Диктатура
Диктатура | |
Диктатура Викимилектә |
Диктатура (лат. dictatura) — көсләүҙең төрлө ысулдары ярҙамында, тышҡы контроль һәм фактик сикләүҙәр булмағанда хакимийәт, ведомство йәки партия ҡулында булған властҡа монополияны файҙаланып дәүләттең идара итеү формаһы[1][2][3].
Академик сәйәси фән күҙлегенән ҡарағанда — хаким йәки хакимлыҡ итеүсе төркөм влысть формаһына ҡарамайынса үҙ власть алымдарын ҡуллана.
Төшөнсәнең төп мәғәнәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Латин телендәге «dictatura» һүҙе урыҫсаға тәржемә иткәндә «неограниченная власть», башҡортса «сикләнмәгән власть» («хакимлек», «хакимиәт») тигәнде аңлата. Хәҙерге политология фәнендә диктатура — дәүләткә идара итеүҙең власть тулыһынса бер сәйәси ҡараш вәкилдәре: идара итеүсе төркөм (сәйәси фирҡә, синыф, берләшмә) йәки бер шәхес (диктатор) ҡулында булған формаһы тип билдәләнә. Шулай итеп, диктатура шарттарында идара итеүсе, власты тормошҡа ашырыу һәм власҡа мөнәсәбәт формаларына ҡарамай, идараны туранан-тура һәм ҡәтғи (директив) ысулдар менән ойоштора. Быны заманында Бөйөк француз революцияһынан һуң булдырылған сәйәси система миҫалында асыҡ күрһәтергә була: унда власть формаһы — республика, власҡа ҡараш формаһы — демократия, ә инде власты тормошҡа ашырыу формаһы — нәҡ бында ҡаралған диктатура була.
Марксизм-ленинизм тәғлимәте диктатура төшөнсәһен саҡ ҡына икенсерәк аңлатыуын да билдәләргә кәрәк. Унда ул бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә булған ике мәғәнәлә ҡулланыла:
1. Иҡтисади яҡтан өҫтөн булған синыфтың сәйәси власы һәм
2. Власты тормошҡа ашырыу ысулы (диктатура режимы, диктатура саралары һәм алымдары).
Тәүге мәғәнәләге диктатура синыфтар араһындағы ҡаршылыҡтар йәшәп килгән һәр йәмғиәткә хас. Икенсе мәғәнәлә ҡаралған диктатура шарттарында власть тулыһынса бер шәхес — диктатор ҡулында туплана. Был осраҡта диктатура сикләнмәгән һәм контролһеҙ диктатор хакимлеге, конституцияла иғлан ителгән демократик хоҡуҡтарҙы һәм иректе, шулай уҡ вәкәләтле органдарҙың хоҡуҡтарын ҡыҫыу менән билдәләнә. Кешелек тарихында диктатор режимдарының урынлашыуы теге йәки был дәүләттә синфи көрәштең ҡырҡа киҫкенләшеүе менән туранан-тура бәйле. Миҫалға Испаниялағы Франко диктатураһын, Гитлер ваҡытында Германиялағы фашистик диктатураны килтерергә була.
Марксизм-ленинизм тәғлимәте шулай уҡ диктатураны власты тормошҡа ашырыу ысулы булараҡ демократик режимдың ҡапма-ҡаршыһы тип иҫәпләй һәм Көнбайыш политологтарының быны бөтөнләй иҫкә алмай, диктатураны бары тик бер шәхес режимы итеп ҡарауын ҡырҡа тәнҡитләй.
Диктатура — тарихи күҙлектән
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Боронғо Римдағы диктатура
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Республика осорондағы Боронғо Римда (беҙҙең дәүергә тиклем 5 — 3 быуаттар) ғәҙәттән тыш хәлдәр ваҡытында (һуғыш, ҡолдарҙың сыуалыштары һәм башҡалар) диктатура дәүләт менән идара итеү формаһы була. Диктатураның төп маҡсаты — демократияны һаҡлау һәм республика именлеген тәьмин итеү. Сенат тәҡдиме менән консулдарҙың береһе йә икеһе тарафынан тәғәйенләнгән диктатор хәрби операциялар менән етәкселек иткән, уға барлыҡ граждан власы органдары бойһонған. Диктаторҙың бөтә декреттары ҡанун көсөн алған, һәм улар тикшерелергә тейеш булмаған. Бар власты үҙ ҡулына тупламаһын өсөн диктаторға йәмәғәт ҡоролошон үҙгәртеү, һуғыш иғлан итеү, яңы һалымдар индереү һәм административ идара итеүгә ҡыҫылыу тыйылған. Диктатура ваҡыты ла ҡәтғи сикләнә: ул алты айҙан артырға тейеш булмай[4].
Шуның менән бергә Боронғо Римда беҙҙең дәүергә тиклем 82 йылда вәкәләтлек ваҡыты сикләнмәгән беренсе диктатор итеп Луций Корнелий Сулла тәғәйенләнә. Бының нигеҙе формаль рәүештә шулай билдәләнә: ҡанундарҙы тормошҡа ашырыу һәм республиканы тәртипкә килтереү. Әммә 79 йылда Сулла үҙ вәкәләттәренән баш тарта. Беҙҙең дәүергә тиклем 44 йылда, заговорсылар тарафынан үлтерелеүенән бер ай алда, вәкәләтлек ваҡыты сикләнмәгән диктатор итеп быға тиклем был вазифаға әүәлге тәртиптә бер нисә тапҡыр һайланған Гай Юлий Цезарь билдәләнә. Ул үлтерелгәндән һуң (44 йылда) диктатор вазифаһы бөтөрөлә.
Сулла менән Цезарь, шулай итеп, Боронғо Римдың ул ваҡыт шарттары менән билдәләнгән һуңғы һәм бөгөн беҙ аңлаған мәғәнәлә тәүге диктаторҙар була. Дәүләт менән артабанғы йылдарҙа идара иткән Октавиан Август һәм башҡа императорҙар был вазифаға рәсми тәғәйенләнмәһәләр ҙә (тарихтан билдәле булыуынса, Авгусҡа бындай тәҡдим яһала), ғәмәлдә тулыһынса диктатор власына эйә булалар. Шул уҡ ваҡытта Рим дәүләте формаль яҡтан республика булып һанала, һәм унда республикаға хас власть органдары ғәмәлдә була.
Август аҙаҡтан тәрбиәгә (аҫрауға) алынған улы Тиберийҙы (урыҫса — «приемный сын») үҙенең вариҫы итеүгә өлгәшә. Бындай осраҡтар артабанғы ил етәкселәре тарафынан йышыраҡ ҡабатлана, һәм Боронғо Римдың монархияға әйләнеү сәбәптәренең береһе була.
Боронғо грек дәүләттәрендәге диктатура
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Боронғо Греция дәүләттәренә һәм уларҙың колонияларына ла диктатура күренеше ят түгел. Әлбиттә, уларҙа диктаторҙар «тиран», ә уларҙың диктатураһы «тирания» исеме менән билдәле. Ул замандарҙа был атама ниндәйҙер кире мәғәнәгә эйә булмай. Тирандарҙың күбеһе, демократияға таянып, аристократтарҙы ҡыҫырыҡлай. Ҡайһылары, бигерәк тә боронғораҡтары, фәнде һәм сәнғәтте яҡлаусы меценаттар, аҡыл эйәләре һәм ғәҙел хөкөм итеүсе булып дан ҡаҙанған. Был юҫыҡтан Коринф тираны Периандр һәм Афина тираны Писистратты иҫкә алырға мөмкин. Шул уҡ ваҡытта тирандарҙың яуызлығы, шиксел холоҡло, үҙбелдекле һәм дыуамал булыуҙары хаҡындағы күп мәғлүмәт беҙҙең көндәргә килеп еткән. Уларҙың ҡайһы берҙәре (мәҫәлән, Акрагант тираны Фаларид) аяуһыҙ ҡаты язалау ысулдары уйлап сығарыр булған.
Урта быуаттарҙа диктатура
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урта быуаттарҙа идара итеүҙең өҫтөнлөклө формаһы булып монархия тора. Дәүләт түңкәрелештәре һөҙөмтәһендә лә власҡа ғәҙәттә батша йәки башҡа дворян ғаиләләре вәкилдәре килә, һәм улар үҙ власын мираҫҡа тапшырыу ниәтен йәшермәйҙәр.[5] Әммә иҫкәрмәләр ҙә булды. Күп кенә коммуна ҡалалары һәм коммерция республикалары уларҙы яҡлау өсөн генералдар, кондоттьери йәки кенәздәрҙе яллай. Һуғыш ваҡытында кондоттьери ҡалала ҙур власҡа эйә була. Һуғыштан һуң, ҡала аҡсаһына йыйылған шәфҡәтле ғәскәрҙәргә таянып, ҡайһы бер кондоттьери, диктаторҙарға әйләнеп, власты үҙ ҡулында тота. Бындай диктатураны синьория тип атағандар. Ҡайһы бер синьория монарх булып китә. Монархияға нигеҙ һалған иң билдәле диктаторҙарҙың береһе Франческо Сфорца була.
Хәҙерге заманда диктатура
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Уң диктатор режимдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Европала
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәҙерге заманда Европала XX быуаттың 20 — 40-се йылдарҙа диктатор режимдары киң таралыу ала. Йыш ҡына уларҙың урынлашыуы тоталитар идеологияларҙың таралыуы һөҙөмтәһе була. Атап әйткәндә, 1922 йылда Италияла фашист диктатураһы булдырыла, ә 1933 йылда Германияла нацист диктатураһы барлыҡҡа килә. Европаның башҡа ҡайһы бер дәүләттәрендә уң диктатуралар була. Был диктатор режимдарының күпселеге Икенсе донъя һуғышы һөҙөмтәһендә юҡҡа сыға. Оҙаҡ ваҡыт Португалияла Салазар диктатураһы (1974 йылға тиклем) һәм Испанияла Франко диктатураһы (1975 йылға тиклем) һаҡланып ҡала.
Азия, Африка һәм Латин Америкаһында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Азияла, Африкала һәм Латин Америкаһында (каудилизм) деколонизация процесы диктатуралар урынлаштырыуға булышлыҡ итә. Был төбәктәрҙә хәрби мөхиттән килгән иммигранттарҙың дәүләт власын баҫып алыуы киң ҡолас ала, был хәрби диктатуралар урынлаштырыуға килтерә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Диктатура / Гаджиев К. С. // Григорьев — Динамика. — М. : Большая российская энциклопедия, 2007. — С. 747. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 8). — ISBN 978-5-85270-338-5.
- ↑ Новейший политолоrический словарь / Авт.-сост. Д. Е. Погорелый, В. Ю. Фесенко, К. В. Филиппов. — Ростов н/Д: Феникс, 2010. — С. 91.
- ↑ Дейшле В. А., Лобжанидзе А. А. Политология: терминологический словарь. — М., 2012. — С. 19.
- ↑ И. И. Кравченко, «Новая философская энциклопедия» (рус.)
- ↑ Г. Х. Айзенк, «Психология политики»
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Орлов А. С., Георгиева Н. Г., Георгиев В. А. Исторический словарь. 2-е изд. М., 2012, с. 411. (рус.)
- Гаджиев К. С. Диктатура // Большая российская энциклопедия. — 2007. — Т. 8. — С. 747. — ISBN 978-5-85270-338-5. (рус.)
- Кравченко И. И. Диктатура. Новая философская энциклопедия в 4-х томах // Ред. совет: Степин В. С., Гусейнов А. А., Семигин Г. Ю., Огурцов А. П. и др. — М.: Мысль, 2010. — 744 с. / 634,[2]с. / 692,[2]с. / 736 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Новая философская энциклопедия(недоступная ссылка) (рус.)