Фернан Магеллан
Фернан Магеллан | |
порт. Fernão de Magalhães исп. Fernando (Hernando) de Magallanes | |
![]() Уффици галереяһынан Фернан Магеллан портреты (Флоренция), билдәһеҙ автор, XVII быуат | |
Эшмәкәрлек төрө: |
диңгеҙсе |
---|---|
Тыуған көнө: | |
Тыуған урыны: |
Саброза, Португалия короллеге |
Гражданлығы: | |
Вафат булған көнө: | |
Вафат булған урыны: |
Мактан утрауы, Филиппин |
Ҡатыны: |
Беатрис Барбоза |
Награда һәм премиялары: | |
Автограф: | |
![]() |
Ферна́н Магелла́н[1] (порт. Fernão de Magalhães [fɨɾˈnɐ̃w̃ ðɨ mɐɡɐˈʎɐ̃ȷ̃s], исп. Fernando (Hernando) de Magallanes [(f)eɾ'nando ðe maɣa'ʎanes], лат. Ferdinandus Magellanus; яҙ 1480, Саброза, Траз-уж-Монтиш, Португалия Короллеге — 27 апрель, 1521, Мактан утрауы, Филиппин) — Португалия һәм Испания диңгеҙ сәйәхәтсеһе. Ер шарын урап тәүге билдәле сәйәхәт ҡылған экспедицияның етәксеһе була. Һуңғараҡ үҙенең исеме бирелгән Боғаҙын асҡан.
Йөкмәткеһе
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йәшлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Магеллан сығышы менән португал. Тыуған ҡалаһы аныҡ ҡына билдәле түгел, Саброза (Вила-Реал) тип тә әйтәләр, Порту ҡалаһы булыуы ла ихтимал. Ғаиләһе тураһында ла мәғлүмәт әҙ, дворяндарҙан булғаны мәғлүм. Йәш сағында Магеллан король Жуан II-сенең ҡатыны Леоноры Ависскаяның пажы булған.
XV быуат ахырында португалдар Һиндостанға диңгеҙ юлын асҡан. Васко да Гаманан һуң Португалиянан шәреҡҡә эскадралар ағыла башлаған. 1505 йылда вице-король Франсишку Альмейда эскадра оҙатҡанда диңгеҙселәр йыя алмай бер була. Рулдә тороусылар ҡайһы саҡ уң менән һулды ла айырмағанлыҡтан, караптың һыртына ике яҡтан ике нәмә аҫып (мәҫәлән, бер яғына — һуған, бер яғына һарымһаҡ) шулар яғына тип бойороҡ бирә торған булған. Ошо экспедицияға штаттан тыш яугир (соберсалинте) рәүешендә Магеллан да эләккән.
Һиндостан[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Добрая Надежда моронон үткәс, экспедиция эште Кильваны һәм Момбасаны яулап алыуҙан башлай, шунан Һиндостанға юл тота. Магеллан юл буйына экспедицияла була, мәгәр исеме тәүге тапҡыр Каннанур янындағы һуғыш барғанда телгә алына. 1506 йылда Магеллан баш күтәреүҙәрҙе баҫтырыуҙа ҡатнаша, Мозамбикты төҙөй, шунан яңынан Һиндостанға эләгә, бында ул ике тапҡыр яралана[2].
Диу янындағы һуғышта Магеллан булған карап ҡаршы яҡтың карабын баҫып ала[3].
Португалдар тәмләткестәр менән сауҙаға тулыһынса баш булыр өсөн Малакка ҡалаһын алырға кәрәк тигән фекергә килә[4].
1509 йылдың 11 сентябрендә Малаккаға инә. Башта солтанат менән сауҙа тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла, әммә бер нисә аҙнанан урындағылар ҡаршылыҡ күрһәтә. Португалдар байтаҡ ҡырыла, Магелландың йылғырлығы һәм ҡыйыулығы арҡаһында ғына бер аҙ кешеләр ҡотолоп ҡала[5].
Биш йылдан Һиндостандан ҡайтыр ваҡыт етә, һәм Магеллан Португалияға ҡайтырға сыға. Падуа ҡултығындағы Лаккадив утрауҙары янында уларҙың ике карабы емерелә. Ҙур булмаған утрауға төшәләр. Һаҡланып ҡалған кәмәләрҙә диңгеҙселәрҙең бер өлөшө (барлыҡ офицер) ярҙам эҙләп китергә йыйына, утрауҙа матростар ғына ҡалырға тейеш була.Тик ҡалыусылар былар кире килмәҫ тип, тауыш сығара. Магеллан улар менән тороп ҡалған берҙән-бер дворян булып сыға. Был кешеләрҙе тынысландыра, күрәһең уның абруйы юғары булған[6].
