Магеллан боғаҙы
Магеллан боғаҙы | |
---|---|
исп. Estrecho de Magallanes | |
![]() Пунта-Аренас ҡалаһы янында Магеланнов боғаҙы | |
Координаты: пропущена долгота | |
Тоташтыра | Атлантик океан, Тымыҡ океан |
Страна | |
Бүлә | континенталь Көньяҡ Америка һәм Утлы Ер архипелагы |
Киңлеге | минималь 3,5 км |
Оҙонлоғо | 575 км |
![]() Магеллан боғаҙы | |
![]() |
Магеллан боғаҙы (исп. Estrecho de Magallanes) — континенталь Көньяҡ Америка һәм Утлы Ер архипелагын айырыусы боғаҙ. Оҙонлоғо — 575 км, минималь киңлеге — 3,5 км, фарватерҙа иң бәләкәй тәрәнлеге — 20 м[1].
Боғаҙ аша тәүге тапҡыр Фернан Магеллан 1520 йылда тәүге донъя тирәләй сәйәхәте барышында үтә һәм һуңыраҡ боғаҙға уның исеме бирелә. Оҙаҡ йылдар дауамында Утлы Ер архипелагы Билдәһеҙ Көньяҡ ерҙәрҙең бер өлөшө тип иҫәпләнгән.
География[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Магеллан боғаҙының көнсығыш өлөшө Виржин морононан башлана һәм үҙ-ара уйпатлы һәм буш яр буйҙары менән тоташҡан өс киң бассейндарҙан тора. Дөйөм йүнәлеше — көнсығыштан көнбайышҡа табан (53-сө параллелгә яҡын). Негро морононан алып боғаҙҙың урта өлөшө башлана, уның урман менән ҡапланған ярҙары бейек һәм текә. Боғаҙҙың көнбайыш өлөшө Фроуард морононан башлана һәм тура һыҙыҡ буйлап тиерлек төньяҡ-көнбайышҡа табан йүнәлеп ҡитға һәм Кларенс, Санта-Инес һәм Дезоласьон утрауҙары араһынан үтә. Тауҙарҙан боғаҙға боҙлоҡтар төшә. Һауа дымлы һәм һалҡын. Тымыҡ океанға сыҡҡан урында Пиллар мороно һәм Нарборо утрауы урынлашҡан.
Төп порты — Пунта-Аренас (Чили).
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Магелланов пролив. Военная энциклопедия. — 1911—1914 2013 йылдың 14 октябрь көнөндә архивланған.
- Магелланов пролив. БСЭ. — 1969—1978 2013 йылдың 14 октябрь көнөндә архивланған.
- The Straits of Magellan and Oceanographical Setting 2008 йылдың 6 март көнөндә архивланған. (инг.)
![]() |
Был океанология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |