Джаз

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Джаз
Йүнәлеше:

Джаз

Сығышы:

Блюз һәм негрҙарҙың башҡа халыҡ музыкаһы

Барлыҡҡа килгән урыны һәм ваҡыты:

1910-сы, Яңы Орлеан

Таралған йылдары:

1930- сы йылдар

Эсендәге жанрҙар:

Авангард джаз - әрмән джаз - Бибоп - Диксиленд - Классик джаз - Кул - Латин америкаһы джазы - Афро-куба джазы - Свинг - Смус-джаз - Соул-джаз - Фри-джаз - Фьюжн - Хард-боп - сиған джазы - M-Base - Third Stream

Джаз (ингл. jazz) — XIX быуат аҙағы — XX быуат башында АҠШ-та Африка һәм Европа сәнғәте синтезы нәтижәһендә барлыҡҡа килгән, һуңғараҡ бөтә донъяға таралған музыка сәнғәте. Импровизация, синкоп үткер ритмына нигеҙләнгән свинг башҡарыу алымдары — тәүҙә үк джаз музыкаль теленә хас билдәләр булды. Джаздың артабанғы үҫеше музыкант һәм композиторҙарҙың яңы ритм һәм гармония моделдәрен үҙләштереүе менән бергә барҙы.

Джаз тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Джаз төрлө халыҡтың бер нисә музыка мәҙәниәте һәм милли традициялары ҡушылыуынан барлыҡҡа килә. Иң тәүҙә Африка ерҙәрендә башланған. Африка музыкаһы өсөн ҡатмарлы ритм, етеҙ тыпырҙап, ҡул сабып тороу хас. Ошо нигеҙҙә XIX быуат аҙағында регтайм тигән музыкаль жанр барлыҡҡа килә. Һуңынан, регтайм ритмдары блюз ритмдары менән джаз тигән яңы йүнәлешкә башланғыс бирә.

Джаз үҫеше блюз менән бәйләнгән. Джаз XIX быуатта Африка ритмдары һәм Европа гармонияһы ҡушылыуҙан барлыҡҡа килә, шулай ҙа джаздың сығанағын Яңы донъяға Африканан ҡолдар килтерә башлаған мәлдән һанарға кәрәк. Ҡолдар төрлө ырыуҙан була, ғәҙәттә бер-береһен аңламайҙар ҙа. Консолидация зарурлығы төрлө мәҙәниәтте берләштереүгә килтерә, һөҙөмтәлә афроамериканлыларҙың яңы мәҙәниәте (шул иҫәптән, музыкаль) барлыҡҡа килә. Африка һәм Европа музыка мәҙәниәте (Европа мәҙәниәте ул ваҡытта Яңы донъяла ныҡ үҙгәргән була) XVIII быуатта башлана, XIX быуатта «протоджаз» тигән ағым барлыҡҡа килә, һуңынан хәҙерге заман төшөнсәһендәге джаз барлыҡҡа килә.

Яңы Орлеан джазы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Яңы Орлеан» джазы, йәки «ғәҙәти» джаз тип 1900 һәм 1917 йылдарҙа Яңы Орлеандағы джаз музыканттарының башҡарыу стилен әйтәләр. Шулай уҡ был стилгә 1917 йылдан 20 быуат дауамында Чикагола уйнаған һәм пластинкалар яҙҙырған джаз музыкаһы инә. Был дәүер тарихи осор музыкаһы тураһында яҙғанда, «Джаз эпохаһы» тип телгә алына.

АҠШ-та ХХ быуаттың беренсе сирегендә джаз үҫеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Bolden band (1905) джаз ансамбле
Джордж Гершвин, иң билдәле «аҡ» джаз композиторҙарының береһе

1910—1920 йылдарҙа Яңы Орлеан күңел асыу кварталы ябылғас, джаз региональ фольклор жанрынан АҠШ-тың төньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыш провинцияларында таралған дөйөм милли музыкаль йүнәлеш формаһын ала. Яңы Орлеан күңел асыу кварталынан башҡа джаз Сент-Луис, Канзас-Сити и Мемфис ҡалаларында башҡарыла. Мемфиста XIX быуатта рэгтайм барлыҡҡа килә, һуңынан 18901903 йылдар осоронда бөтә Төньяҡ Америка континентына тарала. Бөтә континентҡа таралған сыбар мозаикалы афроамерика фольклоры джаз килеүенә ерлек әҙерләй. Яңы Орлеанда квартал ябылғанға тиклем музыканттар “водевиль” төркөмдәре менән гостролдәргә сығыр булған. Музыкант Джелли Ролл Мортон 1904 йылда даими рәүештә Алабама, Флорида, Техас штаттарында сығыш яһый. 1914 йылда Чикагола сығыш яһарға контракт төҙөй.

Хәҙерге заманда джаз[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөгөнгө музыка донъяһы климат, география кеүек күп төрлө, быны сәйәхәт иткән саҡта аңлап була. Шулай ҙа бөгөн беҙ күп һанлы донъя мәҙәниәтенең ҡушылғанын күҙәтәбеҙ, көндән-көн «бөтә донъя музыкаһы» (world music) барлыҡҡа килгән көнгә яҡынлашабыҙ. Бөгөнгө джазға донъяның төрлө тарафтарынан үтеп ингән тауыштар йоғонто яһай. Фриджаз авангардисы-саксофонсыһы Кен Вандермарк, замандаштары саксофонсы Мэтс Густафссон, Эван Паркер һәм Питер Броцманн музыкаһы миҫалында Европа экспериментализмы йоғонтоһо һиҙелә.

Был тәңгәлдә үҙенең йүнәлешен эҙләүселәр иҫәбендә: Джеки Террассон, Бенни Грин һәм Брэйд Мелдоа, саксофонсылар Джошуа Редман һәм Дэвид Санчес, барабансылар Джефф Уоттс һәм Билли Стюарт.

Уинтон Марсали үҙенең ярҙамсылары менән етәкләгән бәләкәй төркөм, шулай уҡ Линкольн Үҙәге Джаз-Оркестры сығыштарында элекке музыка йолаларын һаҡлауы һиҙелә. Уның етәкселегендә күп һанлы музыканттар үҫеп сыҡты, улар араһында: пианиносылар Маркус Робертс һәм Эрик Рид, саксофонсы Уэс «Warmdaddy» Эндерсон, торбала уйнаусы Маркус Принтуп һәм вибрафонсы Стефан Харрис. Басист Дейв Холланд шулай уҡ йәш таланттарҙы асыусы булып тора.

Бөгөнгө көндә джаз, музыка йүнәлеше булараҡ, үҫеү өсөн ҙур мөмкинлектәргә эйә, сөнки йәш таланттарҙың төрлө джаз йүнәлешендәге ағымдары берләшә. Мәҫәлән, швед коллективы Movits! ижадында свинг менән хип-хопты ҡушып башҡара. Саксофонсы Крис Поттер үҙ исеме аҫтында мэйнстрим релиз яҙҙыра, шул уҡ ваҡытта икенсе бөйөк авангард барабансы Пол Мотиан менән башҡа йүнәлештә эшләй. Шулай уҡ төрлө джаз донъяларына ҡараған билдәле джазлылар бер байраҡ аҫтында сығыш яһай алалар, мәҫәлән, Элвин Джонс, саксофонсы Дьюя Редман һәм пианиносы Сесил Тэйлор яҙмаһындағы кеүек.

Джесси Бэйлин 2000-се йылдарҙа бер нисә уңышлы музыкаль альбом сығарҙы.[1]

Мәҙәниәттә сағылышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кинематограф

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]


  • Л. Б. Переверзев. «Приношение Эллингтону» и другие тексты о джазе / Под ред. К. В. Мошкова. СПб.: Лань, Планета музыки, 2011. 512 с., ил., Серия «Мир культуры, истории и философии», 1500 экз., ISBN 978-5-8114-1229-7, ISBN 978-5-91938-031-3
  • Г. Леонард. Джаз / Пер. с англ. Т. Новикова. — М.: Эксмо, 2012. — 304 с., ил., 3000 экз., ISBN 978-5-699-53706-8
  • Ю. Т. Верменич. Мои друзья — джазфэны
  • |Ю. Верменич. Джаз. История. Стили. Мастера. СПб.: Лань, Планета музыки, 2007. ISBN 978-5-8114-0768-2
  • Российский джаз. В 2 т. СПб.: Лань, Планета музыки, 2013. — 1152 с.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Л. Б. Переверзев . «Приношение Эллингтону» и другие тексты о джазе / Под ред. К. В. Мошкова. СПб.: Лань, Планета музыки, 2011. 512 с., ил., Серия «Мир культуры, истории и философии», 1500 экз., ISBN 978-5-8114-1229-7, ISBN 978-5-91938-031-3
  • Г. Леонард. Джаз / Пер. с англ. Т. Новикова. — М.: Эксмо, 2012. — 304 с., ил., 3000 экз., ISBN 978-5-699-53706-8
  • Ю. Т. Верменич. Мои друзья — джазфэны
  • Ю. Верменич. Джаз. История. Стили. Мастера. СПб.: Лань, Планета музыки, 2007. ISBN 978-5-8114-0768-2
  • Российский джаз. В 2 т. СПб.: Лань, Планета музыки, 2013. — 1152 с.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Джаз Open Directory Project (dmoz) һылтанмалар каталогында.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]