10 көндән уларҙы ҡотҡаралар, Магеллан Һиндостанға кире бара, моғайын сауҙа менән шөғөлләнә башлағандыр, сөнки унан бурысҡа ҙур аҡса алып, кире ҡайтармауҙары һәм алты йылдан ғына суд аша юллап алыуы билдәле[6].
Шул йылдарҙа португалдар Гоаны яулап алып, ҡулынан ысҡындыра, яңынан һөжүм әҙерләй. Португалия Һиндостанының вице-короле Альбукерке 16 кешенән торған кәңәшсе төркөм йыя, улар араһында Магеллан да була. Тимәк, ул инде йоғонтоло кеше һанала. Ул сауҙа караптарының һөжүмдә ҡатнашмауын, Европаға китеүен яҡлап үҙ фекерен әйтә. Гоаға хәрби караптар һөжүм итә һәм яулап ала[7].
1511 йылда Магеллан Малаккаға походта ҡатнаша. Ҡала яулана һәм Малакка Португалия ҡулы аҫтына эләгә[7].
Малакканы алыу менән Альбукерке өс караптан торған экспедицияһын Тәмләткестәр утрауҙарына ебәрә. Унда Магеллан да ҡатнашҡан булһа кәрәк (мәғлүмәттәр төрлө)[8]. Серран тигән капитандың карабы катастрофаға эләгә һәм Тидор тигән утрауға эләгеп, юғары вазифаға тәғәйенләнә[9][10].
Португалия[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1512 йылда Магеллан Лиссабонда була инде[10], уға айына 1000 реал пенсия бирелә (иң бәләкәй күләм)[11]. Тиҙҙән 1850 реал итәләр.
1514 йылда Мароккоға һөжүмдә ҡатнаша (Аземмур янында). Шул һуғышта аяғы яраланып, сатан булып ҡала. Үҙенә ялған ғәйептәр тағыла башлағас, ул үҙен аҡлар өсөн, рөхсәт алмай-нитмәй Португалияға ҡайтып китә. Король уға бик ҡаты асыулана һәм Магелланға, хеҙмәтенә кире барырға тура килә. Африкала ғәйепләүҙе туҡтаталар, отставкаға сығып, ҡайтып китә. Ул королдән пенсияһын арттырыуҙы һорай, әммә король ыңғай яуап бирмәй[12].
Магелланға донъя буйлап сәйәхәткә сығып китеү ниәте ҡасан килгәндер, билдәһеҙ. Дуҫы Серран Молукканан утрау бик алыҫ көнсығышта ятһа ла, Америкаға яҡын икәнлеген яҙғандалыр, бәлки. Магеллан карталарҙы өйрәнә, капитандар менән һөйләшә[13].
Король Мануэль I-нән Магеллан диңгеҙ хеҙмәтенә алыуҙы һәм походҡа ебәреүҙе һорай, әммә тегеһе кире ҡаға. Магеллан икенсе берәй дәүләткә мөрәжәғәт итергә рөхсәт һорай һәм ыңғай яуап ала. Тиҙҙән Португалиянан Испанияға бер төркөм диңгеҙселәр күсеп бара[14][15].
Испания[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Магеллан Севильяла урынлаша, бында португал эмигрант, арсенал начальнигы Диего Барбоза менән таныша, 1517—1518 йылдар араһында Магеллан уның ҡыҙы Беатричеға өйләнә. 1519 йылда уларҙың улы тыуа. Барбозаның улы — Дуарте Барбоза ла Магеллан кеүек үк Һиндостанда хеҙмәт иткән була. Икеһе лә үлгәндән һуң уларҙың ҡултамғаһы менән баҫылған «Livro de Duarte Barbosa» («Дуарти Барбозы китабы») китап табыла. Авторы улар икеһе ләме, әллә Магеллан ғынамы — билдәһеҙ[16].
Магеллан экспедиция тураһында идеяларын яҙып «Контракттар Палатаһына» (экспедициялар ойоштороусы ведомство) тапшыра. Ыңғай яуап булмай, әммә Палата етәкселәренең береһе Һуан де Аранда Магелланенән һөйләшеп, буласаҡ табыштың 20%-ын һорап, ярҙам вәғәҙә итә. Тиҙҙән Испанияға Магелландың фекерҙәше астроном Руи Фалеру килә. Уның ярҙамында Аранда менән 1/8 өлөш тураһында килешеүгә өлгәшәләр. Нотариуста килешеүҙе раҫлаталар. Тиҙҙән Магеллан Испания етәкселегенә ниәттәрен еткерә һәм рөхсәт ала. Экспедицияға әҙерләнә башлайҙар[17][15].
Сәйәхәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Экспедицияға ике йыллыҡ запас менән 5 карап әҙерләнә.
Үлеме[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Фернан Магеллан иҫтәлегенә исем бирелгән[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Магеллан болоттар
- Магеллан боғаҙы
- Һыу аҫты Магеллан ҡалҡыулығы Тымык океанында, Маршалл утрауҙары янында
- Магеллан (йыһан аппараты), 1990
- Магелланов пингвин
- Айҙа Магеллан кратеры
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Фернан Магеллан — Большая Советская Энциклопедия
- ↑ Субботин В.А., 1998, с. 172
- ↑ Субботин В.А., 1998, с. 173
- ↑ Субботин В.А., 1998, с. 174
- ↑ Субботин В.А., 1998, с. 175-176
- ↑ 6,0 6,1 Субботин В.А., 1998, с. 177
- ↑ 7,0 7,1 Субботин В.А., 1998, с. 178
- ↑ Субботин В.А., 1998, с. 179
- ↑ Субботин В.А., 1998, с. 181
- ↑ 10,0 10,1 Подобно солнцу… Жизнь Фернана Магеллана и первое кругосветное плавание (Ланге П. В.)
- ↑ Цвейг С., 2009
- ↑ Субботин В.А., 1998, с. 179-180
- ↑ Субботин В.А., 1998, с. 180-181
- ↑ Субботин В.А., 1998, с. 182
- ↑ 15,0 15,1 Подобно солнцу… Жизнь Фернана Магеллана и первое кругосветное плавание (Ланге П. В.)
- ↑ Субботин В.А., 1998, с. 183
- ↑ Субботин В.А., 1998, с. 185-186
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Антонио Пигафетта. Путешествие Магеллана. — М., 2009.
- Бойцов, М. А. Путь Магеллана: Раннее Новое Время. Книга для чтения по истории. — М., 2006. — С. 20—24.
- Стефан Цвейг. Магеллан. — М., 2001.
- Казакова Н. А., Катушкина Л. Г. Русский перевод XVI в. первого известия о путешествии Магеллана. (Перевод письма Максимилиана Трансильвана) // ТОДРЛ. — Л., 1968. — Т. 23. — С. 227—252.
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Магидович И. П., Магидович В. И. Очерки по истории географических открытий — 3-е. переработанное и дополненное. — М.: Просвещение, 1983. — Т. 2. — 399 б. — 200 000 экз.
- Субботин В. А. Великие открытия. Колумб. Васка да Гама. Магеллан — М.: УРАО, 1998. — 272 б. — 3000 экз. — ISBN 5-204-00140-9.
- Стефан Цвейг. Америго Веспуччи. Фернан Магеллан — Дрофа, 2009. — 528 б. — ISBN 5-7107-9807-Х.
- Ланге П. В. Подобно солнцу… Жизнь Фернана Магеллана и первое кругосветное плавание — М.: Прогресс, 1988. — 240 б.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
![]() |
Фернан Магеллан Викимилектә |
---|---|
![]() |
Фернан Магеллан Викияңылыҡтарҙа |
- Фернан Магеллан: разорванный круг. Программа «Эха Москвы» из цикла «Всё так»
- Жизнь за плавание вокруг света
- А. Пигафетта. «Путешествие Магеллана» (часть 1)
- А. Пигафетта. «Путешествие Магеллана» (часть 2)
- КАПИТУЛЯЦИЯ, ЗАКЛЮЧЁННАЯ С ЭРНАНДО ДЕ МАГЕЛЛАНОМ И БАКАЛАВРОМ ЛУИСОМ ФАЛЕРО ОБ ОТКРЫТИИ ОСТРОВОВ ПРЯНОСТЕЙ
Был мәҡәлә Башҡорт Википедияһының яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә. |
- Алфавит буйынса шәхестәр
- 1480 йылда тыуғандар
- 27 апрелдә вафат булғандар
- 1521 йылда вафат булғандар
- Португалияла тыуғандар
- Алфавит буйынса сәйәхәтселәр
- Испания диңгеҙселәре
- Португалия диңгеҙселәре
- Бөйөк географик асыштар осоро
- Донъя тирәләй сәйәхәт итеүселәр
- Австралияны һәм Океанияны өйрәнеүселәр
- Һуғышта һәләк булғандар
- Үлтереү ҡорбандары