АҠШ-тағы граждандар һуғышы
АҠШ-та граждандар һуғышы | |||
Дата |
12 апрель 1861 — 10 май 1865 | ||
---|---|---|---|
Урыны |
Америка Конфедератив Штаттары (көньяҡ территориялар); 1863 йылда — төньяҡ территорияларҙа | ||
Сәбәбе |
Көньяҡ ҡол биләүсе штаттарының айырылыуы | ||
Нәтижә |
АҠШ-тың еңеүе; Көньяҡты Реконструкциялау; Ҡоллоҡто ғәмәлдән сығарыу | ||
Ҡаршы тороусылар | |||
| |||
Командирҙар | |||
| |||
Ҡаршы тороусы көстәр | |||
| |||
Юғалтыуҙар | |||
| |||
Дөйөм юғалтыуҙар | |||
| |||
| |||
АҠШ-тағы граждандар һуғышы Викимилектә | |||
АҠШ-та граждандар һуғышы (Төньяҡ һәм Көньяҡтың һуғышы; ингл. American Civil War) — 1861—1865 йылдарҙа Төньяҡтың 20 ҡол биләмәгән штаттарының һәм 4 ҡол биләүсе штаттарының берләшмәһе менән Көньяҡтың 11 ҡол биләүсе штаттарының берләшмәһе араһында барған граждандар һуғышы.
Һуғыш хәрәкәттәре 1861 йылдың 12 апрелендә Самтер форты өсөн алыш менән башлана һәм Стенд Уэйти етәкселегендәге көньяҡ ғәскәрҙәре ҡалдыҡтарының 1865 йылдың 23 июнендә бирелеүе менән тамамлана. Һуғыш барышында яҡынса ике меңләгән алыш була. Был һуғышта башҡа АҠШ ҡатнашҡан һуғыштарға ҡарағанда АҠШ граждандары күберәк үлә.
Сәбәбтәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XIX быуаттың беренсе яртыһында АҠШ-та аграр ҡол биләүсе Көньяҡ һәм сәнәғәтле Төньяҡ айырым иҡтисади төбәктәр һымаҡ булғандар. Төньяҡта машиналар эшләүсе, металл эшкәртеүсе һәм еңел сәнәғәт предприятиелары тупланған. Бында фабрикаларҙа, заводтарҙа һәм башҡа предприятиеларҙа эшләүсе төп көс булып төрлө илдәрҙән килгән күп һанлы иммигранттар торған. Төньяҡта эш ҡулдары етерлек булған, демографик хәл тотороҡло һәм йәшәү кимәле сағыштырмаса юғары булған. Көньяҡта хәл башҡаса барған. Бында АҠШ Мексика менән һуғыштар алып барып байтаҡ ерҙәр яулап алған. Был ерҙәрҙә плантаторҙар төпләнгән. Көньяҡта тупраҡ уңдырышлы, ер эшкәртеү өсөн уңайлы климат булғанға күрә был яҡ аграр төбәккә әүерелә. Бында табак, шәкәр кукурузы, мамыҡ һәм дөгө культураларын үҫтергәндәр. Әммә Көньяҡта эшсе ҡулдары етешмәгән, шунлыҡтан бында XVII быуаттан алып Африканан негр-ҡолдар килтерелгән.
Иң киҫкен мәсьәләләрҙән артабанғыларҙы айырып атарға мөмкин:
- Индерелеүсе тауарҙарға һалымдар[1].
- Ҡоллоҡ тирәһендә мәсьәләләр.
- Ваҡиғалар үҙгәреп торған: АҠШ яңы территориялар ҡушҡан һәм уларҙа барлыҡҡа килгән һәр бер штаттарҙың конституциялары буйынса һорауҙар тыуған, тәү сиратта — штат ирекле йәки ҡол биләүсе булғанлығы. Бөтә яңы штаттарҙың ирекле булыуы тураһында иғлан иткән Авраам Линкольндың властҡа килеүе, көньяҡ штаттарын киләсәктә аҙсылыҡта ҡалырға һәм Конгреста конфликт һорауҙары буйынса Төньяҡҡа еңелеү перспективаһын аңлатҡан.
