Эстәлеккә күсергә

Аҙау

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡала
Тана, Аҙаҡ
Файл:Аҙау (Ростов өлкәһе).jpg
Флаг Герб[d]
Флаг Герб
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Ростов өлкәһе

Ҡала округы

Аҙау ҡалаһы

Координаталар

47°06′00″ с. ш. 39°25′00″ в. д.HGЯO

Башлыҡ

Бездольный, Сергей Леонидович[d]

Нигеҙләнгән

1067 йылда

Элекке исеме

Тана (урта быуаттар ҡалаһы)

Ҡала с

1708 йылда

Майҙаны

67,5[1] км²

Халҡы

81 862[2] кеше (2016)

Тығыҙлығы

1212,77 кеше/км²

Этнохороним

аҙаулы,
аҙаулылар; һирәгерәк − аҙауҙар

Телефон коды

+7 86342

Почта индексы

346780—346783, 346787, 346789, 346799

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

60 404

Код ОКТМО

60 704 000 001

Номер в ГКГН

0012701

Тана, Аҙаҡ (Рәсәй)
Тана, Аҙаҡ
Тана, Аҙаҡ
Аҙау (Ростов өлкәһе)
Тана, Аҙаҡ
Рәсәй Банкының 10 һум номиналлы иҫтәлекле тәңкәһе (монетаһы) (2008)

Аҙау (элекке атамаһы Аҙаҡ (XIIIXIV б.), Тана (XVXVI б.; рус. Азов) — Ростов өлкәһендәге Аҙау районының административ үҙәге. Халҡы — 81 862[2] кеше (2016).

Бөгөнгө Аҙау — ул ыҡсым (компакт), йыйнаҡ, сәнәғәт зонаһы кеше йәшәгән кварталдарҙан ситкә сығарылған бик йәшел ҡала. Иҫке ҡалала Аҙау ҡәлғәһенең фортификацион ҡоролмалары — ҡәлғә валдары, ур, Алексей ҡапҡалары һаҡланған. Аҙау — мәҙәни ҡатламдары һаҡланған тарихи ҡалаларҙың береһе.

Этимологияһы:

Аҙау : — боронғо Танаис ҡалаһы урынында, Дон йылғаһы тамағында урынлашҡан ҡала (XVII б. «Азовск. Вз.» тип раҫланған). Ҡырым-татар теленән Azaw «Азов», төрөксә Azak, шунан сығып рум. Azác, серб-хорватса А̀зак көнсығыш төрөк — azak «түбән, түбән урын»; см. Радлов 1, 559, 563; Тиктин 1, 486. Шунан сығып: Аҙау диңгеҙе; сағыштырығыҙ: ҡырым-татар телендә Azaw däŋizi — шулай уҡ. XV—XVII бб. Итальян карталарында ул Маге delle Zabacheтип аталған; сағыштырығыҙ: тат., алт. čabak «чебак, Cyprinus lacustris»; см. Фасмер, ZfslPh 7, 152. Сағыштырығыҙ: грек атамаһы Καρμπαλούκ (Цецес), Банг фекренсә (KSz 11, 1 и сл.), төрөк телендәге Kärbalyq täŋiz һүҙенән — «бикре йәки ҡырпа диңгеҙе». Грек атамаһы Μαιῶτις. ион. Μαιῆτις ирланд телендәге māyavant- (ж. -vaitī) «ҡасырыу, аталандырыу урыны» (см. Бартоломэ 1168). сығанаҡ: Фасмер һүҙлеге. В7Е5В8НЕА

аҙаҡ «тамам, һуңғы, ахыр, бөтөү, финал… аҙайыу», аз «аҙ, ҙур булмаған»

тат. азак «һуңғы» боронғо ҡыпсаҡса … (кумано-половецк.) азак, азаF > азау «йылға тамағы» > Аҙау (Р. Әхмәтйәновтың ҡыҫҡаса этимологик һүҙлеге, Ҡаҙан ТКН-2001, 11-се бит)

Тур Хейердал атаманы хәҙерге Аҙау ҡалаһы урынында элек урынлашҡан Асгардтан килеп сыҡҡан тип фаразлағайны. Был фаразды тарихсылар һәм филологтар кире ҡаға.

Аҙау ҡәлғәһе ҡалдыҡтары

Аҙау ҡалаһы Дон йылғаһы һәм уның ҡушылдығы Аҙау йылғаһы ярында, уның Аҙау диңгеҙенә ҡойған еренән 15 километрҙа ятҡан Таганрог ҡултығының һыу юлында урынлашҡан. Ҡала быуаттар дауамында үҙенең тарихына оло тәьҫир яһаған мөһим стратегик урынды биләгән. Ҡала Ростов өлкәһенең иң боронғо ҡалаларының береһе, уның тарихы ике мең йылдан артыҡ элек, беренсе скиф ултыраҡтары барлыҡҡа килгәндән бирле, башланған. Тарихтан билдәле булғанса, ҡала территорияһында киммерийҙар, скифтар, савроматтар һәм меоттар йәшәгән. Скифтар эпохаһында Төньяҡ Аҙау диңгеҙе буйында региондың үҫешендә артабан мөһим роль уйнаған бик күп тораҡ пункттар барлыҡҡа килгән: был Таганрог ултырағы ла, Елизаветовский ҡаласығы ла, Ҙур грек колонияһы ла, боспор колонияһы Танаис та һ.б.

1559 йылда Аҙауҙы Дмитрий Вишневецкий ҡамауға алған. 1637 йылда дон һәм запорожье казактары Аҙауҙы баҫып алғандар һәм 1642 йылға саҡлы үҙ ҡулдарында тотҡандар (Аҙауҙы ҡамап ултырыу, тип аталған ваҡиға). Казактар Пётр I батша етәкселегендә 1695—1696 йылдарҙағы Аҙау походтарында ҡатнашҡан. Икенсе походта рус ғәскәрендә 65 мең һуғышсы, шулар араһында башҡорт яугирҙары 3 меңгә яҡын булған. Туранана-тура бәрелештәр башланыр алдынан, ҡапма-ҡаршы торған ғәскәрҙең иң таҫыл яугирҙары һайланып алынып, көс һынашырға сыҡҡандар. Һуңғы көрәштә бөрйән ырыуы башҡорто Алдар Иҫәкәев ҡаршы яҡтан сыҡҡан черкесты еңгән. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн 62 башҡорт яугиры тархан титулына лайыҡ булған[3]. Ошо походтар һөҙөмтәһендә Аҙау Рәсәйгә күскән. 1709 йылдан Аҙау губернаһы барлыҡҡа килгән һәм уның үҙәк ҡалаһы — Аҙау булған. 1711 йылдағы Прут походында рус армияһы ҡамауға эләккән һәм бирелергә мәжбүр ителгән. Прут килешеүе буйынса Аҙау ҡалаһы Рәсәйҙән Ғосман империяһы идаралығына күскән.

1735—1739 йылдарҙа, Рус-төрөк һуғышы дәүерендә, 1736 йылда Аҙау ҡәлғәһе генерал Ласси ғәскәре тарафынан баҫып алынған. Белград тыныслыҡ килешеүе нигеҙендә (1739)| Аҙау ҡәлғәһе Ғосман империяһына кире ҡайтарылған, әммә Рәсәй менән килешеу шарттары буйынса бөтөн ҡәлғә нығытмалары ла ҡаҙып алып ташланған. 1769 йылдың мартында, яңынан Рус-төрөк һуғышы (1768—1774) тоҡанғас, ҡала тағы ла вологда полкы һалдаттары һәм дон казактары тарафынан яулап алынған; шунан бирле ҡала мәңгелеккә Рәсәй ҡалаһы булып ҡалған.

1775 йылда Аҙау ҡалаһы яңы барлыҡҡа килгән Аҙау губернаһының административ үҙәгенә әйләнгән. 1782 йылда губерна идаралығы Екатеринославҡа күсеү сәбәпле, 1810 йылдың 31 мартынан Аҙау яңынан ҡәлғә тип — Екатеринослав губернаһы Ростов өйәҙе посады тип атала башлаған, ә 1888 йылда Дон Ғәскәре өлкәһенә ҡушылған һәм казак идаралығына тапшырылған.

XIX быуат аҙағында посадта 4-класлы ирҙәр гимназияһы (прогимназия), шулай уҡ ҡыҙҙар һәм ирҙәр училищелары эшләгән. Сауҙа кимәле һиҙелерлек кәмегән.

