Дон

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дон
Воронеж өлкәһендәге Дон
Воронеж өлкәһендәге Дон
Характеристика
Оҙонлоғо 1870 км
Бассейн 422 000 км²
Һыу сығымы 680 м³/с (тамағында (Раздорская ст.))
Һыу ағымы
Инеше
 · Урынлашыуы Новомосковск ҡ. (Тула өлкәһе),
Урта урыҫ ҡалҡыулығы
 · Бейеклеге 180 м
 · Координаталар 54°00′44″ с. ш. 38°16′40″ в. д.HGЯO
Тамағы Азов диңгеҙенең Таганрог ҡултығы
 · Урынлашыуы Азов ҡ. (Ростов өлкәһе)
 · Бейеклеге 0 м
 · Координаталар 47°05′11″ с. ш. 39°14′19″ в. д.HGЯO
Йылға ауышлығы 0,096 м/км
Урынлашыуы
Һыу бассейны Азов диңгеҙе

Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
РДҺР 05010100312107000000014
Дон (Рәсәй)
Точка
Точка
Дон (Рәсәйҙең Европа өлөшө)
Точка
инеше
Точка
тамағы
Blue 0080ff pog.svg — инеше, Blue pog.svg — тамағы
Дон Викимилектә

Дон (бор. грек. Τάναις — Танаис[1]) — Рәсәйҙең Европа өлөшөндәге йылға.

География[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дон бассейны
Дон инеше

Оҙонлоғо — 1870 км, бассейн майҙаны — 422 000 км².

Дондың инеше Урта урыҫ ҡалҡыулығының төньяҡ өлөшөндә, бейеклеге диңгеҙ кимәленән яҡынса 180 м тәшкил иткән Тула өлкәһенең Новомосковск ҡалаһында урынлашҡан[2][3][4]

Дон — типик тигеҙлек йылғаһы булып тора. Дондағы Ростов ҡалаһынан түбәнерәк дельта барлыҡҡа килтереп Азов диңгеҙенең Таганрог ҡултығына ҡоя.

Иң ҙур ҡушылдыҡтары:

  • Төньяҡ Донец (уң): оҙонлоғо — 1016 км, бассейн майҙаны — 99 600 км²;
  • Хопёр (һул): оҙонлоғо — 1008 км, бассейн майҙаны — 61 100 км²;
  • Медведица (һул): оҙонлоғо — 764 км, бассейн майҙаны — 34 700 км².

Дон буйындағы ҡалалар: Новомосковск, Данков, Лебедянь, Задонск, Семилуки, Воронеж, Нововоронеж, Лиски, Павловск, Серафимович, Дондағы Калач, Волгодонск, Цимлянск, Константиновск, Семикаракорск, Аксай, Дондағы Ростов, Азов, Новочеркасск (уң тармағында).

Тамағынан 1590 км юғарыраҡ суднолар йөрөшлө (Воронеж ҡалаһына тиклем), даими суднолар йөрөшө арауығы 1355 км (Лиски ҡалаһына тиклем) тәшкил итә. 1952 йылда Волга менән Дон йылғаларын тоташтырыусы канал төҙөлә.

Цимлянск һыуһаҡлағысы һуғарыу һәм электроэнергия етештереү маҡсатында яһалған, уның дөйөм күләме 21,5 км³, ә майҙаны — 2600 км² тәшкил итә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Дон (река в Европ. части СССР) — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  2. Василий Песков. Дон в колыбели (билдәһеҙ). Дата обращения: 16 октября 2010. Архивировано 4 февраль 2012 года.
  3. Сергей Новиков. ПРОПАЛ ИСТОК ДОНА (билдәһеҙ). Дата обращения: 11 июня 2011. Архивировано 23 август 2011 года.
  4. Про реку Дон. Исток. (билдәһеҙ). Дата обращения: 11 июня 2011. Архивировано 23 август 2011 года.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]


Icon river delta.svg Был гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Wikipedia-logo-v2.svg Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