Хохлов Константин Павлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Хохлов Константин Павлович
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 20 октябрь (1 ноябрь) 1885
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Мәскәү ҡалаһы[1]
Вафат булған көнө 1 ғинуар 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})[1] (70 йәш)
Вафат булған урыны СССР, РСФСР, Санкт-Петербург[1]
Ерләнгән урыны Литераторские мостки[d]
Хәләл ефете Хохлова, Александра Сергеевна[d]
Һөнәр төрө кино актёры, актёр, театр режиссёры, театральный педагог
Эш биреүсе Леся Украинка исемендәге Милли академия урыҫ драмаһы театры[d]
Уҡыу йорто М. С. Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены СССР-ҙың халыҡ артисы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Народный артист Украинской ССР

Хохлов Константин Павлович (укр. Костянтин Павлович Хохлов;1 ноябрь 1885 йыл — 1 ғинуар 1956 йыл) — совет һәм украин актеры, театр режиссеры, педагог. СССР-ҙың халыҡ артисы (1944). Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Башҡорт академия драма һәм Урыҫ драма театрҙарында эшләй (1941—1942)[2].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Константин Хохлов 1885 йылдың 1 ноябрендә Мәскәүҙә тыуған. 1895—1905 йылдарҙа Мәскәүҙә Александров коммерция училищеһында уҡый. 1908 йылда Мәскәү театр училищеһын (хәҙер М. С. Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһы) (уҡытыусыһы А. П. Ленский тамамлай[3].

1917—1920 һәм 1908—1915 йылдарҙа — Мәскәү Художество театры актеры, уның сәхнәһендә « ере мәйет» спектаклендә — Каренин , "Гамлет"та — Горацио ролдәрен уйнай[3]. 1916 йылда беренсе тапҡыр кинематографҡа саҡырыу ала: «Ураган» фильмында Козачевский ролен башҡара.

1921 йылда — Петроградта Ҙур театры актеры, 1922 йылда шул уҡ театрҙа режиссер булараҡ Шекспирҙың «Юлий Цезарь» пьесаһы буйынса спектакль ҡуя. Шул уҡ йылда Ҙур драма театрына баш режиссер итеп тәғәйенләнә, бер нисә спектакль ҡуйып өлгөрәref name="academic">Горбунов М. А. Хохлов, Константин Павлович // Театральная энциклопедия (под ред. П. А. Маркова). — М.: Советская энциклопедия, 1961—1965. — Т. 4.</ref>. Андрей Лаврентьев театрға кире ҡайтҡандан һуң режиссер булараҡ эшләүен дауам итә .

1925—1930 йылдарҙа — А. С. Пушкин исемендәге Ленинград драма театры режиссеры, 1926—1930 йылдарҙа — «Студия» дәүләт күсмә театры етәксеһе, 1931—1938 йыл дарҙа— Кесе театр режиссеры.

1938 йылда Леся Украинка исемендәге Киев урыҫ драма театры баш режиссеры һәм художество етәксеһе итеп тәғәйенләнә, 1954 йылға тиклем театрҙы етәкләй, СССР-ҙа иң яҡшы театрҙар иҫәбенә ингән театр үҫеше уның исеме менән бәйле[3].

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡорт драма театры (хәҙер — Мәжит Ғафури исемендә) спектаклдәр ҡуя. 1941—1942 йылдарҙа театрҙың художество етәксеһе була, һәм Урыҫ драма театрында ла ике спектакль ҡуя[4].

1954 йылда Ленинградҡа ҡайта һәм Ҙур драма театрын етәкләй, әммә был юлы ла оҙаҡҡа түгел, 1955 йылда көрсөккә эләккән театрҙан китергә мәжбүр була[5].

1922 йылдан алып педагогик эшмәкәрлек менән шөғөлләнә: А, С. Пушкин исемендәге Ленинград драма театры эргәһендәге студияла. (1924—1930), Кесе театр эргәһендәге Мәскәү театр училищеһын (1931—1933, уҡытыусы һәм уҡытыу бүлеге мөдире актерлыҡ оҫталығы буйынса дәрестәр бирә, шулай уҡ Л. Украинка исемендәге Киев урыҫ драма театры. Л. Украинка (1938—1941, уҡытыусы һәм студияның художество етәксеһе), И. Карпенко-Карый исемендәге Киев театр институты (1939—1941), А. Н. островский исемендәге Ленинград театр институты. (хәҙер Санкт-Петербург дәүләт театр сәнғәте академияһы) (1954—1955)[3].

Хохлов ҡәбере. С.-Петербург.

1956 йылдың 1 ғинуарында Ленинградта вафат була. Волков зыяратында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 Хохлов Константин Павлович // Большая советская энциклопедия: [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. Хохлов Константин Павлович Архивная копия от 26 март 2012 на Wayback Machine — Музей // Театр русской драмы им. Леси Украинки]
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Горбунов М. А. Хохлов, Константин Павлович // Театральная энциклопедия (под ред. П. А. Маркова). — М.: Советская энциклопедия, 1961—1965. — Т. 4.
  4. Хохлов Константин Павлович Архивная копия от 26 март 2012 на Wayback Machine — Музей // Театр русской драмы им. Леси Украинки]
  5. Старосельская Н. Товстоногов — М.: Молодая гвардия, 2004. — Б. 138. — ISBN 5-235-02680-2.
  6. Хохлов Константин Павлович — Киносозвездие — авторский проект Сергея Николаева

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Хохлов Константин Павлович
  • Хохлов Константин Павлович // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978. // БСЭ