Хазарҙар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Хазарҙар
Нигеҙләү датаһы 618
Туған тел хазарский язык[d]
Дәүләт Хазар ҡағанаты
Административ үҙәк Беленджер[d]
Валюта Yarmaq[d]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1048
Урынлашыу картаһы
Карта ареала вида
Commons-logo.svg Хазарҙар Викимилектә

Хазарҙар (йәһ. כוזרים‎ (кузарим), ғәр. الخزر‎; (әл-хазар), фарс. خزر (хазар), грек. Χαζαροι (хазари), әрм. խազիր (хазир), бор. урыҫ козаре, лат. chazari, caziri, gazari) — төрки телле күскенсе халыҡтар. Һундар һөжүменән һуң Көнсығыш Кавказ алдында (тигеҙлекле Дағстанда) билдәле булған.

Этнонимы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хазар атамаһы — ошо халыҡтың үҙатамаһы, уның этимологияһы аҙағына тиклем асыҡ түгел. Фараздарҙың береһе буйынса, ул төрки kaz — күсеп йөрөү тигәнде аңлатҡан нигеҙҙән килеп сыҡҡан[1]. Шулай уҡ түбәндәге фекерҙәр бар:

  • фарс. هَزَارْهَزَارْфарс. هَزَارْ, hâzâr — «мең» (Новосельцев Анатолий Петрович]]
  • кесарь титулына (А. Поляк, А. Рона-Таш),
  • «иҙергә», «ҡыҫырыҡларға» мәғәнәһен йөрөткән төрки ҡылым (Луи Базен).

Хазар Ҡара һәм, һирәгерәк, Аҙау диңгеҙе (хазарҙар йоғонтоһо шул уҡ ваҡытта Ҡырым бик көслө була) тип аталған. Исеме шулай тип атала. Хазар теле яҡын каспий диңгеҙе (ҡара хазар диңгеҙе). Ҡоро исеме «Хазария» төньяҡ ҡара диңгеҙ буйына барыу өсөн ҡырым һәм оҙаҡ һаҡлана. византия һәм итальян тиклемге сығанаҡтарҙа XVI быуаттың.

Сығышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хазар яугиры әсир менән. Надь-Сент-Миклош табышындағы көмөш кувшинда күскенсене һынландырыу мотивы буйынса төшөрөлгән Норман Финкельштейндың һүрәте.

Ҡайһы бер тикшеренеүселәр фекере буйынса, (Б. Н. Заходер), хазар этносы, ике төп ҡәбиләне — аҡ һәм ҡара хазарҙарҙы (калис-хазарҙар һәм ҡара-хазарҙар) берләштереп, хазар этносы дуалистик нигеҙгә эйә булған. Башҡа ҡараш яҡлылар (М. И. Артамонов, А. П. Новосельцев) был бүленеш этник түгел, ә социаль тип иҫәпләй һәм уның артыҡ ҡатмарлы ойошмаһына күрһәтә. Хазар ҡәбилә союзы менән тығыҙ бәйләнештә барсилдар, савирҙар, баланджарҙар һ. б. торған. Артабан улар өлөшләтә ассимиляцияланған була. Хазарҙарға иң яҡыны барсилдар булған, улар тарихтың башланғыс осоронда йыш ҡына ҡуша телгә алына, ә Берсилия иле сығанаҡтарҙа Европала хазар экспансияһының башланғыс пункты була тиелә.

Хазарҙар һәм уларҙың килеп сығыуына ҡарата әйтелгән түбәндәге фараздар:

  • Хазарҙар Европала V быуаттан (А. В. Гадло, О. Прицак) билдәле һундарҙың акацир ҡәбиләһенең вариҫтары булып тора.
  • Хазарҙар ҡытай сығанаҡтарында телгә алынған Үҙәк Азия азия халҡы ко-санан таралған уйғыр сығышлы була. (Д. Данлоп) (төп мәҡәләне ҡара: Хазарҙар сығышы буйынса уйғыр теорияһы).
  • Хазарҙар Кавказға Хөрәсәндән (Көнсығыш Иран) (Д. Людвиг) күсеп килгән эфталиттарҙың вариҫтары.
  • Хазарҙар огурҙар, савирҙар һәм тамамланыу этабында алтай төркиҙәре ҡәбилә союздарынан формалашҡан. (П. Голден, М. И. Артамонов, А. П. Новосельцев, Дьюла Немет).

