Күтәрелгән сиҙәм (роман)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Күтәрелгән сиҙәм
Поднятая целина
Издание
Романдың тәүге баҫмаларының тышы. ГИХЛ, 1937.
Жанр:

роман

Автор:

Михаил Шолохов

Төп нөхсә теле:

урыҫ

Яҙылған йылы:

19301959

Публикация:

1932 (1-се китап), 1959 (2-се китап)

«Күтәрелгән сиҙәм» — М. А. Шолохов романы. Романдың беренсе томы 1932 йылда баҫылып сыға, икенсеһе — 1959 йылда. Әҫәр Донда коллективлаштырыу һәм «25-меңселәр» хәрәкәтенә арналған.

Төҙөлөү тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

М. А. Шолохов роман яҙыу тураһында былай тип әйтә:

«Мин „Күтәрелгән сиҙәмде“ ваҡиғаларҙың ҡайнар эҙҙәре буйынса, 1930 йылда ауыл тормошон ҡырҡа үҙгәрткән ваҡиғалар: кулактарҙы синыф булараҡ юҡ итеү, тотош коллективлаштырыу, крәҫтиәндәрҙең колхозға күпләп инеү хәрәкәте — тураһында, ауылда булған ваҡиғаларҙың хәтирәләре яңы саҡта яҙҙым».

1932 йылда романдың беренсе китабы баҫылып сыға һәм ул китап уҡыусылар тарафынан үҙаллы әҫәр кеүек ҡабул ителә. Шулай ҙа Шолохов икенсе китап өҫтөндә эшләй, һәм уны Бөйөк Ватан һуғышы алдынан ғына тиерлек тамамлай. 1942 йылда Вёшенская станицаһындағы яҙыусы йортонда булған икенсе китаптың ҡулъяҙмаһы станицаны немецтар бомбаға тотҡан ваҡытта юғала. 1950-cе йылдарҙа Шолохов ҡулъяҙмаларын тергеҙеү өҫтөндә эшләй, һәм 1959 йылда романдың икенсе китабы донъя күрә.

Ҡыҫҡаса сюжеты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Романдағы ваҡиғалар 1930 йылда Донда ҡыҙыу рәүештә коллективлаштырыу барған ваҡиғаларҙы тасуирлай. Коммунистар партияһы заданиеһы менән Гремячий Лог утарына егерме биш меңсе (двадцатипятитысячник), элекке моряк һәм Ленинград заводы эшсеһе, Семён Давыдов килә. Ул урындағы партия ячейкаһы етәксеһе Макар Нагульнов һәм Гремячий Лог ауыл советы рәйесе Андрей Разметнов менән таныша. Улар бергәләшеп, бер йылдан аҙыраҡ ваҡыт эсендә урта хәлле крәҫтиәндәрҙең колхозға ышанмауын еңеп, колзоз төҙөүгә аяҡ салыусыларҙың зыян яһауҙары, кешеләрҙең хужаһыҙлығы, булдыҡһыҙлығы менән көрәшеп, Гремячий колхозын төҙөй.

Персонаждар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дондағы Ростовта Щукарь ҡартҡа ҡуйылған һәйкәл

