Девальвация

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Девальва́ция (лат. de — төшөү; лат. valeo — әһәмиәте бар, хаҡ) — сит ил валютаһына ҡарата аҡса берәмегенең (милли валютаның) ҡиммәтен рәсми рәүештә төшөрөү. Девальвациянең сәбәбе – инфляция, түләү балансы дефициты барлыҡҡа килеү.

Аҡса системаһының эволюцияһы процессында девальвация төшөнсәһе лә шаҡтай үҙгәрештәр кисерә. Металл аҡсалар әйләнеше ваҡытында Дева алтын йәки көмөш менән тәьмин ителгән аҡса хаҡы билдәләренең рәсми рәүештә төшөүен белдерә һәм ил эсендәге аҡса әйләнешен тотороҡландырыу ысулы булып тора. Һуғыштар, сәйәси йәки социаль афәттәр менән бәйле рәүештә аҡса әйләнеше сығырынан сыҡҡас та иң түбән нисбәттәге металл аҡсалар яңыға алмаштырыла. 1930 йылдарҙа аҡса берәмегенә тура килгән алтынға алмаштырыу туҡтатылыу менән девальвация ҡайһы бер илдәрҙең тышҡы баҙарҙа конкурентлыҡ позицияһын нығытыуға йүнәлтелә һәм валюта сәйәсәте ысулы булараҡ ҡулланыла башлай.

Сит илдән индерелгән тауарҙарға хаҡты автоматик рәүештә арттырыу һәм сит илгә әйберҙәр сығарыуҙы стимуллаштырыу менән девальвация илдә инфляция процесстарын үҫтереүгә ярҙам ғына итә. Ул халыҡтың, бигерәк тә дәүләт бюджетынан керем алыусы ҡатламдың тормош дәрәжәһен төшөрөүгә килтерә. 1998 йылда Рәсәйҙә һумдың девальвацияланыуы (3 мәртәбә) һикерешле инфляция (84,4%), финанс системаһына һәм банкыларға ышаныс кәмеү, иҡтисадта баҙар финанслауы мөмкинлектәренең сикләнеүе менән бара. Шуның менән бергә һумдың девальвацияланыуы макроиҡтисадтың тотороҡлолоғон эҙлекле рәүештә торғоҙоу өсөн ал шарттар ҙа тыуҙыра. 1998-2002 йылдарҙа Рәсәйҙә сит илгә тауар сығарыуға йүнәлтелгән тармаҡтар үҫә, сит илдән индерелгән продукция ҡиммәтләнә, илдең сәнәғәт тауарҙары етештереү күләме арта, түләү балансы, бюджет торошо ла яҡшыра бара. Әммә девальвацияның ыңғай тәьҫире инфляцияға ҡаршы саралар системаһында ҡыҫҡа ваҡытлы ғына. Девальвация инфляцияны, бюджет һәм тышҡы сауҙа балансындағы дефицитты, валюта ҡыйынлыҡтарының төп сәбәптәрен бөтөрә алмай.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Денежное обращение и кредит при капитализме. М., 1989; Нуреев Р.М. Деньги, банки и денежно-кредитная политика. М., 1995; Общая теория денег и кредита. М., 1995; Финансы, денежное обращение и кредит. М., 2000.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]