Фундаментализм
Фундаментализм — кешелек көнитмешендәге ҡырҡа иҫке ҡарашлы фәлсәфәүи, әхлаҡи һәм ижтимағи ағымдарҙың дөйөмләштерелгән атамаһы. Ул хәҙерге йәмғиәттәге глобалләшеү (берләшеү һәм дөйөмләшеү) һәм секуляризация (динде дәүләттән айырыу) процесстарына ҡаршы яуап булараҡ барлыҡҡа килгән. Шуға ла уның төп сағылышы тип дини фундаментализм иҫәпләнә.
Атама тарихынан
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Латин телендәге «Fundamentum» һүҙе урыҫса — «основание», башҡортса — «нигеҙ» тигән мәғәнәне бирә. Тәүҙәрәк ул Америка Ҡушма Штаттарындағы протестант хәрәкәтендә ХХ быуат башында таралыу алған тар йүнәлештәге дини фекерҙәрҙе аңлатыу өсөн ҡулланылған. Ошо ҡараштағы протестанттар белдереүенсә, христиан динендәге текстар тик турынан-туры ғына уҡылырға тейеш, һәм уларҙы һәр төрлө кинәйәле аңлатыу ярамай. Ваҡыт үтеү менән был атама шуға оҡшаш барлыҡ дини ағымдарға һәм ҡайһы бер дөйөм ҡараштарға ла тағылған. Дингә йәмғиәттәге өҫтөнлөк итеүсе урынды кире ҡайтарыуҙы дини фундаментализм үҙенең мөһим бурыстарының береһе итеп һанай. Изге китаптарҙа яҙылғандарҙы теүәл үтәү, уларҙы тәнҡитләүҙе һәм ирекле йә яңыса аңлатыуҙы тыйыу — уның төп идеологик фекерҙәре шунан ғибәрәт. Тикшеренеүселәр билдәләүенсә, был ағым ислам һәм христиан диндәрендә, йәһүдтәрҙең иудаизм һәм һиндтәрҙең индуизмында әүҙем таралыу алған.
Хәҙерге ваҡытта фундаментализм термины теге йәки был дингә ҡарата башлыса кире мәғәнәлә күберәк ҡулланыла.
Шул уҡ ваҡытта ғалимдәрҙең дингә бөтөнләй ҡағылышы булмаған фундаментализмды ла айырып ҡарауҙары тураһында билдәләргә кәрәк. Улар теге йәки был фекерҙе генә өҫкә ҡуйып, уны ғына абсолютлаштырыу йәки бар яҡтан да дөрөҫ тип иҫәпләүҙе «фундаменталь ҡараш» тип исемләй. Бынан сығып, иктисади, милли, экологик, феминистик һәм башҡа фундаментализм тураһында һөйләргә була.
Дини фундаментализм
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Протестант фундаментализмы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дини протестант фундаментализмы уҙған ХХ быуаттың беренсе тиҫтәһе аҙағында, 1910—1912 йылдарҙа АҠШ-тың көньяҡ штаттарында протестант диненең баптист, методист һәм пресвитериан төркөмдәре ағзалары араһында киң таралыу ала. Был хәрәкәт иделологтары «Изге китап»ты («Священное писание») нисек булһа ла тәнҡитләү һәм уны яңыса аңлатырға тырышыуҙарға ҡырҡа ҡаршы сыға. Һуңыраҡ, егерменсе йылдарҙа фундаменталистар был ваҡытта донъя фәнендә еңеү яулаған эволюция нигеҙҙәренә ҡаршы сығыштар ойоштора, ә илдең көньяғында (Арканзас, Миссисипи, Теннеси һ. б. ҡайһы бер штаттар) Дарвиндың кешенең килеп сығыуы хаҡындағы тәғлимәтен дәүләт ҡарамағындағы мәктәптәрҙә уҡытыуҙы тыйған закондар ҡабул ителә. Был хәлдәр тарихҡа «Маймыл процессы» (урыҫса «Обезьяний процесс») исеме аҫтында инеп ҡалған. Иҫкәрмә рәүешендә тағы ла шуны әйтеп китергә була: Теннеси штатында 1973 йылда алда әйтелгән законға төҙөтеү ҡабул ителә. Уға ярашлы Дарвин тыуҙырған ғилем нигеҙҙәрен Библиялағы ҡараштар менән бер рәттән ғилми фараз рәүешендә уҡыусыларға еткерергә рөхсәт ителә.
1919 йылда ойошторолған «Бөтә донъя фундаменталистар ассоциацияһы» 1948 йылда «Христиан сиркәүҙәренең халыҡ-ара советы» итеп үҙгәртелә. Сағыштырыу өсөн: урыҫса — «Международный совет христианских церквей», инглиз телендә — «International council of Christian churches». Был советҡа 140-ҡа яҡын протестант ойошмалары инә.
