Mark Antliff Avant-garde fascism: the mobilization of myth, art, and culture in France, 1909–1939 — Duke University Press, 2007. — Б. 81.
  37. Sternhell, Zeev, Mario Sznajder and Maia Ashéri The Birth of Fascist Ideology: From Cultural Rebellion to Political Revolution — Princeton University Press, 1994. — Б. 78.
  38. Douglas R. Holmes Integral Europe: fast-capitalism, multiculturalism, neofascism — Princeton University Press, 2000. — Б. 60.
  39. Sternhell, Zeev, Mario Sznajder and Maia Ashéri The Birth of Fascist Ideology: From Cultural Rebellion to Political Revolution — Princeton University Press, 1994. — Б. 163.
  40. М. Саркисянц. «Томас Карлейль һәм иң ярлы инглиздәр өсөн „Хоҙай фельдфебелдәре — сафҡа баҫыу инструкторҙары“ »
  41. Рахшмир П. Ю. Происхождение фашизма. — М.:Наука, 1981 (История и современность), 184 с.
  42. Carlsten, 1982. p. 80.
  43. Spicer, Kevin P. 2007. Antisemitism, Christian ambivalence, and the Holocaust. Indiana University Press on behalf of the Center for Advanced Holocaust Studies. p. 142.[1] (Describes the Romanian Iron Guard as a totalitarian nationalist and anti-Semitic movement.
  44. Payne Stanley G Falange: A History of Spanish Fascism — Textbook Publisherss. — ISBN 0758134452.
  45. Фаланганың бөгөнгө төп идеологик вариҫтары — FE/La Falange (сайт www.lafalange.org); Movimiento Falangista de Espana (сайт www.mfe.mforos.com), Falange Española de las J.O.N.S (сайт www.falange.es) һәмFalange Auténtica (сайт www.falange-autentica.org)
  46. https://ru.wikipedia.org/w/index.php?title=Новое_государство_(Португалия)
  47. Разнообразие отдельных фашизмов  (инг.)
  48. Неевропейские фашизмы  (инг.)
  49. Роджер Гриффин, Мэтью Фэлдман Фашизм: «Эпоха фашистов» (ингл. Fascism: The 'fascist epoch')
  50. Уолтер Лакер. Чёрная сотня. Происхождение русского фашизма. М.: Текст, 1994. ISBN 5-7516-0001-0
  51. Праворадикал расправил плечи. Ксенофобия и радикальный национализм и противодействие им в 2013 году в России. sova-center.ru. 21 июль 2014 тикшерелгән.
  52. Украинцы не должны были массово убивать мирное население: интервью историка Джона-Пола Химки
  53. Полищук В. В. Правовая и политическая оценка ОУН И УПА // Политическая экспертиза: ПОЛИТЭКС. — 2006. — Т. 2, № 3. — С. 25—63.
  54. МИД РФ опубликовал доказательства сотрудничества ОУН-УПА с нацистами во время ВОВ
  55. Clerical Fascism in Interwar Europe edited by Matthew Feldman, Marius Turda, Tudor Georgescu, Routledge, 2008, p.59
  56. Europe and Ethnicity: The First World War and Contemporary Ethnic Conflict, Andrew Wilson. Ukraine. Psychology Press, 1996. p. 122
  57. Distorted Nationalist History in Ukraine // Defending History, 15 March 2012, Grzegorz Rossolinski-Liebe interview  (инг.)
  58. David Marples. Hero of Ukraine Linked to Jewish Killings, Honorary title sure to provoke divisions among Ukrainians today — Edmonton Journal, 7 February 2010: «It was a typically fascist movement of the interwar period not dissimilar to the Italian version.»
  59. Anders Rudling: THEORY AND PRACTICE Historical representation of the wartime accounts of the activities of the OUN-UPA (Organization of Ukrainian Nationalists—Ukrainian Insurgent Army).East European Jewish Affairs, Volume: 36, Issue: 2, Lund university, 2006, p. 167: «It could be argued that the ideology of OUN, like those of the fascist or radical right-wing parties of Eastern Europe, was in many regards more extreme and uncompromising than that of, say, Mussolini.»
