Эстәлеккә күсергә

Утлы Ер

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Утлы Ер архипелагы битенән йүнәлтелде)
Утлы Ер
исп. Tierra del Fuego
Утлы Ер утрауының яр буйы, Бигл боғаҙынан күренеш
Утлы Ер утрауының яр буйы, Бигл боғаҙынан күренеш
Характеристикалар
Утрауҙар һаныяҡынса 40 мең 
Иң эре уртауУтлы Ер 
Майҙаны73 753 км²
Иң бейек нөктәһе2488 м
Халҡы251 000 чел. (2006)
Халыҡ тығыҙлығы3,4 кеше/км²
Урынлашыуы
54° ю. ш. 70° з. д.HGЯO
Йыуыусы акваторияАтлантик океан, Тымыҡ океан
Утлы Ер
Красная точка
Утлы Ер
 Утлы Ер Викимилектә

Утлы Ер (исп. Tierra del Fuego [ˈtjera ðel ˈfweɣo]?) — Көньяҡ Американың иң көньяҡ өлөшөндәге архипелаг, уның составына яҡынса 40 мең утрау керә. Архипелагтың дөйөм майҙаны — 73 753 км² (шул иҫәптән архипелагтың иң ҙур утрауы Утлы Ер (Исла-Гранде) майҙаны — 47 992 км²).

Архипелаг утрауҙарының күп өлөшө Чилиныҡы һәм Магальянес өлкәһенә керә. Архипелагтың иң ҙур утрауы — Утлы Ер (Исла-Гранде) Чили һәм Аргентина араһында бүленгән. Аргентинаға шулай уҡ архипелагтың иң көнсығыш утрауы Эстадос ҡарай.

Архипелагты Көньяҡ Америка менән Магеллан боғаҙы, ә Антарктида менән — Дрейк боғаҙы айыра. Архипелагтың иң ҙур утрауы шул уҡ исем менән атала — Утлы Ер (башҡа исеме Исла-Гранде).

Утлы Ергә НАСА-ның «Терра» яһалма юлдашынан фотоһүрәт.

Иң юғары нөктәһе — Дарвин тауы (2488 м), элек Шиптон тауы (2469 м) иҫәпләнгән.

Архипелаг утрауҙарҙың ярҙары, бигерәк тә көньяҡ-көнбайышта, ныҡ йырғыланған.

Архипелагтан көньяҡтараҡ Көньяҡ Американың иң көньяҡ нөктәһе Диего-Рамирес утрауҙары урынлашҡан.

Тәү башлап асыусы Магеллан архипелагты Билдәһеҙ Көньяҡ ерҙең (Terra Australis Incognita) төньяҡ өлөшө тип иҫәпләгән. Архипелаг атамаһын уның йөҙөүенән һуң ала. Төбәк халҡы (индейҙар) төндә яр буйҙарында усаҡ яҡҡандар, шунлыҡтан Магеллан был уттарҙы вулкан сығышлы тип уйлаған, һәм асылған территорияны Утлы Ер тип атай.

XIX быуат аҙағында Джулиус Поппер Янар Ер архипелагын колонизациялауҙы башҡара.

Утлы Ер утрауында планетаның иң көньяҡ ҡалаһы — Ушуая (Аргентина), ә Наварино утрауында Ерҙең иң көньяҡ тораҡ пункты — Пуэрто-Торо (Чили) урынлашҡан. Халҡының күп өлөшө Утлы Ер утрауында йәшәй.

Утлы Ерҙең төп халҡы (шулай уҡ утлы ерлеләр йәки фуэгиндар булараҡ билдәле) араһында ямана айырым телендә һөйләшкән яган халҡы өҫтөнлөк итә. Утрауҙа шулай уҡ Көньяҡ Американың материк өлөшө халыҡтары ла йәшәй.