Давыдов Семен — төп герой, элекке моряк һәм Ленинград заводы эшсеһе. Ул егерме биш меңселәр (двадцатипятитысячник) хәрәкәте вәкиле. Давыдов романда «дөрөҫ» коммунист һәм стереотипҡа ингән Граждандар һуғышы геройы итеп һүрәтләнә. Партия ҡушыуы буйынса утарға килгән Давыдов «контраға» ныҡ ҡаршылыҡ күрһәтеүсе һәм Гремячий Логта хәлле крәҫтиәндәрҙе кулак булараҡ юҡ итеү хәрәкәтенең төп башлаусыһы. Шул уҡ ваҡытта ул бер ни тиклем баҙнатһыҙ һәм ҡыйыуһыҙ. Беренсе китаптың аҙағында ул Нагульновтың элекке ҡатыны Лушка менән мөхәббәт мөнәсәбәттәренә инә, шунлыҡтан икенсе китап башында ул ҡыйыулығын юғалта һәм хатта колхоз менән етәкселек итеүҙе лә ғәмәлдә онотоп тора. Икенсе китаптың икенсе яртыһында Гремячий Лог утары ҡыҙы Варвара баҫыуҙа барған сәсеү эштәре ваҡытында Давыдовҡа ғашиҡ булыуы тураһында Семенға әйтә. Варвараға ҡарата һөйөү тойғоһо кисермәһә лә, Семен ҡыҙҙы һәм уның йәтим туғандарын йәлләп, Варвара ҡаланан агрономлыҡҡа уҡып ҡайтҡас, ҡыҙға өйләнергә вәғәҙә бирә. Давыдовтың кире сифаттары етерлек: ул тәмәке тарта, ҡай саҡ араҡы эсеп тә ебәрә, уның ҡорһағында хатта оятһыҙ татуировка ла бар. Роман аҙағында Давыдовты Половцев атып үлтерә.

Макар Нагульнов — Гремячий Лог утарындағы партячейка секретары, ул бик ауыр холоҡло кеше булараҡ һүрәтләнә, сөнки ул яҙыусы әйткәнсә, бөтөнләй мөйөштәрҙән тора, «улар барыһы ла осло һәм ҡыҫынҡы мөйөш». Ул Граждандар һуғышы ветераны, тәртибенә ҡарағанда, ул, моғайын, һуғышта әҙерәк аҡылға зәғифләнгән. Уның донъяға ҡарашы бик тә радикаль, шунлыҡтан ул «тәртәне һындырырға» ярата. Нагульнов коммунизм идеологияһына һәм Бөтә донъя революцияһы идеяларына фанатик рәүештә тоғро. Революцияға хеҙмәт итеү маҡсатында ул хатта инглиз телен өйрәнә. Ул ныҡлы мизогин, шулай ҙа Лукерьяға өйләнгән. Беренсе китаптың урталары тирәһендә Нагульнов ҡатынын үҙенә даими хыянат ҡылғанлыҡтан өйөнән ҡыуып сығара, сөнки ул партиялағы кеше өсөн никах кәрәк түгел тип таба. Гремячий Логта колхоз төҙөү идеяһын ул хуплап ҡабул итә, был эшкә башы менән сумып, бирелеп эшләй. Колхоз булдырыу идеяһы өсөн ул иң ҡаты саралар ҡуллана, хатта колхозға инмәй, бер үҙе хужалыҡ алып барыусы крәҫтиәндәрҙе ҡурҡытыуға һәм туҡмауға тиклем барып етә. Шундай ҡылыҡтары өсөн уны икенсе китапта ваҡытлыса партиянан сығарып торалар. Шул уҡ ваҡытта Нагульновҡа үҙенсәлекле выжданлылыҡ та хас. В. Сталиндың «Уңыштарҙан баш әйләнеү» мәҡәләһе сығыуҙы Нагульнов бик ҡаты кисерә. Роман аҙағында Нагульновты Половцев атып үлтерә.

Андрей Разметнов — Гремячий Лог ауыл советы рәйесе, айыҡ фекер йөрөтөүсе, тыныс кеше. Йәш сағында уның ҡатыны һәләк була, һәм Андрей быны бик ауыр кисерә. Разметнов алдан күреп таный белә, шунлыҡтан ул — ОГПУ оперативниктарының ысын йөҙөн аңлаусы берҙән-бер ауыл советы рәйесе. Нагульнов һәм Давыдов менән бәхәс сыҡҡан саҡта ул йыш ҡына скептик ролен башҡара һәм уларҙың беренсеһенең ҡыҙыулығын һәм икенсеһенең бер ҡатлылығын тигеҙләй. Унан икенсе китапта ул өйөндә оялашҡан күгәрсендәрҙе ҡарай, бының менән ул үҙенең яратҡан ҡатыны менән бергә торған саҡтарын иҫкә төшөрә, күгәрсендәрҙе бесәй ашамаһын өсөн, Гремячий Логтағы бөтә бесәйҙәрҙе лә юҡ итә. Әсәһенең өгөтләүҙәренә күнеп, Андрей яратмайса ғына өйләнә. Нагульнов дошман ҡулынан һәләк булғас, Разметнов Гремячий Лог утарының партячейка секретаре булып китә.