  60. Tadeusz Piotrowski. Poland’s Holocaust: Ethnic Strife, Collaboration with Occupying Forces and Genocide in the Second Republic, 1918—1947, McFarland, 1997, p.357
  61. издана НАН Украины, автор статьи И. К. Патриляк)
  62. Енциклопедія історії України / В. А. Смолій та ін. — К.: Наукова думка, 2010. — Т. 7. Мл—О. — Б. 618. — 728 б. — ISBN 978-966-00-1061-1.
  63. Беляков, 2009, с. 106
  64. Беляков, 2009, с. 111
  65. Беляков, 2009, с. 122
  66. Беляков, 2009, с. 130
  67. Беляков, 2009, с. 153
  68. Югославия в XX веке, 2011, с. 394
  69. Беляков, 2009, с. 140
  70. Иностранные формирования Третьего рейха, 2011, с. 293
  71. 72,0 72,1 72,2 Косик, 2012, с. 15
  72. Югославия в XX веке, 2011, с. 397
  73. Гуськова, 2001, с. 155
  74. Радослав И. Чубрило, Биљана Р. Ивковић, Душан Ђаковић, Јован Адамовић, Милан Ђ. Родић и др. Српска Крајина — Београд: Матић, 2011. — Б. 204.
  75. Гуськова, 2001, с. 1434
  76. Povjesničar Kovačić: Laž je da je Tuđman rehabilitirao NDH  (хорв.). 28 ноябрь 2015 тикшерелгән.
  77. Tuđman me prekinuo: Boga mu Ivkošiću, a pomirba?!  (хорв.). 28 ноябрь 2015 тикшерелгән.
  78. Tuđman me prekinuo: Boga mu Ivkošiću, a pomirba?!  (хорв.). 28 ноябрь 2015 тикшерелгән.
  79. 80,0 80,1 Гуськова, 2001, с. 147
  80. Баук против Будака  (серб.). 28 ноябрь 2015 тикшерелгән.
  81. 82,0 82,1 Пивоваренко А. А. Становление государственности в современной Хорватии (1990—2001). Диссертация на соискание ученой степени кандидата исторических наук. — М., 2014. — С. 115. Режим доступа: http://www.inslav.ru/images/stories/other/aspirantura/2015_pivovarenko_dissertacija.pdf
  82. Umro Ivo Rojnica, bivši visoki dužnosnik ustaškog režima  (хорв.). 28 ноябрь 2015 тикшерелгән.
  83. Umro ustaški zločinac Ivo Rojnica  (серб.). 28 ноябрь 2015 тикшерелгән.
  84. ŽELJENA ILI NEŽELJENA BAŠTINA, SVUDA OKO NAS  (хорв.). 28 ноябрь 2015 тикшерелгән.
  85. Svečanost u povodu obnove spomenika "Bjelovarac"  (хорв.). 28 ноябрь 2015 тикшерелгән.
  86. м  (хорв.). 28 ноябрь 2015 тикшерелгән. һ.б. емерәләр. Туджман, власҡа килгәс, элекке усташтарға һәм хәрби БХД формированиелар ветерандарына пенсия түләй башлаған
  87. {{cite web |url=http://www.blic.rs/Vesti/Politika/560656/Linta-Hrvatska-da-ukine-penzije-ustasama%7Ctitle
  88. Югославия в XX веке, 2011, с. 781
  89. Griffin, Roger and Matthew Feldman Fascism: Critical Concepts in Political Science p.8, 2004 Taylor and Francis
  90. Davies, Peter Jonathan and Derek Lynch The Routledge Companion to Fascism and the Far Right. — Routledge, 2002. — p. 3.
  91. История Востока, 2006, с. 93
  92. История Востока, 2006, с. 637
  93. История Востока, 2006, с. 636
  94. История Востока: в 6 т / Редкол.: Р. Б. Рыбаков, Л. Б. Алаев, В. Я. Белокреницкий и др.; Ин-т востоковедения РАН — М.: Восточная литература, 2006. — Т. V: Восток в новейшее время.
  95. Александр ТАРАСОВ ФАШИЗМОВ МНОГО
  96. Фашизм как болезнь общества. Лекция Александра Галкина
  97. Protokoll des Vierten Kongresses der Kommunistischen Internationale. Petrograd/Moskau. 5. Nov. bis 5. Dez. 1922. Hamburg, 1923, 231.
