Баптизм

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ҡалып:Христианлыҡ

Баптизм (грек. Βάπτισμα: сумдырык, һыуҙа суҡындырыу) — протестанлыҡта XIIбыуат башында барлыҡҡа килгән дини йүнәлеш.

XIX быуатта бөтә донъяга, шул иҫәптән халыҡның күпселеге католик, православие һ.б. диндәр тотҡан илдәрҙә таралып, иң көслө дини хәрәкәттәрнең береһенә әүерелә. Баптизм тәғлимәте тарафтарҙары дини серҙәр, руханилар изгелеге, изгеләр культы кеүек тәғлимәттәрҙе әүәлге саф христиан диненә ҡаршы килә тип һанай. Библия — дини тәғлимәттең бердәнбер сығанағы, баптизм тәғлимәтенә аңлы рәүештә инанган, рухи яҡтан өлгөрөп еткән кешеләр генә суҡынырга хаҡлы тип иҫәпләнә. Йәмғиәт етәкселәре, вәғәҙселәр һәм баптизм нигеҙҙәрен өйрәтеүсе руханилар приход халҡы тарафынан һайлана. Динһеҙҙәр һ.б. диндәгеләр араһында баптизм идеяларен таратыу һәр кемдең бурысы булып һанала.

Рәсәйҙә баптизм XIX быуат урталарында (Финляндияла һәм Латвияла), башлыса, лютерандар — немецтәр һәм латыштар араһында барлыҡҡа килә. 1880 йылдар башында Украинала һәм Түбән Волга буйында тарала.

Өфө губернаһында тәүге баптистар XX быуат башында күренә башлай. Тәүге общиналар Өфө өйәҙенең Архангел (95 кеше) һәм Иглин (81 кеше) улустарының немец ауылдарында, Бәләбәй өйәҙенең Дәүләкән ауылы һәм Өфөлә төҙөлә. Архангел өйәҙендә латыштар Эҫем общинаһына нигеҙ һала. 1913 йылда Өфө губернаһында 623 баптист иҫәпләнә. 1917 йылдан башлап уларҙың һаны арта, 1927 йылда 5 община Стәрлетамаҡ һәм 2 — Өфө кантондарындаэшләй (2 мең кеше). 1938 йылда общиналар тарҡатыла, етәкселәре репрессиялана, ғибәҙәтханалары ябыла. 1945 ййылда инжил христиан баптистары Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Бәләбәй районы Шаровка ауылы яңынан барлыҡҡа килә, һуңыраҡ Дәүләкән (1969), Бәләбәй, Белорет, Бөрө, Сибай (1979), Күмертау (1987) ҡалаларынжа теркәлә. 1994 йылда Башҡортостан Республикаһы Инжил христиан баптистарының төбәк берекмәһе ойошторола. Нефтекама һәм Салауат ҡалаларында ғибәҙәтханалар төҙөлә. Үҙәге Өфөлә урынлашҡан.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]