Союздың тарҡалыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡол биләүселеккә ҡаршы булған сәйәси һәм ижтимағи ойошмалар 1854 йылда Республикасылар партияһын төҙөйҙәр. 1860 йылда Республикасылар партияһынан кандидат Авраам Линкольндың президент һайлауҙарында еңеүе ҡол биләүселәргә ҡурҡыныс белдереүсе сигнал булып торған. 1860 йылдың декабрендә Көньяҡ Каролина штаты АҠШ составынан сығыуы тураһында белдерә, уның артынан Миссисипи, Флорида, Алабама, Джорджия, Луизиана штаттары был ҡарарға киләләр. 1861 йылдың 4 февралендә ошо алты штат Америка Конфедератив Штаттарына берләшә һәм уның Конституцияһын ҡабул итә. Һуңыраҡ конфедерацияға Техас, Виргиния, Арканзас, Теннесси һәм Төньяҡ Каролина ҡушыла.
Америка Конфедератив Штаттары президенты итеп Джефферсон Дэвис һайлана. Конфедерацияның баш ҡалаһы булып тәүҙә Монтгомери, һуңынан Ричмонд була. Был штаттар бөтә АҠШ территорияһының 40%-тын алып торған, уның халҡы 9,1 млн кеше, шул иҫәптән 3,6 млн ашыу негрҙар тәшкил иткән.
Союз составында 23 штат ҡалған, шул иҫәптән ҡол биләүсе Делавэр, Кентукки, Миссури һәм Мэриленд. Виргиния штатының көнбайыш округтарының халҡы Союздан сығырға теләмәйҙәр һәм 1863 йылдың июнендә был округтар АҠШ составына Көнбайыш Виргиния булараҡ ҡабул ителә. Союздың халыҡ һаны 23 миллиондан ашыу була, уның территорияһында ғәмәлдә илдең барлыҡ сәнәғәте, тимер юлдарҙың 70 % һ. б. урынлаша.
Граждандар һуғышының беренсе осоро (апрель 1861 — апрель 1863)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Конфедерация ғәскәрҙәре 1861 йылдың 12—13 апрелендә Самтер фортын утҡа тотҡан һәм баҫып алған. АҠШ президенты Авраам Линкольн көньяҡтарҙы фетнәселәр тип атаған һәм 75 мең ирекмәндәрҙе ополчениеға саҡырыуҙы иғлан иткән. АҠШ президенты саҡырыуына 300 мең кеше яуап биргән. Төрлө һөнәр буйынса айырымланған полктар һәм роталар ойошторолған. Эшселәр фронтҡа үҙҙәре теләп барғандар. Унан башҡа Төньяҡ ғәскәрҙәренә күп кенә иммигранттар ингән, шул иҫәптән Германиянан 177 мең һәм Ирландиянан 144 мең кеше килгәндәр[2]. Һөҙөмтәлә Төньяҡ 600 меңлек армия төҙөгән, әммә ғәскәр менән етәкселек эре буржуазия ҡулында булған, улар еңеү тураһында әҙ ҡайғыртҡан һәм һуғышты байығыу өсөн файҙаланырға теләгәндәр. Күптәр байығыу өсөн контрабанда менән шөғәлләнгәндәр — Конфедерация армияһын кәрәк-яраҡтар менән тәьмин иткәндәр, һатлыҡ йәндәр көньяҡтарға Төньяҡ ғәскәрҙәре тураһында мәғлүмәттәр тапшырып торғандар. Төньяҡ буржуазияһы илде берләштереү маҡсатын ғына ҡуйған һәм ҡоллоҡто бөтөрөү өсөн көрәшмәгән.
Конфедерация Британия империяһы һәм Франция уның яғында һуғышыр тип ышанған, әммә уларҙың был өмөттәре аҡланмаған. Ҡол биләүселәр оҙайлы һуғышта еңеүгә иҫәп тота алмаған, шунлыҡтан улар һуғыштың йәшен тиҙлегендә алып барылыуына һәм Төньяҡ буржуазияһына өмөтләнгән. 1861 йылдың йәйенә ҡарай Көньяҡ 120 меңлек армия төҙөгән һәм Төньяҡ армияһын тар-мар иткән. Вашингтон йүнәлешендә бер нисә һөжүм яһағандар.