  98. J. Braunthal. Der Putsch der Faschisten // Der Kampf, 15, 1922, 320-23; A. Jacobsen. Der Faschismus // Die Internationale, 5, 1922, 301-04.
  99. Вольфганг Випперман Европейский фашизм в сравнении 1922—1982
  100. ИНСТИТУТ ВСЕОБЩЕЙ ИСТОРИИ История фашизма в Западной Европе
  101. У. З Фостер. История трех интернационалов
  102. Stanley G. Payne, A History of Fascism: 1914—1945 Taylor & Francis Group, 1995
  103. Ernest Mandel, Theorien uber den Faschismus / Red.: Hans-Jurgen Schulz [et al.]. — Berlin : Gruppe Avanti, [1993].
  104. Michael Mann, Professor of Sociology at UCLA Fascists (Cambridge University Press, 2004) p.9

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рус телле баҫмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сит ил баҫмалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Олександер Мицюк. Фашизм. — Прага: Накладом автора, 1930. — 20 с. (укр.)
  • Ярослав Старух. Опир фашизму. — Київ—Львів, 1947. — 24 с. (укр.)
  • Agursky M. The Third Rome: National Bolshevism in the USSR — Boulder, 1987.
  • Allersworth W. The Russian Question: Nationalism, Modernization, and Post-Communist Russia — Lanham, MD: Bowman and Littlefild, 1998.
  • Antisemitism, Xenophobia and religious Persecution in Russia’s Regions — Washington, 1999.
  • Brundy Y. Reinventing Russia. Russian Nationalism and the Soviet State, 1953—1991 — Cambridge, Massachusetts, London: Harvard university press, 1998
  • Die schwarze Front: Der neue Antisemitismus in der Sowjetunion — Reinberk bei Hamburg, 1991.
  • Dunlop J. The Faces of Contemporary Russian Nationalism — Princeton: Princeton university press, 1983.
  • Dunlop J. Alexander Barkashov and the Rise of National Socialism in Russia// Demokratizatsiya: The Journal of Post-Soviet Democratization, 1996, Vol. 4, № 4. P.519-530.
  • Griffin R. The Nature of Fascism — London, 1993.
  • Griffin R. Fascism — Oxford, 1995.
  • Кицикис, Димитрис Pour une étude scientifique du fascisme. Nantes, Ars Magna Editions, 2005. ISBN 2-912164-11-7
  • Кицикис, Димитрис. Jean-Jacques Rousseau et les origines françaises du fascisme. Nantes, Ars Magna Editions, 2006. ISBN 2-912164-46-X.
  • Laquer W. Black Hundred: The Rise of the Extreme Right in Russia — New York, 1993.
  • Parland T. The Rejection of Totalitarian Socialism and Liberal Democracy: A Study of the Russian New Right// Commentationes Scenarium Socialium, 46th Vol., Helsinki, 1993.
  • Pribylovsky V. A Survey of Radical Right-Wing Groups in Russia// RFE/RL Research Report, № 16, 1994.
  • Pribylovsky V. What Awaits Russia: Fascism or a Latin American-style Dictatorship?// Transition, vol. I, № 23. 23 June 1995.
  • Shenfield S. Russian Fascism: Traditions, Tendencies, Movements — USA: M.E.Sharpe, 2000.
  • Simonsen S. Alexander Barkashov and Russian National Unity: Blackshirt Friends of the Nation// Nationalities Papers, Vol.24, № 4.
  • Williams Ch., Hanson S. National-Socialism, Left Patriotism, or Superimperialism? The «Radical Right» in Russia. — The Radical Right in Central and Eastern Eurpoe since 1989. Ed. by Ramet S. The Pennsylvania State University Press, University Park, Pennsilvania, 1999. P. 257—279.
  • Stepanov S. Silent Lie: Soviet Fascism — Ukraine: Kievizdat, 2008.
  • Ramone T. Stalinism — Eastern Fascism? — London, 1968.
  • Wolfgang Wippermann — Europaischer Faschismus im Vergleich(Европейский фашизм в сравнении)(1922—1982) — Suhrkamp,1983(перевод с немецкого А. И. Федорова, «Сибирский хронограф», Новосибирск, 2000)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]