Щукарь ҡарт — әҫәрҙәге тағы ла бер мөһим персонаж. Щукарь — Гремячий Лог утарында йәшәүсе оло йәштәге казак. Ул бик күңелсәк һәм шул уҡ ваҡытта бәхетһеҙ кеше. Роман буйынса ул үҙ тормошонда гел генә ҡыҙыҡ, көлкөлө хәлдәргә тарый: ҡайһы саҡ үҙенең ахмаҡлығы, ә күбеһенсә тормоштағы уңышһыҙ осраҡлы хәлдәр килеп сығыу арҡаһында. Китаптағы комик картиналар барыһы ла нәҡ Щукарь ҡарт образы менән бәйле. Ул үҙен Нагульновтың һәм Давыдовтың иң яҡын һәм иң яҡшы дуҫы итеп һанай. Бабай колхозда конюх булып эшләй. Давыдов менән Нагульновтың үлемдәрен бик ҡаты кисерә һәм шул арҡала хатта микроинсульт кисерә. Икенсе китап аҙағында бабай колхоз сельпоһында ҡарауылсы була.

Александр Половцев — әҫәрҙә Аҡ армия есаулы, колхоз ойоштороусыларҙың төп антагонисы. Ул Совет власына ҡаршы масштаблы контрреволюцион заговорҙа ҡатнаша. Половцев Гремячий Лог утарында Совет власына ҡаршы казактарҙың баш күтәреүселәр армияһын булдырырға тырыша. Роман буйына ҡылысы менән хушлаша алмай. Икенсе китап аҙағында ул, Нагульнов менән Давыдовты үлтереп, Үзбәкстанға ҡасып китә. Һуңынан ул үҙенең уңышһыҙлыҡҡа осрауын аңлай, үҙенә ярҙам итеүселәрҙе һата һәм атып үлтереүгә хөкөм ителә. Н. Ф. Теплицин фекеренсә, Половцевтың прототибы булып Сенин Александр хеҙмәт итә.

Роман хаҡында фекерҙәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Л. Сейфуллина:

«В ней („Поднятой целине“) пласты жизни схвачены глубоко. Любимые и враждебные объекты освещены равномерным светом знания, — чему

погибать, чему расти»[1].

Премиялар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1960 — Ленин премияһы

«Күтәрелгән сиҙәм» сәнғәттә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • опера «Поднятая целина» И. И. Дзержинского 1937, поставлена в Большом театре.
  • фильм «Поднятая целина», 1939, режиссёр Юлий Райзман.
  • фильм «Поднятая целина», 1959, режиссёр Александр Иванов.
  • спектакль «Поднятая целина»:
    • 1964 — Большой драматический театр имени Г. А. Товстоногова, инсценировка П. Дёмина, режиссёр Г. А. Товстоногов, в роли Давыдова Кирилл Лавров.
    • 1959 — Deutsches Theater, инсценировка Т. Лондона.
    • Пермский академический театр Театр.
  • 1985 — Ростовский академический театр драмы им. М. Горького, в роли Нагульнова Николай Сорокин, в роли деда Щукаря Михаил Бушнов.
  • В Ростове-на-Дону в 1981 году установлен памятник персонажу романа «Поднятая целина» деду Щукарю. Автор памятника — Н. В. Можаев, архитектор памятника — В. И. Волошин (соавтор — Э. М. Можаева).

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Роман-эпопея «Тихий Дон»

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]