Эстәлеккә күсергә

Детройт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡала
Детройт
ингл. Detroit
Флаг[d] Герб
Флаг Герб
Ил

АҠШ

Штат

Мичиган

Округ

Уэйн

Координаталар

42°19′54″ с. ш. 83°02′51″ з. д.HGЯO

Мэр

Майк Дагган (демократ)

Нигеҙләнгән

1701

Майҙаны

370,2 км²

Рәсми теле

инглиз теле

Халҡы

681 090[1] кеше (2013)

Тығыҙлығы

1669,6 кеше/км²

Агломерация

4 493 165

Сәғәт бүлкәте

UTC-5, йәйге UTC-4

Телефон коды313
Һанлы танытмалар
Рәсми сайт

detroitmi.gov  (инг.)

Ҡушаматы

Моторҙар ҡалаһы, Мотаун

Детройт (АҠШ)
Детройт
Детройт

Детройт (ингл. Detroit [dɪˈtrɔɪt], франц. détroit [deˈtʀwa] — «боғаҙ» һүҙенән) — АҠШ-тың төньяғында, Мичиган штатындағы ҡала. Штаттың көньяҡ-көнсығыш мөйөшөндә, Канада сигендә урынлашҡан.

Детройт — Детройт йылғаһының Бөйөк күлдәр системаһын Изге Лаврентий диңгеҙ юлы менән тоташтырған төп порты. Детройт һәм Канаданың Уинсор ҡалаһын тоташтырған Амбассадор күпере — Төньяҡ Американың төп сик аша үтеү юлы булып тора, ә Детройт аэропорты — АҠШ-ның төп аэропорттарының береһе.

Детройт АҠШ автомобиль үҙәге булараҡ киң билдәле, бында Американың иң эре өс автомобиль етештереү компанияһы — Дженерал Моторс, Форд, Крайслерҙың төп офистары урынлашҡан. Шул уҡ ваҡытта Детройт — Американың банкротҡа әйләнгән иң эре ҡалаһы.

Колониялаштырыу осорона тиклем

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөйөк күлдәр тирәһендәге ерҙәрҙең геологик үҙенсәлектәренә ҡарағанда, хәҙерге Детройт ҡалаһы буласаҡ урында палеоиндейҙар бынан 11 000 йылдар элек йәшәй башлаған.[2] Француздар килгәнгә тиклем, бында гурон, оттава, потаватоми, ирокез ҡәбиләләре көн иткән.

Ҡалаға исемде француз колонистары Детройт йылғаһы (франц. le détroit du Lac Érie — «Эри күленең боғаҙы», йәғни Гурон менән Эри күлдәрен тоташтырыусы йылға) исеменән алып ҡуша.

1698 йылда француз офицеры Антуан Ломе де Ламот де Кадильяк союздаш индей ҡәбиләләренә торлаҡ урын булдырыр өсөн, Яңы ФранцияТөньяҡ Америкалағы француз колонияһында форт төҙөргә тәҡдим итә. Париж 1701 йылда был тәҡдимде хуплай һәм боғаҙ буйында Детройт фортына (франц. Ponchartrain du Detroit) нигеҙ һалына. Француздар фортҡа колонистарҙы йәлеп итер өсөн, ерҙәрен бушлай тәҡдим итә, һәм 1765 йылға ҡасабала йәшәгән кеше һаны 800-гә барып етә, һәм Детройт иң эре француз ҡасабаларының береһенә әүерелә[3].

«Детройт фортын ҡамау». Фредерик Ремингтондың 1763 йылғы ҡамауҙы һүрәтләгән рәсеме

Британия һәм Франция араһында барған Ете йыллыҡ һуғыштың Төньяҡ Америкалағы фронты булараҡ тоҡанып киткән Француздар һәм индеецтар менән һуғыш (1754-1763) осоронда, 1760 йылда британ көстәре ҡасабаны баҫып ала. 1763 йылғы Париж килешеүенән һуң Яңы Франция тип аталған ерҙәр Бөйөк Британияның колонияһы – Квебек провинцияһына әүерелә, һәм ҡасабаның исеме Детройт итеп ҡыҫҡартыла. Британ колонизаторҙарына ҡаршы күтәрелгән Понтиак ихтилалы (1763) осоронда ҡайһы бер индей ҡәбиләләре Детройтты ҡамау аҫтында тота, әммә фортты ала алмай.

