Джеймс Джойс

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Джеймс Джойс
James Augustine Aloysius Joyce
Revolutionary Joyce Better Contrast.jpg
Исеме:

James Augustine Aloysius Joyce

Тыуған көнө:

2 февраль 1882({{padleft:1882|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})

Тыуған урыны:

Ратгар, Дублин, Ирландия

Вафат:

13 ғинуар 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (58 йәш)

Вафат урыны:

Цюрих, Швейцария

:

Flag of Ireland.svg Ирландия

Эшмәкәрлек төрө:

яҙыусы, журналист, уҡытыусы

Имза:

James Joyce signature.svg

Викикитапхана логотибы әҫәрҙәре Викикитапханала

Джеймс Августин Алоиз Джойс (ингл. James Augustine Aloysius Joyce; 2 февраль 1882 — 13 ғинуар 1941) — ирланд яҙыусыһы һәм шағиры, модернизм вәкиле.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Джеймс Джойс, гриориан стилендә төҙөлгән йорттарҙан торған Дублиндың көньяҡ районындағы Ратгар ҡалаһында, Станислас Джойс һәм Мэри Джейн Марриҙарҙың күп балалы ғаиләһендә донъяға килгән. Атаһы, финанс эштәре бик шәп бармағанлыҡтан, бер нисә тапҡыр профессияһын алыштырған, шунлыҡтан уларҙың ғаиләһе Дублиндың бер районынан икенсе районына күсеп йөрөргә мәжбүр булған. Яҙыусы үҙ ваҡытына күрә һәйбәт кенә белем алһа ла, үҙенең балалыҡ һәм йәшлек йылдарында кисергән ярлылыҡта үткән йылдарын һәм тормошта бик тиҙ генә үҙенә урын таба алмағанын күп кенә китаптарында һүрәтләгән. «Рәссамдың йәшлектәге портреты» һәм «Улисс» тигән романдарының төп геройы булған Стивен Дедалдың тормошонда яҙыусының биографик оҡшашлығы айырыуса ярылып ята.

6 йәшлек Джеймс

6 йәшендә Джойс Клейндәге Клонгоуз Вудс иезуиттәр көллиәтенә уҡырға инә, һуңынан Дублиндағы Бельведер көллиәтендә уҡый. Аҙаҡ килеп, 1893 йылда ул Университет колледжы тип аталып йөрөтөлгән Дублин университетенә уҡырға инә һәм уны 1902 йылда тамамлап сыға.

Был 1900 йылда Дублиндың « Ике аҙналыҡ күҙәтеү» гәзитендә уның Ибсендең « Беҙ, үлектәр, уянғанда» пьесаһы тураһында яҙылған иң беренсе яҙған эссеһе баҫылып сыға. Шул уҡ йылда Джойс лирик шиғырҙар ҙа ижад итә башлай. 1916 йылда Американың Джейн Хип һәм Маргарет Андерсондар нигеҙ һалған « Литтл Ревью» тигән әҙәби журналында ул үҙенең тәүге әҫәрҙәрен баҫтырып сығара.

20 йәшендә Джойс Парижға килә. Ул бында, заманында атаһы профессияларын бер туҡтауһыҙ алмаштырған кеүек, үҙенә байтаҡ ваҡыт урын таба алмай этләнә: ул берсә журналист, берсә уҡытыусы һ. б. булып эшләй. Европа континентына килеп, Францияла бер йыл эшләгән ваҡытында әсәһенең бик ҡаты ауырып киткәне тураһында телеграмма ала һәм яҙыусы ҡабат Ирландияға ҡайтып китә. Әсәһе, ауырыуынан терелә алмай, үлгәс, Джойс, тағы ла тыуған илен ташлап сығып, Триест ҡалаһында горничный булып эшләгән Нора Барнакл менән бергә тора башлай. Һуңынан, 27 йыл үткәс, уның менән никахҡа керә.

Джеймс Джойс 1915 йылда

Беренсе донъя һуғышы осоронда Джойс ҡатыны менән Цюрихҡа күсеп килә. Ул бында «Рәссамдың йәшлектәге портреты» романын, һуңыраҡ «Улисс» тигән әҫәрен яҙа башлай. Европала сәйхәттә йөрөгән сағында Джойс шиғырҙар яҙған. Уның шиғырҙары, имажинистарҙың анталогияһында баҫылып сығып, донъя күргән. 1933 йылда уның «Улисс» романы Джойстың тыуған иле Ирландияла түгел, ә Францияла тәүге тапҡыр донъя күрә. Был публикаға иң билдәле, 600 бит тәшкил иткән ҙур күләмле әҫәрендә Джойс Дублин йәбрәйе Леопольд Блумдың 1904 йылдың 16 июнендәге бер көнөн тасуирлай. Был китап Францияла сыҡһа ла, Джойстың үҙе әйтеүе буйынса, Дублиндың бер көн эсендә һәләк булыуы мөмкинлеген һүрәтләүсе роман. 16 июнь көнө Джойсты ихтирам итеп уҡыған бөтә донъя уҡыусылары араһында Блумсдэй (Bloomsday) тип танылған. көн булып тора.

Парижда Джеймс Джойс үҙенең һуңғы ҙур күләмле «Финнеганды иҫкә алыу» тигән романын яҙған. Был роман 1939 йылда баҫтырылып сығарылған. Әҫәр ҡатмарлы, эксперименталь роман булһа ла, уҡыусылар уны бик яратып ҡабул иткәндәр. Быға тиклем өлгө булып иҫәпләнгән «Дублинлылар» тигән тәүге новеллалар китабынан айырмалы рәүештә, Джойстың был китабы фән белгестәре өсөн хәҙерге көндә лә «белгестәр өсөн» яҙылған иң һәйбәт әҫәрҙәрҙең береһе булып ҡала. Халыҡ араһында уның иң тәүге «Рәссамдың йәшлектәге портреты» романы ла иң яратып, күп тапҡырҙар уҡылған, популярлыҡ ҡаҙанған китаптарҙың береһе.

Джеймс Джойстың Цюрихтағы ҡәбере

Икенсе бөтә донъя һуғышы башында Франция, немец ғәскәрҙәре тарафынан еңелгәс һәм уның байтаҡ өлөшө оккупацияла немецтәр ҡул аҫтында ҡалғас, Джойс Цюрихҡа кире әйләнеп ҡайта. Ғүмеренең һүңғы йылдарында уның һаулығы бик ныҡ ҡаҡшай, ул глаукома менән яфалана. 1941 йылдың 11 ғинуарында ашҡаҙаны тишелеп сығыу сәбәпле операцияға эләгә һәм шунан терелә алмай, 1941 йылдың 13 ғинуарында вафат була. була.

Йоғонтоһо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Джеймс Джойсҡа Дублиндағы һәйкәл

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Burgess, Anthony, Here Comes Everybody: An Introduction to James Joyce for the Ordinary Reader, Faber & Faber (1965); (published in America as Re Joyce) ASIN B000KW9R3Y; Hamlyn Paperbacks; Rev. ed edition (1982). ISBN 0-600-20673-4.
  • Burgess, Anthony, Joysprick: An Introduction to the Language of James Joyce (1973), Harcourt (March 1975). ISBN 0-15-646561-2.
  • Clark, Hilary, The Fictional Encyclopaedia: Joyce, Pound, Sollers. Taylor & Francis, 1990.
  • Ellmann, Richard, James Joyce, Oxford University Press, New York 1959, 1982. ISBN 0-19-281465-6. Often praised as the finest biography of the 20th century.
  • Levin, Harry (ed. with introduction and notes). The Essential James Joyce. Cape, 1948. Revised edition Penguin in association with Jonathan Cape, 1963.
  • Levin, Harry, James Joyce. Norfolk, CT: New Directions, 1941 (1960).
  • Quillian, William H. Hamlet and the new poetic: James Joyce and T. S. Eliot. Ann Arbor, MI: UMI Research Press, 1983.
  • Read, Forrest. Pound/Joyce: The Letters of Ezra Pound to James Joyce, with Pound’s Essays on Joyce. New Directions, 1967.
  • Special issue on James Joyce, In-between: Essays & Studies in Literary Criticism, Vol. 12, 2003. [Articles]
  • Irish Writers on Writing featuring James Joyce. Edited by Eavan Boland (Trinity University Press, 2007).
  • A Bash In The Tunnel (Brighton: Clifton Books 1970), edited by John Ryan (Dublin artist), essays on James Joyce by Irish writers, namely Патрик, Фланн О’Брайен (Brian O’Nolan), Samuel Becket], Ulick O’Connor & Edna O’Brien; expanded from:Envoy, A Review of Literature and Art, April 1951, Vol. 5, No. 17.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]