Католик фундаментализмы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төрлө кимәлдәге тикшеренеүселәр христиан донъяһында католик фундаменталистарҙың йоғонтоһо һиҙелерлек булыуын билдәләй һәм уларҙың иң әүҙемдәре иҫәбенә 1970 йылда архиепископ Марсель Лефевр нигеҙләгән «Изге Пий Х-ның рухани дини йәмғиәте» (лат. «Fraternitas Sacerdotalis Sancti Pii X», FSSPX), рус. «Священническое братство св. Пия Х») ойошмаһын индерә. (Мәғлүмәт өсөн: Пий Х (02.06.1835 — 20.08.1914) — 1903 йылдың 3 авгусынан 1914 йылдың 20 авгусына ҡәҙәр Рим католик сиркәүенең иң юғары дәрәжәләге руханийы һәм Ватикандың дәүләт башлығы йәки «Рим Папаһы» (рус. Папа Римский) була.
Был берләшмәгә Ватикандың 1962—1965 йылдарҙа үткән II соборының ғибәҙәт ҡылыуға индергән үҙгәрештәрен һәм башҡа диндәр менән яҡынлашыу тәҡдимен ҡабул итмәгән католик-традиционалистар инә. Нәтижәлә ойошма етәксеһе Марсель Лефеврҙың рәсми Ватикан менән был ҡапма-ҡаршылығы уны тулыһынса сиркәүҙән ситләштерелеүенә килтерә.
Был хәрәкәттең тағы ла 1928 йылда изге Хосемария Эскрива де Балагер (09.01.1902—26.06.1975) нигеҙ һалған «Хоҙай эше» (лат. «Opus Dei» — «Дело Божие») ойошмаһы билдәлеләрҙән һанала. Уның маҡсаты — ғәҙәти көндәлек тормошта төрлө донъя мәшәҡәттәр менән шөғөлләнгән диндарҙәргә изге булыуҙа ярҙам итеү. Ошо йәһәттән был берләшмә Европа һәм Латин Америкаһының ХХ быуаттағы ҡайһы бер уң сәйәси режимдарына бик тә ыңғай йоғонто яһай.
Был икәүҙән тыш тағы ла Франциялағы «Militas Dei» (рус. «Воины Божьи» или «Лига католической контр-реформации») тигән ойошма һиҙелерлек билдәлелек алған.
Католик фундаменталистар Ватикандың 1962—1965 йылдарҙа булған II соборында ғибәҙәт ҡылыуға индерелгән һәм башҡа яңылыҡтарға (бөтәһе 4 констиутция, 9 лекрет һәм 3 декларация) ҡаршы сығыш яһай.
Православие динендәге фундаментализм
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәйҙәге православие динендәге фундаментализмдың тыуыуын уҙған ХХ быуат башы менән бәйләйҙәр. Йәмғиәт кимәлендә ул 1881 һәм 1903 йылдарҙағы ҡаршы булған сығыштарҙа (еврейские погоромы) сағылыш тапһа, сәйәси йәһәттән 1905 йылда «Урыҫ халҡы берлеге» (рус. «Союз русского народа») ойошторолоу менән билдәләнә. Был ҡырҡа уң ҡарашлы, монархияны, агрессив милләтселекте (рус. шовинизмды, йәһүдтәргә дошман ҡарашты алға ҡуйған ойошма 1917 йылғы Февраль революцияһынан һуң тыйыла. Хәрәкәтте фәнни нигеҙләүселәренә А. И. Дубровин, В. А. Грингмут, урыҫ сиркәүе хеҙмәткәре Иоанн Восторгов, Н. Е. Марков, В. М. Пуришкевич, архимадрит (юғары дәрәжәләге монах) Макария (Гневушева), архиепископ Андроник (Никольский) һ. б. индерәләр.
Фундаменталистик күренештәрҙең икенсе тулҡыны 1980—1990 йылдарҙы үҙ эсенә ала. Сәйәси йәһәттән быны тәү сиратта сығыштарында православие дине ҡараштары сағылған милли-патриотик берләшмәләрҙең барлыҡҡа килеүе (иң тәүгеһе — «Память» ойошмаһы) менән бәйләргә кәрәк.
Ислам фундаментализмы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был мәҡәләнең өлөшө әлегә яҙылмаған. |
Иудаизм фундаментализмы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был мәҡәләнең өлөшө әлегә яҙылмаған. |
Индуизм фундаментализмы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был мәҡәләнең өлөшө әлегә яҙылмаған. |
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Левин З. И. Фундаментализм. М., Ин-т востоковед. РАН, Крафт+, 2003, 264 с, пер. (рус.)
- Челищев В. И. Особенности фундаменталистского мировоззрения // Челищев В. И. Феномен фундаментализма в современном мире: истоки, сущность и формы. М.: ИСПИ РАН, 2006. С. 4 — 56. ISBN 5-7556-0356-1. (рус.)
- Челищев В. И. Фундаментализм и фундаменталисты. М.: РГСУ, 2010. 524 С. ISBN 978-5-7139-0742-6. (рус.)
- Русско-башкирский словарь: В 2 т. / Под редакцией З. Г. Ураксина. Уфа: Башкирская энциклопедия, 2005. Т. 2. П — Я. — 2005. — 680 с.