Утлы Ер

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Утлы Ер
исп. Tierra del Fuego
Утлы Ер утрауының яр буйы, Бигл боғаҙынан күренеш
Утлы Ер утрауының яр буйы, Бигл боғаҙынан күренеш
54° ю. ш. 70° з. д.HGЯO
Уратып алған акваториялар Атлантик океан, Тымыҡ океан
Утрауҙар һаны яҡынса 40 мең
Иң ҙур утрау Утлы Ер
Дөйөм майҙаны 73 753 км²
Наивысшая точка 2488 м
Илдәр Аргентина Аргентина
Чили Чили
Утлы Ер (Аргентина)
Brown 804000 pog.svg
Утлы Ер
Утлы Ер (Утлы Ер)
Brown 804000 pog.svg
Утлы Ер
Халҡы (2006 йыл) 251 000 кеше
Халыҡ тығыҙлығы 3,403 кеше/км²
Commons-logo.svg Tierra del Fuego Викимилектә

Утлы Ер (исп. Tierra del Fuego [ˈtjera ðel ˈfweɣo]?) — Көньяҡ Американың иң көньяҡ өлөшөндәге архипелаг, уның составына яҡынса 40 мең утрау керә. Архипелагтың дөйөм майҙаны — 73 753 км² (шул иҫәптән арңпиелагтың иң ҙур утрауы Утлы Ер (Исла-Гранде) майҙаны — 47 992 км²).

Архипелаг утрауҙарының күп өлөшө Чилиныҡы һәм Магальянес өлкәһенә керә. Архипелагтың иң ҙур утрауы — Утлы Ер (Исла-Гранде) Чили] һәм Аргентина араһында бүленгән. Аргентинаға шулай уҡ архипелгатың иң көнсығыш утрауы Эстадос ҡарай.

Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Архипелагты Көньяҡ Америка менән Магеллан боғаҙы, ә Антарктида менән — Дрейк боғаҙы айыра. Архипелагтың иң ҙур утрауы шул уҡ исем менән атала — Утлы Ер (башҡа исеме Исла-Гранде).

Утлы Ергә НАСА-ның «Терра» яһалма юлдашынан фотоһүрәт.

Иң юғары нөктәһе — Дарвин тауы (2488 м), элек Шиптон тауы (2469 м) иҫәпләнгән.

Архипелаг утрауҙарҙың ярҙары, бигерәктә көньяҡ-көнбайышта, ныҡ йырғыланған.

Архипелагтан көньяҡтараҡ Көньяҡ Американың иң көньяҡ нөктәһе Диего-Рамирес утрауҙары урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тәү башлап асыусы Магеллан архипелагты Билдәһеҙ Көньяҡ ерҙең (Terra Australis Incognita) төньяҡ өлөшө тип иҫәпләгән. Архипелаг атамаһын уның йөҙөүенән һуң ала. Төбәк халҡы (индеецтар) төндә яр буйҙарында усаҡ яҡҡандар, шунлыҡтан Магеллан был уттарҙы вулкан сығышлы тип уйлаған, һәм асылған территорияны Утлы Ер тип атай.

XIX быуат аҙағында Джулиус Поппер Янар Ер архипелагын колонизациялауҙы башҡара.

Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Утлы Ер утрауында планетаның иң көньяҡ ҡалаһы — Ушуая (Аргентина), ә Наварино утрауында Ерҙең иң көньяҡ тораҡ пункты — Пуэрто-Торо (Чили) урынлашҡан. Халҡының күп өлөшө Утлы Ер утрауында йәшәй.

Утлы Ерҙең төп халҡы (шулай уҡ утлы ерлеләр йәки фуэгиндар булараҡ билдәле) араһында ямана айырым телендә һөйләшкән яган халҡы өҫтөнлөк итә. Утрауҙа шулай уҡ Көньяҡ Американың материк өлөшө халыҡтары ла йәшәй.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]