Клявлин Марс Сәлих улы
Клявлин Марс Сәлих улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 27 апрель 1949 (75 йәш) |
Тыуған урыны | Красноусол, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | инженер-технолог |
Эш урыны | ӨДНТУ |
Уҡыу йорто | ӨДНТУ |
Клявлин Марс Сәлих улы (27 апрель 1949 йыл) — инженер-технолог, химия фәндәре докторы (1994), профессо (2000); Рәсәй Федерацияһы юғары профессиональ белем биреү почетлы хеҙмәткәре (1999), уйлап табыусы һәм рационализаторҙар йәмғиәтенең Бөтә Союз премияһы лауреаты (1978)[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Марс Сәлих улы Клявлин 1949 йылдың 27 апрелендә Башҡорт АССР-ының Ғафури районы Красноусол ҡасабаһында тыуған.
1966-67 йылдарҙа Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһендә эшләй.
1972 йылда Өфө нефть институты технология факультетының «Төп органик синтез технологияһы һәм нефть химияһы» һөнәре буйынса тамамлай. Ошо йылдан уҡ нефть институтында кҡытыусы булып эшләй.
1976 йылда Мәскәүҙә Д.Зелинский исемендәге Органик химия институтында Р. А. Караханов етәкселегендә химия фәндәре кандидаты ғилми исемен яҡлауға кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1978 йылда Бөтә союз уйлап табыусылар һәм рационализаторҙар йәмғиәтенең йәштәр.премияһы лауреаты булыуға өлгәшә.
1994 йылда химия фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеү өсөн диссертация яҡлай. 1996 йылда кафедра мөдире итеп тәғәйенләнә.
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәнни хеҙмәттәре һыуҙың карбонатлы ҡатылығына физик‑химик факторҙарҙың тәьҫирен тикшереү, тәбиғи һыуҙарҙы таҙартыуҙың экологик һәм аҙ сығымлы ысулдарын эшләүгә арналған. Уның етәкселегендә кислород һәм азотлы гетероциклик 1,3‑диоксацикландар рәте берләшмәләренең гомоген‑гетероген синтезы өлкәһендә тикшеренеүҙәр алып барыла[1].
50-нән ашыу фәнни баҫмалар, шул иҫәптән 16 авторлыҡ таныҡлығы авторы. Архитектура-төҙөлөшө факультетының һәм университетың Ғалимдар советы ағзаһы булып тора.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Клявлин Марс Сәлих улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.