1862 йылда АҠШ хөкүмәте менән байҙарға яңы һалым индерелгән һәм фетнәселәрҙең мөлкәтен тартып алыу тураһындағы закон ҡабул ителә. Төньяҡ армияла Конфедерация яҡлыларҙан, шпиондарҙан таҙартыу үткәрелгән, ә етәкселек итеү урындарына һәләтле демократик офицерҙар ҡуйылған. 1862 йылдың 20 майында АҠШ-та 10 доллары булған һәр гражданға Көнбайышта 160 акр ер алырға хоҡуҡ биргән закон сыҡҡан (Гомстедтар тураһында закон). Биш йылдан һуң ер күсеп ултырыусының тулы милкенә күскән. Был закон һуғыштың аҙағы өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булған.
1862 йылдың 30 декабрендә Линкольн «Ҡолдарҙы азат итеү тураһында прокламация»ға ҡул ҡуя, уға ярашлы 1863 йылдың 1 ғинуарынан алып ҡоллоҡ бер ниндәй һатып алыуһыҙ бөтөрөлгән. Шул уҡ ваҡытта Төньяҡ армияһына хәрби хеҙмәткә негрҙарҙы саҡырыу иғлан иткән. Һуғыш аҙағына ҡарай армияла 200 мең негр хеҙмәт иткән, әммә улар ҙа башҡар һалдатта менән тулыһынса тигеҙ хоҡуҡҡа эйә була алмағандар.
Инглиз-француз интервенцияһының барып сыҡмауы һәм Рәсәй империяһының дуҫтарса мөнәсәбәте лә Төньяҡтың ихтияжына хеҙмәт иткән.
Граждандар һуғышының икенсе осоро (май 1863 — апрель 1865)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1863 йылдың майында Чанселорсвиль янындағы алышта Төньяҡтың Джозеф Хукер етәкселегендәге 130 меңлек армияһы Конфедерацияның 60 меңлек генерал Роберт Ли етәкселегендәге армиянан еңелә.
Оҙайлы һуғыш ике яҡ көстәрҙе лә хәлһеҙләндергән. 1864 йылда Улисс Грант етәкселегендәге АҠШ армияһы Конфедерация армияһын тар-мар итеүгә күскән. Генерал Ли етәкселегендәге Ричмонд ҡалаһы янындағы нығынған армияһын Көньяҡтан айырырға һәм уның тылына үтеп инергә кәрәк булған. 1864 йылдың майында генерал Уильям Шермандың ғәскәрҙәре Джорджия аша «диңгеҙгә рейд» башлай һәм сентябрҙә Атлантаны ала. Көньяҡта Төньяҡ армияһының күренеүе ҡара тәнлеләрҙең күпләп ихтилалдарға күтәрелеүенә һәм аҡ тәнле фермерҙар менән эшселәрҙең Конфедерация хөкүмәтенә ҡаршы сығыштарына килтергән.
1864 йылдың аҙағына ҡарай Төньяҡ армияһы Саванна ҡалаһын алған, генерал Шерман гәскәрҙәре генерал Грант менән ҡушылырға йүнәлгән. 1865 йылдың апрелендә Грант армияһы Ричмондты ҡамаған һәм яулап алған. Тиҙҙән ҡамауға алынған генерал Ли ғәскәрҙәре бирелгәндәр.
Конфедерация ғәскәрҙәренең капитуляциялауы 1865 йылдың июнь аҙағына тиклем дауам иткән. Көньяҡ армияһы генералдары араһынан иң һуңғыһы булып Стенд Уэйти ғәскәрҙәре 1865 йылдың 23 июнендә бирелгәндәр.
1865 йылдың 14 апрелендә АҠШ президенты Линкольн көньяҡтарҙы яҡлаусы актёр Джон Уилкс Бут менән үлтерелә.
Һөҙөмтәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һуғышыусы илдәр | Халҡы (1861 йыл) | Мобилизацияланған | Үлтерелгән | Яраланған | Үлгән | ||
---|---|---|---|---|---|---|---|
Яраларҙан | Ауырыуҙарҙан | Башҡа сәбәбтәрҙән | |||||
Америка Ҡушма Штаттары | 22 339 968 | 2 803 300[3] | 67 058 | 275 175 | 43 012 | 194 368 | 54 682[4] |
Америка Конфедератив Штаттары | 9 103 332[5] | 1 064 200 | 67 000 | 137 000 | 27 000 | 59 000 | 105 000 |
Бөтәһе | 31 443 300 | 3 867 500 | 134 058 | 412 175 | 70 012 | 253 368 | 163 796 |
- Ҡоллоҡты тыйыу АҠШ Конституцияһында 1865 йылдың 18 декабрендә үҙ көсөнә ингән 13-сө төҙәтмә булып нығытыла.
