Авиация

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Авиация
Рәсем
Хештег aviation
Коллаж
Вики-проект Проект:Авиация[d]
Веб-сайт Stack Exchange aviation.stackexchange.com
Commons-logo.svg Авиация Викимилектә

Авиация (лат. avis — «ҡош»[1]) — осоу аппараттарында[2] һауала хәрәкәт итеү теорияһы һәм практикаһы, ер өҫтө инфраструктураһын һәм белгестәрҙе (аэродромдар һәм аэропорттар, осоуҙы тәьмин итеү саралары системаһы), шулай уҡ махсуслаштырылған белем өлкәләрен (аэродинамика, осоу механикаһы, аэронавигация) үҙ эсенә алған кеше эшмәкәрлеге өлкәһе[3][4].

Һауа суднолары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Атмосферала осоу өсөн һауа судноларының түбәндәге төрҙәре миҫал булып тора:

  • Һауа шары
  • Дирижабль
  • Самолет (шул иҫәптән гидроплан)
  • Автожир
  • Вертолёт
  • Конвертоплан
  • Планёр (дельтаплан)

Авиация төрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәсәй Федерацияһының Һауа кодексына ярашлы Рәсәй авиацияһы төрҙәре:

  • Граждандар авиацияһы
    • коммерция һауа юлдары
    • авиация эштәре
    • дөйөм тәғәйенләнештәге авиация
  • Дәүләт авиацияһы
  • Эксперименталь авиация

Осоу принцибы буйынса:

  • аэростатик — архимед көсө менән, есем тарафынан ҡыҫырыҡланған һауа массаһының ауырлығына тиң — осоу аппараттары һауанан еңелерәк;
  • аэродинамик — ҡанаттың профиле йә фюзеляжы тирәләй баҫым айырмаһы иҫәбенә барлыҡҡа килгән күтәргес көс — осоу аппараттары һауанан еңелерәк.

Гибрид осоу схемалары булыуы мөмкин (ҡара: мәҫәлән, гибрид дирижабль).

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тәүге осоу аппараттары:

  • Грецияла (Архит Таренский — б.э.т. 400 йылдар — механик ҡош) уның осоуы тураһында раҫлаусы мәғлүмәттәр юҡ.
  • Ҡытайҙа (559 йыл — кешенең һауа йыланында осоуы)

Европала[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Леонардо да Винчи — планер һыҙмаһы.

Ломоносов М. В. Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып һауа хәрәкәте закондарын тикшерә һәм осоу аппаратын эшләй. 1745 йылдың 1 ғинуарында ул һауаның ирекле циркуляцияһы тураһында идеяларын анлатып бирә һәм сәғәт пружинаһы менән хәрәкәткә килтерелгән хеликоптер тәҡдим итә.

Осоу теорияһына һәм практикаһына немец ғалимы О. Лилиенталь тос өлөш индерә.

Флайер-1. Беренсе осошо
Лилиенталь планерҙары

Беренсе осоштар:

  • 1783 йылда ағалы-ҡустылы Монгольфьелар аэростат һынап ҡарай. Ул киндерҙән эшләнә һәм 2,5 саҡрым араны 10 минутта үтә, 2000 метр бейеклеккә күтәрелә. Киләһе йылда улар бортында кешеләр булған аэростатты осора.
  • 1891 йылдан 1896 йылға тиклем Отто Лилиенталь бер нисә планер проектлай, төҙөй һәм осора.
  • 1901 йылдың октябрендә В. В. Кресс үҙе конструкциялаған самолетта тәүге тапҡыр һыуҙан «уңышлы» осоп китергә маташа[5].
  • 1903 йылдың 17 декабрендә Америка механиктары ағалы-ҡустылы Райттарҙың самолёты тәүге уңышлы осош яһай. Уға кәрәсиндә эшләүсе эске яныулы двигатель ҡуйылған була.
  • 1904 йылда рус ғалимы Николай Жуковский самолёт ҡанатының күтәреү көсө һан дәүмәлен бирергә мөмкинлек биргән теореманы билдәләй, самолёт винты ҡанаттарының һәм ҡалаҡтарының төп профилдәрен билдәләй. Һуңынан «Берләштерелгән өйөрмәләр тураһында» докладында һауа винтының өйөрмәле теорияһын эшләй, ул аэроплан ҡанатының күтәреү көсөн билдәләү ысулдарын үҫтереүҙең теоретик нигеҙен һала. Был асыштар 1906 йылда «О падении в воздухе лёгких продолговатых тел, вращающихся около своей продольной оси» әҫәрендә баҫылып сыға[6].
  • 1906 йылда рус ғалимы Николай Жуковский «Берләшкән өйөрмәләр тураһында» монографияһын баҫтыра. Унда ҡанаттың күтәреү көсөн, самолётты һауала тотоп торған көстө иҫәпләп сығарыу ысулын аңлата һәм бирә[7].
  • Ер өҫтөнән күтәрелгән тәүге пилотлы вертолетты Поль Корню төҙөй. Осош 1907 йылда була.
  • 1909 йылдың 25 июлендә Франция уйлап табыусыһы, авиатор һәм эшҡыуар Луи Блерио Ла Манш боғаҙы аша осоп сыға. Ул ваҡытта Блерионың еңеүе француз авиаторҙары араһында популяр булған монопландың инглиздәрҙең һәм американдарҙың бипланы өҫтөнән еңеүе тип ҡабул ителә.
  • 1910 йылда И. И. Сикорский осоусыһыҙ вертолетты сафҡа индерә.
  • 1910 йылда Реймста Эдуард Ньюпор конструкцияһындағы самолёт тәҡдим ителә, уның фюзеляжын тәүге тапҡыр тулыһынса көпләйҙәр. Был осоу аппараттарының шымалығын тәьмин итеүҙә тәүге аҙым була. Ул тағы ла төшөнөүҙе, тикшереүҙе талап итә[8].
  • 1929 йылда Джимми Дулиттл пилотаж-навигация приборҙары эшләй.
  • 1930 йылда пассажир рейстарында тәүге тапҡыр бортпроводниктар күренә башлай.
  • 1930 йылдарҙа Германияла һәм Англияла реактив двигатель эшләү башлана.
  • 1939 йылда Heinkel He 178 самолеты (Германия) осош яһауы беренсе реактив самолет була.
  • 1947 йылдың октябрендә Чарльз Йегер Bell X-1 ракета двигателе ҡуйылған самолётта тауыш барьерын уҙып китә.
  • 1949 йылдың 27 июлендә беренсе DH-106 Comet реактив пассажир лайнеры беренсе осошон яһай.
  • 1961 йылдың 12 апрелендә Юрий Гагарин донъя тарихында йыһан киңлегенә осоусы беренсе кеше була.

Рәсәйҙә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Самолёттар эшләү пионерҙарының береһе булып контр-адмирал А. Ф. Можайский иҫәпләнә[9]. 1880 йылдың 4 июнендә А. Ф. Можайский сауҙа һәм мануфактура департаментына үҙе уйлап тапҡан «һауала осоу ҡорамалына» патент биреүҙе һорап мөрәжәғәт итә һәм уны 1881 йылдың 3 ноябрендә ала. Ул эшләгән осоу ҡорамалы (Можайский самолеты) 1882 йылда тулы күләмгә төҙөлә. Можайский самолетын һынауҙы ентекле теркәгән документтар һаҡланмаған. Можайскийҙың вафатынан һуң барлыҡҡа килгән ҡайһы бер баҫмаларҙа (XIX быуат аҙағы — XX быуат башында) аппараттың осоп китергә маташыу ваҡытында һәләкәткә осрауы тураһында хәбәр ителә (аныҡ датаһы билдәһеҙ, төрлө авиация тарихсылары был датаны 1882 йылдан 1885 йылға тиклем тип атай). Шулай уҡ ҡайһы бер хәбәрҙәрҙә аппараттың ерҙән ҡыҫҡа ваҡытҡа айырылыуы күрһәтелә[10][11].

Рәсәйҙә авиация тыуыуы XX быуат башына тура килә тигән фекер бар, сөнки 1909—1914 йылдарҙа илдә Ж. М. Гаккелдең, Д. П. Григоровичтың, И. И. Сикорскийҙың һәм башҡаларҙың беренсе самолеттары барлыҡҡа килә[12].