Һуңғы ҡараш (төрлө вариацияларҙа) рәсәй һәм украин фәнендә[2] өҫтөнлөклө урынды биләй.

Урта быуат генеалогик легендаларында хазарҙарҙы Нух Тогарме тоҡомо вариҫтары тип иҫәпләгәндәр. Йәһүд әҙәбиәтендә улар ҡайһы берҙә Симеон ырыуы нәҫелдәрҙе тип таныла.

Биләгән территориялары, сәйәси экспансия[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хазар ҡағанаты

VII быуатҡа хазарҙар бер-береһен алмаштырып торған күскенсе империяларға буйһонған хәлдә булған. 560-се йылдарҙа хазарҙар Төрки ҡағанат составына ингән һәм, ул тарҡалғас, VII быуатта был төбәктә иң оҙон ғүмерле күскенселәр берекмәһен — Хазар ҡағанатын (650—969) төҙөгән[3].

Тәүҙәрәк хазарҙар Дербенттан төньяҡҡараҡ ятҡан биләмәләрҙә, хәҙерге тигеҙлекле Дағстан сиктәрендә, контролдә тотолған төбәктәргә таралған була: Ҡырымда, Донда һәм бигерәк тә Түбәнге Иҙелдә, һәм VIII быуатта унда хатта дәүләттең баш ҡалаһы ла күсерелә. Иран һәм Ғәрәп хәлифәлегенә оҙайлы һуғыштар һөҙөмтәһендә хазарҙарҙың бер нисә төркөмө Кавказ аръяғына күсерелә. Һуңыраҡ Ғәббәсиҙәр хәлифәлегендә юғары дәрәжә биләгән күп кенә гулямдар хазар сығышлы булған. Шулай уҡ Константинополдә хазар гарнизоны һәм Киевта хазар-йәһүд общинаһы (Киевта Козары тәбиғи ыҙаны урочище хәҙерге көнгә тиклем бар) йәшәүе тураһында билдәле. IX быуаттың беренсе яртыһында кавар тип аталған өс хазар ырыуы, үҙ-ара сәйәси тартыш арҡаһында венгрҙарға ҡушылып, улар менән Паннонияға килә һәм артабан ассимиляцияға бирелә.

Мәҙәниәте, дин һәм социаль система[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дөйөм алғанда, ижтимағи ойошоу бындай күскенселәрҙең этно-сәйәси ойошмаларынан әллә ни айырылмай, ләкин дәүләтселек үҫешеп, аяҡҡа баҫҡан ыңғайы, прогрессив эволюция баҫҡыстарын үтә. Башта һайлап ҡуйылған хакимдар ҡағандарҙың нәҫел династияһына юл бирәләр, ул, үҙ сиратында, алмашыныуы ҡаған һәм бәктең диархияһы менән алмашына. X быуатҡа күсмә тормоштан хазарҙар, ҡышҡы көндәрҙе ҡалала үткәреп, ярым күсмә тормошҡа күсә.

Сойбат сумбатович Дини йолалары дөйөм төрки мәжүси ышаныуҙарынан тора, характерлы һыҙаттары булып Тәңрегә табыныу һәм ҡағанды илаһилаштырыу тора. Географик урыны һәм дингә түҙеп ҡарау сәйәсәте арҡаһында, мөхит йылдам үтеп инә. хазар мөхитенә йылдам рәүештә христианлыҡ һәм ислам үтеп инә. VIII—IX быуаттарға етәксе ролен үтәгән ырыуға эйәреп, хазарҙарҙың бер өлөшө иудаизм диненә күсә.

