Океанология

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Океанология
Рәсем
Өйрәнеү объекты океан

Океаноло́гия (океан һәм бор. грек. λόγος — фекер йөрөтөү, һүҙ) йәки океаногра́фия (океан һәм бор. грек. γραφειν — яҙам, һүрәтләйем) - океандың һәм атмосфераның ҙур масштабта бер-береһе менән тәьҫир итешеүен һәм уның оҙаҡ арауыҡта үҙгәрешен, океандың материктар менән, атмосфера һәм океан төбөнөң химик алмашыныуын, биотаны һәм уның экологик тәьҫир итешеүҙәрен, океан төбөнөң геологик төҙөлөшөн, океандың төрлө райондары араһындағы энергия һәм есем алмашыу иҫәбенә барған урындағы һәм локаль процестарҙы өйрәнә. Океанология — тотош океанда, уның айырым региондарында (региональ океанология), ситтә ятҡан һәм эске диңгеҙҙәрҙә барған физик, химик һәм биологик процестарҙы өйрәнеүсе фән. Рәсәйҙә «океанография» шул уҡ фән, тик унда биология инмәй.

Карта океанических течений, составленная в 1911 году

Океанды өйрәнеүгә төрлө дәүерҙәрҙә йәшәгән диңгеҙселәр, айырыуса XV быуат аҙағы — XVI быуат башында, Бөйөк географик асыштар осоронда алыҫ ҡитғаларға сәфәр яһаған диңгеҙселәр, ҙур өлөш индерә. 1519 йылда Ф. Магеллан етәкселегендәге 5 караптан торған испан экспедицияһы тәүге Бөтә донъя буйлап сәйәхәткә китә, экспедициянан тик бер карап 1522 йылда тыуған илгә ҡайта. Был экспедиция донъялағы бөтә океандарҙың да бер-береһе менән тоташҡан икәнен иҫбатлай[1].

Океанография буйынса тәүге хеҙмәт тип Италия ғалимы (монах) Луиджи Марсильиның «Диңгеҙҙең физик тарихы» китабын атайҙар (Амстердамда 1725 йылда нәшер ителгән)[2]. XVIII аҙағына диңгеҙле ҙур илдәрҙең гидрография хеҙмәттәренең архивтарында елдәр һәм иң мөһим диңгеҙ юлдары тураһында бик күп мәғлүмәт туплана (караптарҙың вахта журналдарында теркәлгән яҙыуҙар).

Рәсәйҙә «Океанолог» һөнәрен ике юғары уҡыу йортонда — М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында һәм К. А. Тимирязев исемендәге Мәскәү дәүләт ауыл хужалығы академияһында алырға була[3].

Океанология бүлектәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Океанологияла ете бүлек бар:

Thermohaline circulation

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Подобно солнцу… Жизнь Фернана Магеллана и первое … historic.ru/books/item/f00/s00/z0000052/index.shtml
  2. ocean-msu.ru/oceanology/history/
  3. Профессия Океанолог: описание, где учиться, необходимые … https://www.profguide.ru/professions/Okeanolog.html

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Пивоваров А. А. Термика пограничных слоев океана и атмосферы. ч. 1.— М.: Изд-во МГУ, 1986, 127 с.
  • Пивоваров А. А. Термика пограничных слоев океана и атмосферы. ч. 2.— М.: Изд-во МГУ, 1987, 92 с.
  • Гусев А. М. Основы океанологии.— М.: Изд-во МГУ, 1987, 247 с.
  • Гусев А. М. Антарктида. Океан и атмосфера.— М.: Просвещение, 1983, 151 с.
  • Степанов В. Н. Океаносфера.— М.: «Мысль», 1983. 270 с.
  • Захаров Л. А. Введение в промысловую океанологию.— Калининград, 1998
  • Развитие физико-географических наук (XVII—XX вв.).— М.: Наука, 1975.- С.79-117.
  • Гершанович Д. Е., Муромцев А. М. Океанологические основы биохимической продуктивности Мирового океана.— Л.: Гидрометеоиздат, 1982
  • Гершанович Д. Е. Промысловая океанография.— Л.: Агропромиздат, 1986
  • Гершанович Д. Е., Елизаров А. А., Сапожников В. В. Биопродуктивность океана.— М.: Агропромиздат, 1990

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Океанологические приборы и оборудование Ҡалып:Hydrology-stub