Эстәлеккә күсергә

Фәритов Айрат Тәбрис улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фәритов Айрат Тәбрис улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
 Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 27 апрель 1965({{padleft:1965|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (59 йәш)
Тыуған урыны Бөрө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө механик
Эш урыны Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһы
Уҡыу йорто Өфө дәүләт авиация техник университеты
Ғилми дәрәжә техник фәндәр кандидаты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Фәритов Айрат Тәбрис улы (27 апрель 1965 йыл) — ғалим-механик-коррозионист. Техник фәндәр кандидаты (2006). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (2010). Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (2005) һәм И. М. Губкин исемендәге премияһы (2008) лауреаты[1].

Фәритов Айрат Тәбрис улы 1965 йылдың 27 апрелендә Башҡорт АССР‑ының Бөрө ҡалаһында тыуған[1].

1987 йылда Өфө нефть институтын тамамлай. Шул йылда СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Энергресурстарҙы транспортлау проблемалары институты хеҙмәткәре булып хеҙмәт юлын башлай. 2002 йылда бүлек начальнигы итеп тәғәйенләнә. 2016 йылдан Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Стратегик тикшеренеүҙәр институты, бер үк ваҡытта Өфөләге «Акрус—М» ғилми‑производство фирмаһы хеҙмәткәре[1]. Генераль директорҙар рейтингы ҡатнашсыһы Айрат Фәритов «Другие» тармағында Башҡортостан Республикаһы буйынса 2021 йылдың 26 авгусына ҡараты 1-се урынды биләй. Айрат Тәбрис улының профессионализмы, вазифа бурыстарын сифатлы һәм яуаплы башҡарыуы, лидерлыҡ сифаттары арҡаһында, ЯСЙ «Акрус—М» ғилми‑производство фирмаһы ҙур уңыштарға өлгәшә һәм баҙарҙа алдынғы урынды биләй. Шулай, 2020 йылда компанияның килеме 159.6 млн һум тәшкил итә[2].

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәритов Айрат Тәбрис улының фәнни эшмәкәрлеге нефть промыслаһы ҡорамалдарының электрохимик коррозияланыу һәм эрозияланыу механизмдарын өйрәнеүгә һәм уны тикшереү һәм контролдә тотоу өсөн приборҙар эшләүгә, үткәргес торбаларҙы комплекслы анализлау өсөн программа тәьминәте төҙөүгә арналған. Айрат Тәбрис улы етәкселегендә коррозияны мониторингылау өсөн «Моникор» системаһы, «Экстра» селтәр программа тәьминәте уйлап сығарылған һәм индерелгән. 30‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы[1][2].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (2010)

Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2005)

Башҡортостан Республикаһының И. М. Губкин исемендәге премияһы лауреаты (2008).

  • Ретроспективный анализ состава и коррозионной агрессивности сред Самотлорского месторождения // Нефтяное хозяйство. 2003. № 6 (авторҙаш)
  • Концепция развития системы технического диагностирования промысловых трубопроводов // Нефтяное хозяйство. 2005 (авторҙаш)[1],
  • Совершенствование метода линейного поляризационного сопротивления для испытаний ингибиторов коррозии стали. «Металлы», 2016, № 6 (авторҙаш),
  • Анализ методики CMAS (Coupled Multielectrode Array Sensors) для определения локальной коррозии // Проблемы сбора, подготовки и транспорта нефти и нефтепродуктов. 2017. № 4 (110) (авторҙаш),
  • Исследование кинетики процесса десорбции сероводорода из водного раствора в помещение // Сборник научных трудов ГАНУ «Институт стратегических исследований Республики Башкортостан». Уфа: АЭТЕРНА, 2017. (авторҙаш)[2].