Идеология
Идеология | |
Категория-эпоним | Category:Wikipedia categories named after ideologies[d] |
---|---|
Идеология Викимилектә |
Идеоло́гия (грек. ιδεολογία, ιδεα — киләсәк өсөн үрнәк (прообраз), идея; һәм λογος — һүҙ, аҡыл, тәғлимәт) — төрлө социаль синыф һәм төркөмдәрҙең мәнфәғәтен яҡлауға йүнәлтелгән ҡараш, уның нигеҙендә ижтимағи мөнәсәбәттәр, шулай уҡ өҫтөнлөк итеүсе власть талабы буйынса тыйыуҙар (консерватив идеология) йәки үҙгәртеп ҡороуҙар (радикаль һәм революцион идеология) ята[1].
Идеология фәнни белемгә нигеҙләнһә лә, фән түгел.
Төшөнсә тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Де Траси һәм Кондильяк
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Идеология» термины XVIII быуат аҙағында Францияла А. Дестют де Траси тарафынан индерелә. Ул Этьен де Кондильяк менән берлектә идея формалашыуы һәм кешелектең белеме тураһында фән булдырырға ниәтләй.
Джон Локктың сенсуалистик гносеологияһы яҡлы аҡыл эйәһе булараҡ, де Траси был терминды идеялар тураһында тәғлимәтте билдәләү өсөн индерә. Был тәғлимәт — һиҙеү органдарына таянған тәжрибә арҡылы килеп сыҡҡан идеяларҙың дөйөм законлылығы тип аңлатыла.
Был тәғлимәт фәндә һәм социаль өлкәлә әйҙәүсе принцип булырға тейеш булған. Шуға күрә Дестют де Траси идеологияны әхлаҡ, сәйәсәт, хоҡуҡтың тәүге нигеҙҙәре итеп күргән.
Дестют де Траси һәм Кондильяк ул ваҡытта власта булған Наполеон сәйәсәтенә йоғонто яһарға тырышҡан. Әммә тарихи шәхес уларҙың проектын кире ҡаға, «идеология» һанға һуғылмай һәм был төшөнсә бер аҙҙан онотола.
Маркс һәм марксистик традициялар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Идеология төшөнсәһен К. Маркс яңынан ҡулланышҡа индерә. К. Маркс фекеренсә идеология — ялған аң, донъяға ялған ҡараш. Ул йәмғиәттәге производство нигеҙендәге матди ҡапма-ҡаршылыҡтар арҡаһында тыуа — ул ниндәй ҙә булһа бер синыфтың ялған аң аша бөтә йәмғиәт ихтыяжы тип күрһәтелгән айырым ихтыяжын сағылдыра[2]. Был йәһәттән Энгельс дәүләт — «кеше өҫтөндәге тәүге иделогик көс» тип яҙа[3].
Иделогия төшөнсәһе Маркс өсөн фәнни төшөнсә түгел. Тимәк, идеология менән фәнни социализм, бер-береһенә ҡапма-ҡаршы булғанлыҡтан, бергә була алмай. Идеология — донъяны иллюзия итеп ҡабул итеү, ә фәнни социализм — ысынбарлыҡтың фәнни анализы.
Теодор Ойзерман фекеренсә, Маркстың иделогия төшөнсәһен ҡабул итмәүе, «коммунистик идеология» йәшәүенә ышанмауы электән йәшәп килгән идеологияларға баштан уҡ ҡаршы булыуҙан килә, сөнки улар эшселәр синыфына ҡаршы йүнәлтелгән була[4].
Ленин идеология төшөнсәһен бөтөнләй башҡаса аңлай. Үҙ хеҙмәттәрендә Ленин пролетариат идеологияһы тураһында әйтә, уны фәнни социализм йәки марксизм тип атай[5]. Шулай итеп, В. Ленин революцион синыфтың теле булараҡ революцион идеология тураһында мәсьәләне иң беренсе булып күтәрә, ул идеологияны ялған аң тип иҫәпләмәй. Революцион идеология ялған аң була алмай, сөнки уның эстәлеге — фәнни социализм. Шулай итеп, ул тик тышҡы оҡшашлыҡ арҡаһында ғына идеология булып тора.