Рәсәйҙә самолеттар төҙөүҙең беренсе һәм төп терәге булып вагондар эшләү заводтары тора, ә Рус-Балтика вагон заводы Рәсәй авиацияһының тәүге төйәге була. Шулай уҡ 1912 йылдан Рәсәйҙә С. С. Щетининдың Санкт-Петербургтағы заводтарында һәм Мәскәүҙең «Дукс» заводында «Фарман» самолёттары һәм «Ньюпорт» самолёттары лицензия буйынса етештерелә башлай[13].

1913 йылда И. И. Сикорский донъяла беренсе дүрт моторлы «Рус рыцары» (Русский витязь) самолетын проектлай һәм уңышлы һынай, был ауыр авиация үҫешенә этәргес бирә. Авиация белгестәре был проекттың бөтөнләй уңышһыҙлыҡҡа осраясағын фаразлай. Шуға ҡарамаҫтан, 1913 йылдың 26 майында беренсе осош уңышлы үтә. Уңышҡа өлгәшеүгә ҡарамаҫтан, сит илдә осоу тураһындағы хәбәр ялған тип ҡабул итәләр. 1913 йылдың 2 авгусындағы осош ваҡытында донъя рекорды ҡуйыла — 1 сәғәт 54 минут[14].

Рәсәйҙең хоҡуҡи акттары
  • Гл. 3 Воздушного кодекса России от 19.03.1997 № 60-ФЗ.
  • Ст. 1 Федерального закона «О государственном регулировании развития авиации» от 8.01.1998 № 10-ФЗ.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Этимологический словарь русского языка Шанского Н. М.
  2. Этимологический словарь русского языка Семёнова А. В.
  3. Авиация // Военная энциклопедия / И. Н. Родионов. — М.: Военное издательство, 1994. — Т. 1. — С. 39. — ISBN 5-203-01655-0.
  4. Авиация // Авиация. Энциклопедия / Г. П. Свищев. — М.: Большая российская энциклопедия, 1994. — С. 28. — ISBN 5-85270-086-X.
  5. Всё об авиации: большая энциклопедия/ авт.-сост. Л. Е. Сытин. — М.: Издательство АСТ, 2018. — 640 с. — ISBN 978-5-17-091175-2.
  6. Отец русской авиации Николай Егорович Жуковский // www.pemptousia.ru. Архивировано из первоисточника 7 ноябрь 2019.
  7. Жуковский Николай Егорович // vikent.ru. Архивировано из первоисточника 16 май 2019.
  8. Всё об авиации: большая энциклопедия/ авт.-сост. Л. Е. Сытин. — М.: Издательство АСТ, 2018. — 640 с. — ISBN 978-5-17-091175-2.
  9. Можайский А. Ф. // Авиация. Энциклопедия / Г. П. Свищев. — М.: Большая российская энциклопедия, 1994. — С. 355. — ISBN 5-85270-086-X.
  10. Шавров. История конструкций самолётов в СССР до 1938 г. — М.: Машиностроение, 1994. — С. 13—26. — 704 с.
  11. Соболев Д. А. История самолётов. Начальный период. — М.: РОССПЭН, 1995. — С. 90—96. — 343 с.
  12. Пиджаков А. Ю., Хороших В. А. Зарождение авиационных обществ и авиационного образования в дореволюционной России. — М. — С. 62.
  13. Всё об авиации: большая энциклопедия/ авт.-сост. Л. Е. Сытин. — М.: Издательство АСТ, 2018. — 640 с. — ISBN 978-5-17-091175-2.
  14. Катышев Г. И., Михеев В. Р. Авиаконструктор Игорь Иванович Сикорский, 1889—1972. — М.: Наука, 1989. — С. 55. — (Научно-биографическая литература). — 10 000 экз. — ISBN 5-02-006748-2.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Сытин Л. Е., Каторин Ю. Ф., Волковский Н. Л. Всё об авиации. Большая энциклопедия. — М.: АСТ, 2018. — 640 с. — ISBN 978-5-17-091175-2.
  • Авиация. Энциклопедия / гл. ред. Г. П. Свищёв. — М.: Большая российская энциклопедия, 1994. — 736 с. — ISBN 5-85270-086-X.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]