Үрге күл

Координаты: пропущена долгота
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Үрге күл
ингл. Lake Superior, фр. lac Supérieur
Координаты: пропущена долгота
Үрге күл Бөйөк күлдәр системаһында
Үрге күл Бөйөк күлдәр системаһында
Страны
Диңгеҙ кимәленән бейеклеге183 м
Оҙонлоғо563 км
Киңлеге257 км
Майҙаны82 700 км²
Күләме12 000 км³
Яр һыҙығы оҙонлоғо4385 км
Иң ҙур тәрәнлек406 м
Уртаса тәрәнлек147 м
Минерализация тибысөсө 
Һыу йыйыу майҙаны127 700 км²
Ҡойоусы йылғаНипигон
Ағып сығыусы йылғаСент-Мэрис
Канада Онтарио
Commons-logo.svg Үрге күл Викимилектә
Үрге күл

Үрге күл (ингл. Lake Superior, франц. lac Supérieur) — Канада һәм АҠШ сигендәге күл, Бөйөк күлдәрҙең береһе.

География[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Майҙаны — 82,7 мең км². Майҙаны буйынса донъялағы иң ҙур сөсө күл[1] Диңгеҙ кимәленән бейеклеге 183 м. Максималь тәрәнлеге — 406 м, күләме — 11,6 мең км³. Яр буйы ныҡ йырғыланған, иң ҙур ҡултыҡтары — Кивино, Уайтфиш. Иң ҙур утрауҙары: Айл-Ройал, Мадлен, Мишипикотен һәм Апосл утрауҙары. Төньяҡта ярҙары бейек (400 метрға тиклем) һәм ҡаялы, ә көньяҡта — башлыса уйһыулы һәм ҡомло[1].

Күл майҙаны менән бергә бассейнының майҙаны 207,2 мең км² тәшкил итә. Күлдең ҙур ҡушылдыҡтары юҡ. Күлдән сыҡҡан Сент-Мэрис йылғаһы аша Гурон менән тоташа. Күлдәге һыу һалҡын һәм үтә күренмәле. Яр буйы зонаһы уртаса декабрь башынан апрель аҙағына ҡәҙәр боҙ менән ҡапланған[2].

Үрге күл АҠШ-тың Миннесота, Висконсин һәм Мичиган штаттарының һәм Канаданың Онтарио провинцияһының яр буйҙарын йыуа.

Төп порттары: Дулут, Сьюпириор, Ашленд (барыһы ла — АҠШ), Тандер-Бей (Канада)[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Верхнее озеро — Хәҙерге заман географик атамалар һүҙлеге / Акад. В. М. Котляков редакцияһы. — Электрон баҫма. — Екатеринбург: У-Фактория, 2006  (рус.)
  2. 2,0 2,1 Верхнее озеро — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]