Һуңғараҡ революцион идеология төшөнсәһе марксизм өсөн төп төшөнсәләрҙең береһенә әйләнә. Уның өҫтөндә Антонио Грамши, Луи Альтюссер һәм башҡалар эшләй. Лукач Дьёрдь идеологияла синфи аңдың кәүҙәләнешен күрергә тәҡдим итә, ә Грамши идеология төшөнсәһен билдәләү өсөн мәҙәни гегемония (мәҙәниле гегемония, гегемон — етәксе) тигән төшөнсәне ҡулланырға тәҡдим итә.
Франкфурт мәктәбе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Макс Хоркхаймер менән Теодор Адорно — Франкфурт мәктәбенә нигеҙ һалыусылар. Улар Маркстың «идеологияны тәнкитләү» концептын (фекер йүнәлешен) («Диалектика просвещения», 1947) дауам итәләр. Теодор Адорно субъекттың «йыйылма идеология»һы менән уның социаль тормоштоң төрлө өлкәләрендәге идеологиялар араһында (сәйәсәт, иҡтисад һәм дин кеүек өлкәләрҙә) айырма күрә.Төрлө дәүер идеологиялары —тарихи процестар булдырған әйбер. Бер бөтөн идеология конструкциялары яҡлылар аҙсылыҡты тәшкил итә, сөнки ғәҙәттә төрлө идеология системалары күпселек ҡабул итеп алырлыҡ фекерләү шаблондары аша һеңдерелә һәм ҡулайлаштырыла. «Тоталь» идеологияны тәнҡитләү «күҙ томаланыу»ҙан («ослеплённость») (нем. Verblendungszusammenhang) баш тартыу аша башҡарыла, был осраҡта Карл Маркс һәм Лукач тауар алмаштырыуҙан килтереп сығарған "әйберләтеү"ен («овеществления») (нем. Verdinglichung) кире ҡағыу менән генә сикләнмәйҙәр. Уларҙың «Диалектика просвещения» тигән хеҙмәтендә иҡтисади рационализм тарихи яҡтан әүҙем, инструменталь аҡылға буйһона.
Идеология һәм йәмғиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Идеология һәм фән
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәғрифәтселек үҫеше менән идеологиянан айырылыу фәнни ҡараштың айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнә. Идеологиянан һәм имандан айырмалы рәүештә, фән нейтраль, ике яҡлы, норматив әйтемдәрҙән азат булып ҡалырға тырыша. Уның гипотезаларының һәм теорияларының дөрөҫлөгө факттар һәм тәжрибә аша эмпирик яҡтан раҫлана.
Фәнни ҡалыптар, фәнни парадигмалар һәм мәктәптәр идеологик һәм кире ҡараштарҙы һеңдерә, шуның менән фәнни белемдең үҫешенә ҡамасаулай. Томас Кун үҙенең «Фәнни революциялар структураһы» тигән китабында шулай уҡ фәнни парадигмаларҙы уларҙың идеялар мәктәбе булараҡ көнәркәшлеге ҡарашынан баһалай. Был мәктәптәр булдыра:
- нимә күҙәтелә һәм тикшерелә.
- ҡаралған темаға ҡарата һорауҙар биреү тәртибе;
- ғилми тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләрен аңлатыу йүнәлеше.
Фәндең ҡайһы бер теоретиктары (мәҫәлән, Бруно Латур) идеологияға һәм объектив фәнгә ҡаршы сығыуҙы власть өсөн көрәш һәм факттарҙы йәшереү өсөн ҡулланылған техника тип һанай. Был позиция, үҙ сиратында, ҡаты тәнҡиткә дусар ителә, сөнки фән тулыһынса иррационализациялана.
Идеология һәм сәйәсәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәйәсәт, ҡайһы бер йәмғиәттәрҙең, социаль синыфтарҙың һәм төркөмдәрҙең мәнфәғәттәрен ғәмәли тормошҡа ашырыу кеүек үк, бөтә ерҙә лә сәйәси идеология менән тығыҙ бәйле, бындай мәнфәғәттәрҙең концептуаль, теоретик сағылышы булараҡ таныла. Сәйәси программалар билдәле бер ҡиммәттәр системаһына нигеҙләнгән[6]. Фундаменталь сәйәси идеологиялар — либерализм (азатлыҡҡа таяныу), социализм (тигеҙлеккә таяныу) һәм консерватизм (традицияларға таяныу).
Сәйәси фекер алышыуҙарҙа йыш ҡына «идеологиялаштырыуға» шелтәләү күҙәтелә. Шундай шелтә менән, нисек кенә булмаһын, дошмандың позицияһы ғәҙел түгеллеген асыҡтан-асыҡ белдерәләр, сөнки ул ниндәйҙер сәйәси идеологияға нигеҙләнгән. Үҙ позицияһы иһә факттарҙы фәнни анализлау нигеҙендә бирелә. Бындай ҡараш йыш ҡына сәйәси фекер алышыуҙа ҡатнашыусыларҙың фекер алышыуҙың йөкмәткеһен ниндәй идеологеманың (идеология элементтарының) ысынбарлыҡта билдәләүен аңламауы менән бәйле.
Идеология һәм дин
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Сәйәси идеология» төшөнсәһе менән бер рәттән фәндә «дини идеология» төшөнсәһе лә киң ҡулланыла. Дини идеология — йәмғиәтте һәм шәхесте берҙәм йәшәү төшөнсәһендә бәйләгән һәм төрлө социаль төркөмдәр араһында тоташтырғыс көстәр булдырған идеология. [7]. Дини идеологияның барлыҡҡа килеүе йыш ҡына үҙенең оппозицион характеры арҡаһында дини конфессияның ҙур сәйәси роль уйнай башлауы менән бәйле[7]. Дини идеологияларҙың дөйөм ҡабул ителгән миҫалдары булып донъя диндәре тора, бигерәк тә, сәйәси мотивтары булыу-булмауына ҡарамаҫтан, протестантизм[8] һәм католицизм[9], был осраҡта дини идеология дөйөм дин тип түгел, ә дини хәрәкәт тыуҙырыусы дини һәм сәйәси аспекттары кеүек аңлашыла (дини идеология төшөнсәһе «ортодоксия» төшөнсәләре менән бәйле ҡулланыла[10]) һәм «фундаментализм»[11].
«Дини идеология» һәм «фундаментализм» төшөнсәләрен тиңләштерергә тырышҡан политолог Матиас Хильдебрандт традиционализмды дини идеологияларҙың уртаҡ үҙенсәлеге тип һанай: «улар үҙ традицияларының төп сығанаҡтарына әйләнеп ҡайтырға һәм уны тарихи үҫеш боҙолоуҙарынан азат итергә дәғүә итә, был үҫеште йыш ҡына улар дегенерация процесы тип ҡабул итә»[12]. Дини идеологтарҙың парадоксы шунда: уларҙың ысын тәғлимәткә кире ҡайтыу тураһындағы дәғүәләренә ҡаршы сығып, улар «күп осраҡта хәҙерге дини идеология булдыралар».[12].
«Дини идеология» төшөнсәһе менән бер рәттән дин политологияһында «сәйәси дин» төшөнсәһе лә үҫешә. Был төшөнсә дини һәм сәйәси фекерләү һәм эш итеү ысулдарының тығыҙ бәйләнешен һыҙыҡ өҫтөнә ала.
Иҡайһы берҙә идеология менән дин араһындағы айырма тик лингвистик тип кенә иғлан ителгән[13].
Идеологияларҙы тәнҡитләү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәғрифәтселек заманында идеологияларҙы тәнҡитләү айырым роль уйнай. Мәғрифәтселектең төп маҡсаты кеше аңын хөрәфәттәрҙән, төшөнкөлөктән һәм тәүәккәлһеҙлектән азат итеү булған. Француз материалистары, улар араһында Гольбах һәм Гельвеций, атап әйткәндә, католик сиркәүен тәнҡитләйҙәр һәм уның догмаларын клерикаль алдау тип ҡылыҡһырлайҙар". Мәғрифәтселек эшмәкәрҙәре «аҡыл», «фән», «демократия» һәм «кеше хоҡуҡтары» сәйәси принциптарын ғәмәли тормошҡа ашырыуҙы талап итә.
Идеология төрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәҙерге замандың төп идеологиялары XIX быуатта формалаша. Төрлө идеологиялар күп булыуға ҡарамаҫтан, дөйөм формала ошолай ҡабул ителгән:
Социаль-сәйәси |
Иҡтисади |
Милли-этник |
башҡалар |
ХХ быуат аҙағында сәйәсмәндәр һәм фирҡәләр араһында тотороҡло идеологиянан прагматик маҡсаттарҙа, йәғни идеологияға ҡаршы, хатта популизм тактикаһын ҡабул итеү тенденцияһы күҙәтелә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Идеология / Г. Ю. Семигин // Новая философская энциклопедия : в 4 т. / пред. науч.-ред. совета В. С. Степин. — 2-е изд., испр. и доп. — М. : Мысль, 2010. — 2816 с. — 5000 экз. — ISBN 978-5-244-01115-9.
- ↑ Маркс К., Энгельс Ф. Соч. Т. 3, — М., 1955. С.25
- ↑ Ф. Энгельс «Людвиг Фейербах и конец классической немецкой философии»
- ↑ Ойзерман Т. И. Марксизм и утопизм. — Прогресс-Традиция, 2003. — С. 35—36. — 568 с. — ISBN 5-89826-135-4.
- ↑ Ленин В. И. Полное собрание сочинений в 55 томах. — Москва-Ленинград: Издательство политической литературы, 1963. — Т. 6. — С. 269.
- ↑ Beyme, Klaus von[de]. Politische Theorien im Zeitalter der Ideologien: 1789—1945. VS Verlag, 2002, ISBN 3-531-13875-8, S. 49.
- ↑ 7,0 7,1 Eberhard, Winfried. Monarchie und Widerstand. Zur ständischen Oppositionsbildung im Herrschaftssystem Ferdinands I. in Böhmen. München / Oldenburg 1985, S. 215 f., ISBN 3-486-51881-X.
- ↑ Coleman, James Samuel. Grundlagen der Sozialtheorie. Bd. 2.: Körperschaften und die moderne Gesellschaft. München / Oldenbourg 1992, S. 214, ISBN 3-486-55909-5.
- ↑ Büttgen, Philippe; Jouhaud, Christian. Zeitsprünge. Forschungen zur frühen Neuzeit. Bd. 12: Lire Michel de Certeau — Michel de Certeau. Frankfurt a.M. 2008, S. 241, ISBN 3-465-04047-3; Bahlcke, Joachim; Grulich; Rudolf (Hrsg.). Katholische Kirche und Kultur in Böhmen. Ausgewählte Abhandlungen. Münster / Berlin u. a. 2005, S. 110 f., ISBN 3-8258-6687-4
- ↑ Büttgen, Philippe; Jouhaud, Christian. Zeitsprünge. Forschungen zur frühen Neuzeit. Bd. 12: Lire Michel de Certeau — Michel de Certeau. Frankfurt a.M. 2008, S. 19 und 241.
- ↑ Hoyningen-Huene, Stefan von. Religiosität bei rechtsextrem orientierten Jugendlichen. Münster / Hamburg 2003, S. 49, ISBN 3-8258-6327-1. (Zugl.: Bielefeld, Univ., Diss., 2002.)
- ↑ 12,0 12,1 Mathias Hildebrandt: Krieg der Religionen? In: Aus Politik und Zeitgeschichte[de]. Ausg. 6 (2007)
- ↑ Харари Ю. Н. Sapiens. Краткая история человечества / Юваль Ной Харари; пер. с англ. Л. Сумм. — М,: Сидбад, 2019. — 530 с. с.278
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Н. Бобровников. Идеология // Большая советская энциклопедия: В 65 томах / гл. ред. О. Ю. Шмидт. — 1-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1933. — Т. 27 (Зерновые — Империализм). — С. 452—463. — 960 с. — 45 500 экз.
Был социология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |