Блюз

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Блюз
Йүнәлеше:

халыҡ музыкаһы, популяр музыка

Сығышы:

госпелс, спиричуэлс, холлерс,

Барлыҡҡа килгән урыны һәм ваҡыты:

АҠШ-тың көньяғы, көнбайышы

Таралған йылдары:

XX быуат башы

Эсендәге жанрҙар:

ауыл блюзы, дельта-блюз

Туғандаш жанрҙар:

кантри

Сығарылма жанрҙар:

джаз, буги-вуги, ритм-н-блюз, рок-н-ролл

Taj Mahal Blues Trio

Блюз (ингл. blue devils, моңланыу һәм ҡайғы[1]) — XIX быуат аҙағында АҠШ Көньяҡ-көнсығыш афроамерика йәмғиәтенең «Мамыҡ билбау» плантацияһынан сыҡҡан кешеләр араһында таралған музыка формаһы һәм музыка жанры. Донъя музыка мәҙәниәтенә афроамерикандар индергән иң әһәмиәтле өлөшө (рэгтайм һәм иртәнге джаз, хип-хоп һ.б. менән бер рәттән). Иң тәүҙә был терминды Джордж Колман бер актлы фарс "Blue Devils"та (1798) ҡулланған[2]. Блюзда «эшселәр йыры», холлер (баҫыуҙа эш ваҡытында ритмик ҡысҡырыу), спиричуэлс (христиандарҙың дини йырҙары), шант һәм балладалар (ҡыҫҡа шиғри мажара). Бдюздың өҫтөнлөклө музыка формаһы — 12-тактлы блюз квадраты, унда тәүге 4 такт йыш ҡына тоник гармонияла башҡарыла, 2-шәр — субдоминантала һәм тоникала һәм 2-шәр — доминантала һәм тоникала[3]. Блюзда метрик нигеҙ — 4/4. Йыш ҡына шаффл тип аталған пауза менән һигеҙенсе триолдәр ритмы ҡулланыла (метр — 12/8) Бөгөнгө көндә билдәле «поп», «джаз», «рок-н-ролл» «соул» музыка төрҙәренә йоғонтоһо ҙур. Йыш ҡына музыка «һорау — яуап» формаһында ҡорола, ул композицияның лирик тулыландырылыуында, шулай уҡ инструменттарҙың үҙ-ара әңгәмәһендә сағыла. Блюз тематикаһы − афроамерика халҡының тормошо, ауырлыҡтар, ҡаршылыҡтар.

Башланғысы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Блюз Америка континентында ҡол биләүселек дәүеренән, Африканан эш көстәренең күпләп килтерелеүенән башлана. Афроамерикандар ул ваҡытта, плантацияларҙа эшләүсе һәм хеҙмәтләндереүсе кешеләр булараҡ, иң бысраҡ һәм талымһыҙ эште башҡарғандар. Блюз барлыҡҡа килкүҙең ҙур этәргес көсө булып АҠШ-та 1863 йылда ҡоллоҡтоң бөтөрөлөүе тора. Миссисипи йылғаһының дельтаһы блюздың тыуған ере булып һанала. Эшселәр һәр кис һайын ял сәғәттәрендә негрҙар хеҙмәт йырҙарын иҫенә төшөрөп йырлаған. Блюзды башҡарыусылар ғүмерҙәре ахырынаса түбән эш хаҡы алып мөрхәтһенгән. Ил буйлап сәйәхәт тә иткәндәр. Ҡайһы саҡ йырсы булып та йөрөгәндәр, эш хаҡын ашамлыҡ менән алғандар. Шундай тормош блюз башҡарыусыһы өсөн типик булған: ауыр физик хеҙмәт һәм аҙ эш хаҡы. Әммә гитара гел янында булған һәм блюз төрлө ерҙә лә башҡарылған.

Термин үҙе 1912 йылда, Харт Уэнд «Dallas Blues» блюзын китап итеп сығарғанда, барлыҡҡа килгән. Ул матбуғатта сыҡҡан беренсе тулыһынса блюз композияһы булған[4].

«Oh, You Beautiful Doll» — Тин-Пэн-Элли композиторҙары эше бер йыл алда баҫылып сыҡҡан, әммә уның тик беренсе куплеты ғына 12-тактлы блюз форматында була. Шул уҡ 1912 йылда үҙенең исенедә «блюз» һүҙе булған тағы ике йыр сыға: «Baby Seals Blues» (август 1912; Артур Силз яҙған водевилле номер) һәм «The Memphis Blues» (сентябрь 1912; Уильям Хэнди яҙған)[5][6]. Ләкин уларҙың береһе лә ысын блюз булмай[7]. Йыр ижад итеүҙең аныҡ датаһы билдәһеҙ, әммә «Dallas Blues» 1909 йылдан да һуңыраҡ яҙылмаған тигән раҫлпуҙар бар[8].

Традицион блюз шулай уҡ архаик тип атала һәм аккомпанементһыҙ башҡарыла. Иң билдәле блюз башҡарыусылары булып Блайнд Лемон Джефферсон һәм Хадди «Ледбелли» Ледбеттер һанала.

Классик блюз[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1920-се йылдарҙа, блюзды башҡарыусы ансамблдәр барлыҡҡа килеү менән, классик блюз формалашып бөтә. Ошо ваҡытта ул шоу-бизнес төрөнә әйләнеп китә. Унда афроамерикалар музыкаһынан мираҫҡа алған үҙенсәлектәр раҫлана һәм 12 тактлы форма һәм гармониялы оҙатыу аныҡ билдәләнә. Был осорҙа блюз әкренләп Африка геттоларынан сыға һәм шоу-бизнес формаһына күсә. Был осорҙа блюз йырлаған йырсылар менән мауығыу айырыуса иғтибарға лайыҡ ине. Блюзды башҡарыусы ҡатын-ҡыҙҙар билдәлелек яулай башлай. Мэми Смит грампластинкаға "Crazy Blues"ын яҙҙырта. Киләһе 12 йыл дауамында блюз үҫешә.

Был осорҙа, «модалы» блюз башҡарыусылар араһында Ма Рэйниҙы (Ма Rainey) айырып әйтергә була, ул эшмәкәрлеген 1935 йылда тамамлай; тәнҡитселәр тарафынан блюз дәүеренең маяғы тип аталған Бэсси Смит (Bessie Smith). Башҡарыусылары һәм музыкаһынан тыш тамашасы блюзды яратҡан, уның тарҡалыуы 30-сы йылдарға тап килә. Һуңғы тапҡыр ул 1933 йылда яҙыла, ләкин, Д. Л. Коллиер раҫлауы буйынса, «был үткәндәргә эйәреү генә» була. Ҡатын-ҡыҙҙар классик блюзының тарҡалыуы 30-сы йылдарға тура килә.

Ҙур популярлыҡ менән Джимми Рашинг таныла, ул 1935 йылдан алып 1948 йылға тиклем Каунт Бейси]] (Count Basie) оркестрының төп вокалсыһы була. Традицион блюздың легендар фигураһы булып Роберт Джонсон (Robert Johnson), гитарасы һәм йырсы тора, ул 27 йәшендә генә вафат була, әммә 1920 йылдар аҙағында — 1930 йылдар башында утыҙға яҡын йыр яҙырға өлгөрә, шул иҫәптән «Cross Road Blues», һуңғы быуын блюз башҡарыусыларының программаларында мәжбүри тирелек номер. Ҡайһы бер: «Walkin’ Blues» («Гуляющий Блюз»), «Cross Road Blues» («Блюз Перекрёстка»), «If I Had Possession Over Judgement Day» («Владей я чем-то во время Судного дня») йырҙарында — Джонсон Элвис Пресли йәки Боб Диландың беренсе төркөмдәре кеүек үк, хатта уларҙан да ҡеүәтлерәк, ысын рок-н-ролл бэнды кеүек яңғырай. Р. Джонсон ижады Джонсон блюздары темаһын үҙ репертуарҙарында ҡулланған Мик Джаггер һәм бигерәк тә Эрик Клэптон кеүек рок грандтарының башҡарыу манераларының барлыҡҡа килеүенә ныҡ йоғонто яһай. Был ваҡыттағы башҡа күренекле башҡарыусылар араһында Чарли Паттонды (Charley Patton), Джон Слипи Истизды (John Sleepy Estes), Биг Билл Брунзины (Big Bill Broonzy) атарға мөмкин.

