Доломатов Михаил Юрьевич
Доломатов Михаил Юрьевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 1 ноябрь 1954 (70 йәш) |
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | физико-химик |
Эш урыны | ӨДНТУ |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Ғилми исеме | профессор[d] һәм ғалим[d] |
Ғилми дәрәжә | химия фәндәре докторы[d] һәм техник фәндәр кандидаты[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Доломатов Михаил Юрьевич (1 ноябрь 1954 йыл, Өфө, БАССР) — ғалим[1][2], физик химик[3], профессор (1999 йыл), техник фәндәр кандидаты (1986 йыл)[4], химия фәндәре докторы (1993 йыл)[5][6], СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1991 йыл), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2014 йыл)[7][8].
Физик химия һәм физиканың күп компонентлы системаһы, композицион материалдар һәм феноменологик электрон спектроскопия өлкәһендә эшләй[9][10][11].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Михаил Юрьевич Доломатов 1954 йылдың 1 ноябрендә Өфөлә тыуған.
1977 йылда Башҡорт дәүләт университетының химия факультетын «Физик химия (химик кинетика)» һөнәре буйынса тамамлай.
1979–1981 йылдарҙа, 1998–2002 йылдарҙа һәм 1985–1991 Нефть химияһы эшкәртеү институты 2021 йыл 27 октябрь архивланған.нда эшләй: 1986 йылда — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1988 йылда — физик тикшеренеүҙәр лабораторияһы мөдире, 1998 йылдан — полимер материалдар ғилми-тикшеренеү лабораторияһы мөдире.
1991–1993 йылдарҙа — Өфө нефть институты тикшеренеүҙәрҙең физик методтары лаборатория мөдире. 1991—1996 йылдарҙа — «Нефтегазтехнология» Бөтә Рәсәй ғилми-тикшеренеү инженерлыҡ үҙәгенең нефть ҡатламы физикаһы лабораторияһының төп ғилми хеҙмәткәре.
1993 йылдан — Өфө сервис технология институты уҡытыусыһы. 1994–2005 йылдарҙа — полимер материалдар һәм эшкәртеү производствоһы технология кафедраһы мөдире[12][13], 2005 йылдан — физика кафедраһы профессоры, 2010 йылдан — Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетының «Электрон процестар һәм наноматериалдар физикаһы» ғилми-тикшеренеү лабораторияһы мөдире[14] .
2005 йылдан — Башҡортостан социаль технологиялар институтында (Хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр академияһының Өфө филиалы) математика һәм информатика кафедраһы мөдире.
2011 йылдан — Башҡорт дәүләт университетының физик электроника һәм нанофизика кафедраһы профессоры[15].
2012 йылда — Өфө дәүләт нефть техник университетының нефть һәм газ технологияһы кафедраһы профессоры.[16]
Уҡытыу һәм ғилми эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Химик составының хаосы менән күп компонентлы системалар теорияһы авторы[17][18].
Химик составының хаосы менән ҡатмарлы тәбиғи һәм техник системаларҙың тәртибен термодинамик һәм кинетик закондарын асыҡлай, уларҙың тикшереү ысулдарын һәм математик моделен эшләй, шулай уҡ күп компонентлы ҡатышмаларҙа матдәләрҙең оптик һәм физик химик үҙенсәлектәре араһында бәйләнеште асыҡлай[19]
Йондоҙ-ара мөхиттә органик матдәләр ресурстарының термодинамик баһалары үткәрә[20]
Өфө дәүләт нефть техник университетының «Яғыулыҡ һәм юғары энергиялы матдәләр химияһы һәм технологияһы» һөнәре буйынса диссертация 212.289.03 советы[21] һәм «Органик химия (техник фәндәр)» һөнәре буйынса 999.123.02 диссертацияһы ағзаһы[22] . «Электротехнические системы и информационные комплексы» журналының мөхәрририәт коллегияһы ағзаһы[23].
700-ҙән ашыу фәнни эш, шул иҫәптән 15 монография һәм 45 уйлап табыу — Рәсәйҙең авторлыҡ таныҡлығы һәм патенты авторы[24].
Баҫмалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Доломатов, М.Ю. Фрагменты теории реального вещества. От углеводородных систем к галактикам [18]/ М. Ю. Доломатов. - Москва : Химия, 2005. - 207 с.: ил., табл.; 20 см.; ISBN 5-98109-018-9
- Dolomatov, Michel Y. ; Zhuravleva, Nadezhda A. Thermodynamic models of the distribution of life-related organic molecules in the interstellar medium [25] / Astrophysics and Space Science, Volume 351, Issue 1, pp.213-218. DOI 10.1007/s10509-014-1844-8
- Доломатов, М. Ю. Некоторые физико-химические аспекты прогнозирования свойств многокомпонентных систем в условиях экстремальных воздействий. ЖВХО им. Д.И. Менделеева. 1991. Т. 35. №5. С. 632-638.
- М. Ю. Доломатов. Физико-химические основы новых методов исследования сложных многокомпонентных систем. Перспективы практического использования / ЦНИИ информ. и техн.-экон. исслед. нефтеперераб. и нефтехим. пром-сти. — Москва: ЦНИИТЭнефтехим. — 1991. — 71 с.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Учёные-химики и физикохимики.bashenc.online.Дата обращения: 20 марта 2021.
- ↑ Учёные-нефтехимики и инженеры-технологи.bashenc.online.Дата обращения: 20 марта 2021.
- ↑ ДОЛОМАТОВ Михаил Юрьевич.bashenc.online.Дата обращения: 19 марта 2021.
- ↑ Сотрудникам кафедры физической электроники и нанофизики | Башкирский государственный университет.2019.bashedu.ru.Дата обращения: 19 марта 2021.
- ↑ Доломатов, Михаил Юрьевич - Феноменологические методы анализа многокомпонентных стохастических высокомолекулярных систем : автореферат дис. ... доктора химических наук : 02.00.06 - Search RSL. search.rsl.ru. Дата обращения: 20 марта 2021.
- ↑ Доломатов, Михаил Юрьевич - Феноменологические методы анализа многокомпонентных стохастических высокомолекулярных систем : диссертация ... доктора химических наук : 02.00.06 - Search RSL.search.rsl.ru.Дата обращения: 20 марта 2021.
- ↑ Профессор михаил Юрьевич доломатов. К 60-летию со дня рождения.cyberleninka.ru.Дата обращения: 19 марта 2021.
- ↑ Профессор Михаил Юрьевич Доломатов. К 60-летию со дня рождения (рус.) // Башкирский Химический Журнал. — 2014. — В. 4. — Т. 21. — ISSN 0869-8406.
- ↑ Электронная феноменологическая спектроскопия и ее применение в исследовании сложных веществ в технологии, химии, нанофизике и медицине : монография. Ч. 1 : Электронная феноменологическая спектроскопия в исследовании свойств и структуры молекул и наночастиц(рус.).primo.nlr.ru.Дата обращения: 13 октября 2021.
- ↑ Николай Васильевич Калашченко, Михаил Юрьевич Доломатов, Сергей Владиславович Дезорцев. Электронная феноменологическая спектроскопия крови человека в норме и патологии: теоретические и практические аспекты. — Москва: Интер, 2010. — 255 с. — ISBN 978-5-98761-034-3.
- ↑ Физико-химия наночастиц — Образовательная платформа «Юрайт». Для вузов и ссузов..urait.ru.Дата обращения: 13 октября 2021.
- ↑ УГНТУ . 2021 йыл 27 октябрь архивланған.
- ↑ Кафедра специальной химической технологии (СХТ) | УГНТУ . 2021 йыл 27 октябрь архивланған.
- ↑ УГУЭС | ФТТС | НИЛ . 2021 йыл 4 декабрь архивланған.
- ↑ Сотрудникам кафедры физической электроники и нанофизики | Башкирский государственный университет.2019.bashedu.ru.Дата обращения: 19 марта 2021.
- ↑ Технология нефти и газа (ТНГ) | УГНТУ . 2021 йыл 6 октябрь архивланған.
- ↑ Доломатов М. Ю. Теория систем с хаосом химического состава в природе и технологии. Журнал «Бутлеровские сообщения».
- ↑ 18,0 18,1 Михаил Юрьевич Доломатов. Фрагменты теории реального вещества. От углеводородных систем к галактикам: The theory of real substance. From hydrocarbonic systems to galaxies. — Москва: Химия, 2005. — 207 с. — ISBN 978-5-98109-018-9.
- ↑ Электронная феноменологическая спектроскопия и ее применение в исследовании сложных веществ в технологии, химии, нанофизике и медицине : монография. Ч. 1 : Электронная феноменологическая спектроскопия в исследовании свойств и структуры молекул и наночастиц (рус.). primo.nlr.ru. Дата обращения: 13 октября 2021.
- ↑ Доломатов М. Ю., Журавлева Н. А. Распределение молекул в межзвездной среде и проблема космогенеза нефти и биосистем. — Уфа: Издательство ГУП ИНХП РБ, 2013. — 168 с. — («Библиотека нефтепереработчика»). — ISBN 978-5-902159-36-0.
- ↑ Информация о диссертационном совете Д 212.289.03 . 2021 йыл 27 октябрь архивланған.
- ↑ Информация о диссертационном совете Д 999.123.02 . 2021 йыл 27 октябрь архивланған.
- ↑ Электротехнические и информационные комплексы и системы > Редакционная коллегия . 2021 йыл 27 октябрь архивланған.
- ↑ ДОЛОМАТОВ Михаил Юрьевич.bashenc.online.Дата обращения: 19 марта 2021.
- ↑ Michel Y. Dolomatov, Nadezhda A. Zhuravleva Thermodynamic models of the distribution of life-related organic molecules in the interstellar medium // Astrophysics and Space Science. — 2014-05-01. — Т. 351. — С. 213–218. — ISSN 0004-640X. — DOI:10.1007/s10509-014-1844-8
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Доломатов Михаил Юрьевич(недоступная ссылка) — профиль автора на сайте eLibrary.Ru