1778 йылда Детройтта 2 144 кеше йәшәй, һәм ул кеше һаны буйынса Квебек провинцияһында өсөндө урынды ала[4].

Америка үҙаллылығы өсөн һуғыштан һуң Америка штаттары үҙаллылыҡ яулағас, Джей килешеүенә (1796) ярашлы, Британия Детройтты һәм шул өлкәләге башҡа биләмәләрҙе штаттарға бирә, шулай итеп Канада менән Америка Ҡушма Штаттары араһындағы сик һыҙығы билдәләнә.

1805 йылдан 1847 йылға тиклем Детройт Мичиган биләмәһенең, артабан штатының баш ҡалаһы була.

«Детройтты ҡамау». Джон Уайклиф Лоус Форстерҙың 1812 йылғы ваҡиғаларҙы һүрәтләгән рәсеме

1812 йылғы инглиз-американ һуғышында британ көстәре ҡаласыҡты ҡамауға ала, һәм ҡала губернаторы уны ҡаршылыҡһыҙ-ниһеҙ ҡамаусыларға бирә. 1813 йылда иһә Ҡушма Штаттар уны кире яулауға ирешә.

1815 йылда Детройтҡа ҡала статусы бирелә[5].

Америка граждандар һуғышына тиклем ҡала ер аҫты тимер юлдары аша төньяҡ штаттарҙа иреккә сыҡҡан ҡасҡын ҡолдар өсөн төп Канада-АҠШ сигенә сығыу нөктәһе булып тора. Байтаҡ ҡасҡындар эҙәрлекләүселәрҙән Детройт йылғаһы аша Канадаға ҡасып ҡотола[5].

Киске сәғәт 4:00. Форд Мотор Компани автомобиль йыйыу заводында смена алмашына. 1910-сы йылдар

1903 йылда Генри Форд үҙенең Форд Мотор Компани автомобиль етештереү компанияһын нигеҙләй. Форд етештереүҙә конвеер ысулын уйлап сығарып, күпләп етештереүҙе башлап, шуның менән автосәнәғәт өлкәһендә революцион үҙгәрештәр индерә. Уның яңы ысулын конкуренттары шунда уҡ ҡулланышҡа ала. Автомобиль етештереү пионерҙары Уильям Дюрант, Доджтар, Пекард һәм Уолтер Крайслер башланғысы менән Детройт XX быуат баштарында донъяның автомобилдәр башҡалаһына әүерелә.[5] Автосәнәғәт бумы тәьҫирендә ҡала ҡыҙыу үҫеш ала һәм ҙурлығы буйынса АҠШ ҡалалары араһында Нью-Йорк, Чикаго һәм Филадельфия ҡалаларынан ҡалышып, дүртенсе урынды биләй.

Бөйөк афро-американлылар күсенеше осоронда көньяҡ штаттарынан ауыл халҡы, бынан тыш Европа мигранттары күпләп ҡалаларға ағыла. Эш урыны һәм торлаҡ өсөн конкуренция үҫеүе арҡаһында был яңы төркөмдәр менән урындағы халыҡ араһы киҫкенләшә. Башҡа урта көнбайыш ҡалалары менән бер рәттән, Детройтта ла католик һәм йәһүд иммигранттара, афро-американлыларға ҡаршы ку-клукс-клан хәрәкәте көсәйә.