Ритм-н-блюз[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ритм-н-блюз һуғыш йылдарында килеп сыға. Ул замандағы иң билдәле башҡарыусылары Джо Тёрнер (Joe Turner) һәм Джимми Рашинг (Jimmy Rushing) була. Электрификация һәм яңы техниканы ҡулланыу менән бәйле, 40-сы йылдрҙа электрогитара, электроорган, һуңғараҡ бас-гитара ла әүҙем ҡулланышҡа инә. Микрофон ярҙамында йырсының һәм һуҡма инструменттарҙың тауышы көсәйә. Шулай итеп, 4 кешелек заманса техника ҡулланған ансамблдәр 18 кешенән торған ҙур ансамблдәрҙе сәхнәнән ҡыуа. Ритм-энд-блюз бәләкәй кафе, барҙарҙа үҙләшә. «Ритм-энд-блюз» термины менән музыка белгестәре «Race Music» (раса музыкаһы) терминын алмаштыра.

Британия блюзы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1960 йылдарҙа Бөйөк Британияла Америка блюзы һәм рок-н-ролл яҙмалары йоғонтоһо аҫтында бер-бер артлы урындағы блюз башҡарыусылар барлыҡҡа килә, улар Британия баҫып инеүе ваҡытында Америка чарттарына эләгә һәм донъяла билдәлелек ала, улар иҫәбендә The Rolling Stones, The Yardbirds (һуңғараҡ Эрик Клэптон, Cream, Led Zeppelin). Джими Хендрикс шулай уҡ үҙ карьераһын Британияла башлай. Был башҡарыусыларҙың музыкаһы хәҙерге рок-музыкаға йоғонто яһай, айырым алғанда, туранан-тура йоғонто яһаған музыканы, блюз-рок тип атайҙар.[9]

Блюз Рәсәйҙә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алексей Калачёв әйтеүенсә, Рәсәй (совет осоро) блюзының үҫеше 3 этапҡа бүленә. Беренсе этабында Көнбайыш рок төркөмдәренең блюз-рок башҡарғанын тыңлап, танышалар (Led Zeppelin, Элвин Ли, Джонни Винтер һ.б.). Ул ваҡыттағы иң яҡшы блюзмен булып Алексей Белов һанала, ул 1969 йылда «Уңышлы ҡаҙаныш» төркөмөн төҙөй. Был төркөмдөң музыкаһы Америка блюзына оҡшаш була. Шулай итеп, блюздың килеп сығыуы 1960-1970-се йй. тап килә[10].

Икенсе этап 80-се йылдар менән бәйле. Блюзды башҡарыусылар һәм һөйөүселәр күбәйә. Ул ваҡыттағы иң билдәле башҡарыусылар «Блюз Лигаһы» һәм Сергей Воронов.

Өсөнсө этап клубтарҙың барлыҡҡа килеүе менән бәйле.

Блюзды башҡарған музыканттар рәтенә Mishouris Blues Band, Доктор Аграновский, Евгений Маргулис, Blues-әңгәмәләш, Blackmailers, Леван Ломидзе, Double Whisky, Гинденбург-Блюз, Blues Doctors, Black Jack Band, Boogie Street, Backstage, Антон «Блюзный» Игнатенко — Street Blues Band һ.б. индерергә була.

