Эстәлеккә күсергә

Мөхәрәмов Миҙхәт Кәрим улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мөхәрәмов Миҙхәт Кәрим улы
рус. Мидхат Каримович Мухарямов
Зат ир-ат
Тыуған көнө 27 апрель 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})
Тыуған урыны Ергән, Стәрлетамаҡ кантоны
Вафат булған көнө 7 март 1993({{padleft:1993|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (70 йәш)
Вафат булған урыны Ҡазан, Рәсәй
Һөнәр төрө ғалим
Уҡыу йорто Ҡазан юридик институты[d]
Ғилми дәрәжә тарих фәндәре докторы[d] һәм профессор[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре Ленин ордены Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены

Мөхәрәмов Миҙхәт Кәрим улы (27 апрель 1922 йыл — 7 март 1993 йыл) — СССР һәм Рәсәй тарихсыһы, тарих фәндәре докторы (1964), профессор (1967), ТАССР-ҙың (1972) һәм РСФСР-ҙың (1982) атҡаҙанған фән эшмәкәре.

Миҙхәт Кәрим улы Мөхәрәмов 1922 йылдың 27 апрелендә Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы) Ергән ҡасабаһында тыуған. 1938 йылда Ауырғазы районы Иҫке Әбсәләм урта мәктәбен тамамлай.

1940 йылдан алып армия сафында, Сызрань танк училищеһы курсанты. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Гвардия капитаны, 1-се танк армияһының 6-сы танк корпусы элемтә офицеры.

1948 йылда Ҡазан юридик институтын тамамлай. 1951 йылдан алып СССР Фәндәр академияһы Ҡазан филиалының Тел, әҙәбиәт һәм тарих ғилми-тикшеренеү институтында эшләй, 1963—1982 йылдарҙа уның директоры була. Тарих фәндәре кандидаты (1952), тарих фәндәре докторы (1964).

Фәнни хеҙмәттәре революция (1917), Граждандар һуғышы, Татарстан милли дәүләт төҙөлөшө һәм мәҙәниәт үҫеше тарихына арналған.. «Татар АССР-ы тарихы» (1960, т. 2), «Татар АССР-ы тарихы: боронғо замандарҙан алып беҙҙең көндәргә тиклем» (1968), «Татар АССР-ы тарихы» (1980), «Татария партия ойошмаһы тарихы буйынса очерктар» (1962), «Халыҡ бәхете өсөн көрәш» (1967), «СССР-ҙың милли-дәүләт төҙөлөшө тарихы. СССР-ҙа күсеш осорондағы милли-дәүләт төҙөлөшө (1917—1936)» (М., 1968), «Боронғо ҡала йәшлеге» (1978), «Көрәш һәм ҡаҙаныштар йылъяҙмаһы: Татария партия ойошмаһы хроникаһы: 1883—1985» (1985, 1-се китап), «Татарияла мәҙәни революция (1917—1937 йылдар)» (1986) коллектив хеҙмәттәрҙең авторҙарының береһе.

Ҡазан ҡала Советы депутаты.

Улы Наил (1953) — политолог.

  • Гражданская война в Татарии. Казань, 1969; История Татарской АССР. Казань, 1980 (авторҙаш); Культурная революция в Татарии (1917—1937 гг.). Казань, 1986 (авторҙаш).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Памяти М. К. Мухарямова: [сборник] / АН Татарстана, Ин-т яз., лит. и истории им. Г. Ибрагимова; [сост. и ред. М. А. Сайдашева, И. Г. Гиззатуллин]. Казань : ИЯЛИ, 1995. 141 с. : портр.; 20 см; ISBN 5-201-08035-9
  • Татарская энциклопедия. Т.4. Казань, 2008.
  • История. Профессия. Судьба. Казань, 2012. 184 с.