Эстәлеккә күсергә

Латин Америкаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Латинская Америка на карте

Латин Америкаһы — Америка илдәренең һәм ерҙәренең дөйөм атамаһы, роман телдәренән һәм (латин теленән барлыҡҡа килгән) рәсми телдәр ҡулланыла. Иң йыш ҡулланылған телдәр — испан һәм португал телдәре.

Шулай уҡ икенсе термин Ибер-Америка, ибер-роман телдәрҙә аралашҡан илдәрҙе аңлата.

Латин Америкаһына испанса һөйләшкән Америка илдәре — төньяҡта Мексиканан башлап көньяҡҡа Аргентинаға тиклем һәм шулай уҡ испанса аралашҡан Кариб диңгеҙе бассейндағы илдәр (Куба, Доминикан Республикаһы, Пуэрто-Рико) инә. Португал телендә аралашҡан Бразилия ла шул илдәргә инә. Француз телле Гаити, Сен-Мартен һәм Француз Гвианаһы илдәрен дә йыш ҡына Латин Америкаһы тип иҫәпләйҙәр. Ләкин француз телле Квебек провинцияһын (Канада) бер касан Латин Америкаһына индермәйҙәр. Инглиз телендә аралашҡан Америка илдәре (Ямайка, Барбадос, Багамы, Белиз, Гайана һ. б.) Латин Америкаһына индермәйҙәр.

Ерҙә иң оҙон тауҙар системаһы Латин Америкаһында урынлашҡан, шуларҙы Анд тауҙары тип атайҙар, бында Котопахи вулканы урынлашҡан.


Дәүләттәр АҠШ флагы АҠШ территориялары Франция флагы Франция территориялары
Аргентина Аргентина

Боливия Боливия
Бразилия Бразилия
Флаг Венесуэлы Венесуэла
Гаити флагы Гаити
Гватемала флагы Гватемала
Гондурас Гондурас
Доминикан Республикаһы флагы Доминика Республикаһы
Колумбия Колумбия
Коста-Рика флагы Коста-Рика

Куба флагы Куба

Мексика флагы Мексика
Никарагуа флагы Никарагуа
Панама флагы Панама
Парагвай Парагвай
Перу Перу
Сальвадор флагы Сальвадор
Уругвай Уругвай
Чили Чили
Эквадор Эквадор

Пуэрто-Рико Пуэрто-Рико Гваделупа

Мартиника
Сен-Бартельми
Сен-Мартен
Француз гвиана Француз Гвианаһы