Моррас Шарль

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Шарль Моррас (франц. Charles-Marie-Photius Maurras; 24 апрель 1868 йыл, Мартиг, Буштан-дю-Рон — 16 ноябрь 1952 йыл, Тур) — Франция публицисы тәнҡитсе, шағир. Француз Академияһы ағзаһы (1938—1945, Лион суды ҡарар буйынса тыуған ил хыянатсыһы тип был исемдән мәхрүм ителгән).

Шарль Моррас Прованс бай буржуаз ғаиләһендә тыуған. Моррас һуғыш алдынан Францияла милли ренессанс лозунгтар иғлан иткән һуғышсан милләтселек вәкилдәренең береһе булып тора. Француз әҙәбиәте эсендә был ағым «роман мәктәбе» тип аталған, реакцион теориялы, капитализм һәм буржуаз демократия кризисы тураһында һөйләгән, парламентаризмға һәм фәнгә динде ҡапма-ҡаршы ҡуйған әҙәби ағым 1899 йылда Шарль Моррас «Франсэз Аксьон» («Француз хәрәкәттәре») монархия төркөмөн, ә 1908 йылда — Леон Доде менән шул уҡ исеме аҫтындағы гәзитте ойоштора.

Моррас нәҫелдән мираҫ булып килгән монархияны һәм шулай уҡ католиклыҡты ойошма булараҡ яҡлай, өҫтөнлөгөн раҫлай «латин расаһының» башҡа расаларҙан өҫтөнлөгөн хәҙерге заман мәғәнәләре буйынса түгел, ә XVII быуат классик һүҙҙәр мәғәнәһе буйынса яҡлай. Үҙе агностик була.

Икенсе донъя һуғышы йылдарында донъяла булған хәлдәргә ҡарата һаңғырау булып ҡала, Вишист режимы политикаһын формалаштырған маршал Петенды хуплай. Дуҫтары араһындаантисемит һәм бер үк ваҡытта антигерманист булараҡ сығыш яһай,әммә Өсөнсө Рейх юҡҡа сығарылғанға тиклем был хаҡта өндәшмәй тора.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]