Музыканттар блюз фестивалендә

Йоғонтоһо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Блюз йоғонтоһо аҫтында шиғриәттә (Л. Хьюз, Дж. Керуак), әҙәбиәттә (Дж. Болдуин, С. Фицджеральд), театрҙа (Ю. О’Нил, Т. Уильямс) һәм сәнғәттең башҡа төрҙәрендә «блюзлы» тип аталған йүнәлеш барлыҡҡа килә[11].

Джаз, рок-н-ролл, хэви-метал, хип-хоп, регги, кантри һәм поп-музыка кеүек үк, блюзға ла «шайтан музыкаһы» булыуҙа, һәм көс ҡулланыуға һәм башҡа девиант тәртикә ҡотҡо һалыуҙа ғәйепләнә[12]. XX быуат башында блюзды тыңлау хурлыҡлы иҫәпләнгән, өҫтәүенә аҡ аудитория блюзды тик 1920 йылдар дауамында тыңлай башлай[13].

Терминология[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Блюз төшөнсәләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Блюз ноталары (ингл. blue notes) — натураль мажорҙың тауыштар рәтендә түбәнәйтелгән III, V һәм VII баҫҡыстары[14].
  • Блюз яңғырашы, 2-шәр — субдоминанта һәм тоникала һәм по 2-шәр — доминанта һәм тоникала.
  • Блюз хисе (ингл. blue feeling) — блюз башҡарыуҙа йәки тыңлауҙа музыканттың йәки тыңлаусының үҙенсәлекле эмоциональ-психологик торошо.
  • Блюзтауыштар рәте (blue scale) — блюз мажор йәки минор гаммаһында билдәле төҙөүсе ноталар.
  • Блюз һуғыуы (ингл. blue blowing) — тын инструменттарҙа уйнау ысулы, тон бейеклеге даими түгел, лабиль, ә тембр үҙенсәлекле «блюз» төҫмөрлөгөнә эйә.

Төрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Түбәндәге төрҙәрҙе айыралар[11]:

  1. халыҡ йолаларына йәки композитор ижадына ҡараған осраҡта — «беренсел» һәм «икенсел» тип аталған блюздар;
  2. йөкмәткеһе буйынса — драматик һәм лирик блюз;
  3. башҡарыу манераһы буйынса — шаут-блюз (декламациялы, «ҡысҡырыу» манераһына нигеҙләнгән) һәм мелодик блюз (күберәк көй кантиленалылығы менән айырыла);
  4. башҡарыу саралары буйынса — вокаль, вокально-инструменталь, инструменталь; комбо-блюз (бәләкәй ансамблдәр тарафынан башҡарыла) һәм биг-бэнд-блюз (ҙур джаз оркестрҙары тарафынан башҡарыла);
  5. аутентиклығы кимәле буйынса — аутентик блюз һәм псевдо- йәки квазиблюз уларҙың төрҙәре менән (тин-пэн-элли-блюз, бродвей блюзы, свит-блюз; быға шулай уҡ «блюз рухында» ҡайһы бер, мәҫәлән, Равель, Мийо, Гершвин, Копленд, Онеггер, Мартину, Шульхофф кеүек композиторҙар тарафынан төҙөлгән әҫәрҙәр инә); Джордж Гершвиндың блюз стилендә билдәе әҫәре булып «Три прелюдии для фортепиано» тора;
  6. тарихи төрҙәре буйынса — архаик, йәки ауыл блюзы (яҡынса 1850—1890), класск, йәки ҡала блюзы (яҡынса 1900—1935), заманса, йәки постклассик блюз (уның башҡа исемдәре — эклектик блюз, софистикэйтед-блюз, модерн-блюз, свинг стилендәге блюз (blues in swing; яҡынса 1930 йылдан). Джазда блюздың жанр һәм стиль модификацялары иҫәбенә, айырым алғанда, джиг-пиано-блюз, баррел-хаус-блюз, буги-вуги; ритм-энд-блюз, фанки, соул, джаз-рок ҡарай.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Дубинец, 2005, с. 616
  2. Retrieved October 15, 2010. The «Trésor de la Langue Française informatisé» provides this etymology to the word blues and George Colman’s farce as the first appearance of this term in the English language, see «Blues». Centre Nationale de Ressources Textuelles et Lixicales. (фр.)(недоступная ссылка)
  3. Kernfeld, Barry, ed. (2007). Blues progression // The New Grove Dictionary of Jazz;. 2nd Edition. Oxford, UK: Oxford University Press.
  4. Duncan, Blues Fiddling Classics, page 30: «This tune was the first 12-bar blues to be published (March 1912). It was written by violinist/band leader Hart Wand from Oklahoma»
  5. Davis, The History of the Blues, page 59: "But in a sense, the very first blues was the twelve-bar opening verse to the pop song "Oh, You Beautiful Doll, « which was published in 1911»
  6. Davis, The History of the Blues, page 59: "The composer of the very first copyright «blues» was Hart Wand, a white Oklahoma violinist and bandleader whose «Dallas Blues» was so named because its melody gave a black porter who worked for Wand’s family «the blues to go back to Dallas.» This was followed a few months later by «Bably Seal Blues», a negligible item by the black vaudeville performer Arthur"Baby" Seals and ragtime pianist Arthur Matthews."
  7. Charters, The Country Blues, pages 34-35: "The first was Hart Wand’s "Dallas Blues, " published in March; the second was Arthur Seals’s "Bab Seals' Blues, " published in August; Handy finally brought out his blues in September. Both Handy and Arthur Seals were Negroes, but the music that they titled "blues is more or less derived from the standard popular musical styles of the «coon-song» and «cake-walk» type. It is ironic the first published piece in the Negro "blues idiom, «Dallas Blues,' was by a white man, Hart Wand»
  8. Charters, The Country Blues, page 35.
  9. John Covach, Andrew Flory. What's That Sound? An Introduction to Rock and Its History. — 2012. — ISBN 978-0393912043.
  10. 2007 йыл 11 октябрь [https://web.archive.org/web/20071011092417/http://blues.ru/stuff/kalach.htm архивланған. Алексей Калачев. Приключения блюза
  11. 11,0 11,1 «Блюз» // Рок-энциклопедия Кирилла и Мефодия (В. Озеров)
  12. Curiel, Jonathan. Muslim Roots of the Blues, SFGate. 24 август 2005 тикшерелгән. 2005 йыл 5 сентябрь архивланған.
  13. Garofalo, Reebee. Rockin' Out: Popular Music in the USA (билдәһеҙ). — Allyn & Bacon (инг.)баш., 1997. — С. 27. — ISBN 978-0-205-13703-9.
  14. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; blusovy-lad төшөрмәләре өсөн текст юҡ

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Блюз // Музыкальная энциклопедия. — М.: Советская энциклопедия, 1973. — Т. 1. — С. 495—496. — 1072 с.
  • Блюз / Дубинец Е. А. // «Банкетная кампания» 1904 — Большой Иргиз. — М. : Большая российская энциклопедия, 2005. — С. 616. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 3). — ISBN 5-85270-331-1.
  • Jones, LeRoi. Blues people : Negro music in white America. — N. Y. : William Morrow and Company, 1963. — 244 p. — ISBN 0-688-18474-X.
  • Jones, LeRoi. Blues people: Negro music in white America. — Harper Collins, 1999.
  • Murray, Albert. Stomping the blues. Vol. 362. Da Capo Pr, 1976.
  • Seligman, Martin EP. Boomer blues. // Psychology Today 22.10 (1988): 50-55.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]