Икенсе Донъя һуғышы осоронда
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Икенсе донъя һуғышы башланыуы ҡалаға ғәйәт ҙур үҙгәрештәр индерә. 1942 йылдан 1945 йылға тиклем автомобилдәр етерштереү бөтөнләй туҡтатыла, заводтар хәрби машиналар, самолеттар, танктар етештереүгә күсә[6]. Эш урындары бығаса булмаған тиҙлек менән арта. 1941-1943 йылдарҙа, Икенсе Бөйөк күсенеш осоронда көньяҡ штаттарҙан 400 000 – 50 000 ҡара тәнле, 350 000 аҡ тәнле кеше ҡалаға күсенеп килә. Федераль хөкүмәт хәрби етештереү өлкәһендә раса буйынса ҡыҫырлыҡлауҙарҙы тыйа. Шулай ҙа эш урындары һәм торлаҡ өсөн конкуренция арҡаһында бында төпләнгән Европа иммигранттары һәм уларҙың нәҫеле менән яңы күсеп килеүселәр араһында көсөргәнеш артҡандан-арта. Һөҙөмтәлә 1943 йылдың июнендә ҡала урамдарында бола башлана, өс көн дауамында расалар араһында һуғыш, үлтереш дауам итә. 34 кеше, шуларҙың 25-е ҡара тәнле, үлтерелә, 600-ләп кеше, шул иҫәптән 75% ҡара тәнле, яралана[7].

Детройтта йәшәгән халыҡ һаны 1950 йылда иң юғары нөктәлә була. Был ваҡытта унда 1,8 миллион кеше йәшәй. Әммә 1950 йылдан был һан кәмегән-дән кәмей бара[8]. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Детройтта һәм башҡа эре Америка ҡалаларында автомагистралдәр һалына башлай. Тиҙ йөрөшлө автоюлдар селтәре автомобилдә йөрөүҙө еңеләйтә, халыҡ күпләп ҡала ситтәренә йәшәргә күсә башлай. Был үҙгәрештәр етештереү ойошмаларының шулай уҡ ҡала ситтәренә күсеүенә килтерә.

Детройт 1960 йылдарҙа башланған Афроамериканлыларҙың граждан хоҡуҡтары өсөн көрәш хәрәкәтендә төп роль уйнай. 1963 йылда хәрәкәттең юлбашсыһы Мартин Лютер Кинг Детройтта телмәр тота. 1964, 1965 йылда афроамериканлылр хәрәкәте граждан хоҡуҡтарына ирешеүҙә мөһим уңыштарға ирешкән арала, ҡалала полиция һәм афроамериканлы йәштәр араһындағы мөнәсәбәт киҫкенләшә, 1967 йылдың июлендә ҡала урамдарында бола ҡуба. Һөҙөмтәлә 43 кеше хәләк була, 467-һе яралана, 7200 кеше ҡулға алына, 2000-дән ашыу бина емерелә. Меңәрләгән фирма ябыла йә хәүефһеҙерәк күрше-тирә урындарға күсә. Ҡыйралған райондар унар йыллап емереклек аҫтында ята[9]. Был АҠШ-лағы иң ҡыйралышлы бола була.

Детройттағы көрсөк

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Паккард автомобиль заводы. 1958 йылда завод ябыла һәм бина ташландыҡ хәлгә килә

Оҙаҡ йылдар дауамында донъя автомобиль етештереү үҙәге булып торған Детройт күп төрлө сәбәптәр арҡаһында иҡтисади көрсөк кисерә башлай, был көрсөк оҙаҡ йылдарға һуҙыла.

1973 һәм 1979 йылғы нефть көрсөгө Детройтҡа һәм ғөмүмән АҠШ-ның автоиндустрияһына киро йоғонто яһай. Бензин хаҡы артҡандан-арта, һәм һатып алыусылар сит ил етештештереүселәренең бәләкәй, яғыулыҡты күп сарыф итмәгән автомобилдәрен өҫтөн күрә. Автомобиль етештереүсе компанияларҙың һатыу күләме ҡырҡа кәмей, заводтарҙар меңләгән эшсе ҡыуыла, ҡалалағы заводтар ябыла. Төп һатыу итеү урындары, отелдәр ябыла, офис биналары бушап ҡала.