- Илдә сәнәғәттең һәм ауыл хужалығының етештереүсәнлеге етеҙ үҫешһен өсөн, көнбайыш ерҙәрҙе үҙләштерер өсөн, эске сауҙаны нығытыр өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Һығыш бөтә мәсьәләләрҙе лә хәл итә алмай. Ҡайһылары 1877 йылға тиклем дауам иткән Көньяҡты реконструкциялау ваҡытында сығарылыш таба. Башҡалары, шул иҫәптән ҡара тәнлеләр халҡына аҡтар менән бер тигеҙ хоҡуҡ биреү, бер нисә тиҫтә йылдарға тотҡарланып ҡала.
- Граждандар һуғышы АҠШ тарихында иң ҡан ҡойошло һуғыш булып инә (Икенсе донъя һуғышының барлыҡ фронттарында ла американдарҙың юғалтыуҙары әҙерәк булған)[6].
- Төньяҡтарҙың юғалтыуҙары яҡынса 360 мең кеше үлтерелгән һәм яраларҙан һәм башҡа сәбәбтәрҙән үлгән һәм 275 меңдән ашыу кеше яраланғандар. Конфедераттар ярашлы рәүештә 258 мең һәм яҡынса 137 мең кешеһен юғалтҡан.
- Тик АҠШ хөкүмәтенең хәрби сығымдары ғына 3,5 млрд долларға барып еткән. Һуғыш яңы хәрби техниканың мөмкинлектәрен күрһәткән һәм хәрби сәнғәттең үҫешенә йоғонто яһаған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Төньяҡ үҙенең сәнәғәтен яҡлар өсөн был һалымдарҙы ни тиклем булһа ла артырырға теләгән, ә Көньяҡ бөтә донъя менән ирекле сауҙа итергә теләгән
- ↑ Ellis Paxson Oberholtzer, A History of the United States Since the Civil War: 1865-68, The Macmillian Company, 1917.
- ↑ Уларҙан һуғышта 2 667 000 һалдат ҡатнашҡан.
- ↑ Уларҙан 24 869 һалдат тотҡонда һәм төрмәләрҙә үлә, 24 872 һалдат — бәлә-ҡазалар, үлтерештәр һәм үҙ үҙәренә ҡул һалыуҙар арҡаһында.
- ↑ 40 % — афроамерикандар.
- ↑ Бурин С. Н. На полях сражений Гражданской войны в США. — М.: Наука, 1988. — С. 3.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бурин С. Н. На полях сражений гражданской войны в США. — М.: Наука, 1988.
- Куропятник Г. П. Вторая американская революция. — М., 1961.
- Иванов Р. Ф. Авраам Линкольн и Гражданская война в США. — М., 1964.
- Foote S. The Civil War: A Narrative. — New York, 1958—1974. — Т. 1—3.
- Boatner M. M. The Civil War Dictionary. — New York, 1959.
- Nevins A. The War for the Union. — New York, 1959—1971. — Т. 1—4.
- Long E. B. Civil War Day by Day: An Almanac 1861—1865. — Garden City, 1971.
- Davies W. C. The Imperial Union: 1861—1865. — Garden City, 1982—1986. — Т. 1—3.
- McPherson G. M. Battle Cry of Freedom. The Civil War Era. — New York, 1988.
- Урланис Б. Ц. Войны и народонаселение Европы. — М., 1960.
- Маль К. М. Гражданская война в США 1861—1865. — М.: АСТ; Минск: Харвест, 2002. — 502 с. — ISBN 5-170-01875-4.
- Супоницкая И. Война друзей.. — История, 2013. — № 5.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Statistical Summary of America’s Major Wars 2015 йыл 8 апрель архивланған. (инг.)
- Statistics of Wars, Oppressions and Atrocities of the Nineteenth Century (the 1800s). American Civil War (1861—65) (инг.)
- Соколов Б. В. Гражданская война в США (1861—1865 годы) (рус.)
- Борисковский М. Гражданская война в США 1861—1865 годов — Кавалерия конфедерации (рус.)