1926 йылда Аҙау тағы ла ҡала статусын алған.

1941−1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда, 1942 йылдың 27 июлендә, Аҙау ҡалаһын немец-фашист ғәскәрҙәре оккупацияланған; 1943 йылдың 7 февралендә Ростов операцияһы барышында Көньяҡ фронты ғәскәрҙәре тарафынан азат ителгән.

Хәҙерге Аҙау — Ростов өлкәһенең көньяҡ-көнбайышында, Дон йылғаһының һул ярында, йылға Таганрог ҡултығына ҡойған урындан тура сыҡҡанда 12, 5 километрҙа урынлашҡан өлкә буйһоноуындағы ҡала. Өлкә үҙәге — Дондағы Ростов ҡалаһынан — 35 километрҙа. Ҡала территорияһы майҙаны 66,2 км² тәшкил итә.

Ҡаланың климаты. Климаты – уртаса континенталь. Ғинуарҙың уртаса температураһы −4°С, июлдеке +22°С +24°С. Яуым-төшөм йылына 400—650 мм. Йылылыҡтың артыҡ булыуы менән дымһыҙлыҡ йәнәш тороуы хас. Ҡыш көнө ҡарлы бурандар була.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Уртаса максимум, °C −0,9 0,3 6,2 16,3 22,8 26,5 28,7 27,9 22,5 14,6 7,5 2,5 14,6
Уртаса минимум, °C −7,2 −6,4 −1,3 6,4 12,3 16,3 18,1 16,8 11,9 5,8 1,4 −2,9 5,9
Яуым-төшөм нормаһы, мм 47 37 31 43 53 67 51 37 36 30 46 61 539
Һыу температураһы, °C 1 0 3 9 19 23 25 24 18 12 5 2 12
Сығанаҡ: Гидрометцентр, Туристический портал


2016 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халҡы буйынса ҡала Рәсәй Федерацияһының 1112[4] ҡалаһы араһында [5] 375-се урында була.

Милли составы

Ҡалала 20-нән артыҡ милләт йәшәй. Күпселекте тәшкил итеүсе милләттәр: рустар — 94 %, украиндар — 3,1 %, белорустар — 0,5 %. Халыҡтың 55 % хеҙмәт итергә һәләтле йәштә. Иҡтисад өлкәһендә эшләүселәр — барлығы: 34,0 мең кеше. Шуларҙан матди производствола хеҙмәт итеүселәр — 23,8 мең кеше, етештереү өлкәһендә хеҙмәт итеүселәр — 10,2.

Енси-йәш буйынса состав
Аҙау ҡала округы халҡының енес бүленеше буйынса һаны
2010 йылдың 14 октябренә ҡарата торошо буйынса[6][7] 2012 йылдың 1 ғинуарына торош буйынса
Бөтәһе Ирҙәр Ҡатын-ҡыҙҙар Бөтәһе Ирҙәр Ҡатын-ҡыҙҙар
82 937 37 023 45 914 82 901 37 134 45 767

Аҙауҙа Интернетҡа инеү мөмкинлеге биреү сфераһында түбәндәге интернет-провайдерҙар айырылып тора:

  • Ростелеком (ПАО «Ростелеком») — FTTB технологиялары буйынса интернет
  • МТС («Мобиль ТелеСистемалар»)— FTTB технологиялары буйынса интернет
  • ТТК(«ТрансТелеКом компанияһы» ЯАЙ-е)— FTTB технологиялары буйынса интернет, телевидение.

Дондағы Ростовтың дәүләт санитар-эпидемиология күҙәтеүе һәм Рәсәй гидро-метерология үҙәктәре мәғлүмәте буйынса, тораҡ пункттарҙың Дон йылғаһынан һыу алыу һәм рекреация зоналарында БПК5 буйынса гигиена нормативтарын арттырыу билдәләнә (1,5-2 ПДК), ХПК (1,5-3,5 ПДК), дөйөм ҡатылыҡ буйынса (1,2-1,5 129 ПДК), дөйөм тимер буйынса (1,3-5,1 ПДК), нефть продукттары буйынса (1,2-32ПДК), ауыр металдар буйынса (1,5-2 ПДК).
Бактериаль бысраныу күрһәткестәре буйынса Дон йылғаһы юғары эпидемиология ҡурҡынысы сығанағы булып тора. Йылға һыуында колифагтар, сульфитредуцирлаусы клостридий саң-һеркәләре, холераға оҡшаш микрофлора күрһәтелә.

Йылға һыуының бактериаль бысраныуының юғары кимәле Дондың тамағы өлөшөндә, бигерәк тә ҡала канализацияһынан түбәнгәрәк һәм Темерник йылғаһының ҡойған урынынды күҙәтелә. Аҙау ҡалаһы өсөн һыу алыу урынында Дон йылғаһына, һыу сифатының микробиологик күрһәткестәре буйынса, Дондағы Ростов ҡалаһының етерлек кимәлдә таҙартылмаған һәм таҙартылмаған һыуҙары ағып төшөүе сәбәпле, бигерәк тә көсөргәнешле ситуация барлыҡҡа килгән. Халыҡтың бактериаль һәм вирус менән бысранған эсәр һыуҙы ҡулланыуы эсәк инфекцияларына һәм «А» тибындағы вируслы гепатит сирҙәренә килтерә[8].

Аҙау ҡалаһы Ростов агломерацияһы состаына инә һәм үҫешкән инфраструктуралы, сәнәғәт һәм торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү өсөн перспективалы территориялары булған күп функционалле динамик рәүештә үҫә барған ҡала. Ростов агломерацияһы планында Дон йылғаһы төп үҙәк булып тора, һәм бында Аҙау ҡалаһы, йөктәрҙе һыу буйлап хәрәкәт иттереүсе транспорт артерияһында ятҡанлыҡтан, айырым әһәмиәткә эйә. Был Аҙауҙы, Рәсәйҙең Көньяғын глобаль халыҡ-ара һәм рәсәй рыноктары менән бәйләүсе транспорт-логистик үҙәге итеп таныта (позиционирует).

Ҡала иҡтисадының нигеҙен машиналар төҙөү (7 предприятие) һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте (6 предприятие) тәшкил итә. Ҡалала тегеү фабрика һәм еңел сәнәғәттең башҡа предприятиелары, аҙыҡ-түлек (шуның эсендә консерва), йыһаз (мебель) сәнәғәте эшләй. Завод по производству Аҡһым-витамин өҫтәлмәләре етештереү заводы. Төҙөлөш материалдары етештереү (шуның эсендә тимер-бетон конструкциялары). Аҙау районында бойҙай, кукуруз, көнбағыш үҫтерәләр. Баҡсасылыҡ (йәшелсә, емеш-еләк) үҫешкән. Эре мөгөҙлө мал, сусҡа, ҡош-ҡорт үрсетелә.

Үҙенең уңайлы географик урынлашыуы буйынса, бөгөнгө Аҙау — бар кәрәкле инфраструктураһы булған, йылына диңгеҙ һәм эске һыу юлдары аша 1 миллион тоннаға яҡын төрлө йөктәр ташыған, 3000 — 5000 тонна йөк йөрөткән, һыуға батыу кимәле 4 метрға саҡлы булған, «йылға-диңгеҙ» тибындағы судноларҙы хеҙмәтләндереүсе үҫә барған халыҡ-ара диңгеҙ порты. Быға саҡлы сафта булған 7 причалдан башҡа, 2002 йылда бер нисә иген терминалы, порт элеваторы, ағас һәм техник спирт бушатыу-тейәү терминалдары, судноларҙы бункерлау терминалдары төҙөлә башланған.

Аҙау станцияһы — Батайскиҙан килгән бер юллы электрифицирланған тимер юл тармағының иң һуңғы станцияһы. Ростов менән ҡала яны бәйләнеше булдырылған. Ҡалала шулай уҡ автовокзал, Аҙау диңгеҙ һәм йылға порты (шул иҫәптән, суднолар менән пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү) бар. Аҙауҙың баш автовокзалынан Ростов сәғәт заводына саҡлы юл хаҡы 60 һум, Ростовтың Баш Автовокзалына − 64 һум, ростов аэропортына — 85 һум (был маршрут буйынса баш автовокзалдан таксиҙар сәғәт 07.00-нән 22:00-гә саҡлы йөрөйҙәр). Электропоезд йәки автобус менән өлкә үҙәгенән Аҙауға 1 сәғәттә, маршрут таксиһында — 40 минутта, теплоходта — 30 минутта барып етергә мөмкин. Яңы трасса буйлап үҙеңдең шәхси транспортыңда Аҙауҙан Ростовҡа 25 минутта барып етеп була. Нумерация Маршрут автобустары һәм маршрут таксиҙарының нумерацияһы тап килә.

  • № 1. Порт —Үҙәк баҙар — Ҡомло ур.,— Панфилов тыҡрығы — Киров урамы — Порт (ҡулса)
  • № 2. Красногоровка — Үҙәк — Автовокзал — Көнбайыш мкр. — Панфилов тыҡрығы
  • № 3. Балыҡ комбинаты — Васильев урамы — Автовокзал — Үҙәк баҙар — Мичуринсы снт-һы. Мичуринсы 3 (дачалар)
  • № 4. Красногоровка — Маяковский тыҡрығы — Автовокзал — Көнбайыш мкр.— Панфилов тыҡрығы
  • № 5. Төҙөлөш материалдары заводы — Севастополь урамы — Үҙәк — Үҙәк баҙар — 82-се ПТУ
  • № 7. Үҙәк — Автовокзал — Көнбайыш мкр.— Литейный проезды (үтә торған урын— Ясный ҡасабаһы (ҡулса)
  • № 8. Аҙау урамы — Үҙәк баҙар — Үҙәк — Автовокзал — Көнбайыш мкр.— КПА заводы— ПТУ № 45[9]
  • Аҙау иҡтисад, идара һәм хоҡуҡ институты
  • Аҙау технология институты — ДДТУ филиалы
  • АНО ВПО "Евразия асыҡ институты"ның Аҙау филиалы
  • Рәсәй дәүләт ижтимағи университеты — РДИУ филиалы

Урта һөнәри (профессиональ) уҡыу йорттары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Аҙау гуманитар-техник колледжы
  • Дон педагогия колледжының Аҙау филиалы
  • Аҙау казак кадет һөнәри (профессиональ) училищеһы
  • Ростов база медицина колледжының Аҙау филиалы

Иҫтәлекле урындар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Аҙау Аллаһ Анаһы иконаһы храмы
  • Аҙау Аллаһ Анаһы иконаһы храмы
  • Етенсе Көн Адвентист христиандары сиркәүе
  • Изге Николай храмы
  • Аҙау Аллаһ Анаһы иконаһы храмы
  • Ғүмер башлаусы (Живоначальная) Изге Троицкий храмы 2004 йылда төҙөлгән. Храмда түбәндәге реликвиялар бар: Амвросий Оптинский преподобныйы изге мәйете һәм и Аҙау Аллаһ Анаһы иконаһы[10].
  • Н. К. Крупская исемендәге Үҙәк китапхана
  • А. М. Штанько исемендәге китапхана
  • С. А. Есенин исемендәге китапхана
  • А. С. Пушкин исемендәге китапхана
  • А. П. Чехов исемендәге балалар китапханаһы
  • Л. Н. Толстой исемендәге китапхана
  • А. П. Гайдар исемендәге балалар китапханаһы
  • М. Горький исемендәге китапхана
  • Аҙау ҡала крайҙы өйрәнеү музейы ― Рәсәйҙең Көньяғындағы иң эре музейҙарҙарҙың береһе. Төрлө экспозициялар XVIII һәм XIX быуаттағы Аҙау һәм Дон крайы тарихына бағышланған, шулай уҡ урта быуаттарға, бронза (ҡула) һәм тимер быуатына бағышланған күргәҙмәләр ҡуйылған[11].
  • Аҙау тарих-археология һәм палеонтология музей-ҡурсаулығы
  • Рудольф Лазаревич Самойлович исемендәге мемориаль музей ― Арктиканы һәм Антарктиканы өйрәнеүсе ғалим Рудольф Лазоревич Самойловичҡа бағышланған Рәсәйҙә берҙән-бер музей. Полярсы үҙе шулай уҡ Аҙауҙа тыуған. Экспозиция үҫмер йылдарында урындағы прогимназияла уҡыған Самойловичтың мемориаль бүлмәһенән ғибәрәт. Бүлмәлә XIX быуат аҙағы ― XX быуат башы көнкүреше тергеҙелгән, фотографиялар һәм предметтарҙың төп нөсхәһе, шәхси әйберҙәре һәм архив документтары күрһәтелгән[12].
  • «Дары мөгәрәбе» музейы ― Рәсәйҙең Көньяғында һаҡланып ҡалған XVIII быуат хәрби-инженер сәнғәте һәйкәле. 1967 йылда, Аҙауға нигеҙ һалыуға 900 йыллығына бағышланған. Музей килеүселәрҙе крайҙың XVII—XVIII быуаттарҙағы тарихы менән таныштыра . Төп экспонат Дары мөгәрәбе ― Рәсәйҙең Федераль әһәмиәткә эйә булған мәҙәни мираҫ объекты. Экспозицияла шулай уҡ атыу ҡоралдары, артиллерия кәрәк-ярағы, һәм шулай уҡ төрлө фортификацион ҡорамалдарҙың һыҙымдары күрһәтелгән[13][14].

Монументаль сәнғәт һәм яугир даны һәйкәлдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Пётр I һәйкәле
  • Аҙауҙа Пётр I һәйкәле — һәйкәл 1996 йылдың 19 июлендә, Рәсәй Флотының 300 йыллығына арнап, Бөйөк Пётр I образын мәңгеләштереү, хәҙерге һәм киләсәк быуындар уның тоғро хеҙмәтен, ҡаҙаныштарын таныу, яҡты иҫтәлеген һаҡлау маҡсатынан асылған. Һәйкәл Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы, академик Олег Константинович Комов етәкләгән авторҙар коллективы тарафынан эшләнгән . Шулай уҡ авторҙар коллективы составына рәссамдың ҡатыны Комова Нина Ивановна һәм ҡаланың баш архитекторы В. Т. Фоменко ингән. Комов 1995 йылда вафат булғандан һуң работу над рабочей моделью статуи Пётр I статуяһының эш моделе өҫтөндә эште уның уҡыусыһы, Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы Андрей Николаевич Ковальчук дауам иткән. Бронзовая фигура Пётрҙың бронза фигураһы Мытище художестволы ҡойоу заводында һынландырылған. Уның бейеклеге — 3 метр, тотош ҙур гранит киҫәгенән яһалған постамент бейеклеге — 2 метр.
  • Шеин һәйкәле — 2009 йылдың 12 июнендә Аҙауҙа беренсе рус генералиссимусы, Бөйөк Пётрҙың көрәштәше, бояр Алексей Семёнович Шеинға һәйкәл асылды. Бронза фигура Аҙауҙың тарихи үҙәгендә музей ҡаршыһына ҡуйылған. Бер ҡулына ҡылыс тотҡан полководец, ҡаты яуҙарҙа иң юғары хәрби дәрәжә алған Аҙау ҡалаһына ҡарашын төбәгән. Пётр һәйкәле һәм башҡа иҫтәлекле урындар менән ул Аҙау һәм Рәсәй дәүләте йылъяҙмаһының данлы биттәрен хикәйәләүсе тарихи комплекс барлыҡҡа килтерә.
  • «Тыуған ил өсөн һәләк булғандарға» мемориалы — установлен на Площади Победы 9 мая 1971 йылдың 9 майында Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы һалдат ҡәберлектәре урынында ҡуйылған. Был туғандар ҡәберлегендә 1943 йылдың февралендә Аҙауҙы гитлер баҫҡынсыларынан азат итеү барышында һәләк булған һуғышсылар һәм командирҙар күмелгән. Был ҡәберлеккә 68 яугир һәм 11 аҙау партизандарының һөйәктәре күсерелгән. Дан Мемориалы — Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ғүмерҙәрен биргән 10 мең аҙаулыға арналған.
  • Аҙау ҡәлғәһе (Алексеев ҡапҡалары менән ҡәлғә валдары) — Аҙау ҡалаһының иҫтәлекле урындарының береһе — диуар һәм XIV быуат таш ҡапҡаһы ҡалдыҡтары — Генуя урамында, иҫке балыҡ заводынан йыраҡ түгел урынлашҡан. 1935 йылда Ростов һәйкәлдәрҙе һаҡлау өлкә бюроһы ҡаҙыныу эштәре алып барғанда, һәйкәл төплө өйрәнелгән һәм уның италий сығышлы булыуы раҫлаған.
  • Г. И. Мирошниченко һәйкәле ― ҡаланың почётлы кешеһе, аҙау яҙыусыһы Григорий Мирошниченкоға һәйкәл. Һәйкәл, ике яғында XVIII быуат пушкаһы өлгөһөндәге муляждар торған аркалы ҡапҡа күренешле итеп, төҙөлгән[15].
  • Владимир Ленин һәйкәле (скульптор Ю. Г. Орехов, архитекторҙар В. А. Петербуржцев һәм А. В. Степанов, 1978) ― стандарт булмаған проект: Ленин биленә тиклем генә һынландырылған[16].
  • Ю. А. Гагарин һәйкәле — 1988 йылдың 12 апрелендә Ленин комсомолы исемендәге «Аҙау ынйыһы» Үҙәк ҡала паркында беренсе космонавт Юрий Алексеевич Гагаринға бюст асыу тантанаһы ойошторолған. Ерҙең тәүге космонавты бюсы пионер дружинаһы Ю. А. Гагарин исемен йөрөткән 1961 йылдың 1 апрелендә асылған 10-сы мәктәп-интернат уҡыусылары эшләп тапҡан аҡсаға асылған.
  • Аҙау хәрби флотилияһы моряктарына һәйкәл — 1975 йылдың 9 майында, Бөйөк Еңеүҙең 30 йылын билдәләгәндә, йылға портында постамент һәм — Айырым Дон отряды моряктары һуғышҡан торпедаға ныҡ оҡшаған — торпеда катеры ҡуйылған. Һәйкәл пьедесталында түбәндәге яҙыу бар: «Тымыҡ Дон яры буйында мәңгелек якорға һин, Аҙау хәрби флотилияһының 1941−1942 йылдарҙа алып барған ҡаты һуғыштары иҫтәлегенә, ҡуйылдың»; «1941 йылдың октябренән 1942 йылдың июленә саҡлы, Дон тамағын һәм Таганрог ҡултығы яр буйын обороналау маҡсатында, Аҙау ҡалаһында Аҙау хәрби флотилияһының айырым Дон отряды базаһы торған».
Боронғо ҡәлғә валдары фонында,
Аҙау ултырышы осоронда һәләк булған
1637−1642 гг.
казактарға һәйкәл
«Тыуған ил өсөн һәләк булғандарға» мемориалы «Афған һуғышында һәм башҡа ҡыҙыу нөктәләрендә баштарын һалған йәш яҡташтарға» һәйкәле Ленин һәйкәле
  • Быкова Тамара Владимировна — совет еңел атлетика спортсыһы, бейеклеккә һикереү буйынса 1983 йылғы донъя чемпионы.
  • Ковтун Юрий Михайлович — Рәсәй йыйылма командалары өсөн сығыш яһаған СССР һәм Рәсәй футболсыһы.
  • Коржаненко Ирина Николаевна — йәҙрә ырғытыусы рәсәй спортсыһы (олимпия чемпионы).
  • Котов Владимир Васильевич — Советтар Союзы Геройы.
  • Локерман Александр Самойлович — революционер, профсоюз хәрәкәте лидеры, РСДРП ағзаһы.
  • Самойлович Рудольф Лазаревич— совет поляр тикшеренеүсеһе.

