Грахов Николай Леонидович
Грахов Николай Леонидович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 26 ноябрь 1946[1] (77 йәш) |
Тыуған урыны | Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | шағир, тәржемәсе |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Грахов Николай Леонидович (26 ноябрь 1946 йыл) — Башҡортостанда тыуып һәм йәшәп рус телендә ижад итеүсе балалар шағиры һәм яҙыусыһы, йырсы-шағир (бард), журналист һәм тәржемәсе, 1992 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, «Бельские просторы» журналының шиғриәт бүлеге мөдире. А. Н. Толстой исемендәге халыҡ-ара (2006), Степан Злобин (2014[2]) һәм Бәләбәй районының Фәтих Кәрим исемендәге әҙәби премиялар лауреаты. Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда «автор йырына» нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Николай Леонидович Грахов 1946 йылдың 26 ноябрендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған. 1967 йылда автортанспорт техникумының төҙөлөш бүлеген «техник-төҙөүсе» һөнәре буйынса тамамлағас, СССР Ҡораллы көстәренә хәрби хеҙмәткә алына. Әрме сафында хәҙерге Ҡаҙағстан биләмәләрендә була, ярты йыллыҡ мәктәп бөтөрә, элемтәсе (радиомеханик) вазифаһын башҡара. Запасҡа ҡайтарылғас, Өфөләге 3-сө төҙөлөш тресының 2-се идаралығында техникумда алған һөнәре буйынса хеҙмәт эшмәкәрлеген дауам итә.
1985 йылда Башҡорт дәүләт университеты филология факультетының киске бүлеген «отлично»ға диплом яҡлап тамамлай һәм Башҡортостан китап нәшриәтенең нәфис һәм балалар әҙәбиәте редакцияһына эшкә саҡырыла.
Китаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]рус телендә:
- Я просто здесь живу: Стихи. — Уфа: Башкнигоиздат, 1985.
- Я живу в Уфе: Стихи для детей. — Уфа: Башкнигоиздат, 1986.
- Зеленый патруль: Стихи для детей. — Уфа: Башкнигоиздат, 1987.
- Я буду нефтяником: Стихи для детей. — Уфа: Башкнигоиздат, 1987.
- Пернатые друзья: Стихи для детей. — Уфа: Башкнигоиздат, 1988.
- Маленькие помощники: Стихи для детей. — Уфа: Башкнигоиздат, 1989.
- Пионерский дворец: Стихи для детей. — Уфа: Башкнигоиздат, 1990.
- Вот это да: Стихи для детей. — Уфа: Башкнигоиздат, 1990.
- Жили—были в сказке: Стихи для детей. — Уфа: Китап, 1994.
- Старый дом: Стихи. — Уфа: Китап, 1996.
- Лошадь Матильда и другие истории: Стихи и сказка для детей. — Уфа: Китап, 2004.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- А. Н. Толстой исемендәге халыҡ-ара премия лауреаты (2006)
- Ф. Кәрим исемендәге премия лауреаты
- Степан Злобин исемендәге әҙәби премия лауреаты (2014)[2]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 20 октябрь 2018)
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 20 октябрь 2018)
- Сайт журнала «Бельские просторы» 2015 йыл 12 август архивланған. (Тикшерелеү көнө: 20 октябрь 2018)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Грахов Николай Леонидович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 24 ноябрь 2021)
- Международный конкурс детской и юношеской художественной и научно-популярной литературы имени Алексея Николаевича Толстого. Товарищество. Грахов Николай Леонидович 2021 йыл 3 декабрь архивланған.
- 26 ноябрҙә тыуғандар
- 1946 йылда тыуғандар
- Өфөлә тыуғандар
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- Башҡортостан шағирҙары
- Башҡортостандың йырсы-шағирҙары
- Башҡортостан журналистары
- Башҡортостандың рус телендә ижад итеүсе шағирҙары
- Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары
- Башҡортостан Журналистар союзы ағзалары
- «Бельские просторы» журналы хеҙмәткәрҙәре
- С. П. Злобин исемендәге премия лауреаттары
- Ф. Кәрим исемендәге премия (Бәләбәй районы) лауреаттары
- «Китап» нәшриәте хеҙмәткәрҙәре