Эшһеҙлектең юғары кимәлгә күтәрелеүе, урта синыф вәкилдәренең ҡала ситтәренә күсенеүе арҡаһында ҡалала башлыса ярлы ҡатлам халҡы ғына йәшәргә ҡала, торлаҡ хаҡтары ҡырҡа төшә, биналар күпләп бушай бара, енәйәтселек кимәле артҡандан-арта.

Детройтта барған оҙайлы көрсөк арҡаһында меңәрләгән өй буш тора. Детройттың ҡайһы бер биҫтәләре шул тиклем бушаған, хатта муниципаль хеҙмәт менән тәьмин итеү ауырлаша. 2011 йылда Детройттағы йәшәүселәрҙең яҡынса яртыһы һалым түләй алмай, шулай итеп, 246 миллион доллар тирәһе һалым йыйылмай ҡала.

2013 йылдың 18 июлендә ҡала етәкселәре ҡаланы банкрот тип иҫәпләүҙе һорап, ғариза бирә[10]. Федераль округ суды 2013 йылдың 3 декабрендә ҡаланың 18,5 миллиард доллар бурысы булыуын һәм меңләгән кредиторҙарына бурысын ҡайтара алмауын иҫәпкә алып, Детройтты бакрот тип иғлан итә[11].

2010 йылдарҙан алып ҡаланы төҙөкләндереү эштәре башлана. 2015 йылдан оҙаҡ йылдар дауамында емерек хәлдә торған Мичиган үҙәк станцияһы яңы тәҙрәләр, лифттар ҡуйылып яңыртыла[12]. Башҡа төрлө иҫтәлекле урындар ҙа тулыһынса төҙөкләндерелә һәм фатир, отель, офистарға әйләндерелә. 

Географик үҙенсәлектәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Детройт йылғаһынан күренеш

АҠШ халыҡ иҫәбен алыу бюроһы мәғлүмәтенә ярашлы, ҡала 142,87 квадрат миль (370,03 кв. км.) урынды биләй, уның 138,75 квадрат миле (359,36 кв.км) – ҡоро ер һәм 4,12 квардат миле (10,67 кв. км) – һыу ятҡылыҡтары[13] Иң юғары нөктәһе – диңгеҙ кимәленән 207 метр бейеклектә[14], иң түбән нөктәһе – Детройт йылғаһы буйында – диңгеҙ кимәленән 174 метр түбәнлектә[15]. Детройт йылғаһында, Детройт һәм Канаданың Уинсор ҡалаһы араһында 397 гектар ҙурлығындағы Бель Айл Парк утрауы (ингл. Belle Isle Park) урынлашҡан. Ҡала менән ул МакАртур күпере (ингл. MacArthur Bridge) яҙамында тоташҡан.

Детройт – Канада-АҠШ сигендәге төп ҡала. Ҡала дүрт сик аша сығыу юлы менән тәьмин итә – автотранспорт өсөн Амбассадор күпере (ингл. Ambassador Bridge) һәм Детройт-Уинсор тоннеле (ингл. Detroit–Windsor Tunnel), тимер юл транспорты өсөн Мичиган үҙәк тимер юл тоннеле (ингл. Michigan Central Railway Tunnel) һәм дүртенсе сик аша сығыу юлы – Цуг утрауы янындағы Детройт-Уинсор йөк паромы.

Детройтта Бөйөк күлдәр йоғонтоһо аҫтында дымлы континенталь һауа шарттары өҫтөнлөк итә. Йылы миҙгел майҙан сентябргә тиклем тора, ҡыштары – һалҡын һәм уртаса ҡарлы. Урта тәүлек температураһы – -3,6 °C (ғинуарҙа) һәм 23,1 °C (июлдә) араһында.

Яуым-төшөм – йыл дауамында бер тигеҙ, уртаса, әммә май-июндә бер ни тиклем күберәк. Ҡар ғәҙәттә 15 ноябҙән 4 апрелгә тиклем яуа[16].

Детройт йылғаһының ярынан күп төрлө архитектура стилендәге биналарҙы үҙ эсенә һыйҙырған күренеш асыла. Яңы готик стилдәге ҡыйыҡлы 189 метр бейеклегендәге One Detroit Center офис бинаһы АҠШ-лағы иң бейек йорттар араһында икенсе урынды алып тора. Форд Мотор Компани тарафынан төҙөлгән Ренессанс центр (ингл. Renaissance Center) күп ҡатлы ете бинаны үҙ эсенә ала – 39 ҡатлы дүрт офис манараһы һәм 21 ҡатлы ике офис манараһы донъяның иң бейек отеле – 73 ҡатлы отель бинаһын[17] уратып алған. Ар-деко стилендә эшләнгән йорт өлгөләре араһында – Fisher Body компанияһы тарафынан төҙөлә башлаған Fisher Building йорто, оҙаҡ йылдар дауамында General Motors компанияһының төп бинаһы булап торған Cadillac Place йорто. Детройттағы Фокс театры (ингл. Fox Theatre) – Fox Film Corporation компанияһы төрлө ҡалаларҙа төҙөгән кинотеатрҙарҙың иң ҙуры.

Фокс театры

Ҡаланың архитектура йәһәтенән әһәмитәтле байтаҡ биналары АҠШ-ның тарихи урындарының милли реестрына ингән[18]. Улар араһында Сент-Джозеф Рим католик сиркәүе (ингл. St. Joseph Roman Catholic Church), Изге Марияның саф йөрәге Рим католик сиркәүе (ингл. Sweetest Heart of Mary Roman Catholic Church), Изге нәҙер сиркәүе (ингл. Cathedral of the Most Blessed Sacrament).

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе[19]
Йыл Халыҡ иҫәбе
1820 1 422
1830 2 222
1840 9 102
1850 21 019
1860 45 619
1870 79 577
1880 116 340
1890 205 876
1900 285 704
1910 465 766
1920 993 678
1930 1 568 662
1940 1 623 452
1950 1 849 568
1960 1 670 144
1970 1 514 063
1980 1 203 368
1990 1 027 974
2000 951 270
2010 713 777

2010 йылғы АҠШ халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәһе буйынса Детройтта 713 777 кеше йәшәй, һәм халыҡ иҫәбе буйынса ул АҠШ ҡалалары араһында 18-се урынды биләй[20].

Американың халыҡ һаны йылдан-йыл кәмей барған башҡа ҡалалары араһында Детройттың демографик хәле айырыуса хәүефле төҫ ала. 1950 йылдан алып Детройтта йәшәүселәр һаны кәмей бара, 2000 һәм 2010 йылдарҙығы халыҡ иҫәбе алыу араһында ул хатта 25%-ҡа кәмей[21]. Һуңғы 60 йыл эсендә бында халыҡ иҫәбе барлығы 1 135 791 кешегә, йәғни 61,4%-ҡа кәмегән, был һан буйынса ул Миссури штатындағы Сент-Луис ҡалаһынан ғына ҡалышып (62,7%), икенсе урынды биләй.

Буш булмаған өйҙәр тығыҙлығы шулай уҡ кәмегән – Детройтта барлығы 269 445 өйҙә (2010 йылға ҡарата) кемдер йәшәй. Демографик көрсөк арҡаһында йорттар, бизнес-үҙәктәр күпләп ташландыҡ, емереклек хәленә килә бара[22].

1940 йылдарҙың аҙағынан тере музыка Детройттың төнгө тормошона хас үҙенсәлеге булып тора. Ошо осорҙа Джон Ли Һукер һәм башҡа киң билдәле блюз йырсылары тыуған яҡтары Миссисипинан Детройт һымаҡ төньяҡ ҡалаларына дельта-блюз стилен килтерә. 1950-се йылдарҙа иһә ҡала джаз үҙәгенә әүерелә. Хәҙерге көндә лә йыл һайын джаз һөйөүселәр Детройт джаз фестиваленә йыйыла. 1958 йылда нигеҙләнгән Мотаун тауыш яҙҙырыу компанияһы (Motown, motor һәм town һүҙҙәренән ҡыҫҡартылып яһалған) ҡалаға Motown атамаһы аҫтында билдәлелек килтерә. 1976 йылда KISS рок төркөмө «Detroit Rock City» йырын сығарғандан һуң, Детройт йәнә лә Рок ҡалаһы тип атала башлай. 1990-сы йылдарҙа, 2000-се йылдар башында ҡалала хип-хоп йүнәлеше үҫешә башлай, ошонда Эминем үҙенең музыкаль карьераһын башлай. 1980-се йылдарҙа Детройтта техно стиле ярала. 2000 йылдан алып йыл һайын май аҙағында бында «Movement» исемендәге Детройт электрон музыка фестивале уҙғарыла.

Детройт – Төньяҡ Американың дүрт төп спорт төрөнөң дә командаһы булған АҠШ ҡалаларының береһе.

Команда исеме Спорт төрө Стадионы Нигеҙләнгән Еңеүҙәре
Детройт Лайонс (Детройт арыҫландары) Америка футболы Форд Филд 1930 4 (НФЛ)
Детройт Пистонс (Детройт оршендәре) Баскетбол Пэлас оф Оберн-Хиллс 1941 2 (НБЛ), 3 (НБА)
Детройт Ред Уингз (Детройт ҡыҙыл ҡанаттары) Хоккей Джо Луис Арена 1926 11
Детройт Тайгерс (Детройт юлбарыҫтары) Бейсбол Комерика Парк 1894 4

1935-1936 йылдарҙа Детройт «арыҫландары», «юлбарыҫтары» һәм «ҡанаттары» өс спорт төрөндә лә чемпион титулдары яулап, ҡалаға Чемпиондар ҡалаһы исемен килерә.[23]

1985-1987 йылдарҙа Детройт кеше үлтереү кимәле буйынса АҠШ ҡалалары араһында беренсе урында була.[24] Бөгөнгө көндә был күрһәткес буйынса ул Миссури штатындағы Сент-Луис ҡалаһынан ғына ҡалыша.[25]

Хэллоуин байрамына тиклемге төндө ҡалала Иблис төнө тип атайҙар, 1970-се йылдарҙан алып йыл һайын был төндә ташландыҡ йорттарҙы ҡыйратыу, уларға ут төртөү ғәҙәте нығынған. Күпселек осраҡта үртәүселәр бер нисек тә яуапҡа тарттырылмай ҡала. Иблис төнө 1994 йылда айырыуса аяуһыҙ үтә, һәм 1995 йылда ҡала етәкселеге быға яуап итеп октябрҙең 29-нан 31-нә тиклем Фәрештәләр төнө үткәреүгә башланғыс бирә. Хәҙерге көндә ҡала ирекмәндәре ошо төндәрҙә төрлө райондарҙа патрүллек итеп, шикле әүҙемлек һиҙелгән саҡтарҙа телефон йә радио-бәйләнеш аша хәбәр итә. 2010-се йылдарҙа Иблис төнөндә янғындар һаны кәмей төшә, әммә шул уҡ ваҡытта АҠШ бойондороҡһоҙлоғо байрамы төнөндә шундай уҡ ут төртөүҙәр һәм ҡыйратыуҙар осрағы йышая.[26]

