Эри (күл)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Эри
ингл. Erie, франц. Érié
42°09′38″ с. ш. 81°16′23″ з. д.HGЯO
Эри Бөйөк күлдәр системаһында
Эри Бөйөк күлдәр системаһында
Илдәр Америка Ҡушма Штаттары АҠШ
Канада Канада
Диңгеҙ кимәленән бейеклеге 174 м
Оҙонлоғо 338 км
Киңлеге 92 км
Майҙаны 25 700 км²
Күләме 480 км³
Яр һыҙығы оҙонлоғо 1370 км
Иң ҙур тәрәнлек 64 м
Уртаса тәрәнлек 19 м
Минерализация тибы Сөсө
Ҡойоусы йылға Детройт
Ағып сығыусы йылға Ниагара
Эри (күл) (Канада Онтарио)
Blue pog.svg
Эри
Эри (күл) (АҠШ)
Blue pog.svg
Эри
Commons-logo.svg Эри Викимилекта Викимилектә

Э́ри (ингл. Erie [ˈɪri], франц. Érié) — Канада һәм АҠШ сигендәге күл, Бөйөк күлдәрҙең береһе.

География[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Атамаһы индеецтарҙың эри йәки эриелхонан[1] ҡәбиләһе исеменән барлыҡҡа килгән.

Майҙаны — 25 700 км². Ҙурлығы буйынса донъяла 11-се, ә АҠШ-та — 4-се урынды биләй. Эри күле көнбайыш-көньяҡ-көнбайыштан көнсығыш-төньяҡ-көнсығышҡа табан 388 км-ға һуҙылған. Киңлеге 92 км-ға тиклем. Уртаса тәрәнлеге — 19 м, максималь тәрәнлеге — 64 м. Диңгеҙ кимәленең бейеклеге +173,8 м.

Эри күле АҠШ-тың Мичиган, Огайо, Пенсильвания һәм Нью-Йорк штаттарының һәм Канаданың Онтарио провинцияһының яр буйҙарын йыуа.

Көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә бихисап утрауҙар бар. Һыу температураһы Многочҡышын 0—2 °C-тан йәйен 24 °C-ҡа тиклем үҙгәрә. Яр буйы өлөшө декабрҙән март-апрелгә ҡәҙәр туңа.

Күлгә Детройт, Гранд, Рейзин, Гурон, Моми, Сандаски, Куяхога йылғалары ҡоя. Күлдән ағып сығыусы Ниагара йылғаһы аша Эри күле Онтарио күле менән тоташа.

Эри күле яр буйында Буффало, Эри, Толидо, Порт-Стенли, Монро, Кливленд ҡалалары урынлашҡан.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Эриелхонан — һүҙмә һүҙ тәржемәһе «оҙон ҡойроҡ», пуманың атамаһы

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]