Хазар ҡағанаты өсөн салтов-маяҡ археологик мәҙәниәте уртаҡ тип һаналған, тик әлегә ысын мәғәнәһендә хазарҙар менән бәйләп күрһәтерлек һәйкәлдәр ныҡлы идентификацияланмаған[4].

Юҡҡа сығыуҙары, ихтимал вариҫтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

X быуаттың икенсе яртыһында Хазар ҡағанаты ҡолатылғандан һуң, хазарҙар артабан Алтын Урҙа составына инәсәк күскенсе төрки телле күсмә халыҡтар араһында үҙләштерелә.

Иудаизм динен тотҡан этник хазарҙарҙың ниндәйҙер өлөшө үҙәк европа йәһүд общиналарына, ашкеназдарға, инеүе ихтимал[5][6][7][8]. Төрки телле йәһүд халыҡтарының ҡайһы бер вәкилдәре — ҡараим[5] һәм ҡырымчаҡтар, шулай уҡ иран телле тау йәһүдтәре үҙҙәрен хазарҙар вариҫтары тип һанай. Төньяҡ Кавказдың ҡайһы бер халыҡтарында ла хазар тамырҙары булыуы ихтимал[6][8].

Хазар вариҫтары тигән проблема популяр әҙәбиәттә төрлө теориялар һәм спекуляциялар предметы булып тора[5].

Археологик табылдыҡтар галереяһы (салтов-маяҡ мәҙәниәте)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәре, VIII—IX быуаттар Билдән деталдәр йыйылмаһы ирҙәр, VIII—IX быуаттар Һауыт-һаба

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Хазар ҡағанаты
  • Хазарҙар тарихы (хронология)
  • Хазар теле
  • Хазар (эпоним)
  • Археология мәғлүмәттәре буйынса Хазарияла иудаизмдың таралыуы
  • Хазарҙарҙың нәфис әҙәбиәте
  • Хазар диңгеҙе
  • Хазар сығышлы гулямдар
  • Хазар һүҙлеге
  • Хазар мифы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Артамонов М. И. Очерки древнейшей истории хазар. М., 1937. — С. 84.
  2. Обзор мнений см. Голден. П. Достижения и перспективы хазарских исследований // Хазары. М. — Иерусалим, 2005. — С. 57. См. также Комар О. В. Хозари та уйгури (нотатки до «телеської» версії походження хозар) // Надчорномор’я: студії з історії та археології (з IX ст. до н.е. по XIX ст. н.е.). — Київ, 2008. — С. 109—123.
  3. Голден. П. Достижения и перспективы хазарских исследований // Хазары. М.—Иерусалим, 2005. — С. 27.; Тортика А. А. Хазароведение в современной иудаике: к постановке проблемы // Матеріали ХІI міжнародної наукової конференції "Єврейська історія та культура в країнах Центральної та Східної Європи — ЄВРЕЙСЬКЕ КРАЄЗНАВСТВО ТА КОЛЕКЦІОНУВАННЯ.
  4. Плетнёва С. А. Очерки хазарской археологии. М.— Иерусалим, 1999. — С. 4. Ивик О., Ключников В. Хазары. М., 2013. — С. 6.
  5. 5,0 5,1 5,2 Хазария // КЕЭ. Т.9.
  6. 6,0 6,1 Eran Elhaik. The Missing Link of Jewish European Ancestry: Contrasting the Rhineland and the Khazarian Hypotheses. Genome Biology and Evolution, 2013; 5 (1): 61-74. Published online 2012 Dec 14, doi: 10.1093/gbe/evs119
  7. Ranajit Das, Paul Wexler, Mehdi Pirooznia and Eran Elhaik. Localizing Ashkenazic Jews to primeval villages in the ancient Iranian lands of Ashkenaz // Genome Biology and Evolution, 2016; 8 (4): 1132—1149
  8. 8,0 8,1 Популяционная генетика и еврейская этнография // Nov. 27th, 2013 at 14:39

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]