Юғары уҡыу йорттары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Уэйн дәүләт университеты (ингл. Wayne State University)
  • Детройт шәфҡәт университеты (ингл. University of Detroit Mercy) – Иезуиттар ордены һәм Католик шәфҡәт туташтары ордены тарафынан финансланған Рим католик шәхси университеты.
  • Изге йөрәк семинарияһы (ингл. Sacred Heart Major Seminary) – Детройт архиепархияһы менән берлектә эшләгән католик университет.
  • Ижади фәндәр колледжы (ингл. College for Creative Studies)
  • Мэригров колледжы (ингл. Marygrove College)
  • Уэйн округы берләшмәһене колледжы (ингл. Wayne County Community College District)
  • Мичиган дәүләт остеопатик медицина университет колледжы (ингл. Michigan State University College of Osteopathic Medicine)
  1. Population and Household Estimates for Southeast Michigan (ингл.). Southeast Michigan Council of Governments (SEMCOG) (2013). Дата обращения: 11 февраль 2015.
  2. Lemke, Ashley (2015). "Great Lakes Rangifer and Paleoindians: Archaeological and Paleontological Caribou Remains from Michigan". PaleoAmerica. 1 (3): 277  (инг.)
  3. French Ontario in the 17th and 18th Centuries  (инг.)
  4. Jacqueline Peterson, Jennifer S. H. Brown, Many Roads to Red River. 2001 й., 69-сы бит  (инг.)
  5. 5,0 5,1 5,2 Woodford, Arthur M. This is Detroit 1701–2001. Wayne State University Press. 2001 й.  (инг.)
  6. Nolan, Jenny. Willow Run and the Arsenal of Democracy. Michigan History, The Detroit News. 28 ғинуар, 1997 й.
  7. The 1943 Detroit race riots – Michigan History, The Detroit News. 10 февраль, 1999 йыл  (инг.)
  8. Seelye, Katherine Q. "Detroit Population Down 25 Percent, Census Finds". The New York Times. 22 март, 2011 й.  (инг.)
  9. Sidney Fine, Violence in the Model City: The Cavanaugh Administration, Race Relations, and the Detroit Riot of 1967. 1989  (инг.)
  10. The Detroit News (инг.)
  11. "In largest-ever U.S. city bankruptcy, cuts coming for Detroit creditors, retirees". Reuters. December 3, 2013. 2014 йыл 7 март архивланған. (инг.)
  12. Thibodeau, Ian (4 февраль, 2016 йыл). "Windows at Michigan Central Station completed on time and budget". M Live  (инг.)
  13. "US Gazetteer files 2010". АҠШ халыҡ иҫәбен алыу бюроһы (инг.)
  14. "Detroit High Point". Peakbagger.com  (инг.)
  15. "GREAT LAKES, CONNECTING CHANNELS AND ST. LAWRENCE RIVER WATER LEVELS AND DEPTHS". United States Army Corp of Engineers – Detroit District.  (инг.)
  16. NOWData – NOAA Online Weather Data". National Oceanic and Atmospheric Administration  (инг.)
  17. Official World's 100 Tallest High Rise Buildings (Hotel Use). Emporis.com  (инг.)
  18. Sharoff, Robert. American City: Detroit Architecture. Wayne State University Press. 2005.  (инг.)
  19. Census of Population and Housing (недоступная ссылка — история). Census.gov. Дата обращения: 4 июнь 2015. Архивировано 22 апрель 2013 года.  (инг.)
  20. "2010 Census Interactive Population Search" 2012 йыл 25 май архивланған.. U.S. Census Bureau  (инг.)
  21. Seelye, Katherine Q. (22 март, 2011й.) "Detroit Population Down 25 Percent, Census Finds". The New York Times  (инг.)
  22. Binelli, Mark (9 ноябрь, 2012й.) "How Detroit Became the World Capital of Staring at Abandoned Old Buildings". The New York Times.  (инг.)
  23. Zacharias, Patricia (22 август, 2000 йыл). "Detroit, the City of Champions". Michigan History, The Detroit News.  (инг.)
  24. [ https://mediamatters.org/research/2015/07/07/conservative-media-link-chicagos-crime-wave-to/204285]  (инг.)
  25. "St. Louis Has the Highest Murder Rate in the Nation". 2019 йыл 10 ноябрь архивланған. Riverfront Times.  (инг.)
  26. Zev Chafets. Devil's Night and Other True Tales of Detroit. 1990 й.  (инг.)