Аҙауҙа йәшәгәндәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ветрова Мария Федосьевна
  • Новиков Спиридон Данилович — Советтар Союзы Геройы
  • Калита Фёдор Павлович — коллежский асессор, Аҙауҙың ҡала Думаһы рәйесе (ҡала башлығы) (1898—1902).
  • Макаровский Михаил Аронович — рәсәй революционеры һәм йәмәғәт эшмәкәре
  • Водолацкий Виктор Петрович — «Бөйөктән бөйөк Дон ғәскәре» ғәскәри казак йәмғиәте атаманы, казак генералы (2000 йылдың 2 июне), «Берҙәм Рәсәй» партияһынан .Дәүләт думаһы депутаты (2007—2011, 2012—).
  • Бойко Дмитрий Дмитриевич — Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы, 163-сө дивизияның 759-сы уҡсылар полкы командиры, майор, Советтар Союзы Геройы (1944).

Туғандаш ҡалалар һәм партнёр ҡалалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ил Туғандаш ҡалалар Бәйләнеш булдырыу йылы
Кипр Республикаһы Кипр Республикаһы Агланджа[17] 1990
Америка Ҡушма Штаттары АҠШ Чилликоти[17] 1993
Төркиә Төркиә Анталия 1995
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы Кизляр[17] 1997
Рәсәй флагы/Украина Рәсәй/Украина Феодосия 2007
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы Салехард[17] 2007
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы Сочи ҡалаһының Лазаревский районы 2008
  • Гаер. История Азова // «Москвитянин» — 1841.
  • Записки Одесского общества истории и древностей — Т. III. — C. 189−355.
  • Скальковский Новороссийский край — Т. 1. — С. 145.
  • Гульденштедт В. П. (стр. 70, «Новор. календарь», 1) 1857 г., стр. 68, 70 и 80, и 2) 1861);
  • Воен. стат. Зем. В. Донского — С. 57 и 167.
  • Советская историческая энциклопедия — 1961. — Т. 1.(информация о населении).
  • Гумилёв Л. Н. От Руси к России — М., 1992. — С. 237−238.
  1. GORODAZOV.RU, География Азова
  2. 2,0 2,1 Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года
  3. Энциклопедия. Военная история башкир, Уфа: «Башкирская энциклопедия», 2013
  4. с учётом городов Крыма
  5. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года. Таблица «31. Численность населения городов и пгт по федеральным округам и субъектам Российской Федерации на 1 января 2016 года». RAR-архив (1,0 Mб)
  6. 2010 йылғы Бөтөн Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу. Рәсәй,Рәсәй Федерацияһы субъекттары, ҡалалары һәм райондарының халыҡ һаны. // «Демоскоп Weekly» Электронный информационный бюллетень Института демографии Национального исследовательского университета «Высшая школа экономики» (demoscope.ru) 1−17 ноября 2013 — № 573−574. Дата обращения: 15 ноябрь 2013.
  7. Табл. 4. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов // Итоги всероссийской переписи населения 2010 года. Том 1. Численность и размещение населения Ростовской области: Статистический сборник — Ростов-на-Дону: Федеральная служба государственной статистики Ростовстат, 2012. — 144 с. 2013 йыл 28 сентябрь архивланған. — C. 6.
  8. Отчёт по проекту E852, Vol. 2 RUSSIAN FEDERATION ROSTOV VODOKANAL AND ROSTOV OBLAST ADMINISTRATION Grant for Preparation of the Project on Reduction of Nutrient Discharges and Methane Emissions in Rostov-on-Don FINAL REPORT on ENVIRONMENTAL IMPACT ASSESSMENT, PUBLIC AWARENESS AND EDUCATION
    «Южно-русский центр подготовки и реализации международных проектов» (ЦПРП-Юг)2004
  9. GORODAZOV.RU, Городской транспорт г. Азова
  10. Троицкий собор в Азове - самая необходимая и подробная информация о достопримечательности: фото места, описание, контакты – адрес, телефон, официальный сайт. www.rutraveller.ru. Дата обращения: 12 ғинуар 2017.
  11. Азовский краеведческий музей - самая необходимая и подробная информация о достопримечательности: фото места, описание, контакты – адрес, телефон, официальный сайт. www.rutraveller.ru. Дата обращения: 12 ғинуар 2017.
  12. Мемориальный комплекс Р.Л.Самойловича. xn----7sbgnhcfidezs4b7a.xn--p1ai. Дата обращения: 12 ғинуар 2017.
  13. Пороховой погреб. xn----7sbgnhcfidezs4b7a.xn--p1ai. Дата обращения: 12 ғинуар 2017.
  14. Азовский пороховой погреб - единственный в России - Литературный форум "Ковдория". Литературный форум. Дата обращения: 12 ғинуар 2017.
  15. Памятник Г. И. Мирошниченко в Азове - самая необходимая и подробная информация о достопримечательности: фото места, описание, контакты – адрес, телефон, официальный сайт. www.rutraveller.ru. Дата обращения: 12 ғинуар 2017.
  16. Памятник В. И. Ленину - самая необходимая и подробная информация о достопримечательности: фото места, описание, контакты – адрес, телефон, официальный сайт. www.rutraveller.ru. Дата обращения: 12 ғинуар 2017.
  17. 17,0 17,1 17,2 17,3 Международная ассоциация «Породненные города» 2016 йыл 1 июнь архивланған.