Гурон
| Озеро | |
| Гурон | |
|---|---|
| ингл. lake Huron | |
| Морфометрия | |
| Абсолют бейеклеге | 177 м |
| Үлсәме | 332 × 245 км |
| Майҙаны | 59 600 км² |
| Күләме | 3538 км³ |
| Яр һыҙаты | 6159 км |
| Иң тәрән урыны | 229 м |
| Уртаса тәрәнләк | 59 м |
| Бассейн | |
| Площадь бассейна | 134 100 км² |
| Впадающая река | Сент-Мэрис |
| Урынлашыуы | |
| 44°45′ т. к. 82°25′ кб. о._type:waterbody HGЯO | |
Гуро́н (ингл. Lake Huron) — Канада һәм АҠШ сигендәге күл, Бөйөк күлдәрҙең береһе.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Майҙаны — яҡынса 59 600 км²[1]. Ҙурлығы буйынса донъяла 4-се урынды биләй. Бөйөк күлдәр араһында майҙаны буйынса икенсе урында (Үрге күлдән һуң). Диңгеҙ кимәленән бейеклеге яҡынса 176 м, максималь тәрәнлеге — 229 м.
Мичиган күле менән Макино боғаҙы аша, Үрге һәм Эри күлдәре менән йылғалар аша тоташҡан.
Күлдә бихисап утрауҙар, улар араһындағы Манитулин утрауы — донъялағы иң ҙур күл утрауы булып тора. Иң ҙур ҡултыҡтары — Джорджиан-Бей һәм Сагино.
Гурон күле АҠШ-тың Мичиган штаты һәм Канаданың Онтарио провинцияһы яр буйҙарын йыуа. Төп порттар — Сагино, Бей-Сити, Алпина (барыһы ла — АҠШ) һәм Сарния (Канада).
Күлдең атамаһы индеецтарҙың гурон ҡәбиләһе исеменән барлыҡҡа килгән.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Great Lakes: Basic Information: Physical Facts. U.S. Government (25 май 2011). Дата обращения: 9 ноябрь 2011. Архивировано 31 май 2012 года.
| Был Канада тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |
| Был Америка Ҡушма Штаттары географияһы буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |